Сибайҙа һауа торошо:
0, 2 ° C 2 - 4 м\с ЮВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
30.05.2016
Ямғыр йылмайыуы
Untitled document

Эш көнө аҙағына яҡынлашып килгән саҡ. Ауылдан әсәйем шылтыратты, бер аҙ ваҡыт уның менән һөйләшеп торҙоҡ. Ямғыр яуыуына ҡыуана ине ул. Кем кем, әсәйем һәр ваҡыт тәбиғәт күренештәрен үҙенсә ярата. Бер ваҡытта ла уның ҡасан ғына был ямғыр туҡтай, йә көндәр ҡасан йылына инде тип зарланғанын ишеткәнем юҡ. Һәр көндө шулай булырға тейеш, Хоҙай Тәғәлә тарафынан ебәрелгән шифа тип ҡабул итә.

Сибайҙа әле ямғыр яумай ине, шуға күрә эш өҫтәлемде рәткә килтергәндән һуң, тиҙерәк ҡайтыр юлға сыҡтым. Бер аҙ юл үткәндән һуң ҡойоп ямғыр ҙа яуа башланы. Әйтерһең, ҡарап ҡына торған. Үкенескә күрә, үҙем менән ҡулсатыр ҙа алмағайным. Бындай ҡойон аҫтында ҡалһаң, бер ерең дә ҡоро ҡалмаҫ, иртәгә ауырып ятыуыңды көт тә тор. Йүгерә-атлай ағас ышығына барып торҙом. Ағас япраҡтары аша ла өҫтөмә тып-тып тамсы төшә башланы. Ҡайҙа йәшенергә белмәй, эргәләге бина тупһаһына менеп баҫтым. Кешеләр йә ҡулсатыр, йә машина менан эре генә үтәләр. Мин уларға ҡыҙығып ҡарап торам. "Эх, шәхси шоферым булһа икән. Ҡайҙа теләйем, шунда алып бара. Былай күшегеп тә тормаҫ инем"—тип хыялланам эстән генә. Бына эргәнән бер машина яй ғына тиҙлектә уҙып бара. Руль артында ултырған егет минең яҡҡа ҡарап йылмая. "Һин ямғырҙа, һыуыҡта өшөп тораһың, ә мин ышыҡта һәм йылыла" тигән һымаҡ тойолдо миңә уның ҡарашы.

Бер аҙҙан ямғыр шым-шырыҡлап яуыуға күсте. Бер-бер артлы кешеләр ҙә күренә башланы. Күрәһең, бер мин генә йәшенеп тормағанмын икән. Улар ыңғайына мин дә ҡайтыр юлға сыҡтым. Ямғыр быҫҡаҡлай ине. Алдан һыуланғас, өшөүем һиҙелә лә башланы. Тиҙерәк эҫе сәй эсеү тураһында хыялланып, аҙымдарымды шәбәйттем. Бер аҙҙан бая үтеп киткән машина юлымды бүлеп туҡтаны.

—Һылыу, әйҙә ултыр, өйөңә тиклем илтәм,— тимәһенме теге егетем.

—Кәрәкмәй, рәхмәт,—тип ары уҙҙым.

Ныҡыш  егет булып сыҡты. Тағы ла юлыма ҡаршы килеп ултырҙы.

—Ултыр инде, һылыу. Һыуланаһың бит. Әйткән адресың буйынса алып барып еткерәм,—тип һаман үҙ һүҙен ҡабатлай.

Мин ни эшләргә белмәй аптырашта ҡалдым. Ямғыр аҫтында ла торғо килмәй, бала-саҡта сит машинаға ултырма тип өйрәткәндәре лә һаман ҡолаҡ яңғырай. Машина эсенә тиҙ арала күҙ йүгертеп сыҡтым, бер кем күренмәй. Хәҙер инде руль артында ултырған егеткә иғтибарымды йүнәлттем. Асыҡ йөҙлө башҡорт егете. Үҙе һаман йылмайған була. Шунда уҡ өлкән ағайыма оҡшаттым нишләптер. Күңелдә уға ҡарата ышаныс тойғоһо тыуһа ла, шик-шөбһә менән һаҡ ҡына машина ишеген асып ултырҙым. Йәшәгән еремде әйткәс, урынынан ҡуҙғалып та китте.

—Бындай көндө ҡулсатыр менән йөрөр кәрәк,—тип һүҙ башланы егет.

—Эйе, нисектер уйламағанмын уны,—тип яуаплайым. Үҙемдең башымда төрлө уйҙар. Бая шәхси шофер тураһында хыялланып тороуым әллә тормошҡа шулай тиҙ аштымы икән? Бала саҡта әсәйем ямғыр ваҡытында доға ҡылып, теләк теләһәң, ул һис шикһеҙ ҡабул була тип өйрәткәне иҫемдә.

—Һеҙгә ҡайҙа тинегеҙ шул? Ул яҡты насар беләм. Юлды өйрәтеп барырһығыҙ инде,—тип уйымды бүлде "шәхси шоферым".

—Тегеү фабрикаһы эргәһендә төшөрһәгеҙ ҙә була. Мин шул тирәлә йәшәйем. Ыҙаламағыҙ,—тип үҙемсә кешене бимазаламаҫҡа тырышам.

—Ю-юҡ, улай булмай,— тип һуҙа егет.—Әйткәс, өйөгөҙ тапҡырында төшөрәм.

Уның бындай ныҡышмаллығы хатта ниндәйҙер кимәлдә оҡшап ҡалды. Егет һүҙе бер була тигәндәй, үҙ һүҙендә тора белеүенә ҡыуанып та ҡуйҙым. Шул уҡ ваҡытта тышты күҙәтәм. Ямғыр яуғандан яуа, кешеләр йә йүгерә, йә ышыҡ ерҙә тора. Тиҙ арала урам буйында ҙур күләүектәр ҙә барлыҡҡа килгән. Уйымды һиҙгәндәй:

—Ана, тышта ниндәй ямғыр, ә һеҙ Тегеү фабрикаһына тиклем тигән булаһығыҙ,—тип шаярҙы "шоферым". Минең дә күңелгә хәҙер йылылыҡ йүгерҙе. Йәшәгән урам тирәһенә инде етеп тә киләбеҙ.

—Минең был яҡта апайым бөҙрәханала эшләй. Әллә бер юлы уға ла инеп сығырғамы икән? Сәс тә етеп китте, эш тә эш тип сабып йөрөп,—тип һаман үҙ хәбәрен дауам итте егет. Шул ваҡытта миңә ҡыҙыҡ тойолдо. Кешеләрҙең тупаҫ, ҡаты һөйләшеүенә беҙ инде күптән өйрәнгәнбеҙ. Саҡ ҡына яғымлы һөйләшеп, ярҙам итә башлаһалар, беҙ сәйерһенеп ҡарайбыҙ. Әйтерһең, икенсе илдән йә сит планетанан килгән.

Һүҙендә торҙо "шәхси шоферым". Өй тапҡырына тиклем мине илтеп ҡуйҙы.

—Уңыштар һиңә,—тип баяғы яғымлы йылмайыуы менән мине оҙатып ҡалды. Шул ваҡытта төрлө төҫтә балҡып йәйғор ҙа ҡалҡты. Әйтерһең дә, бар тәбиғәт, хатта ямғыр үҙе лә миңә йылмайып баҡҡан кеүек булды. Әле беҙҙең арала шундай мәрхәмәтле, ярҙамсыл кешеләрҙең булыуына ҡыуанып, подъезд ишегенә йүнәлдем.

 

Гөлзәминә Мәмбәтова.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap