Сибайҙа һауа торошо:
0, 2 ° C 2 - 4 м\с ЮВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
22.03.2016
«Бейек маңлайлылар» Башҡортостан археологтарына күптән билдәле
Untitled document

Үткән йәй Арҡайым ҡаласығы янында ҡаҙыу эше алып барған археологтар ғәҙәти булмаған табышҡа юлыға. Һигеҙ метр тәрәнлектә ятҡан ҡәберлектә улар артҡараҡ ҡайҡайып торған иҫ киткес бейек маңлайлы баш һөйәгенә тап була. Беҙҙең эраның II-III быуаттарында йәшәгән 30-35 йәшлек күскенсе ҡатындыҡы тип билдәләнгән был табыш журналистар араһында ҙур шау-шыу тыуҙырҙы. Ҡайһы бер сит ил журналистары, хатта, Арҡайымда сит планета кешеһенең ҡәбере табылғын, тип тә яҙып сыҡты. Рәсәй телевидениеһы, уға ҡушылып беҙҙекеләр ҙә, март башында ошо турала өс-дүрт көн саң ҡаҡты.

Ә бит «бейек маңлайлылар» Башҡортостан археологтарына күптән таныш!

1968 йылдың йәйендә беҙ, Өфө ҡалаһының 1-се һанлы интернат-мәктәбенең 9-сы класын тамамлаған биш егет—Хәйбулла районының Әбеш ауылынан Нур Үзбәков, Баймаҡ районы Беренсе Этҡол ауылынан Нур Һунарғолов, Туҡсоран буйынан (Ырымбур өлкәһе) Миңлевәли Агеев, Йылайыр районының Үрге Fәле ауылынан Рәсүл Солтанов һәм мин—Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының археология бүлеге мөдире, тарих фәндәре кандидаты Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитов етәкселегендәге археология экспедицияһында ике ай эшләп алғайныҡ.

Ҡалтасы районының Танып йылғаһы буйында ятҡан Мәнәк исемле мари ауылы янында эшләгәндә беҙ ҙә тап ошондай табышҡа юлыҡтыҡ. Борсаҡ сәселгән баҫыуҙың бер өлөшөн бульдозер менән таҙартып, тигеҙләгәндән һуң табылған ҡәберҙәрҙе ҡаҙып йөрөйбөҙ (яңы асылған дымлы ерҙә ҡәбер асыҡ күренеп ята). 23, 24 июль көндәре мин үҙемдең көндәлегемә ошоларҙы яҙып ҡуйғанмын:

«...Ҡәберлек элек «таланған» булған. Барлығы бер нисә ҡәбер генә таптыҡ. Уларҙың да береһе—бала ҡәбере: сереп бөткән һөйәктән башҡа бер нәмә лә юҡ. Икенсеһе «таланған»: баш һөйәге янында таз һөйәге ята. Ҡалғандарында еҙ балдаҡ, көршәктәр, уҡ-һаҙаҡ, ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәре табылды... Мин ҡаҙған ҡәбер тейелмәгән булып сыҡты. Ләкин, ни ғәләмәт, башының осона сыға алмайым да ҡуям. Соҡойом-соҡойом—һаман маңлай. Ҡарыш бейеклектән ашып китте. «Бының осо булырға тейештер бит инде»,—тип уйланым да ҡаҙып ултырған бысағым менән нығыраҡ төрткәйнем, маңлайы тишелде, юҡ, емерелде лә ҡуйҙы. Нияз ағай әрләр инде тип ныҡ шөрләгәйнем. «Боҙғанһың бит әй!»—тине лә ҡуйҙы. Башҡа бер һүҙ ҙә әйтмәне.

—Нишләп маңлайы ул хәтлем бейек һуң уның?—тип һораным.

—«Мода» шулай булған... Fөрөф-ғәҙәттәре... Хәҙер ҙә Африкала ирендәренә дүңгәләк ҡуйып йөрөгән ҡәбиләләр бар бит. Был кеше беҙҙең эраның II-III быуаттарында йәшәгән. «Бейек маңлайлыларҙың» иң һуңғы вәкилдәренең береһе. Бала тыуып бер нисә ай үткәс тә уның маңлайын һыҡтырып бәйләп ҡуйғандар. Баш киңлеккә үҫә алмаған, «һауаға үрләгән». Кемдеке иң «бейеге»—шул иң һылыу һаналған.

Мин археолог та, тарихсы ла түгел. Хаҡлы ялдағы таусы. Шуға күрә көндәлегемдәге ошо яҙыуға өҫтәп бер нәмә лә әйтә алмайым. Нияз ағай Мәжитов та үткән йыл мәрхүм булып ҡалды. Ул, ишеткән булһа, моғайын, хәҙерге быуын археологтарына, мәнәк ҡәбиләләре менән Арҡайым ҡәбиләләре араһындағы уртаҡлыҡтарҙы өйрәнегеҙ, тип әйтер ине тип уйлайым.

Фәрит Әхмәров.

 

Йылайыр районы, Аралбай ауылы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap