Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
06.06.2016
Ҡояштан—нурлы, сәскәнән наҙлы баласаҡ
Untitled document

Йәйҙең тәүге көнө хозур миҙгел башы ғына түгел, был ҡояшлы мәлдә бөтә ғаләм Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөн билдәләй. Был байрам бөтә балалар ҙа бәхетле ғаиләләрҙә үҫһен, белем алһын, яратҡан эштәре менән шөғөлләнһен, киләсәктә илебеҙҙең лайыҡлы граждандары булып китһен өсөн йәмғиәткә кескәйҙәрҙең хоҡуҡтарын яҡлау мөһимлеген иҫкәртә.

Сибай ҡалаһында байрам уңайынан физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн һабантуй уҙғарылды, күргәҙмәләр, «Бәхетле баласаҡ» сараһы, спорт ярыштары, «Күңелле старттар», флешмоб, асфальтҡа һүрәт төшөрөү, ижади эштәр конкурстары, оҫталыҡ кластары, ихата байрамдары ойошторолдо.

Ҡаланың үҙәк китапханаһы китапханасылары Г.Х.Ишмуллина һәм Е.А.Әхтәмовалар Сибай коррекцион мәктәбе уҡыусыларын «Һаумы, йәй!» программаһы менән ҡыуандырҙы. Үҙәк дауахананың соматика бүлеге биләмәһендә ойошторолған иртәлектә балалар рәхәтләнеп күңел асты, уйындарҙа ҡатнашты.

Халыҡ мәҙәниәте һәм ялы үҙәге алдында кескәйҙәр йәнһүрәт персонаждарын асфальтҡа төшөрөп ярышты. Үҙәктең күргәҙмә залында «Тыныслыҡ» ҡошон эшләү буйынса оригами техникаһы буйынса оҫталыҡ класы бер кемде лә битараф ҡалдырманы.

М.Fафури исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркындағы аттракциондар хаҡтарына ташламалар яһағанлыҡтан, карусель, «Юнга» туҡтамай әйләнде, һыуҙа кәмәлә йөҙөргә теләүселәр, ҡаяға үрмәләүселәр күп булды.  Балалар ижады үҙәге алдында ойошторолған асфальтҡа һүрәт төшөрөү конкурсында кескәйҙәр яҡты уйҙарын, хыялдарын сағылдырҙы. Балалар ижады үҙәге тәрбиәләнеүселәре тарафынан әҙерләнгән концерт барыһына ла байрам кәйефе өҫтәне. «Труд» стадионы ла спорт һөйөүсе балаларҙы үҙенә йәлеп итте. Уҡыусылар Балалар спорт мәктәбе хеҙмәткәрҙәре ойошторған төрлө уйын, ярыштарҙа әүҙем ҡатнашып, бүләктәргә лайыҡ булды.

Таулы ҡасабаһының «Ирәндек» үҫмерҙәр-йәштәр клубында уҙған «Балалар донъяһы» ихата байрамы ла күңелле үтте. Балаларҙың шат тауыштары, көләс йөҙҙәре уларҙың саранан ҡәнәғәт булыуын күрһәтте.

Азамат Дәүләтбаев.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap