Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 2 - 4 м\с Ю
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
14.08.2012
БѲТӘҺЕНӘ ЛӘ ТАЛАП БЕР
Untitled document

Мәғариф учреждениелары етәкселәре ѳсѳн август айырыуса яуаплы осор. Уҡыу йылы башланыуға бер айҙан да аҙыраҡ ваҡыт ҡалды. Ҡаланың бѳтә белем усаҡтарында , балалар баҡсаларында әҙерлек эштәре ҡыҙыу бара. Һәр етәксе үҙ биләмәһен шартына килтереп тѳҙѳкләндереүҙе, бинаны йылылыҡ, һыу менән тейешенсә тәьмин итеүҙе хәстәрләй. Ошо аҙнала Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Хәлит Хәмзә улы Сѳләймәнов менән берлектә уҙғарылған кәңәшмәлә ҡышҡа әҙерлектең барышына байҡау яһалды. Шулай уҡ фекер алышыуҙа хакимиәт башлығы урынбаҫары—финанс идаралығы начальнигы В.Н.Трофимова һәм хакимиәт башлығының социаль һорауҙар буйынса урынбаҫары И.Р. Хәйруллин да ҡатнашты.

Ҡаланың мәғариф учреждениелары йылдан-йыл иҫкерә барыу сәбәпле, йүнәтеү эштәренә мохтаж. Биналарҙы реконструкциялау байтаҡ сығымдар талап итә. Шулай уҡ уларҙың биләмәһе күҙҙең яуын алып торорға тейеш. Улай ғына ла түгел, һәр учреждение алтаҡталарының дѳрѳҫ яҙылышы иҫәпкә алынасаҡ. Кәңәшмәлә проблема тыуҙырған биналар аталып, уларҙың етәкселәренә иҫкәрмәләр яһалды. Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығының социаль һорауҙар буйынса урынбаҫары И. Р. Хәйруллин объекттарҙы ҡабул итеүҙең теүәл ваҡытын билдәләне. Күп мәктәптәрҙә ремонт эштәре тамамланыуға барһа ла, яңы ғына эш башлап торғандары ла юҡ түгел. Уларға етәкселек тарафынан айырым киҫәтеү яһалды.

Мәғлүм булыуынса, республика мәктәптәренә мәғариф министрлығы тарафынан йыл һайын аҡса күсерелә. Быйыл да Сибай мәғариф учреждениеларына ярайһы суммала аҡса бүленеп, байтаҡ эштәр атҡарылған. Күп урындарҙа тәҙрә рамдары, ишектәр алмаштырылған. Педагогия, медицина, политехник колледждарында, Балалар ижады үҙәгендә күптән әҙерлек эштәре тамамланған. «Сулпылар» балалар баҡсаһында реконструкция дауам итә. Унда заман талаптарына яуап биргән бассейн буласаҡ. Йылдан-йыл бала үҫтереү үҙәктәренә тѳҙѳкләндереү буйынса талаптар арта бара. Быйыл мәҫәлән, «Аҡбуҙат», «Алёнушка», «Баҙлауыҡ» баҡсаларына ла ҙур ғына финанс ярҙам кәрәк. Сауҙа-иҡтисад колледжына, Башҡорт дәүләт аграр университеты Урал аръяғы филиалының спорт комплексына, йәштәр комитетына ҡараған учреждениеларға ҡарата һорауҙар бар. Ремонт эштәрен тотҡарлаусы проблемаларҙың булыуы кәйефте ҡыра. Мәҫәлән, йылылыҡ селтәре, һыу торбалары менән бәйле эштәр ошоғаса сетерекле мәсьәлә булып ҡала килә. Хәлит Хәмзә улы бирелгән һорауҙарға аныҡ яуаптар ҡайтарҙы, проблемаларҙы хәл итеү юлдарын әйтте.

Шулай уҡ кәңәшмәлә йәш быуында тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш һәм һѳйѳү тәрбиәләү маҡсатында «Йәш натуралистар» станцияһы эшмәкәрлеген тергеҙеү зарурлығына баҫым яһалды.

Нисек кенә булмаһын, ѳлгә-шелгәндәр менән туҡталып ҡалыу дѳрѳҫ булмаҫ. Башҡарылған һәр эште матур итеп дауам итеү, ошо рәүешле алып барыу киләһе йылдарҙа ла ыңғай һѳҙѳмтәләр бирер.

Һәр мәғариф учреждениеһы яңы уҡыу йылын йылдағыса лайыҡлы ҡаршы алыр, тип ышанабыҙ.

Земфира Ғирфанова.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap