Сибайҙа һауа торошо:
-1, -3 ° C 1 - 3 м\с СЗ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
Сыйырсыҡ ояһы
Untitled document

Аҙағы. Башы 21-се һанда.

Ҡатынының утҡа май өҫтәгәндәй һаман сарылдап тороуына эт ашамаҫ һүҙҙәр менән яуаплай-яуаплай иҫерек ир ҡойманан ҡайырып төшөргән ҡолғаны сыбыҡ шайындай ҙа күрмәй һөйрәтеп алып китте. Ҡолға осонда тигеҙһеҙ ер суғырмаҡтарына бәрелә-һуғыла дыһырлап сыйырсыҡ ояһы өҫтөрәлә.

—Атай! Нимәшләйһең! Теймә сыйырсыҡ ояһына!! Теймә!!!

Ойоҡсан көйө урамға атылып сыҡҡан Искәндәр йәнасыҡҡа ҡысҡырып һөйрәлеп барған ояны күтәрмәксе, ҡолғаны атаһынан тартып алмаҡсы. Тик ҡоторған үгеҙ хәленә ингән иргә балаһы себендәй ҙә түгел. Ҡолғаһын ҡапҡа яҡтауҙарына һуҡтыра-һуҡтыра елтерәтеп алып сығып та китә. Үҙ-үҙен онотҡан малай атаһы артынан урам буйлап та йүгермәксе, тик шулай уҡ ялан күлдәктә генә сыҡҡан апаһы уны биленән ҡосаҡлап көс-хәлгә туҡтата:

—Барма, Искәндәр, бармайһың! Туҡта, йөрөмә.

Малай апаһының ҡулынан ысҡынмаҡ булып сәбәләнә:

—Ебәр! Ебәр мине! Бирһен ояны! Бирһен! Мин уны үлтерә-әм!

—Бирмәй инде ул, бирмәй. Барма—һуғылырһың.

—Һуҡһын! Мин унан ҡурҡмайым!  Ҡурҡмайым…ҡурҡмайы-ым…—малай үкереп илап ҡапҡа төбөнә сүгәләп төшә…

…Ошо хәлдән һуң Сөмбөлдөң күңелендәге күбәләк шикелле генә елпелдәп торған ниндәйҙер тере нәмә үлде, майшәмдәй булып былҡылдап янған кескәй ут һүнде. Сыйырсыҡ ояһы менән бергә бала аңындағы ғаилә ҡәлғәһе емерелде, оя эсендә һытылған йомортҡалар йәки иҙелгән себештәр кеүек ололарға булған ышанысы донъяға күҙҙәрен асмаған да килеш йән бирҙе.

Ауырыуға һабышҡандай булды ул, ашауы насарайҙы, йоҡоһо боҙолдо. Әленән әле төштәрендә ҡурҡыныс мәшхәрҙәр араһында иҫерек атаһы сыйырсыҡ ояһын ҡолатам тип болғатты. Ипләберәк ҡараһа был сыйырсыҡ ояһы түгел, ә уларҙың өйө. Эстә ҡустыһы, һеңлеһе, әсәһе ҡурҡышып сарылдаша. Сөмбөл бар хәленсә ҡолғаға йәбешә лә ҡысҡыра: "Атай! Атай! Ҡолатма өйҙө! Ҡолатма!".

…Яҙҙың тулыһынса үҙ көсөнә инеп, тәбиғәт шаулап сәскә атҡан, кистәрен  баштарҙы әйләндерер муйыл, сирень еҫтәре аңҡыған бер көнөндә был ғаиләгә ҡайғының да ҡайғыһы килде. Әсәләре мәктәбенән ҡайтып, ял итергә тип кенә ятып торған еренән тора алманы ла ҡуйҙы. Ҡан баҫымы самаһыҙ күтәрелгән ҡатынға ауыл фельдшерының ғына ярҙамы ярҙам була алманы. Фельдшер улай-былай иткән булып, тәҙрәнән-тәҙрәгә йүгергеләп "Тиҙ ярҙам"ды ҡарағылағансы, әсә кеше, ҡобаралары осоп тексәйешеп ултырған өс балаһын етем итеп, тын ғына китте лә барҙы.

Аталары тәгәрәп ятып иланы. Балалар, нисек кенә ҡайғырмаһын, әле хәлдәренең айышына ныҡлап төшөнөп етә алманылармы, әллә шаңҡыуҙанмы әүрәтеүгә, тынысландырыуға барҙы. Ә ир кеше ҡулындағы бәхеттең ҡәҙерен белмәүен, хәҙер инде кире ҡайтара алмаҫын, йәненә яҡыны башҡа ерҙә түгел, ә тап ошонда, ошо өйҙә булғанын бик һуңлап аңлап, яралы йыртҡыс ише ҡыланды. Аҙаҡ, ҡатынын ҡуйғас, "ҡайғыһын уртаҡлашырға" килеүселәр менән шешә артында берсә буҙлап, берсә йырлап ултыра торғас, иҫереп йығылды. Етемдәрҙе өләсәләре үҙ ауылына алып ҡайтып китте.

Балалар балалар инде, әҙәм күтәрмәҫ ҡайғыны ла улар ололарға ҡарағанда еңелерәк күтәрә, күп нәмәгә шәберәк өйрәнә лә, тиҙерәк онота ла, тиҙәр бит. Шулайҙыр. Аллаһы Тәғәлә уларҙы ваҡытлыса булһа ла был гонаһлы донъя михнәттәренән азатыраҡ итергә тырышып та сабый аңы, аҡылы менән яраталыр, бәлки. Йылы ҡараш, яҡшы тәрбиә Сөмбөл менән туғандарының йәнен дауалаһа, ҡояшлы йәйҙең йәмле көндәре, һыу инеүҙәр, балыҡ тотоу, еләккә йөрөү, яңы дуҫтар, татыу ғаиләнең көнкүрешендә ҡайнашыу уларҙың ҡайғыларын баҫты, йәндәрен дауаланы. Кистәрен йоҡларға ятҡанда йәки Рәйлә еңгәләренең бәләкәстәре әсәләренә иркәләгәндә Сөмбөлгә ҡыйын булып китә китеүен. Әммә бындағы ололар һаҡ: еңгәһе үҙ балалары менән бергә Сулпанды ла ҡосағына ала, һөйә, иркәләй, Ришатты ағаһы артынан ҡалдырмай, ә Сөмбөлдө өләсәһе бәпләп, ҡурсалап ҡына тора.

Көҙгә, уҡыуҙар башланғас, Сөмбөл менән Ришат был ауылдың башланғыс кластарҙы тамамлаған башҡа балалары  кеүек үк, алыҫ булмаған ҡала интернат-мәктәбенә уҡырға урынлаштырылды, биш йәшлек Сулпан ағаһының бер-бер артлы донъяға килгән өс малайына "апай" булып, үҙ балаға әүерелде. Көҙ артынан ҡыш килде, ҡышты ярһыу яҙ, яҙҙы тағы ла йәй алмаштырҙы, миҙгел артынан миҙгел, йыл артынан йыл үтеп тормош дауам итте.

…Яңы урынға күсенеү үҙе бер ҡайнаш булды. Дөйөм ятаҡтың кескәй генә бүлмәһендә ул хәтле нәмә ҡайҙа һыйып бөткәндер, еңел машина менән йәшниктәрҙе, төйөнсөктәрҙе ике көн ташынылар ҙа ҡуйҙылар. Унан уларын урынлаштырыу мәшәҡәте тағы ла бер көн һәм төндө биләне. Ярай әле ял алғандар.

Сөмбөл ире Айрат, дүрт, биш йәшлек малайҙары Самат һәм Салауат менән бөгөн тәүге тапҡыр яңы өйҙәрендә сәй эсеп, урамдарына сыҡты. Хужаларса ирәйешеп донъяларын барлап йөрөнөләр. Өйҙәре эстән генә түгел, тыштан да ҡупшы шул. Ҙур булмаһа ла, тәҙрәләре күңелле көлөп, мөрйәһендә төтөнө бейеп тора.  Иң мөһиме үҙҙәренеке, ихатаһы ла иркен, баҡсаһы, ҡоҙоғо бар. Ҙур йортто, алла бирһә, киләсәктә һалып керерҙәр.

Ире йышҡы бысҡыһын алып ҡоймаларҙың бушап, ҡыйшайып торған ерҙәрен йүнәтмәксе ине, уның эшләгәненә ҡарап уйланып торған ҡатындың башына сәйер генә уй килде лә, балаларса ғына  итеп әйтте лә һалды:

—Әйҙә, сыйырсыҡ ояһы яһайыҡ.

Айрат аптырай төшөп ҡатынына күҙ һирпте:

—Ә нимәгә ул, бала саҡта аҙ яһаныҡмы беҙ ояны.

—Әллә… Миңә ниңәлер ҡоймаһында сыйырсыҡ ояһы булған, сыйырсыҡтары һайрашҡан йортта бәхетле кешеләр йәшәйҙер һымаҡ.

Ир көлөмһөрәп, елкәһен ҡашый бир-һә лә, ҡатынының моңһоуланып киткән ҡараштары менән осрашҡас, еңел генә ризалашты ла ҡуйҙы:

—Яһаһаҡ яһай ҙа ҡуябыҙ, моңмо ни   ул миңә, кәләшем һорағас.

Сөмбөл теремекләнеп китте, алһыу ирендәре йырылып, ап-аҡ ынйы тештәрендә байыуға ыңғайлаған яҙғы ҡояш    нурҙары сағылды.

—Икәү!—Иренең ҡаштары юғары сөйөлөүгә аңлатма бирергә ашыҡты,—Малайҙарҙың икәүһенә лә булһын, талашмаһындар.

—Икәү тек икәү, "бәхетле йорт, бәхетле кешеләр" тейһең түгелме әле, әйҙә һайрашһындар.

Ояларҙы малайҙарҙы бысҡы, йышҡы аҫтына тығылыуҙан тыя-тыя, ҡулдарынан әле балтаны, әле сүкеште тартып ала-ала, "ярҙам итеү"ҙәрен ҡабул итә-итә яһап бөтөп, ҡолғаларға беркеткәндә, ҡараңғы ҡуйырғайны инде. Һуңғы эштәрен урамға свет һуҙып тамамланылар. Йәштәр үтә лә ҡәнәғәт, үҙҙәренән бигерәк балалары   шат булды. Бәләкәстәре:

—Ул-ла-а! Ул-ла! Беҙҙә фыйылфыҡ ояһы ба-ал!—тип һөйрәнләп һикрәнләһә, олоһо:

—Ҡасан килә, әсәй, сыйырсыҡ, ҡасан килә? Икәүһенә лә киләме, атай? Нисәү килә?—тип теңкәләрен ҡоротто.

… Бер көн иртәнсәк яҡтырыр-яҡтырмаҫтан ғаилә эшкә ашыға ине. Ире машинаһын ҡабыҙып йылыта торғансы, Сөмбөл малайҙарын кейендереп сығарҙы ла, ишек йоҙаҡтарын бикләү менән булашты. Шул ваҡыт машина шауы, уландары тауышы араһынан ҡолағына "Фью-у-ут фр-р-р, фю-фю-фю фр-р-р!" тигән нескә генә тауыштар салынды. Башын күтәрһә—кескәй умарталар өҫтөндә сыйырсыҡтар һайраша икән. Ҡайһы арала килеп, оялап өлгөргәндәр тиһең. Урғылып килеп баҫҡан хистәренән йәш ҡатындың күңеле нескәрҙе, ирекһеҙҙән күҙ алдынан бер-бер артлы йәшләй генә ер ҡуйынына инеп ятҡан әсәһе, эскелек һаҙлығы төшөп батҡан атаһы, Чечняға китеп юғалған ҡустыһы, иң яҡын кешеһен "ҡунаҡҡа килеүсе апай" тип кенә белеп үҫкән һеңлеһе үтте һәм Сөмбөл, тулҡынланыуҙан тауышы үҙгәреп, машинаның артҡы ултырғысында уртанан ҡарап барыу өсөн урынға талашып "тыш та быш" көрмәкләшеп ятҡан малайҙарына өндәште:

—Ана, нимә тей һеҙгә сыйырсыҡтар, талашмай, һуғышмай дуҫ йәшәгеҙ, шунһыҙ бәхет юҡ, тиҙәр.

Малайҙар шым булышып, ҡолаҡтарын һағайтып сыйырсыҡ моңон ишетергә тырышты. Йәнәш креслоға инеп ултырған ҡатынының йөҙөнә күҙ һалғас, ире көлмәйсә булдыра алманы:

—Килгән бит сыйырсыҡтарың, иң бәхетле йорт беҙ улай булғас, кәләш!

 

Урамында сыйырсыҡ оялары булған, ул ояларҙа ҡоштары һайрашҡан зәңгәр күҙле бәләкәй генә бәхетле йорт бәхетле хужаларын кискә тиклем оҙатып ҡалды.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap