Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
Сыйырсыҡ ояһы
Untitled document

хикәйә

Миләүшә Ҡаһарманова

Өй эсендәге тауыштарҙы Сөмбөл урам ҡапҡаһын инеү менән үк ишетте. Ишетте лә, ҡаҡҡан ҡаҙыҡ шикелле баҫҡан урынында ҡатып ҡалды. "Әпәт..." Ун ике йәшлек балаға хас булмағанса асырғаныу, әсенеү, рәнйеү менән теш араһынан һығылып сыҡты был һүҙ. Бына өйҙә нимәләрҙер дөбөр-шатыр ҡоланы, һеңлеһе ҡурҡып ҡысҡырҙы һәм был шау-шыуҙы әсәһенең ярһыу, атаһының ҡырҡыу тауыштары күмеп китте.

Сөмбөл, арып, асығып, ауыр сумкаһын аҫып мәктәптән ҡайтып ингән бала, ҡанаттары ҡайырылған ҡошсоҡ хәлендә ҡапҡа алдындағы эскәмйәгә сығып ултырырға мәжбүр булды. Бесәйҙәре лә бында икән. Ул да, был өйҙә ғауға аҙнаһына бер ҡубып торһа ла өйрәнә алмай, ҡурҡышынан иҫән сағында сығып тайыу яғын ҡарай. Сумкаһын сисеп ҡойма рәшәткәһенә элгәс, ҡыҙ бесәйҙе тубығына ултыртып һыйпап тынысландырырға кереште:

—Ҡурҡма, ҡурҡма Мырлай, ҡурҡма…

"Ҡурҡма"нан башҡа бер һүҙ ҙә тапманы Сөмбөл. Ул бесәйгә "ҡабат бындай хәл ҡабатланмаҫ" йәки "хәҙер үтеп китә" йә булмаһа "ҡурҡыныс бер ни ҙә юҡ" тигәндәрҙе әйтә лә, тыныс һәм матур тормош вәғәҙә итә лә алмай. Сөнки, үҙе лә бер ни белмәй, аңламай, хәле бесәйҙекенән әллә ни артыҡ түгел шул.

Бына ҡустыһы Ришат күренде. Апаһынан ике дәрес алдан сыҡҡан булырға тейеш, уйнап йөрөгәндер инде, яңы ҡайтып килә. Хәйерсе өйөнә етә йүгерә тигәндәй, ҡайтыуға ашығып сабып килгән була. Малай мәктәп формаһында тышта ултырған апаһын аңғарғас уҡ йүгереүҙән туҡтаны, эстән генә дөлдөлгә "атланып" саяланып килгән йөҙө үҙгәрҙе, ҡаштары уртаға һынып төйөлдө. Теләр-теләмәҫ атлап апаһы эргәһенә килеп терәлде лә, дәресен эшләмәй килгәндәге кеүек башын эйеп ауыҙ эсенән мөңгөрләне:

—Нимә?..

Апай кеше, күҙ ҡараштарын алыҫҡа төбәгән килеш, бесәйен һыйпауҙан туҡталмай ғына, бөтөнләй ололарса яуапланы:

—Нимә булһын инде—шул—талашалар…

—Һы-ы,—малай ауыр көрһөндө, яурындары төшөп, шиңеп ҡалды.

Ике бала сәғәткә яҡын ләм-мим һөйләшмәйенсә бойоғошоп ултырып өйҙәге "буран" тынғанын көттө. Әгәр иҫерек булмаһа, талашып туйғас, атайҙары үҙе сығып китәсәк, ә инде эскән   булһа, әсәһе берәй яҡҡа юлланасаҡ.

Ул арала, балаларҙың ауыр уйҙарын бүлеп, шартлап ҡапҡа асылды ла, ярһыуҙан ҡыҙарынған аталары килеп сыҡты. Ауыҙ эсенән һаман әрләшеп килгән ир, балаларын күргәс уңайһыҙланғандай, алан-йолан ҡаранды, унан яйлы бер һүҙ ҙә таба алмайса ҡырт боролоп китеү яғын ҡараны. Малай менән ҡыҙ атайҙарының оҙон-оҙон баҫып үргә ҡарай атлағанын тын ғына ҡарап ҡалды. Ҡартәсәйҙәренә ҡайтып китте инде, башҡа ҡайҙа булһын…

Балалар ашыҡмай ғына өйгә юлланды. Атайҙары китһә лә, эстә лә күңел күтәрерлек бер ни ҙә булмаҫын белә шул улар. Хәҙер әсәләре артыҡ көйөүҙән ауырып китәсәк, ә уның хәлһеҙ ятыуы балалар өсөн икеләтә ауыр. Fәзиз кешеләренең үлеп ҡуйыуынан ҡурҡып йөрәктәре бөтә, ярҙам итә алмау сараһыҙлығынан өҙгөләнәләр.

Ингәс тә ҡото алынған кескәй һеңлеһе Сөмбөлдөң ҡосағына ташланды. Апай бәләкәсте ҡосаҡлап-үбеп йыуатты ла, күтәреп алып барып диванға ултыртты. Искәндәр ҡолашып ятҡан ултырғыстарҙы торғоҙҙо, ярылған һауыт-һаба ватыҡтарын һепереп алды. Икеһе лә әленән-әле һаман һығылып үкһеп йөрөгән әсәләренә йәлләү тулы ҡараштарын ташланы, әммә нимәлер өндәшергә ҡыйманы.

Әсә мырш-мырш килеп плитә тирәһендә бер аҙ мәшәҡәтләнгәс, өҫтәлгә аш ҡуйҙы. Өс бала тағы ла шым ғына өҫтәл артына ултырышты, ҡалаҡтар шаҡылдамаҫҡа тырышып ҡыбырланы, сәйҙәр шөрпөлдәтмәҫкә тырышып ипле генә эселде. Хатта бәләкәс Сулпан да бындай ваҡыттарҙа шауламаҫҡа икәнде аңлай, яңылыш берәй ҡырҡыуыраҡ тауыш сыҡһа ла апаһына "Һа!" тигәнде аңлатып күҙҙәрен шар асып ҡарап ебәрә. Эй, йәлләй шул саҡтарҙа һеңлеһен Сөмбөл. Бәләкәсте күтәреп бүлмәһенә алып инә лә, тубығына ултыртып һығып ҡосаҡлаған килеш оҙаҡ ҡына бәүелешеп ултыралар.

Ҡараңғы төшкәс,  киске тамаҡҡа картуф әрсеп ултырған ҡыҙ, фельдшер килеп укол ҡаҙап киткәндән һуң да хәле яйланып етмәй, башына һыулы сепрәк һалып диванда терәлеп ултырған әсәһенә өндәште:

—Әсә-әй… ҡасанға тиклем былайтып йәшәрбеҙ икән?

Әсә, диван һөйкәнгесенә терәгән башын күтәрмәйенсә, хәлһеҙ генә ҡыҙы яғына борҙо:

—Нимә тиһең, ҡыҙым?—Сәбилә балаһының нимә әйткәнен ишетһә лә, ҡабатлап һораны. Хатта ишетмәйсә лә ҡыҙының нимә әйтергә теләгәнен, нимә уйлағанын белеп тора. Бындай хәлдәрҙән һуң ошондай һөйләшеүҙәр улар араһында аҙ булмаған.

—Күсеп китәйек тейем.

—Әллә инде, ҡыҙым, аптыралған… Китә һалып барыр ер бармы һуң?

—Өләсәйҙәргә китәйек, "ҡайт" тип әйтте лә инде һиңә.

—Эй, балам, өләсәйең үҙе кеше ҡулында… Рәйлә еңгәң әллә беҙҙең күсеп килгәнде көтөп тора тейһеңме, барып киткәндә ихлас торһа ла…

—Бында һиңә мәктәптән өй биргәндәр ҙә инде, унда ла бирерҙәр,—Сөмбөл өҙмәне лә ҡуйманы.

—Әллә инде… уҡыу йылы уртаһында эш ташлап китһәм дә килешмәҫ, завуч була тороп…

—Һиңә йә уҡыу йылы, йә бесән, йә картуф…—ҡыҙ илап ебәреүҙән көскә тыйыла, күңеле нескәргәнен белдермәҫ өсөн ҡысҡырып уҡ ебәрә,—Беҙҙе ысынлап яратһаң тыңлар инең!

Әсә, бахыр, өндәшмәй. Нимә тиһең инде ул, үҙе лә уңмаған яҙмышына, яйһыҙ тормошона буталып, һуҡырҙарса мөйөшкә төртөлөп, аптыранып, алйып ҡалған. Былай йәшәү ярамағанлыҡты аңлай ҙа, тик ҡапыл ғына нимәлер үҙгәртергә, хәл итергә ҡыйыулығы, баҙнаты етмәй. Тормоштарының тәүге йылдарынан уҡ башланған ығы-зығы ғауғаларҙың осо-ҡырыйы күренмәй, ней үҙҙәренә, ней балаларына тыныслыҡ юҡ. Киләсәген Fәбитһеҙ ҙә, тағы уның янында ла күргеһе килмәй ҡатындың. Шулай бер ҡарар ҙа ҡабул итә алмайса ошо көндә йәшәр ҙә йәшәр микән?

Сөмбөл әлеге мәлдә атаһын ғына түгел, әсәһен дә күрәлмай. Үсегеп, ҡәнәғәтһеҙлеген төҫөнә сығарып, туп-туп баҫып йөрөп ҡустыһы менән һеңлеһен ашата ла, йоҡларға ята. Ҡапыл ғына йоҡлап та китә алмай әле. Юрғанын башынан аша ябынғас та, бөгөнгө көн кисерештәренән мулҡып тулған быуаһы йырылып китә лә, әсе күҙ йәштәре, танауынан аҡҡан һыу менән яҫтығын бер килке һуғарғас, һулҡылдай һулҡылдай үҙе лә һиҙмәҫтән әүен баҙарына юллана.

Иртәнсәккә, әсәһе арҡаһынан тупылдатып һөйөп уятҡанда, киске "кәзә" сигенгән була инде. Ҡыҙ йүгереп йөрөп йыуына-кейенә, әленән-әле уянып етә алмай маҙаланған Искәндәрҙе тартҡылай, йылы йомғаҡ булып мышнап ятҡан Сулпандың алһыу сикәләренән үбә, йомшаҡ муйынына моронон төртөп еҫкәй. Унан, әсәһе һеңлеләрен уятып, киреләнгән сабыйҙы әпәүләп-сүпәүләп кейендергәс, сәй эсәләр ҙә, бәләкәсте баҡсаға алып китәләр. Әсә кеше һәр ваҡыттағыса йүнләп тамаҡ та яллап өлгөрмәйсә мәктәбенә йүгерә, завуч булғас иртә барырға кәрәк шул.

Өс-дүрт көндән атай булғандары ғаиләһенә кире ҡайта. Был арала үпкәләр онотолған, балалар һағынып өлгөргән. Күңелһеҙ хәлде, дөрөҫөрәге күңелһеҙ хәлдәрҙе иҫләмәҫкә тырышып, йәшәп китәләр. Кескәй Сулпан атаһының алдынан төшмәй иркәләнә, Искәндәрҙең дә һөйләп хәбәре бөтмәй, бары дәрес эшләп ултырған Сөмбөл генә башынан һыйпап, арҡаһынан һөйөүенә иғтибар итмәмеш. Ә әсәһе ата менән өлкән ҡыҙы араһын нисек тә яйларға булып, әле береһенә, әле икенсеһенә һүҙ ҡушып, уларҙы уртаҡ һөйләшеүгә әүрәтмәксе. Әсәһенең был ҡылығын оҡшатмай ҡыҙ, ололарҙың аңлайышһыҙ булыуы уны екһендерә, әммә шул уҡ ваҡытта атаһын да, әсәһен дә йәлләй ҙә, ярата ла.

Ололарҙы ысынлап та аңлай алмай Сөмбөл. Дуҫ ҡына йәшәп ятҡан ерҙән һис юҡтан сай-сой килеп талаша ла китәләр. Атаһы буштан-бушҡа ҡыҙа, аҡыра, екерә, аяҡ аҫтындағы нәмәләрҙе осора тибә. Әсәһе лә өндәшмәй ҡалыуҙы йә булмаһа тынысландырырға тырышыуҙы белмәй шул, шунда уҡ һикереп тороп ғорур ҡиәфәт ала ла, былай ҙа ярһыу ирен бешергә керешә. Китә талаш, китә ыҙғыш, бер-береһен кәмһетеп, йәш саҡтарындағы ғәйептәрен соҡоп сығарып, ата-әсәләрен, туған-тумасаларын тикшереп бөткәнсе, йән көскә аҡырышыуҙан тауыштары ҡарлыға. Бындай ваҡыттарҙа Сөмбөлдөң ҡайҙалыр бик алыҫҡа, атаһы ла, әсәһе лә булмаған ергә, тауҙар, диңгеҙҙәр аръяғына ҡасҡыһы килә. Тик әлегә һеңлеһен ҡосаҡлап бүлмәлә ултырыуҙан һәм "Ҙурайһам—ҡайтмайым",—тип эстән генә ҡабат-ҡабат әсенеп янауҙан башҡа сараһы юҡ.

…Бөгөн ял. Искәндәр иртәнсәктән атаһынан сыйырсыҡ ояһы эшләтмәксе булып ныҡыша. Класта бөтәһе лә эшләп элгән, минеке генә һаман юҡ, ти. Атай кешенең үҙен ғәйепле тойоп йөрөгән сағы, саҡ ҡына көн ирегәнен көттөрә лә, балаларын эйәртеп урамға сыға. Ҡыйыҡтарҙан  ялтыр тамсыларҙың кемуҙарҙан булып тыптырлаған, көндән-көн йоҡара барған көрт аҫтынан сылтырап ҡына ҡар һыуҙары ағып ятҡан илаһи март уртаһы.

Сөмбөл, туғандары менән урамға сығыуға шатланып, хас та көсөк шикелле ҡайҙа барып төртөлөргә белмәй йүгереп йөрөгән дүрт йәшлек һеңлеһен ҡарауыллағансы, атай менән ул "выжт-выжт", "шарт-шорт" итеп кескәй өйҙө төҙөп тә ҡуйҙы. Унан бергәләшеп әлеге ояны ҡолғаға беркетеп, күтәртеп ҡуй-ҙылар ҙа, эшләгән эштәре менән ныҡ ҡәнәғәт булып өҫкә тексәйешеп торҙолар. Әйтерһең дә, сыйырсыҡтар хәҙер үк осоп килә лә ҡуна инде.

Шау-гөр килеп, күңелдәре тәҡәтһеҙ күтәрелеп, сикәләре сөгөлдөр менән ҡыҙартҡандай янып, йүгереп уйнауҙан аһылдап төшкән балаларын әсәләре йылы өйҙә быу бөркөп ятҡан бәлеш менән ҡаршы алды. Атай ҡулдарын бешерә-бешерә һәр береһенең алдына өлөш бүлеп һалды, урамдағы ҡыҙыҡтарҙы һөйләп сәсәгәнсе көлөшә-көлөшә сәй эстеләр. Була бит бәхетле мәлдәр.

Һуңғы көндәрҙә Искәндәр өйҙә барыһынан да иртә тора. Тора ла сыға һалып сыйырсыҡ ояһын ҡарап инә. Быға тиклем үҙен көскә уятҡан әсәһе менән апаһы: "Ул сыйырсыҡ ояһын күптән эшләп элергә кәрәк булған",—тип төрттөрә.  Шулай тигән булһалар ҙа, әсәһе менән Сөмбөл дә көтә сыйырсыҡтарҙы. Ингән-сыҡҡан һайын үҙҙәре лә һиҙмәҫтән шул ояға күҙ ташлайҙар, яҡын-тирәлә ҡош тауыштары сыҡмаймы тип тыңлап торалар.

Килде сыйырсыҡтар. Килделәр ҙә эшкә тотондолар. Ашығып йөрөп өйҙә-ренә сыбыҡ-сатыр ташынылар, маҙаһыҙлап йөрөгән турғайҙарҙы ҡыуҙылар, быу бөркөлөп ятҡан баҡсаға төшөп бөжәк сүпләнеләр. Ә иртәләрен  оя ҡыйығындағы  сатырға ҡунып, нәфис муйындарын һуҙа төшөп, тамаҡ төптәренән әллә ни төрлө сихри тауыштар сығарып, тирә-йүнде ғәжәйеп моңға күмделәр.

Балалар ҡошсоҡтарҙың донъя көтөп йөрөгән мәшәҡәттәрен оҙон көндәр буйына: "Сыҡты…", "Осоп китте…", "Килде!", "Тағы китте…", "Тағы ҡайтты…" тип ҡыуанышып күҙәтте.

…Бер көн аталары лаяҡыл булып иҫереп ҡайтып инде. Дөрөҫөрәге инеп өлгөрмәне. Сәбилә иренең алпан-толпан баҫып тәҙрә төбөнән үтеүен үк аңғарып ҡалды ла, сарбаулап ҡаршы сыҡты. Ҡатындың әсе тауышы яҙғы эңер тынлығын телде:

—Мал булып ҡайтып килә! Оҙаҡ һәйбәт йөрөп ташланыңмы?!

Ир ҙә бирешергә теләмәне:

—Мал булған юҡ пока. Һыйланылар—эстем.

—Әллә кем һыйлаған тей. Булған-булмаған аҡсаңды этенә-бетенә туҙҙырып киләһең инде.

—Туҙҙырһа үҙемдекен туҙҙырам, һинән теләнселәгән юҡ.

—Минең кеүек аҡса эшлә башта, бахыр!

—Бахыр һин ул, әллә кем тупһаһында йәшәп ятаһың.

—Һинең әсәң һыйҙырһа, уның өйөндә йәшәр инем, һеҙгә кеше һыямы! Ишшыу бында, әллә кем тупһаһы тип тороп, дуй улайһа әсәңә, инмәйһең—индермәйем!

—Ә-ә, донъяңды төҙөттөрөп алғас ир кәрәкмәйме?!

—Ниндәй донъя?! Ниндәй донъя?! Һинең төҙөгән нәмәң…,—ҡатын сәбәләнеп төртөп күрһәтер әйбер эҙләгәндә, күҙе әлеге сыйырсыҡ ояһына  төштө,—Ана, һинең төҙөгән нәмәң!

—Ә-ә, шулаймы! Ярай алайһа!

Ярһыуынан күҙенә аҡ-ҡара күренмәгән ир йүгерә-атлай барып сыйырсыҡ ояһының ҡолғаһын шаҡарып алмаҡсы булып болғата башлай. Умартаның эсенән, улай-былай һелтәгән ыңғайы, башта сар-сор иткән тауыштар сыға. Эңерҙән үк йоҡоға талған ҡошсоҡтар ҡурҡыштарынан оя эсендә ары-бире һуғылып, йә оса, йә ултыра алмай ҡаңғырҙылар, буғай. Унан оя уйымынан уҡ шикелле башта берәүһе, унан икенсеһе атылып сыҡты ла, даһыр-доһор ауып киткән өйҙәренең өҫтөндә сорлашып өйөрөлә башланылар.

 

—Әйҙә-әйҙә! Боҙ! Онта! Һин шунан башҡа нимәгә эшкинәң! Хайуан!!

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap