Сибайҙа һауа торошо:
-23, -25 ° C 1 - 3 м\с C
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
06.06.2016
Йөрәгендә ҡояш нуры
Untitled document

Ҡояш төҫлө сыуаҡ, яҡты кешеләр була был донъяла. Уларҙың усағы яҡындарын ғына түгел, ә тиҫтәләгәндәрҙең, хатта йөҙәрләгәндәрҙең күңелдәрен нурландырырға, йөрәктәрен йылытырға етә. Шундай кешеләрҙең береһе—Баймаҡ районының Муллаҡай ауылы китапханасыһы Гөлдәр Мирхәт ҡыҙы Солтанова.

Юғары белемле педагог, 2011 йылда Муллаҡай ауылына китапханасы булып эшкә килә. Эшкә яуаплы, ярҙамсыл, талапсан, шул уҡ ваҡытта яғымлы, матур күңелле булыуы, кешелеклелеге менән ауыл халҡының ихтирамын яуланы. Шуға ла китапхана ауыл халҡының яратҡан урынына әйләнгән. Гөлдәр Мирхәт ҡыҙы һәр кешене асыҡ йөҙ, ихлас күңел менән ҡаршы ала. Ниндәй һорау менән генә килһәләр ҙә, һәр ваҡыт уларға ярҙам итә, кәрәкле мәғлүмәтте табып бирә. Ул үткәргән китапхана дәрестәре,  осрашыуҙар, тематик кисәләр, кәңәшмәләр, төрлө конкурстар, яңы китаптың исем туйҙары һәр кемдең күңеленә хуш килә.

Күптән түгел яҡташ яҙыусыбыҙ Аҫылғужа Баһумановтың тыуыуына 70 йыл тулыу уңайы менән үткән хәтер һәм ҡәҙер кисәһе, Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев ижады буйынса үткәрелгән шиғыр һөйләүселәр конкурсы, мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн З.Ҡотлогилдинаның "Витамин ҡайҙа үҫә" китабы иленә сәйәхәте балаларға бик оҡшаны. Китапханалағы күргәҙмәләр, стендтар уҡыусыларҙың һәр төрлө ихтияждарын иҫәпкә алып, тейешле талаптарға яуап бирерлек итеп ойошторола.

Үҙ эшенең оҫтаһы булған китапханасы Гөлдәр Мирхәт ҡыҙы тормош иптәше Сәғит Мәүлитйән улы менән ике бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Fаилә нигеҙенең ныҡлығы уны төҙөгән ике кешенең бер-береһен шәхес булараҡ, яратып йәшәүенә бәйле. Һөйөү нуры йылытҡан йортта балалар ҙа бәхетле үҫә. Бөгөнгө көндә Солтановтар нурға, бәхеткә күмелгән йортта йәшәй. Күңелен һалып башҡарған яратҡан эше, ашҡынып ҡайтыр ғаиләһе, ҡаршыһына бәхетле йылмайып килгән балалары, ире, таяныр туғандары менән бәхетле Гөлдәр Мирхәт ҡыҙы.

 

Р. Йәнбәкова.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap