Сибайҙа һауа торошо:
-20, -22 ° C 2 - 4 м\с СВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
30.03.2016
Сибай сәхнәһендә—20 йыл
Untitled document

А.Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрының актрисаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айгөл Хәкимованы республикабыҙҙың көнъяҡ-көнсығыш төбәгендә белмәгән кеше юҡтыр. Бер уйлаһаң, сәхнәнең бөгөнгө йөҙөн билдәләр өсөн артистың таланттан йәки йөрәк һәм аҡыл менән эш итеүенән башҡа, уның төҫ-башы, буй-һыны ла булыуы үтә мөһим. Мәҡәләмдең геройы ыҡсым ҡиәфәте, илаһи һөйкөмлөлөгө, иплелеге, әйләнә-тирәләгеләре менән тыйнаҡ мөнәсәбәттә булыуы—былар бөтәһе лә уны үҙенсәлекле ижади шәхес итә.

Айгөл Хәкимованың сәхнәгә булған һөйөүен барлағанда, ул тормошта үҙен, үҙ урынын табыуға юлды бала сағында уҡ башлап ебәргән. Быға уның йыр-моңға ғашик бер туған апаһы Рәмилә сәбәпсе була.

—Хәрәкәттәрҙе дөрөҫ эшләмәһәм, кәрәгенсә тыпырлатмаһам, тыңламаһам—мөйөшкә баҫтырып ҡуя ине. Еңмеш, иркә бала булдым, шуға күрә апайымды атайыма барып ошаҡлай торғайным. Бына шулай ыҙалай-ыҙалай апайым мине бейергә өйрәтте. Минең иң тәүге тамашасыларым күрше-күлән, саҡырылған ҡунаҡтар булды. Айгөл, бейе әле, тиһәләр, йүгереп барып әсәйем матур итеп теккән милли күлдәгемде кейеп, һис тартыныу белмәй бейергә төшөп китәм. Беренсе класҡа уҡырға барғанда, сәхнә минең өсөн ят нәмә булманы,—тип иҫкә ала Әбйәлилдә йәшәгән осорон Айгөл Хәкимова.

Эргә-тирәгә бейеүсе тигән даны сыҡҡан Айгөл Ҡырҙас урта мәктәбен тамамлағас, район Мәҙәниәт йортонда балалар өсөн бейеү түңәрәген ойоштора. Күңеле ысын сәнғәткә ынтылған ҡыҙ 1991 йылда имтихандарҙы уңышлы тапшырып, Өфө дәүләт сәнғәт институты театр факультетының актерҙар әҙерләү бүлеге студенткаһы булып китә.

—Курсыбыҙҙы художество етәксеһе, профессор, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Рифҡәт Вәкил улы Исрафилов етәкләне. Уның: «Башҡорт халҡының ғәййәрлеген, ғорурлығын, бөйөклөгөн ҡайтарыу өсөн мәҙәниәтле йәки талантлы булыу ғына етмәй, ә эшһөйәр, илһөйәр булыуы мөһим»,—тигән һүҙҙәре мәңгегә күңелгә уйылды. Курсташтарым—Айрат Абушахманов, Айсыуаҡ Йомағолов, Илсур Баимов, Рушана Бабич, Айһылыу Вәлитова һәм башҡалар республикабыҙ театрҙарында һәм сит яҡтарға ынйы бөртөгөләй һибелгән. Улар әле булһа ла минең күңелемде йылыта, аралашабыҙ, фекер алышабыҙ,—ти Айгөл.

Институтты тамамлағас йәш актриса үҙ теләге менән Сибай тарафтарына юл тота һәм бер ҙә яңылышмай.

Бөгөнгө көндә Айгөл Хәкимованың сәнғәткә булған ихлас һөйөүе бер-бер артлы ижад иткән образдарында сағыла. Мәҫәлән, Х.Ибраһимовтың «Башмағым» спектаклендә Сәрүәр ролен тәү тапҡыр үҙ аллы башҡарып, сибайҙарҙы һоҡландырғанын бөгөнгөләй хәтерҙә.

Ә инде тиҫтә йылдар дауамында тыуҙырған образдары үҙе кеүек тормошта тотҡан урынын раҫлау өсөн ғорур алға барыусы, уңышҡа ынтылыусы, изге ниәттәр менән йәшәүселәр рәтендә булыуы менән күңелдәрҙә һоҡланыу тыуҙыра. Егерме йыл дауамында тамашасы күңеленә үтеп ингәндәренән З.Биишеваның «Тылсымлы ҡурай»ында—Гөлзифа, Т.Fәниеваның «Тамарис»ында—Гәүһәр, Т.Fәрипованың «Тәңкәле ҡыҙ»ында—Тәңкәбикә. Айгөл Хәкимова тарафынан ижад ителгән образдарҙа дөйөм кешелек, дөйөм әхлаҡ тураһындағы уйҙар олоһона ла, кесеһенә лә нәҡ уныңса еткерелә. Әйтәйек, А.Мөбәрәковтың «Бисәкәй» спектаклендә—Фәнғиә, Ә.Атнабаевтың «Әсә хөкөмө»ндә—Одетта, М.Кәримдең «Ай тотолған төндә»—Шәфәҡ кеүек образдары. Ф.Бүләковтың «Мөхәббәт мөғжизәһе»ндә—Мәҙинә, «Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы»нда—Нурия—былар барыһы ла ана шул эҙмә-эҙлекле төрлө юлдар менән тамашасы хөкөмөнә сығарылып, уларҙың күңелдәрен байытты, уйландырҙы. Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, театрҙың художество етәксеһе Дамир Fәлимов ҡуйған Ризван Хәмиттең «Әллүки» спектакле менән ижади төр-көм республикабыҙ райондарын урап сыҡты. Тамашасылар фекеренсә, Айгөл Хәкимова Фәүзиә образы аша, берсә моңло, берсә үткер, берсә һынамсыл ҡарашы менән донъя ысынбарлығын халыҡҡа оҫта еткерҙе һәм тормоштоң фәлсәфәүи асылы тураһында уйланырға мәжбүр итте.

—Театрыбыҙҙа үҙемде иркен һәм бәхетле тоям, ниндәйҙер тылсымлы көс, ҡот бар беҙҙә. Бигерәк тә театрҙың оло быуын артистары Р.Хоҙайғолова, М.Хоҙайғолов, З.Баязитова, Ф.Хәсәнова, Р.Янбаев, Р.Сәйфуллиндарҙың тормошҡа, ижадҡа илһамлы ҡарашта булып, төбәк халҡын зауыҡлы итергә тырышҡандары өсөн рәхмәтлемен. Коллегаларым миңә һәр саҡ фекерҙәш, терәк-таяныс, күңелемде һәр саҡ байыта, ғөмүмән, улар эргәһендә мин яҡлаулы һәм тыныс,—ти талантлы актриса.—Уңышымдың төп асылы—режиссерыбыҙ Дамир Fәлимовтан. Һәр ролемдәге һүҙемә, ҡарашыма, хәрәкәт-мимикама үтә ҡаты булып, үҫтереүсе уҡытыусым да, остазым да. Fөмүмән, Дамир Мәжит улына ниндәй генә һорау менән мөрәжәғәт итһәң дә, етәксе булараҡ «юҡ» тимәй. Тормош иптәшем Фәнзил дә күңел биреп, тырышып театрҙа эшләй. Fаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға, ҡәҙерләүгә икебеҙ ҙә ҙур иғтибар бирәбеҙ. Ҡыҙыбыҙ Ләйсән һигеҙенсе класта уҡый. Бик тырыш ҡыҙ булып беҙҙе һөйөндөрөп үҫеп килә. Сәнғәт мәктәбен уңышлы тамамлап, хореография, фортепьяно, вокал дәрестәрен үҙләштерҙе. Әлеге ваҡытта Сибай ҡалаһының «Ынйыҡай» ансамбленең бейеүсеһе.

Ауыл сәхнәһенән башлап, профессиональ театрҙа билдәле актриса булып танылыу юлы һикәлтәһеҙ булмағандыр. Тик шуныһы көн кеүек асыҡ: үҙен үҙе ижад иткән сәхнә оҫтаһы ғаиләһен дә, хеҙмәт-шөғөлөн дә яңынан-яңы илаһи сәнғәти бейеклеккә көйләргә һәм күтәрергә тырыша. Тамашасылар исеменән уға ҡояшлы сәхнә балҡыштары теләйек.

 

Таңһылыу Fәйнуллина, Сибай ҡалаһы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap