Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
25.03.2016
Эш белгәнгә—уңыш юлдаш
Untitled document

Сибай ҡалаһының Рәшит Марат улы Маликов етәкселегендәге торлаҡ-коммуналь хужалығы идаралығында уңған, алтын ҡуллы хеҙмәткәрҙәр эшләй. Автогрейдер машинисы Валентин Селянкин күптән инде үҙ эшенең оҫтаһы булып танылған.

Валентин Владимирович Сыуаш республикаһында тыуған. Ике йәшендә улар әсәһе һәм ағаһы Николай менән Башҡортостанға, Баймаҡ районының Күлтабан ауылына күсеп киләләр. Йүнәлтмә буйынса эшкә ебәрелгән Мария Петровна ғүмере буйына Күлтабан фермаһында һауынсы була.

Валентин 9-сы кластан һуң Сибай ҡалаһының 24-се һөнәрселек училищеһында иретеп-йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерә. Хеҙмәт юлын «Йылайыр» совхозының Күлтабан бүлексәһендә тракторсы, иретеп-йәбештереүсе булараҡ башлай. Артабан 12 йыл дауамында ауыл мәктәбендә ҡаҙанлыҡ операторы булып эшләй.

Һуңғы дүрт йылда ул торлаҡ-коммуналь хужалығы өлкәһендә тир түгә. Йәштән ҡулы эш белгән ир-егетте бында тиҙ күреп ҡалалар. Ике йыл «Белорус» тракторында йөрөгәс Валентинды автогрейдер машинисы итеп күсерәләр. Бында ла һынатмай ул. Ҡышҡыһын көнө-төнө «ҡорос ат»ы менән ҡала, ҡасаба урамдарын ҡарҙан таҙартһа, йәйгеһен юлдарҙы ремонтлау эше менән шөғөлләнә. Бынан тыш, иретеп-йәбештереү эштәрен дә атҡара. Валентиндың ағаһы Николай ҙа ошо уҡ хужалыҡта эшләй. Ул да— автогрейдер машинисы. Шулай итеп, ағалы-ҡустылы Селянкиндар көн дә иртә менән бынан 14 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Күлтабан ауылынан килеп, Сибай урамдарында таҙалыҡ һәм тәртип урынлаштырырға тотоналар. Уларҙың талымһыҙ хеҙмәтенә ҡарап һоҡланырға ғына ҡала.

Валентин Селянкин өлгөлө ғаилә башлығы ла. Улар ҡатыны Венера Фәрит ҡыҙы менән ике ул тәрбиәләй. Өлкәне Дима—Сибай гимназия-интернатында, ә кесеһе Никита Күлтабан мәктәбендә белем ала. Селянкиндар шәхси хужалығында мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай, баҡсаһында йәшелсә-емеш үҫтерә. Ата-әсәнең иң ҙур ярҙамсылары—улдары.

Һөнәри байрамы уңайынан Валентин Селянкиндың Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнеүе уның намыҫлы хеҙмәтенә лайыҡлы баһа булып тора.

 

Альбина Таһирова.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap