Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
Март бураны.
Untitled document

Миләүшә Ҡаһарманова

Ир-ат менән йылына бер генә була торған хәл. Иләүенә таяҡ тығылған ҡырмыҫҡа ише булып ҡуҙғыған саҡтары. Магазиндарҙа сиратта шулар, баҙарҙар йырып сыҡҡыһыҙ, сәскә бутиктарының тышында ла торалар. Берәүҙәре ашыға, ҡарһалана, туфан ҡалҡырын белеп ҡалғандай ҡылана, икенселәре киреһенсә, аҙыҡ рәттәре араһында ҡай бер нәмәләрҙе тәү күргәндәй оҙаҡ-оҙаҡ текәлеп тора, әле береһен, әле икенсеһен тотоп ҡарай ҙа, ярҙам эҙләгәндәй ян-яғын байҡай. Күҙҙәре аларған ир заттарының, арттарына ут ҡапҡан. Аңлашыла инде, иртәгә бит һигеҙенсе март! Ҡатын-ҡыҙҙың нисек матур, аҡыллы һәм ғәзиз икәнлеген белеп ҡала торған көнө. Шуның өсөн тырыша ла инде эсендә йәне булған һәр ир енесле. Шулар араһында Зиннәт тә. Әле уның да супермаркет залдарында аҙашып йөрөп тамам алйыған сағы. Уйын эшме?! Биш ҡатын-ҡыҙға бүләк ҡарап алырға кәрәк. Биш! Һәм бишеһенә биш төрлө.

Тап ошо көндәрҙә, сүп өҫтөнә сүмәлә тигәндәй, буран ҡотора. Йыл да шулай була ул, ошо байрам еттеме—тәбиғәттең ене ҡуба ла китә. Сыҙап ҡына тор, март бураны башлана.

Апаһын юл ыңғайы инеп ҡотлап китте. Байрам көндө килеп йөрөй алмаҫ, әле өйҙәгеләренең күңелен күрәһе бар, әсәһенә лә ваҡыт бүлеү фарыз. Апаһы үҙе ирле ҡатын, моғайын, иғтибарҙан мәхрүм булып ултырмай, тип уйлап һуғылды Зиннәт. Уларҙа ла байрам һулышы, унда-бында гөлләмәләр баҙыраша.

—Байрам менән, апай!—Зиннәт үҙенә ҡоластарын йәйеп алсаҡланып килгән апаһына сәскәһен һуҙҙы.—Уҡытыусыға сәскәне күп бирһәләр ҙә, быныһы минән булыр!

Зөлфиә ҡустыһын түргә әйҙүкләне, улы менән килене килгән икән, ултырып алырға саҡырҙы. Йөҙ сәбәбен табып саҡ ысҡынды Зиннәт. Бында инһәң ҡалыуың ярты төнгәсә, тигән һүҙ. Бер туғаны бит, һөйләшер хәбәре лә, хәтерләр ҡыҙығы ла табылыр—гел шулай була. Шунлыҡтан эште ҡыҫҡа тотоп тайыу яғын ҡараны, булыр әле ҡабаланмағанда килә торғаны. Сығып барған еренән кире боролдо—пакетындағын алып бирергә онотҡан. Апаһы рәхмәт әйтеп алғас та, ҡағыҙ ситен ҡайыра биреп асып ҡараны ла, ҡабаттан пакетҡа ымланы:

—Тегеләргә нимә?

—Тоже... бүләк. Үҙеңдеке оҡшамаймы әллә?

—Ой, оҡшай! Оҡшай, әлбиттә. Тик... ҡыҙыҡ бит...—апаһы балаларса бер ҡатлана һаман.

Зиннәт уға осларға бирмәне. Белә ул нимә әйтерен. Шуға ашығып тағы хушлашты:

—Ярай, оҡшағас. Тағы бер тапҡыр байрам менән һеҙҙе! Һау булығыҙ!

Ҡайтып ингәнен өйөндә лә дүрт күҙ менән көтөп торалар. Өлкән ҡыҙы үҙен тота алһа ла, бәләкәйе ишек төбөндә һикрәнләй ине инде.

—Урра-а!—тип һөрән һалды ул атаһынан алда сәскәләр күренгәс тә үк.—Сәскә! Беҙгә сәскәләр!

Зиннәт эйелеп гөлләмәләрен ҡыҙының ҡосағына күсерҙе:

—Ипләп тот, ҡыҙым, һындырып ҡуйма.

Ул арала өлкән ҡыҙы килә һалып ҡулынан пакеттарын алды:

— Ой, атайым минең яратҡан тортты алған! Рәхмәт!

Аш бүлмәһенән ҡатыны күренде. Ҡыҙҙары кеүек үк һикереп төшмәһә лә, тешенә ҡәҙәр нимәлер тешләгән иренә ҡәнәғәт ҡарап тора:

—Килештергәнһең...

Тап ошо мәлдән был фатирҙа ла байрам башланды. Ҡатыны алып ҡайтылғанды һыуытҡысҡа урынлаштырҙы, ҡыҙҙары сәскәләрҙе һыуға тыҡты, хатта күңелле генә көй ҡуйып ебәрҙеләр. Һәр береһенең күңелендә Зиннәт тарафынан бүлмәһенә индереп йәшерелгән төргәктәр эсендәгеләрҙе юраған матур уйҙар яралды. Шулай ҙа уйламаған бер низағ та булып алды. Бәләкәй ҡыҙы гөлләмәнең иң еллеһен эләктермәксе булды. Быны күреп ҡалған апаһы тыйҙы:

—Раузалар әсәйгә инде, үҙеңдекен уйнат!

Кескәй ләлә бәйләмен хушһынып етмәгән бәләкәй ҡыҙ шауламаҡсы:

—Юҡ! Иң ҙуры минеке! Һинеке был! Уныһын әсәйгә бир!—апаһына тигән хризантемаларға күрһәтә был. Бәхәскә атайҙың үҙенә лә тығылырға тура килде:

—Бәләкәй гөлләмәгә кәнфиттәр ҡушылған, шуға уны Диләгә алдым, Динә апайыңа үҙе яратҡанса аҡ сәскә, ә әсәйеңә ҙуры.

—Балаларға рауза бирмәйҙәр, бындай тик әсәйҙәргә генә,—тип өҫтәне Динәһе.

—Юҡ! Улайһа мин быларҙы алмайым!—ете йәшлек бала тимәҫһең, тәки ыҡҡа килмәй. Ошо бер ғәҙәте оҡшамай Зиннәткә ҡыҙының. Хәйер, ҡыҙының ғынамы. Үҙҙәренең өлөшөнә ҡәнәғәт була белмәй, мотлаҡ эргәһендәгенекенә ҡарайҙар, сағыштыралар һәм кәйеф боҙор сәбәп табалар инде. Ир мәғәнәле генә итеп ҡатынына ҡарап ҡуйҙы, йәнәһе, кемдән өйрәнә улар быға.  Дилара иһә ғауғаны тиҙ генә ыңғайға бормаҡсы булды:

—Ярай, алһын. Ялҡҡансы йөрөтөр ҙә ҡуйыр әле.

—Эш ундамы ни?—Зиннәттең тауышы етдиләнә төштө,— Бөгөн уны еңеп алыр, иртәгә икенсеһен...

—Ҡуй, баланың күңелен төшөрмә, алһын,—ҡатынының һуңғы һүҙе булды был, залдан сығып та китте.

Байрам көнө Зиннәт барыһынан да иртәрәк уянды. Ашығып ҡына сәй эсеп алды ла, кисә алып ҡайтҡан балыҡҡа тотондо. Эштәге коллегаһынан өйрәнеп ҡайтҡан рецебын әтмәләп ҡарамаҡсы. Йәнәһе, балыҡ тултыра. Ике сәғәт самаһы ыҙалатты балыҡты, әммә яҙып алғанса итеп эшләп, тегеп ҡуйҙы инде. Духовкаға тыҡҡас, шулай уҡ күсереп алынғандарҙы уҡый-уҡый салат ҡырҡты, уларҙы хәленән килгәнсә биҙәне. Ул арала балығының ваҡыты етте, алып ҡараһа буйтым аҙыҡ төҫлө булып ята. Уртаһынан аҙ ғына йыртылып киткән китеүен, тыңҡыслабыраҡ ташлаған, күрәһең. Ҡарап тора торғас уныһының да яйын тапты ир, петрушка япрағы менән шул урынды ябып ҡуйҙы. Еләк-емеш, тәм-том ҡуйғас өҫтәле тағы ла күркәмләнде, уртаға кисә Диләһе арыуыҡ тәпәрләп ташлаған гөлләмәне лә ултыртып ҡуйғас, бөтөнләй байрам табыны булды. Эшен тамамлаған Зиннәт ҡатын-ҡыҙҙары уянғансы әсәһен барып күрмәксе булып кейенеп сыҡты. Ул да көтөп ултыралыр, әле был, әле теге тәҙрәгә баралыр, туҡмас бешергәндер, итен һыуыталыр...

Ысынлап бындай һурпа әсәһендә генә була. Ҡаҙ, йылҡы, һыйыр ите киҫәктәрен ҡушып һалып, тоҙлоҡло, татлы итеп бешерә белә. Ҡоротлап эсеп алһаң йәнгә рәхәт. Улының ихлас ашағанын ҡыуанып ҡарап ултырған Банат түҙмәне, оҡшамаҫын белһә лә әйтте:

—Асыҡҡанһың даһаң, дауна ашаманыңмы әллә?

—Иртәнсәк юҡ әле, тегеләргә бер нәмә әҙерләнем дә сығып киттем.

—Төш булып бара, бығаса йоҡлап яталармы?

—Байрам да инде, әсәй, йоҡлаһындар,—Зиннәт әсәһенең ни яҡҡа һупаларын белгәнгә, ыңғайға һаплай.

—Ир ҡарай белгән нәмәме, баламды таҡы-тоҡола йонсотоп тота...

Ну, ошо әсәһе! Ну, ошо бисәләр!

—Әсәй, ҡана мынауыны кейеп ҡара әле!—Зиннәт өҫтәл артынан етеҙ тороп китте лә, шыптыр һауыттағы бүләген алып килтереп тотторҙо. Банат әле артыҡ оло төҫ инмәгән сырайын шундуҡ яҙып ебәреп, ҡапты асты. Күпереп торған йылы күкрәксәне ишек яғына алып бара биреп бер һелкетте лә «йәлп» иттереп ҡайырып һелтәп яурынына япты. Кейем тубыҡтарынаса булып, мул түштәрен, итләс беләктәрен ҡаплап ятты.

—Әттә-тә! Ҡалай матур булды!

Зиннәт йылмайып ҡарап ҡына торҙо. Әсәйҙе ҡыуандырыуҙан да һәйбәт нәмә бар микән?

—Ҡиммәтме?—әсәһе көҙгө аша һораны.

Зиннәт тағы ла киңерәк йылмайҙы.

—Тегенеңә нимә алдың?

—Уға плащ,—әйтте лә телен тешләне. Тик һүҙ ысҡынғайны инде. Ул осоп сыҡты һәм тура сәпкә барып та тейҙе.

—Плащы бар ҙа инде. Тағы ниндәй быныһы?

—Әсәй, ну нимәгә инде һиңә... Ниндәй икәнен ҡараманым, интернеттан заказ эшләгән, мин алдым.

—Ҡоторттоң инде, шашты. Ишшыу бәләкәйҙәреңә лә ат хаҡына әллә нимәләр алғанһыңдыр әле,—Банат кәйефе үҙгәреүен һиҙҙерә булып, күкрәксәһен һалып ултырғыс башына элде, кухняға үтте. Зиннәт уның артынан эйәрҙе.

—Әсәй, мин һине ҡотлап китәйем тип килгәйнем, әйҙә, юҡҡа һауа боҙмайыҡ әле.

—Ҡыйраған икән...

Яңынан сәйгә ултырҙылар. Әсәһе сәк-сәк сығарҙы. Зиннәт тағы маҡтай-маҡтай тотондо. Аралары яйланып ҡына киткән кеүек ине, Банат тағы ауыҙын асты:

—Әсәй менән байрам көнөн үткәргән юҡ инде, әсәйҙе яҙа-йоҙа алдаштыра ла китәһең, ҡандай бисә булғанда бахыр әсәй ни нәмәгә?..

Ҡапҡанын йота алмай ҡалды Зиннәт, ҡарылды, сәсәне:

—Әсә-әй! Нисек арымайһың, ә?! Ну, кил һуң үҙең беҙгә, һеҙ ике ара һыйыша алмай тип, мин инде нишләйем, ғаиләмде айырайыммы, әсәй?.. Ну, баллар килер төштән һуң, инеп йөрөйҙәр ҙә инде.

—Шул бисәнең алдына сыға алманың инде,—әсәһе, ғәҙәтенсә, тауышын баҫып ҡына игәй.

Зиннәттең ашау теләге һүнде, ул йыйына уҡ башланы:

—Асыуланма инде, әсәй, һеҙ бер-берегеҙгә торошло ҡатындар, һеҙҙең берегеҙҙең дә алдына сығып булмай. Так что—бында артта ҡарап торған әҙәм мин генә. Ярай, иртән инермен.

Әсәһе артынан эйәреп ишеккәсә килде:

—Бер байрам тип бөтөн зарплатаңды шуның ҡыуанысына тыҡтың да, кредитыңды картаға инеп түләп ҡуяһың инде, ивет?

Зиннәткә бының кеүекте ишетмәмешкә һалышыуҙан башҡа сара юҡ. Быларҙың барыһын да ысынға ала башлаһа, күптән сәсе ағарған булыр ине.

—Байрам менән, әсәй, ауырыма.

*   *   *

Ысынлап төш етте инде. Кәйефе тамам боҙолған ир урам араһындағы тығындарҙа көтә-көтә ярыла яҙҙы. Транспорттың мыжғып ятыуына өҫтәп бынау бураны! Сығып баҫһаң йығып алып бара. Хет ҡушылып ҡотор. Шулай ҙа үҙен ҡулға алырға тырышты. Бөгөн бит байрам, бөгөн ул башына күк емерелеп төшкәндә лә йылмайып торорға бурыслы. Машинаһын ҡуйҙы ла, бер аҙ ғына һауа һулап торғас, өйгә инде. Fаиләһе торған, торған ғына түгел... Зиннәт иртәнсәк кенә сын яһау итеп киткән өҫтәленең ҡалдыҡтарына ҡарап ҡалды. Һуң... Ярай, шулай ҙа булһын, ти. Ул бит әле бүләктәрен бирмәгән.

—Ҡыҙҙар!—ир, һаман пижамаларҙа көйө диванда телевизор ҡарап аунашып ятҡан ҡыҙҙары эргәһенә үтте,—Бүләктәр кемгә?

—О-о! Бүләктәр?! Миңә! Миңә!—Дилә дивандан тура атаһы өҫтөнә һикерҙе. Динәһе серле йылмайып ултыра бирҙе. Ошо ҡыҙы хас үҙе кеүек ул. Итен ҡырҡып алһаң да өндәшмәҫ. Ниндәй хәлдә лә йылмая ла ҡуя.

Һәр кем үҙ бүләген асты. Бәләкәсе яңы сыҡҡан барби, өлкәне электрон китапты күреп «сай» итеп ҡалды. Ҡатынының плащын ванна ишегенә элеп китте, уныһы душта икән. Ошоларҙы башҡарғас йоҡо бүлмәһенә инеп киң карауатҡа һуҙылып ятты ла күҙҙәрен йомдо. Ярай, ҡалайтып та был көндөң дә яртыһын ауҙарҙы, тағы яртыһын нисек тә...

—Мин һине ҡайтмайҙыр тиһәм,—күҙен асып ебәрһә плащын кейеп алып ҡатыны эргәһендәге шифоньер көҙгөһө алдында тора. Тә-әк, уның эргәһендәге көҙгөгә килгән икән, тимәк, бәйләнер сәбәбе бар...

—Ҡалай килешә! Тап һинеке булған бит, —тип ҡапыл ынтылып ҡатынының биленән алды Зиннәт. Тик тегеһе ҡулына һуҡты:

—Үҙем һайлағанмын бит, килешә инде!

—О-һо! Быныһы рәхмәте инде.

—Мин нишләп кейем өсөн собственный иремә рәхмәт әйтеп торорға тейеш? Был һинең бурысың.

Туҡта! Стоп, Зиннәт!.. Ҡыҙма! Тыныслыҡ... бары тыныслыҡ.

—Дилара, давай шаулама. Әйҙә байрамды боҙма. Берәй ергә барып киләйекме әллә, киноға, кафеға, ә?

—Мин һине әсәйеңдә йоҡлайһыңдыр тип уйлап өлгөрҙөм инде, бөтөн дәртте һүндерҙең, киноға ҡыҙҙар менән сығам.

Ир кире карауатҡа ултырҙы:

—Әсәйҙе лә ҡотламай булмай. Барҙым да килдем, өйҙәмен бит. Әле башҡаса бер ҡайҙа ла йыйынмайым. Сюрпризымды ашағанһығыҙ, хотя саҡ ҡына мине көтөп торорға була ине, бергәләп ултырһаҡ йәмлерәк тә инде...

—Ә нишләп һин таңдан әсәңә саптың, ғаиләңде ҡотлап, шунан барһаң булмаймы? Йәки алдан инеп сыға ла ала инең.

Сығырынан сыға барған ир һәр һүҙен ижекләп әйтте:

—Ул һинең ҡәйнәң, уға ихтирамһыҙ булма, хет ололоғо өсөн генә лә...

—Уның кеүектәр әле йүгереп эшләп йөрөй, ул нишләп оло булһын? Минең менән һынашып, минең менән ярышып йәшәй. Бына ошо плащты күрһен әле, иртәгә үк шундайҙы ала бит ул.

Зиннәт урынына салҡан йығылды:

—Хоҙайым, мине ошо бисәләрҙән ҡотҡар сәле!..

Ҡатыны икенсе бүлмәлә выжлатып сәс киптерә башланы. Диләһе тағы апаһының бүләгенә талашып ғауға сығарҙы. Яр һалып илай торғас тәки талап алды, ахыры, тынып ҡалды. Хас әсәһе, былай ҙа булыр икән? Әллә өләсәһе микән? Нисек атайҙар әле бындай холоҡто? Көнсөлмө? Әллә холоҡһоҙмо? Кит, әсәһен, ҡатынын, балаһын улай тип әйткеһе лә килмәй шул. Ә тағы ла шундай берәүҙе үҫтереп алһа ҡалайтыр был баш? Күтәрә алырмы?..

 

Дауамы киләһе һанда.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap