Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
Ут менән бөгөн һөйләштем
Untitled document

Ут та тере,

Уттың да бар

Кеше аңламаҫ сере;

Тамуҡтарҙа уның урын,

Тик шунда ҡайтыр ере.

Ут менән бөгөн һөйләштем,

Мейескә ут яҡҡанда.

Осрашырбыҙ әле, тине

Теге яҡҡа ҡайтҡанда.

Осрашырбыҙ әле тине,

Ҡалманы күп көтөргә.

Бейегерәк ете күктән,

Исрафил фәрештә күптән

Әҙерләнгән өрөргә.

Мөгөҙ торба тауышынан

Ҡоларҙар тауҙар, йорттар;

Бар тереклек менән бергә

Барыһын да ер йотор.

Кемдер ҡапҡан ризығын да

Сәйнәргә лә өлгөрмәҫ,

Һүҙ башлаған әйтер һүҙен

Әйтергә лә өлгөрмәҫ.

Ҡапыл булыр, көтмәгәндә,

Донъя көтөп ятҡанда:

Кемдер кисә кәләш алып,

Бөгөн эштән ҡайҡанда.

Кемдер нигеҙ ҡорорға тип,

Ташҡа үрелгән мәлдә.

Берәй бала әсәһенә,

Көлөп йүгергән мәлдә.

Килер ул көн, Аллаһ ҡына

Белә килер ваҡытын.

Әҙәм халҡы барыһын да

Күптән бөткән ялҡытып.

Ут та тере,

Уттың да бар

Кеше аңламаҫ сере.

Уйла тине, һуң түгел бит,

Әле тын алаң, тере.

Тип- тигеҙ һәм тып- тын булыр

Ҡырҡ көн буйы Ер йөҙө.

Тере булмаҫ: Исрафил да,

Микаил да, Ябраил да,

Хатта Fазраил үҙе.

Бары Аллаһ ҡына ҡалыр

Бар итеүсе барыһын;

Секундтарҙың араһында

Юҡ итеүсе барыһын.

Һәм дә һорар: Кем хужа тип,

Ерҙәргә һәм күктәргә?

Яуап булмаҫ.

Ҡабат һорар...

Яуап булмаҫ.

Ҡабат һорар...

Яуап булмаҫ.

...Ут менән бөгөн һөйләштем,

Мейескә ут яҡҡанда.

Осрашырбыҙ әле тине

Ерҙе төтөн баҫҡанда.

Етенсе күк шишмәләрен

Аллаһ Ергә һипкәндә.

Ер аҫтынан бар кешеләр

Үлән кеүек үҫкәндә.

Терелтелгәс Исрафил да,

Микаил да, Ябраил да,

Fазраил да терелгәс.

Мөгөҙ- торба икенсегә

Оҙон һуҙып өрөлгәс,

Тәндәренә йәндәр ҡайтып

Бар тереклек терелгәс.

Ҙур мәхшәргә барығыҙҙы

Мин ҡыуасаҡмын тине,

Ҙур майҙанға барығыҙҙы

Мин йыясаҡмын тине.

Ул көн тине һинең өсөн

Ураҡ көнө бел тине.

Был донъяла ниҙәр сәсһәң

Шуны урыр көн тине.

Осрашырбыҙ әле тине

Һуңғы таңың атҡанда.

Ҡояш ҡалҡып көнбайыштан

Көнбайышҡа батҡанда.

Тауҙар саңға әйләнгәндә.

Ҡаршығыҙға

Аллаһ үҙе баҫҡанда.

Ир—ҡатынын,

Ҡатын ирен

Ҡайғыртмаған мәхшәрҙә;

Ата—улын, әсә ҡыҙын

Ҡайғыртмаған мәхшәрҙә.

Яп-яланғас булғанлығың

Онотолған мәхшәрҙә,

Таратылыр дәфтәрҙәр.

Иманлыға уңдан, алдан

Тотторорҙар яҙмаһын.

Арттан, һулдан тотторһалар,

Һис кенә лә яҙмаһын,

Аллаһ үҙе һаҡлаһын,

Ул көн ғәмәл дәфтәрен.

Бик уңышһыҙ килеп сыҡҡан,

Тимәк, тормош әҫәрең.

Ауырыраҡ тартҡан, тимәк,

Һинең хата, гонаһтар

Ярҙам итмәҫ ул көн бер ни:

Үкенестәр һәм аһтар.

Тәүбәләргә ул көн һуң көн

Биреп булмай антын да.

Ҡояшты саң ҡаплаған көн

Аллаһ үҙе алдыңда.

Ут та тере,

Уттың да бар

Кеше аңламаҫ сере.

Уйла тине, һуң түгел бит

Әле тын алаң, тере.

Йәһәннәмгә ташлаһалар,

Мең йыл миндә ҡалырһың:

Мең терелеп, мең үлерһең

Мең йыл миндә янырһың.

Утҡа ҡарап утҡа ҡалды

Минең тып-тыныс йөрәк.

Татлы шайтан тоҙағынан

Юҡ! Ысҡынырға кәрәк.

Шайтан үҙе уттан тора

Ауҙара үҙ яғына,

Уның ниәт алып ҡайтыу

Беҙҙе ут донъяһына.

Уның ниәт аҙаштырыу

Беҙҙе хаҡ, дөрөҫ юлдан.

Көрәшергә кәрәк беҙгә

Килгәнсә хәлдән, ҡулдан.

Өлгөрөргә кәрәк беҙгә

Һиҙеләме икән һеҙгә?

Етеҙләнде бит ваҡыт.

Ҡояш яңы байығайны

Таң да килә бит атып.

Йылдар айҙай, айҙар көндәй—

Ахыры заман билдәһе.

Тәбиғәттең боларыуы,

Боларыуы илдәрҙең.

Ҡатын- ҡыҙҙар һаны артыу,

Кәмеүҙәре ирҙәрҙең.

Һуңғы пәйғәмбәр килеүе

Китеүе зар илатып.

Онотолоп йырҙар тыңлау,

Йырсыларҙы йырлатып—

Ахыры заман билдәһе.

Мосолмандың мосолманға

Ҡаршы ҡул күтәреүе,

Бурыстарға ҡалып халыҡ

Ҙур йорттар күтәреүе.

Уҫаллығы балаларҙың,

Ололамау олоно,

Ата- әсә ҡол көнөндә,

Бала батша булыуы—

Ахыры заман билдәһе.

Ҡатын-ҡыҙҙар кейенһә лә,

Шәрә килеш ҡалыуы;

Ир заттары ҡатындарҙы

Урамдарҙа һалыуы.

Шайтан һыуы йылға булып

Донъя буйлап ағыуы,

Телдәр вәғәз һөйләгәндә

Йөрәк динһеҙ ҡағыуы—

Ахыры заман билдәһе.

Fәҙелһеҙлек артыр ерҙә,

Артыр байҙарҙың һаны,

Уҡымышһыҙ булыр түрҙә,

Наҙандың артыр даны.

Fалимдар күбәйер илдә,

Сәләмләшмәҫ күршеләр.

Беҙгә хасмы был хәҙистәр?

Йә, әйтегеҙ, кешеләр!

Ут менән бөгөн һөйләштем,

Мейескә ут яҡҡанда.

Осрашырбыҙ әле тине

Ерҙе төтөн баҫҡанда.

Көнө буйы уйланым мин,

Уйланым кис ятҡанда.

Ҡәләм алдым күптән инде

Шиғырҙарҙан ялҡһам да.

Осрашырбыҙ әле тине,

Теге яҡҡа ҡайтҡанда.

Көнбайыштан Ҡояш ҡалҡып,

Көнбайышҡа батҡанда.

Уйламағыҙ яҙғандарҙы

Берәй һаташыуҙыр тип.

Шиғыр яҙып шағир булып

Берәй маташыуҙыр тип.

Уйламағыҙ ни көтәң тип,

Хыялый Фәнистәрҙән.

Уҡып ултырған ваҡытым,

Күҙ нурым, тиеп, әрәм.

Яҙғандарҙың бик күбеһе

 

Алынған хәҙистәрҙән.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap