Сибайҙа һауа торошо:
-21, -23 ° C 2 - 4 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
30.03.2016
Беҙ һеҙгә кәрәк әле
Untitled document

Театр көнө алдынан беҙ Сибай концерт-театр берекмәһенең әҙәбиәт һәм драматургия бүлеге етәксеһе Мотал Рәмов менән осраштыҡ һәм һеҙҙең иғтибарға уның менән булған әңгәмәне тәҡдим итәбеҙ.

—Мотал Зәкирйән улы, әңгәмәбеҙ нәҡ Театр көнө алдынан булғанлыҡтан, һөйләшеүҙе Һеҙҙең театрға ҡарашығыҙҙан башлап китһәк, урынлы булыр, моғайын… Һеҙҙең өсөн театр нимә ул?

—Бөгөнгө көндә республикабыҙҙа берҙән-бер балалар театры һаналған «Сулпан» театры өсөн дә әҙәбиәт бүлеге етәксеһе булып торам һәм һөнәрем күпмелер дәрәжәлә театр менән бәйләнгән. Әммә үҙемде белә белгәндән алып бар тормошом театр менән тығыҙ бәйләнештә булды, тиһәм дә хата булмаҫ. Үҫмер йылдарымда һәм йәшлегемдә үҙешмәкәрлектә әүҙем ҡатнаштым, спектаклдәрҙе яратып ҡараным, бихисап пьесаларҙы бирелеп уҡыным, үҙем дә яҙғылаштырҙым.

—Тамашасыларҙың театрға ниндәй маҡсат менән килә икәнлеген әйтә алаһығыҙмы? Күңел асыр өсөн генә түгелдер бит?

—Юҡтыр… Күңел асыр өсөн булһа, дискотека йәки башҡа берәй нәмәне һайларҙар ине… Театр бөтөнләй башҡа нәмә бит ул. Уның ярым ҡараңғы залында тамашасы ниндәйҙер асыш, көслө тетрәнеш көтә. Тарихҡа инерлек театр ваҡиғалары тураһында (әлбиттә, бер «Сулпан»дыҡы ғына түгел, ғөмүмән театр хаҡында) һөйләйбеҙ икән, беренсе сиратта И.Абдуллиндың «Тиле йәшлек», М.Кәримдең «Ай тотолған төндә», «Айгөл иле», Ф.Бүләковтың «Әбейҙәргә ни етмәй» һ.б. сәхнә әҫәрҙәре иҫкә төшә. Был спектаклдәр минең өсөн иң сағыу театр ваҡиғалары ине… Шулай түгелме ни?

—Шулай ҙа күпселек театрҙарҙа кассаларға сит ил комедиялары төшөм килтерә…

—Килешәм, үҙем дә рәхәтләнеп көлөргә яратам. Тик бына ысын юмор һәр ваҡыт проблема бит әле ул! Оятһыҙ шаярыуҙар, бер үк сюжет алымдарын ҡабатлау тамашасыларҙы бүктерә башланы шикелле…

—Әйҙәгеҙ, «Сулпан»дың репертуарына күҙ һалып үтәйек. Йәш тамашасыларға нимәләр нығыраҡ оҡшай?

—Репертуарыбыҙ әллә ни насарҙан түгел, минеңсә. Рәсәй, Башҡортостан яҙыусыларының, урындағы авторҙарҙың пьесалары буйынса спектаклдәр ҡуйылып тора. Спектаклдәр иң талапсан тамашасының да күңеленә ятырлыҡ. Асылда, театрҙың эше башҡаса булыуы ла мөмкин түгел. Ә беҙҙең артистар ҡуйған спектаклдәрҙең оҡшау-оҡшамауына килгәндә, йәш тамашасыларыбыҙ беҙҙең сығыштарҙы ярата һәм ихлас ҡарай!

—Сәхнәгә ҡуйыласаҡ пьесалар ниндәй критерий буйынса һайлап алына?

—Критерийҙары ябай ғына: пьесаның яҡшы, бөгөнгө йәш тамашасы өсөн ҡыҙыҡлы булыуы мөһим. Унан килеп, һайланған спектаклдә бар йөрәген, һәләтен биреп уйнарлыҡ актерҙар булыуы, жанрҙар палитраһының киңәйеүе, көтөлмәгән етешһеҙлектәрҙең булмауы һ.б. шарт.

—Репертуар өсөн пьесалар һайлауҙа үҙегеҙ ҡатнашаһығыҙмы һуң?

—Улай тип әйтә алмайым. Сәхнәгә ҡуйыу өсөн пьесаны һәр саҡ режиссер үҙе һайлай. Әлбиттә, миңә лә күп уҡырға, режиссерҙарға тәҡдим яһарға тура килә. Әммә уларҙың үҙ пландары, өҫтөнлөк биргән нәмәләре бар.

—Театр репертуарында һеҙ яратҡан спектакль бармы?

—Театрыбыҙҙа ҡуйылған барлыҡ спектаклдәр ҙә оҡшай. Бына әлеге мәлдә Т.Миңнуллин пьесаһы буйынса әҙерләнеүсе «Шүрәле—йән киҫәгем!» премьераһын тамашасыларҙың нисек ҡабул итере хаҡында борсолам. Минеңсә, был спектакль ҡыҙыҡлы ла, заманса ла, репертуар өсөн мөһим дә. Fөмүмән, «Сулпан»дың һәр эше миңә үҙенсә ҡәҙерле һәм яҡын. Репертуарҙан алынған спектаклдәрҙе онота алмай бер булам…

—Ә актерҙар тураһында нимәләр әйтер инегеҙ? Яратҡан ролдәрегеҙ бармы?

—«Аждаһаны еңер мөхәббәт» (Аждаһа), «Ҡарһылыуҙың тыуған көнө» (Ҡыш бабай) спектаклдәрендә Фәһим Сөнәғәтов тыуҙырған образдарҙы, БР-ҙың атҡаҙанған артисы Фиуза Сафина уйнаған ролдәрҙе яратып ҡарайым. Альбина Байназарова, Зинфира Юлмөхәмәтова, Юлай Әлмөхәмәтов, Мөбәрәкйән Сәлимов, Юлдаш Юлдыбаев, Гөлназ Исламғолова, Рәмзиә Сөнәғәтова, Борис Мәхмүтов кеүек артистарыбыҙ йәш тамашасыларҙың ғына түгел, өлкәндәрҙең дә күңелен арбай. Fөмүмән, актерҙарыбыҙҙың һәр береһе үҙенсә ҡыҙыҡлы һәм алыштырғыһыҙ.

—«Шүрәле—йән киҫәгем!» спектаклен сәхнәгә сығарыу идеяһы кемдеке?

—Был спектакль тамашасы өсөн яңылыҡ түгелдер, бер нисә йыл элек ул сәхнәгә сығарылды һәм уңыш ҡаҙанғайны. Ә спектаклде тергеҙеү теләген театрыбыҙҙың режиссеры, БР-ҙың халыҡ артисы Вәкил Йосопов белдерҙе. Был юлы ла «Шүрәле—йән киҫәгем!» барыһына ла оҡшар тигән өмөттәбеҙ.

—Әҙәбиәт бүлеген етәкләгән кеше булараҡ, үҙегеҙ пьесалар яҙмайһығыҙмы?

—Үҙем хаҡында драматург булараҡ хәбәр һөйләмәҫ инем. Ваҡыт-ваҡыт сценарийҙар яҙғылайым былай. Уларҙың уңышлыһы ла, уңышһыҙы ла бар. Ә драматург булыу һәр кемгә лә яҙмаған. Ул күренмәгән һәләткә эйә булырға, персонаждары аша тере тел менән һөйләй белергә, конфликт менән ваҡиғаны аныҡ төҙөй алырға тейеш. Һөҙөмтәлә, фәҡәт драматург менән режиссер ғына үҙебеҙ йәшәгән заманды асыҡ сағылдыра ала.

—Бөгөнгө көн авторҙары хаҡында һөйләшергә бик уңай мәл. Улар яҙған әҫәрҙәр һеҙҙең талаптарығыҙға тап киләме, тамашасыларҙы ҡәнәғәтләндерерлекме?

—Беренсенән, һәйбәт пьесаларға элек-электән ҡытлыҡ булды. Икенсенән, тамашасы үҙе хаҡында насар хәбәр һөйләгәнде яратмай. Үҙебеҙҙе маҡтағандарына, ҡупыртҡандарына, күңел йомартлығы хаҡында ләстит һатҡандарына күнеккәнбеҙ шул. Ә бөгөнгө авторҙар замандаштарын башҡасараҡ күрә һәм кешенең нәфсе, ҡомһоҙлоҡ, көнләшеү, бәғерһеҙлек, ике йөҙлөлөк, тупаҫлыҡ, агрессия ише мәңге айырылмаҫ юлдаштары өҫкә ҡалҡып сыға. Ләкин тамашасы үҙен шундай итеп күрергә теләмәй!

—Аһ, барыһына ла тамашасы ғәйеплеме ни?

—Улай тимәйем дә ул… Был тәү башта драматургияның проблемаһылыр ул. Нисек кенә булмаһын, театр «тоннель осондағы яҡтылыҡ»ты күрһәтергә тейеш. Шекспирҙың Ромеоһы һәм Джульеттаһы, мәҫәлән, трагедия аҙағында һәләк булалар, тик уларҙың үлеме беҙҙе төшөнкөлөккә этәрмәй, ә тормош матурлығын ҡәҙерләргә өйрәтә. Ә үҙ хәшәрәтенә батып, тонсоҡҡан бөгөн-гө персонаждарҙың береһе, киреһенсә, тамашасыны ниндәйҙер ҡотолғоһоҙ ауыр уйҙарға һала…

—Фәһемле әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙҙе һәм «Сулпан» балалар театрын һөнәри байрамығыҙ менән ихлас ҡотлайбыҙ! Уңыштар һеҙгә!

—Рәхмәт! Үҙ сиратымда йәш тамашасыларыбыҙҙы «Сулпан»ға йышыраҡ йөрөргә саҡырам. Беҙ иһә һеҙҙең өсөн кәрәк һәм ҡыҙыҡлы булыу өсөн барыһын да эшләргә тырышырбыҙ…

 

Альбина Ҡоҙашева әңгәмәләште.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap