Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
Март бураны
Untitled document

Миләүшә Ҡаһарманова

Аҙағы. Башы 12-се һанда.

Зиннәт ҡатыны янына килде:

—Әйҙә, өҫтәлгә ултырып алайыҡ, ҡотлап һүҙ ҙә әйтмәнем бит ҡыҙҙарыма.

Дилара матур иренен салшайтты ғына:

—Беҙгә шул ҡалған һүҙҙәрҙер инде.

Һе, һүҙҙең дә ҡалғаны була икән.

—Уға нимә алып барҙың?

—Күкрәксә,—ир инде тулыһынса бирелерлек хәлгә етте, тик язаламаһындар ғына уны.

—Ул күкрәксә менән кофтанан күргәҙмә асалыр инде.

—Хет магазин асһын, уныһы беҙгә нимәгә? Дилара, ҡуйығыҙ әле шул ғәҙәтегеҙҙе! Дошмандармы ни һеҙ, ә?

—Абба! Унан да шундай сәләмме ни? Мине сәйнәп ҡайтарҙымы?

—Дилара!

—Минән дә шундай уҡ сәләмде алып бар! Почта ҡошо бит һин!

Зиннәт башын эйә биреп, ҡашына бармаҡ остарын баҫып тора бирҙе лә, ҡапыл ишек янына барып өҫтөнә, аяҡтарына кейҙе. Унан ҡатыны янына кире инеп, ҡолағына эйелеп тигәндәй әйтте:

—Әлеге ваҡытта мин бында ҡала алмайым...

—Әсәйеңә...

—Әсәйҙә лә мөмкин түгел! Һеҙ мине икәүләшеп әпилкә ыуағы итеп бысып бөттөгөҙ! Мин китәм!

Биҙәнеп ултырған Дилара ысынлап аптырап китте:

—Ҡайҙа?

—Теләһә ҡайҙа! Урамға! Подвалға! Йәһәннәм тишегенә! Тик һеҙҙән ҡырға!

Ишектең «шарт» иткәненә өйҙәгеләр һикерешеп ҡалды.

*  *  *

Ниндәй тормош булды был? Кешеләрҙә, ҡараһаң, бер тауыш юҡ һымаҡ. Ә уның өйөндә көн аша янъял. Әсәһе бер яҡтан, ҡатыны икесенән йолҡҡолап-йолҡҡолай. Уларға ваҡыты-ваҡыты менән апаһы килеп ҡушыла. Баштан шулай булдылар. Әллә үҙе уртаҡлыҡ ҡуя белмәнеме? Ә ҡайҙа һуң ул уртаҡлыҡ? Уға бит уларҙың икеһе лә, хатта өсөһө лә кәрәк, өсөһө лә ғәзиз. Уларһыҙ донъя һанһыҙ. Тик нимә бүлешәләр һуң улар? Унымы? Нисек итеп уны бүлешергә була?! Зиннәт бит береһенә ир, икенсеһенә ул, өсөнсөһөнә ҡусты! Аш ашҡа, урыны башҡа. Нисек аңламай шуны был ҡатындар?! Әсәһе оло, быныһы йәш, берәүһе тегеләй ҙә, былай ҙа булып белмәй. Әйтеп аңлатып ҡара быны бөгөнгө кеүек...

Ә буран ҡоторғандан ҡоторҙо. Ирҙең күңелендәге менән бергә ҡушылып икеләтә көсәйҙе, шашты. Елгә арҡаһын ҡуйып тора торғас Зиннәттең башына келт итеп бер уй төштө: туҡта, ҡасабалағы гаражына барһын да ятһын әле ул! Унда электр йылытҡысы бар, туңып үлмәҫлек булыр әле. Машина менән сығыу хәүефле, юлда ултырыуы бар, тип уйлап та өлгөрҙө, эре-эре аҙымдар менән тураға ла төштө. Ҡаланы сығып атлай башлағанда көн эңергә һарҡығайны инде. Ярай, өс километрҙы ни, ҡараңғыға барып та инер. Ана, алда иптәшкә берәүҙәр сайҡалыша. Буранда унан башҡа ла йөрөгәндәр бар икән. Ир аҙымдарын ҡыҙыулатып юлсыларҙы ҡыуып етте. Ҡараһа, гөбөргәйел тиҙлеге менән шыуышыусылар ҡатын менән бала икән. Тапҡандар икәүләшеп кенә сығыр мәл! Зиннәт арттан ҡатындың сумка һабына тотондо, тегеһе ҡурҡып ҡапыл әйләнеп ҡарайым тигәнсе ел һуғыуға ҡолап та китте. Ул арала балаһы сар-сор итте:

—Әсәй! Әсәй!

Ир уларҙы тынысландырырға ашыҡты:

—Йә! Йә! Ҡурҡмағыҙ! Мин ярҙам итәйем тигәйнем! Миңә лә шул яҡҡа!

Ҡатын һуҙылған ҡулға йәбешеп торҙо, битен ҡаплаған капюшонын күтәрә биреп ҡараны:

—Автобус юҡ бит! Буран тип туҡтатты ла ҡуйҙылар! Кешене ҡалайта тейҙәр икән!

Зиннәт баш ҡына һелкетте лә, баланы етәкләп алып алдан төштө. Шулай арыуыҡ атланылар. Унан посадка һыҙығына еткәс туҡтап ял итеп алырға булдылар. Артта ҡала биргән ҡатын да килеп етеп ағас олонона һөйәлде. Ҡаҡҡылап капюшонын артҡа этеп төшөрҙө. Ниһайәт, юлсыһының йөҙөнә ҡарап алды Зиннәт. Ике сикәһе уттай янып торған йәш ҡатын. Арманһыҙ булып килһә лә күҙҙәре шаян ҡарап тора. Зиннәттең сикә төктәренә һырыған ҡарҙы һыпырыуын ҡарап көлөп үк ебәрҙе:

—Арынығыҙмы? Эләкте бит беҙгә бөгөн!—ел шауын еңеп ҡысҡырышып һөйләшергә тура килә.

—Юҡ! Бирешмәнем! Бына егет кеше генә өшөмәһә!—шулай тине лә малайҙы артына йәшереп ышыҡҡа ҡуйҙы Зиннәт.—Ҡайтып барағыҙмы?

—Эйе! Бөгөн эшләгәйнем шул, пока туғандарҙан улымды инеп алдым, аҙыҡ-түлек йыйғансы буран ҡоторҙо ла китте. Таксилар алмай, автобус юҡ, тағы өйгә ҡайтҡы килә, байрамда кешелә ултырып булмай ҙа инде. Ә һеҙ?

—Мин... Мин дә.

Юлдарын дауам иттеләр. Тырмаша торғас фонарлы урамдарға килеп инделәр. Һаман бер ыңғайғалар. Килә торғас төҙөлөп ятҡан өйө тәңгәленә етте Зиннәт, ҡапҡа алдын тауҙай ҡар һалған.

—Миңә ошонда.

Ҡатын тағы капюшонын күтәрҙе:

—Нисек?! Унда кеше йәшәмәй ҙә инде!

—Ә һин уны ҡайҙан беләһең,—Зиннәт шаярыуға бороп ҡотолмаҡсы.

—Беләм, сөнки мин ике йорт аша ғынамын. Был өй эшләнеп бөтөлмәгән бит әле, яғылмай. Унда туңып үлергә уйлайһығыҙмы?

—Гаражда йылытҡыс бар. Fинуар айы түгел бит, буран булһа ла имшеү...

—Кит, юҡты һөйләмәгеҙ! Әйҙәгеҙ беҙгә, әйҙәгеҙ! Анауындай юл үтеп, хәҙер һеҙҙе үлдеме-юҡмы тип уйлап ултыра алмайым инде!

Ҡатын сумкаһын алырға ла уйламай алдан төшөп китте. Йәғни, ул хәл итте. Унан бара биреп һаман ҡарап торған иргә боролдо. Уның етәгендәге малай ҙа уға күтәрелеп текәлеп тора бирҙе.

—Йә! Тирләгәндән һуң өшөргә тораһығыҙмы?!

Ир-егеттәр теләкһеҙ генә эйәрҙе.

*  *  *

Ике яҡлы кескәй генә өйгә килеп тулдылар ҙа, “һә” тигәнсе йән өрҙөләр. Малай бер юлы сисенгән һәм тамаҡ ялғаған арала телевизор ҡабыҙып ебәрҙе. Әсәһе өҫтөндәге ҡалын комбинизонынан сыҡҡайны, тал сыбыҡтай ғына һылыуға әүерелде лә ҡуйҙы. Бөгәренә төшөп торғандай толомо ла бар икән. Хәҙер толомло ҡатын-ҡыҙҙы бик һирәк күрерһең.

Зиннәт өҫтөн һалып үтте лә, үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәне. Ҡайҙан ризалашты! Үҙе аптыранып, кеше аптыратып. Ҡатын уның хәлен үтә күрә, ахырыһы.

—Миңә ошо тауыҡты турап бирмәҫһегеҙме ? Ҡулымдың көсө етмәй.

Үҙе картуф әрсергә ултырҙы.

—Бөгөн байрам да инде, берәй нәмә ашаған булайыҡ.

— Эйе! Байрам менән һеҙҙе! Исемегеҙҙе лә белгән юҡ...—ысынлап ҡыҙыҡ хәлдә шул Зиннәт.

—Мәрйәм мин. Ә һеҙ?

—Зиннәт, тиҙәр. Ағаймындыр инде, йәш күренәһегеҙ.

—Ябыҡ, бәләкәй кеше йәш кеүек була шул, ә былай миңә егерме ете инде.

—Ҡалай олоһоң икән,—Зиннәт йылмайҙы,—миңә утыҙ биш.

Алсаҡ ҡатын булып сыҡты Мәрйәм. Эшендәге хәдәрҙе һөйләп ташланы, көлөрөнә сылтыратып көлөп алды, күңелһеҙенә лә аңлатма тапты. Зарланманы, берәүҙе лә хурламаны, ябай, еңел итеп аралашты. Зиннәт уға бер кирәмәт кеүек итеп ауыҙын асып торҙо ла, ҡапыл башына килгән уй-ҙан тертләп бармағын ҡырып ебәрә яҙҙы:

—Ирең ҡайталыр?!

Мәрйәм дә ҡаушаны:

—Ҡайтырға... Юҡ та ул...

—Сәпсимме?

—Ну, сәпсим инде... үлгәненә дүрт йыл хәҙер. Илһамға ике йәш кенә ине...

—Нисек үлде?—Быныһы ниңә кәрәк инде уға, ну ошо тел!

—Аварияла...

Тынып ҡалдылар. Эштәрен шым ғына тамамлағас, ҡатын барыһын нимәләрҙер менән бутап, тәмләткестәр һибеп, духовкаға тығып ебәрҙе.

—Берәй сәғәт түҙгәндә... аш була. Ә һеҙ? Fаиләгеҙ ҡайҙа?

—Өйҙә,—Зиннәтең нимәлер уйлап сығарыр әмәле юҡ, алдашҡыһы ла килмәй.

—Ҡайһы өйҙә, ошондағымы ни?

—Юҡ, ҡалала.

—Ҡалала?—Ҡатын текәлеп ҡарап алды,—Ҡатынығыҙҙы байрам көндө ҡалдырып киттегеҙме?

—Ҡатынымды, ике ҡыҙымды, әсәйемде... Вис ташлап киттем,—ир хатта ҡулын һелтәп ҡуйҙы.

Мәрйәм аптыраны:

—Улай итәләрме ни...

Зиннәт уны ҡапыл бүлде:

—Белгең килһә!.. Ҡайһы бер ҡатындарҙан артҡа ҡарамай ҡасҡы килә, вәт!

—Байрам көн бит...

—Байрам көндө ишшеү ҙә шәберәк итеп ҡасҡы килә, белдеңме!

Был һүҙҙәрҙән Мәрйәм пырхылдап көлөп ебәрҙе. Ирҙең аңлатмаһы ла балаларса килеп сыҡты шул. Ахыры үҙе лә көлдө.

—Айыуҙан ҡасып бүрегә юлыҡтың атыу!

—Артыҡ бүрегә оҡшатмайым әле мин һине. Бүреләрҙе аларҙы әллә ҡайҙан таный алам.

Бынан ике-өс сәғәт элек кенә бер-береһенең был донъяла барлығын да белмәгән ир менән ҡатын бик оҙаҡ һөйләшеп ултырҙы был кис. Әленән-әле ҡатын сыңғыратып көлдө, ир ихласлап уға ҡушылды. Бала араларында ҡушылып йөрөнө лә, ашап алғас йоҡлап китте. Зиннәт менән Мәрйәм сәй өҫтөнә сәй яңыртып, һүҙгә һүҙ эйәртеп, хәбәргә хәбәр ялғап һиҙҙермәй генә һынаулы ҡараштар менән алмашып яйлап төн уртаһын, унан таңды ауҙарҙы. Ошо төн үҙе өсөн яңы донъя асты Зиннәт. Үсекмәй, зарланмай, көйәҙләнмәй, киреһенсә, көлә, шаяра, зарланмай торған ҡатын-ҡыҙ донъяһын. Нескә генә иңдәренә төшкән яңғыҙлыҡты ла, улын да, тырмашып алып барып ятҡан ошо төҙөлөшөн дә бер йөк итеп түгел, ябай йәшәйеш, ғәҙәти көн итеп күрһәтә бит ул. Берәүгә кенәһе юҡ, берәүҙән көнләшмәй, хаслашмай—шулай ҙа ҡатын-ҡыҙ буламы икән?

—Байрамды бергә үткәрҙек, һиңә бер бүләгем дә булманы, ғәфү ит инде,—тип ҡуйҙы Зиннәт таң һыҙыла башлағанда. Ниһайәт төнө буйы туҙынған буран да арып йығылғайны, ахыры.

—Бүләк мөһимме ни?—йоҡоһоҙ төн Мәрйәмде арытҡан, кисә дауаханан тәүлек эшләп сыҡҡан бит ул, етмәһә. Зиннәткә ул йәл булып китте.

—Ә нимә мөһим һуң?

—Иғтибар. Бына ошолай итеп аралашып ултырыу.

—Һе. Белмәгәйнем. Аптырарһың һеҙгә—ҡатындарға...

Бер аҙ көн асылыуға Зиннәт кейенеп урамға сыҡты. Солан ишеген саҡ этәреп асты—ҡар һалған ғына. Унан кире инеп өндәште:

—Көрәгең бармы?

—Бар ҙа... Ҡуй, мәшәҡәтләнмәгеҙ, һуңғараҡ үҙем дә...

—Ярай, һин ял ит, аҙ булһа ла файҙам тейһен әле.

Ҡолас ташлап арыуыҡ эшләне Зиннәт. Төн йоҡламаған тимәҫһең. Йөрәгендәге кисәге юшҡындар асылып һөйләшкән һайын кәмей-кәмей барып, эске донъяһы ялтырап таҙарып ҡалғандай булғайны. Үҙен еңел, йәш итеп тойҙо. Ҡасан уның шулай яҡындары менән аралаша алғаны бар? Өйләнгәненән алып әсәһе, апаһы, ҡатыны үҙ-ара ҡара-ҡаршы фронт яһап алды ла, уртала уны ҡалдырып бәргеләнеләр генә. Асылып нимәлер һөйләп ҡара уларға, хәҙер нескә ереңдән алып дошмандарына ҡаршы ҡорал итерҙәр. Аһ, былар! Аһ, был ҡатындар! Ә быныһы... Мәрйәм һуң, нишләп икенсе? Ул башҡа планетананмы әллә? Ниңә уның янында тыныс, йылы, рәхәт... Бар, белеп ҡара...

Урамды ялтыратып, тышҡа иркен юлдар һалып килеп ингәндә Мәрйәм улы янында мышнап ҡына йоҡлай ине инде. Уларға ҡарап уйланып оҙаҡ ҡына ишек төбөндә торҙо Зиннәт. Китергә кәрәклекте лә белә, был йылылыҡтан айырылғыһы ла килмәй. Күңеле бер, йөрәге икенсе яҡҡа һөйрәй. Юҡ, ҡайтырға кәрәк. Өйҙә уны юғалтҡандарҙыр. Әсәһе... Дилараһы... Инде бер-береһенә шылтыратып талашып-ирешеп арығандарҙыр... Эҙләй башлағандарҙыр инде...

—Рәхмәт һиңә, Мәрйәм ошондай булғаның өсөн,—тип шыбырланы ла, көлөмһөрәп тағы өҫтәп ҡуйҙы,—Рәхмәт һиңә март бураны...

Ирҙең әйткәндәрен хужаларының аяҡ осонда йомарланып ятҡан бесәйҙән башҡа ишетеүсе булманы. Ул иһә «Шулай ҙа була» тигәндәй күҙҙәрен хәйләкәр ҡыҫып ҡарап ҡалды.

 

Буран һалған һырынтыларҙы йырып атлай Зиннәт. Бара-бара ла артына әйләнеп ҡарай, бейек ҡыйыҡтар араһында теге кескәй генә өйҙө юғалтыуҙан ҡурҡҡандай. Кире килерме ул бында—юҡмы? Үҙе лә белмәй... Әммә инде ҡатын-ҡыҙҙың бурандан һуң йылмайған яҙғы ҡояш кеүек була алыуын, ҡайҙа ихласлыҡ, яҡтылыҡ йәшәүен белә ул хәҙер. Уның ирер, йылыныр урыны бар. Бар шул, ир күңелен үҫтерер, ылыҡ-тырыр ҡатындар бар.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap