Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
06.06.2016
Гөрләп үтте һабантуй
Untitled document

Гөлфирә ИСХАҠОВА

Йылдағыса һабантуйҙы тәүгеләрҙән булып Сибай институты үткәрҙе. Уҡыу йылы аҙағында студенттарҙың, уҡытыусыларҙың бар өлкәләге уңыштарын барлап, яуаплы имтихандар алдынан һәр кемгә матур кәйеф бүләк иткән байрам ойоштороу бында матур йолаға әйләнгән. Быйылғы һабантуй институттың 25 йыллыҡ юбилейына арналды.

Саҡырылған ҡунаҡтарҙы башҡорттарҙың ғөрөф-ғәҙәте буйынса күпереп бешкән икмәк, сәк-сәк һәм ҡымыҙ менән ҡаршы алдылар. Артабан уҡыу йорто алдында урынлашҡан Рәсәй һәм Башҡортостан бөтөнлөгөн һәм именлеген булдырыуға ҙур өлөш индергән күренекле шәхестәр бюстарына сәскәләр һалынды. Студенттарға бағышланған фонтан да айырым иғтибар йәлеп итте.

Быйылғы һабантуй институт өсөн тағы ла бер мөһим ваҡиға менән ҡыуаныслы. Шәйехзада Бабич, Һәҙиә Дәүләтшина, Рәми Fарипов, Зәйнәб Биишева бюстары, Мифтахетдин Аҡмулла, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Зәйнулла Рәсүлев, Исмәғил Тасимов, Кинйә Арыҫланов, Хөсәйен Әхмәтов, Йосоп Харрасовтарҙың барельефтары рәтенә тағы ла бер мәшһүр шәхесебеҙҙең—граждандар һуғышы ҡаһарманы, күренекле дәүләт эшмәкәре, хәрби етәксе Муса Мортазинға арналған барельеф өҫтәлде. Авторы—Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ишморат Ишмырҙа улы Дәүләтбаев.

Сибай институты студенттары араһында бәхетле ғаилә ҡорған йәштәр ҙә бар. Ошоно иҫәпкә алып уҡыу йорто алдына «Бәхет ағасы» ултыртылды. Һәр өйләнешкән пар үҙҙәренең теләктәрен әйтеп, уға таҫма таға ала. Шулай уҡ сығарылыш уҡыусылары аллеяһы ла булдырылды. Тәүгеләрҙән булып бында йәш ғаилә Әлиә һәм Вәсил Ишдәүләтовтар ағас ултыртты. Артабан да был матур йола дауам итер һәм тиҫтә йылдар үткәс, күркәм ағастар аллеяһы институт алдын биҙәренә ышанғы килә.

Һабантуй барған майҙанға Сибай институты факультеттары, ситтән тороп уҡыу бүлеге, ҡала мәктәптәре сағыу тирмәләрен ҡорған ине.

Студент һабантуйын биш факультет студенттары башҡарыуында башҡорт флешмобы йәмләне. Йола буйынса, һабантуй әләмен күтәреү институттың өлгөлө студенттарына—Нәйлә Әхмәтшинаға (иҡтисад факультеты), Гөлшат Юнысоваға (юридик факультеты), Луиза Ноғомановаға (тәбиғи-математика факультеты), Әҙилә Ишмырҙинаға (технология факультеты), Гөлдәр Вәлиеваға (педагогия факультеты) тапшырылды.

Сәхнәлә көнө буйы йыр-моң гөрләп торҙо, студенттар төрлө милли уйындарҙа үҙҙәренең таһыллығын һынаны. «Төйәләҫ» уҡыу-эксперименталь комплексында ат спорты менән шөғөлләнеүсе һигеҙ сая ҡыҙҙың сығышы бигерәк тә сағыу булды.

—Бөгөн беҙ бик матур байрамға йыйылдыҡ. Республикала бер генә институт студенттар һабантуйы үткәрә. Тап ошондай ҙур сараны ойоштороу студенттарҙың әүҙем, уҡыуҙа тырыш булыуҙарына йоғонто яһайҙыр тип уйлайым. Сибай институтында мөхит башҡаса. Бында таҙалыҡ, матурлыҡ, үҙ-ара мөнәсәбәт, мәҙәнилек икенсе. Әле 25 йыл элек Сибай институты филиалын асыу буйынса ҙур бәхәс булды. Урал аръяғы балалары бөтәһе лә Өфөгә уҡырға бара алмай. Икенсе яҡтан, уҡыу йортон тоторға ла кәрәк. Бөгөнгө көндә, бында 20 мең студент белем алып сыҡҡан. Шуға бик шатмын. Ваҡытында был уҡыу йорто асылмаһа, бәлки шул 20 мең уҡыусы ауылда ятып та ҡалыр ине. Сибай институты матур һөҙөмтәләр менән гел дә ҡыуандырып тора һәм киләсәктә лә уға беҙҙең өмөтөбөҙ ҙур,—тип фекерен белдерҙе Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтай депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Румил Тәлғәт улы Аҙнабаев.

Һабантуйҙа башҡорт халҡының милли уйындары: бағанаға менеү, тоҡ менән һуғышыу, арҡан тартышыу ойошторолдо. Көрәш майҙаны ла үҙ батырҙарын йыйҙы. Fөмүмән, студенттар рәхәтләнеп күңел асты, уйындарҙа әүҙем ҡатнашты. Тап ошондай саралар уларҙы берләштерә лә инде.

 

Сибай институты ойошторған байрам һәр кемдең күңеленә хуш килде. Байрам уҡыу йылына йомғаҡ яһау ғына түгел, ә милли йолаларҙың, ғөрөф-ғәҙәттәрҙең йәш быуынға еткерелеүе менән дә әһәмиәтле.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap