Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 2 - 4 м\с СВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
22.03.2016
Магнит дәғүәсеһен көтә: «Салауат»мы, «Авангард»мы?
Untitled document

Омск. Икенсе уйын.

Омскиҙағы икенсе уйын бик көсөргәнешле булыр һымаҡ ине. Шулай булмай, даими чемпионатты беренсе урында тамамлаған «Авангард» үҙен артыҡ күрһәтә алмаған «Салауат»тан үҙ боҙонда еңелһен әле!

Беренсе осор 1:1 иҫәбенә тамамланды. Ә бына артабан… Икенсе егерме минутта ҡапҡаларға шайбалар бер-бер артлы яуып ҡына торҙо. Ете шайба! Осор аҙағында иҫәп 5:4 ине инде. Һуңғы осорҙа ике яҡ та  иҫтәренә килде лә ул. Һуңыраҡ булды, күрәһең. «Салауат» хужалар ҡапҡаһын күпме генә ҡыҫырыҡлаһа ла, иҫәпте тигеҙләй алманы. Шулай итеп, юлаевсылар 5:4 иҫәбенә еңелеп ҡуйҙы. Ә бит еңә лә алалар ине. Яҡташтарыбыҙ көслөрәк тә,  етеҙерәк тә уйнаны.

Өфө. Өсөнсө уйын.

Омскиҙа яҡшы уйын күрһәтеп дәртләнеп ҡайтҡан юлаевсылар ҡунаҡтар ҡапҡаһына һуңғы алышҡа сыҡҡандай ябырылды. Боҙҙа шыуып түгел, осоп йөрөнөләр. Беренсе осорҙа Иван Вишневский 4-кә 4 уйнағанда ҡунаҡтар ҡапҡаһына беренсе шайбаны ырғытты. Икенсе осорҙа Тему Хартикайнен иҫәпте нығытып ҡуйҙы. Өсөнсө осор башында яңы ғына һауығып сыҡҡан Денис Бодров йәнә йәрәхәт алды. Йәл, был юлы оҙаҡҡа күрәһең. Беҙҙекеләрҙең баҙап ҡалыуынан файҙаланып ҡунаҡтар Никлас Сведберг ҡапҡаһына бер шайба ырғытып өлгөрҙө. Ләкин улар иҫәпте бүтәнсә үҙгәртә алманы. Уйын тамамланырға ете секунд ҡалғанда Леписто, тағы бер шайба ырғытып, уйынға нөктә ҡуйҙы—3:1.

Өфө. Дүртенсе уйын.

Юлаевсылар «Авангард»   уйынсыларын ҡапҡалары төбөнә бикләп бөрөп алып барһа ла, беренсе голды ҡунаҡтар индерҙе. Уйында шулай булғылай. Берәүҙәр яҡшы уйнаһа ла, индерә алмай, икенселәр һирәк кенә контратакала ла иҫәпте аса ла ҡуя. Әйтергә кәрәк, «Авангард»тың Доминик Фурхы—бик көслө ҡапҡа һаҡсыһы, даими  уйындарҙа унан оҫта торған ҡапҡасы булманы.

Беренсе осор тамамланырға 4 минут ҡалғанда Энговист яуап голы бәрҙе бәреүен, ләкин уны һанаманылар—конькиһы менән индергән булып сыҡты.

Икенсе осорҙа Леписто Махаров биргән шайбаны Доминиктың ҡапҡаһына көсләп алып барып тыҡты—1:1. Өсөнсө осорҙа беҙҙекеләрҙең көслө һөжүме осоронда Линус Умарк кәрәк  ваҡытта, кәрәкле урында булып сыҡты һәм ҡунаҡтар ҡапҡаһына бик матур гол индерҙе—2:1.

Омск. Бишенсе уйын.

Уйын «Салауат Юлаев» хоккей клубының баш тренеры Игорь Захаркиндың тыуған көнөндә дәғүәселәр яғында үтте. «Салауат»тан 3:1 иҫәбе менән еңелеп барған «Авангард»тың  үҙ боҙонда уйнағанын һәм сигенергә урыны юҡлығын белһәк тә юлаевсылар баш тренерҙарына 58 йәш тулған көндә абынмаҫ тигән өмөт сатҡыһы бар ине әле. Ләкин өмөт аҡланманы. Арыуҙары ла барҙыр инде, уйынды үтә һүлпән башланы юлаевсылар һәм уйын аҙағына тиклем тип әйтерлек үҙ уйынын таба алманы.

Беренсе осорҙа Линус Умаркты дәғүәсеһен тотҡарлағаны өсөн штраф эскәмйәһенә ултырттылар. Һаҡланып, контратакала ғына уйнаған хужалар бынан оҫта файҙаланды—1:0. Икенсе осор аҙағына Черников иҫәпте 2:0-гә еткерҙе. Өсөнсө осор башында судьялар юлаевсыларҙың ике уйынсыһына бер юлы ике минутлыҡ штраф сәпәне. Биш кешегә ҡаршы өсәүләп уйнағанда иҫәп 3:0 булды. Был ваҡытта уйнарға ун минут самаһы ғына ҡалған ине. Хәҙер инде  уйынды ҡотҡарыу тураһында һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел. Исмаһам, бер гол индерергә ине. Юлаевсылар быны аңланы шикелле. Уйын хужалар ҡапҡаһы төбөнә күсте. Этеш-төртөш башланды. Бурдасов беҙҙең Лазаревты этә төрттө. Лазарев травма алып боҙҙан сығып китте. Бурдасовҡа биш минутлыҡ штраф сәпәнеләр. Был юлы Вишневский   ҡотҡарҙы—3:1. Бер минуттан хужалар өсәү ҡалды. Григоренко Доминиктың ҡапҡаһына икенсе шайба ташланы. Ҡалған дүрт минут хужаларҙың ҡапҡаһы төбөндә юлаевсыларҙың тулы өҫтөнлөгөндә үтте, ләкин беҙҙекеләр, иҫәпте тигеҙләп, овертаймға сыға алманы—3:2. «Бүләк» килеп сыҡманы.

Ә бит был көн «Авангард» менән уйынға нөктә ҡуйырға була ине. Нәмәлер етмәне. Нәмә икәнен тренерҙар асыҡлар. Ә бөгөн кис телевизорҙарығыҙҙан Өфөлә үтәсәк алтынсы уйынды ҡарарға онотмағыҙ.

Фәрит Әхмәров,

 

Сибай ҡалаһы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap