Сибайҙа һауа торошо:
-20, -22 ° C 2 - 4 м\с СВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
04.04.2016
Актерҙарҙың оҫталығы таң ҡалдырҙы
Untitled document

А.Мөбәрәков исемендәге драма театры артистары быйыл Театр көнөн Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда барған Кино йылына бәйләп, бик ҙурлап билдәләне. Үҙенсәлекле форматта алып барылған кисәлә актерҙар һәм театрҙың барлыҡ хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Сараның режиссеры—театрҙың художество етәксеһе, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Дамир Fәлимов.

Тамашаны театрҙың аҫыл ир-егеттәре асты. Улар тарафынан күрһәтелгән флеш-моб тамашасыларҙы хайран итте. Артабан сәхнә түренә эленгән экрандан Я.Протазановтың С.Злобин әҫәре буйынса ҡуйылған «Салауат Юлаев» кинофильмынан өҙөк күрһәтелде. Был осраҡлы түгел. Сөнки фильмда төп ролде башҡарыусы СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков тап Сибай театрына нигеҙ һалыусы булып тора. Республиканың иң оло һәм абруйлы театры быйыл үҙенең 85 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк. «Салауат Юлаев» фильмы барышында Башҡортостан Республикаһының халыҡ артистары Риф Сәйфуллин менән Зифа Баязитова халҡыбыҙҙың легендар улы А.Мөбәрәков хаҡында шиғыр һөйләне, хәтирәләр йомғағын һүтте һәм фильмдың тарихын бәйән итте. Әйткәндәй, Риф Сәйфуллин республикала тәүгеләрҙән булып А.Мөбәрәков премияһына лайыҡ булған. Fөмүмән, был кистә спектаклдән күренештәр һәм кинофильмдан өҙөктәр бер-береһе менән тығыҙ үрелеп барҙы. Сөнки бик күп актерҙарыбыҙ үҙҙәренең көсөн кино сәнғәтендә лә һынап ҡарарға өлгөргән. Т.Килмөхәмәтовтың «Йәнкиҫәк» спектакленән өҙөктә театр актрисалары Резеда Сәфиуллина, Айгөл Зәйнуллина, Рима Fәйнуллина, Зәлиә Хафизова һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Әлфирә Fәлләмовалар һуғыштан һуңғы ҡатын-ҡыҙҙарҙың яҙмышын бик оҫта итеп һынландырҙы. Бынан 37 йыл элек «Алтын атлы һыбайлы» («Всадник на золотом коне») фильмында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Марсель Хоҙайғолов төшкән булған. Ул бының өсөн Рәсәй мәҙәниәт министрлығының Почет билдәһе менән бүләкләнгән. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хисмәтулла Дәүләтовтың А.Йомағолов ҡуйған «Елғыуар» («Ловец ветра») фильмында Алмаз бабай ролен башҡарыуы үҙе бер иҫтәлек булып ҡалды. Яратҡан актерыбыҙҙың 25 мартта баҡыйлыҡҡа күсеүен тамашасылар бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды. Күптәр Хисмәтулла Дәүләтовты үҙешмәкәр композитор тип белә. Уның «Мин ҡабаттан тыуыр булһам», «Үткән ғүмер», «Етеле шәм», «Мәҙинәкәй», «Арғымаҡ» һәм башҡа бик күп моңло йырҙары халыҡ күңелендә мәңге һаҡланасаҡ.

2009 йылда тамашасы хөкөмөнә сығарылған «Еңмеш» фильмында ла Сибай театры актерҙарының ҡатнашыуы оло мәртәбә. Башҡортостандың халыҡ артисткалары Рәмилә Хоҙайғолова—өләсәй, ә Зифа Баязитова кассир ролдәрен бик оҫта башҡарып, башҡорт кино сәнғәтен үҫтереүгә тос өлөш индерҙе, тиһәк тә хата булмаҫ. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Юнир Fәйнуллинға ла киноға төшөү бәхете тейә. Уның ҡатнашлығындағы «Визит» фильмынан (режиссеры—Б.Йо-сопов) шулай уҡ бер өҙөк күрһәтелде. «Мосфильм» тарафынан ҡуйылған «Дорогой мой человек» фильмының ҡайһы бер эпизодтары Баймаҡ ерендә төшөрөлөүе беҙҙең актерҙар өсөн уңай булды. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Марс Итбаев унда бик үҙенсәлекле ролдәрҙең береһен уйнап, тамашасы һөйөүен яуланы. А.Йомағоловтың «Етегән» фильмында Сибай актерҙары Риф Сәйфуллин һәм Дания Fөбәйҙуллиналарҙың ҡатнашыуы яратҡан артистарыбыҙҙың данын тағы ла арттырҙы. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәдиф Яныбаевтың студент саҡта Ә.Абдразаҡовтың «Туй» кинофильмында кейәү ролен оҫта башҡарыуы үҙе бер тарих булып иҫтә ҡалған.

Экрандағы кинофильмдарҙан өҙөктәрҙе спектаклдән күренештәр алмаштырҙы. «Хикмәтле күл», «О, мөхәббәт…», «Ҡарт кейәүҙәр йәки Шомбай ҡоҙа» пьесалары залда ултырыусыларҙы берсә уйландырҙы, берсә көлдөрҙө. Театр—ул үҙе бер тормош. Сәхнә әҫәрҙәре аша беҙ үткәнебеҙ, бөгөнгөбөҙ һәм киләсәгебеҙҙе күҙаллай алабыҙ. Fөмүмән, театр яҡшылыҡ менән яманлыҡты айырырға, өмөт һәм мөхәббәт тойғолары менән йәшәргә, ниндәй генә заманда ла ысын кеше булып ҡалырға өйрәтә, матурлыҡҡа әйҙәй.

Тамаша аҙағында А.Мөбәрәков исемендәге Сибай драма театры артистары Театр көнө айҡанлы ҡайнар ҡотлауҙар ҡабул итте. Сибай ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Г.В.Аҡназарова, ҡала мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең профком рәйесе С.Ф.Fәниева, ҡала Советы депутаты, педагогия колледжы директоры З.Р.Йәнбәкова, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Ә.Р.Алдырханова-Кәримова ижади коллективҡа артабан да уңыштар юлдаш булыуын теләп, бүләктәр тапшырҙы. Сибайҙар йырлы-моңло тамашанан илһамланып, рухи аҙыҡ алып таралышты.

 

Салауат Азаматов.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap