Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 2 - 4 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
25.03.2016
Спортҡа кәртәләр юҡ
Untitled document

Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә спортҡа ҙур иғтибар бүленә. Төрлө спорт уйындарында һәм ярыштарҙа сәләмәтлеге яғынан мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең ҡатнашыуы хуплауға лайыҡ.

Сибай ҡалаһының инвалидтар йәмғиәте рәйесе Миңза Исҡужа ҡыҙы Латыпова әйтеүенсә, беҙҙең ҡалала ла физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр араһында төрлө спорт төрҙәрен үҙ итеүселәр күп. Күптән түгел Сибай ҡалаһының коррекция мәктәбе уҡыусылары, инвалидтар һәм һаңғырауҙар йәмғиәттәре ағзалары Өфөлә саңғы буйынса уҙғарылған спартакиадаға барып ҡайтҡан. 8 кешенән торған команда бик уңышлы сығыш яһаған. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Ольга Миронова—1-се, Наҙгөл Байғужина—2-се, Гөлсибәр Буранбаева 3-сө урындарҙы яулаһа, ир-егеттәрҙән Сөнғәт Халиков 2-се урынға сыҡҡан. Дөйөм командалар иҫәбе буйынса сибайҙар 3-сө урынды яулап, кубок менән бүләкләнгән. Ҡалабыҙ намыҫын яҡлап, еңеү менән ҡайтҡан ир-егет һәм ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға «Афарин!» тибеҙ.

15 мартта Сибай ҡалаһы хакимиәтендә саңғысыларҙы тәбрикләү сараһы үтте. Хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы А.Ф.Иҙрисов баш ҡаланан ҙур еңеү менән ҡайтҡан спортсыларға рәхмәт белдерҙе.

—Һеҙ үҙегеҙҙең миҫалда һау-сәләмәт кешеләргә өлгө күрһәтәһегеҙ. Киләсәктә лә ҡаланың йәмәғәт һәм спорт тормошонда әүҙем ҡатнашыуығыҙҙы, уңыштарға ирешеүегеҙҙе теләйем. Спорт менән шөғөлләнгән кешенең рухы ныҡ һәм көcлө була,—тине Айнур Фазлетдин улы.

Артабан саңғысылар алдында ҡаланың физкультура һәм спорт комитеты рәйесе Р.Л.Fәбитов сығыш яһаны. Ул, үҙ сиратында, сәләмәтлеге яғынан мөмкинлектәре сикләнеп тә, спорт менән етди шөғөлләнеүсе егет һәм ҡыҙҙарға һәр яҡлап булышлыҡ итергә вәғәҙә бирҙе.

—Спорт—ул бөтә кешеләрҙе берләштереүсе көс. Спортҡа кәртәләр юҡ. Һау-сәләмәт кеше лә, инвалидтар ҙа үҙе теләгән спорт төрҙәре менән шөғөлләнә ала. Бының өсөн ҡалала бөтә уңайлыҡтары булған спорт залдары һәм майҙансыҡтар бар. Мәҫәлән, Балалар ижады үҙәгендә тренер-инструктор Рөстәм Салауат улы Солтанов етәкселегендәге «Сәләмәтлек» клубы эшләй. Әлеге көндә унда физик мөмкинлектәре сикләнгән 10-лап кеше шөғөлләнә. Киләсәктә уларҙың һаны артыр, тигән өмөттәбеҙ,—тине Радик Лоҡман улы.

Әйткәндәй, Сибай ҡалаһының Көньяҡ-көнсығыш район-ара ғаиләгә һәм балаларға социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгенең инструктор-методисы Рөстәм Солтанов ҡалала, хатта бөтә Урал аръяғында физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр менән шөғөлләнеүсе берҙән-бер белгес. Саңғы буйынса республика ярышына ла команданы ул әҙерләгән. Ҡаланың инвалидтар йәмғиәте спортсыларға бушлай саңғылар биреп тороусы Мәҙәниәт һәм ял паркы директоры С.Ф.Fәниеваға, бөтә яҡлап ярҙам күрһәтеүсе Көньяҡ-көнсығыш район-ара ғаиләгә һәм балаларға социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге директоры И.Ф.Әбделғужинға һәм спорт ярыштарына бағыусылыҡ итеүсе эшҡыуарҙарға ҙур рәхмәт белдерҙе.

Әле сибайҙар бильярд буйынса 24 мартта Өфөлә үтәсәк республика ярышына әҙерләнә. Уларға уңыштар теләп ҡалайыҡ.

 

Альбина Таһирова.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap