Сибайҙа һауа торошо:
-21, -23 ° C 2 - 4 м\с СВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
04.04.2016
Китаплы баласаҡ байрамы
Untitled document

Ауыр мәлдә һис хыянат итмәҫ, яҡшы иптәш, зирәк аҡыллы кәңәшсе, тоғро дуҫ булырҙай ысын-ысындан мөғжизәүи хазина бит ул китап. Йәнә килеп, китаптың тәжрибәле атай, мәрхәмәтле әсәй, уңған тәрбиәсе, һәйбәт уҡытыусы икәнлеге бәхәсһеҙ. Әмир Гәрәевтың был һүҙҙәрен Сибай ҡалаһы үҙәк китапханалар селтәренең Арҡайым ҡасабаһындағы 7-се моделле филиалының китап уҡыусылары яҡшы белә. Филиал урындағы башланғыс мәктәп—балалар баҡсаһы менән тығыҙ бәйләнештә эшләгәнлектән уның төп уҡыусылары—балалар.

—Фонд бик бай, унда йәмғеһе 4957 китап иҫәпләнә. Меңгә яҡын китап уҡыусыларыбыҙҙың 300-ҙән ашыу балалар булыуы ҡыуандыра. Урта һәм өлкән класс уҡыусылары араһында Илүзә Мөхәмәтғәлина, Раушания Мөхәмәтдинова, Алиса Чижик, Екатерина Самсонова, Элина Мозафарова, Дана Ҡарабаева, Урал Дәүләтбаев, Эмиль Аҡбутин, Айгиз Рәхмәтуллин, Илһам Тимербулатов иң күп китап уҡыусылар булараҡ танылһа, башланғыс кластарҙан Линера Яҡшыбаева, Азалия Уразбаева, Рәзилә Носратова, Анжелика Аллаярова, Алмас Муллахмәтов, Данияр Шәкиров, Сәлимә Fиззәтуллина, Арина Карпова, Зөлфиә Хажина иң күп китап уҡыусылар рәтендә. Ә иң йәш китап һөйөүсебеҙ Эльдар Самарбаевҡа—4 йәш. «Айгөл» балалар баҡсаһына йөрөүсе малай күптән уҡый, яҙа белә, китаптарҙы һайлап-һайлап уҡый,—ти филиал мөдире Нурсилә Сәмиғулла ҡыҙы Ишбирҙина.

Халыҡ-ара балалар китабы көнө—китап уҡыусы балалар байрамы. Был уңайҙан филиалда күргәҙмә ойошторолған, «Балалар китаптары биттәре буйлап» викторинаһы һәм китапҡа һөйөү тәрбиәләүсе башҡа саралар уҙғарылған.

Иртәнән кискә тиклем балалар тауыштары тынмаған был бинаны өлкәндәр ҙә үҙ итә. 90 йәшлек З.Х.Баййегетова бындағы башҡортса китаптарҙың барыһын да уҡып сыҡҡан тип әйтерлек. Алһыу Яфарова, Ибраһим Йәнекәйев та унан ҡалышмай. В.А.Иванов, А.Р.Мәҡсүтова, С.А.Карпова, В.Н.Кайгородова, Г.Н.Мөхәмәтғәлина, А.С.Иҙрисоваларға ла «китап ене» ҡағылған.

Гөлдәр Ҡадаева.

Һүрәттә: Н.С.Ишбирҙина иң әүҙем уҡыусылар

 

А.Уразбаева, Е.Самсонова, А.Муллахмәтов менән.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap