Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
14.06.2016
Изгелектең иртәһе-кисе юҡ
Untitled document

Быйыл Рәсәйҙә социаль хеҙмәт булдырылыуға 25 йыл тула. Ошо уңайҙан һәм Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө билдәләнеү айҡанлы Сибай ҡалаһының Балалар ижады үҙәгендә «Социаль хеҙмәтләндереү: кисә, бөгөн, иртәгә» темаһына кәңәшмә уҙҙы. Уның эшендә «Азатлыҡ» халыҡты социаль яҡлау үҙәге директоры И.Ф.Абдулғужин, Пенсия фонды начальнигы К.К.Исҡужин, ҡалала тәүгеләрҙән булып ошо өлкәлә эш башлаған С.М.Хәйбуллина, З.И.Мырҙабаева, Ф.Ф.Йомағолова, С.В.Ишмөхәмәтовтар ҡатнашты. Рәсми ултырыштан һуң Урал аръяғы райондарын берләштергән үҙәктең яҡшы эшләгән хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнде.

«Азатлыҡ» үҙәгенең социаль эштәр буйынса белгесе Альбина Рафаил ҡыҙы Харисова (һүрәттә) сирек быуат ғүмерен ошо өлкәгә бағышлауға бер ҙә үкенмәй. Ябай социаль хеҙмәткәрҙән белгес дәрәжәһенә күтәрелгән ханым был тармаҡтың эшен «биш бармағы» һымаҡ белә.

—Әгәр беҙҙең хеҙмәт элек пенсияға сыҡҡан яңғыҙ кешеләрҙе генә үҙ ҡанаты аҫтына алһа, хәҙерге көндә иһә мохтаж тип табылған һәр кем үҙәккә мөрәжәғәт итә ала,—ти белгес, эштәренең асылына төшөндөрөп.—Килемдәре йәшәү минимумынан кәм булғандар ҙа тәьмин ителгән, күп балалы ғаиләләр, инвалидтарҙы бағыу, тормош шарттарын яҡшыртыу өсөн барлыҡ көсөбөҙҙө һалабыҙ. Үҙәктең хеҙмәтләндереү даирәһе бик киң. 2014 йылдан ауырыуҙы бағыусы хеҙмәте эшләй. Ололарҙы, балаларҙы ваҡытлыса ҡарау, яңғыҙҙарҙың фатирын таҙалау, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар менән тәьмин итеү кеүек бөтмәҫ-төкәнмәҫ эштәр ята беҙҙең иңдә. Әммә үҙәктең 37 социаль хеҙмәткәренең береһе лә үҙ эшенә зарланмай, киреһенсә: «Әбейемә, бабайыма барырға, шул, шул ғаиләнең хәлен белешергә кәрәк»,—тип ашҡынып тора.

Бынан 25 йыл элекке хеҙмәт менән әлегеһе араһында шаҡтай айырма бар. Әммә асылыбыҙ ғына үҙгәрмәй—мохтаждарға ярҙам итеүҙән, ҡарауҙан, бағыуҙан тайпылмайбыҙ. Әгәр һеҙгә мохтаж кешеләрҙең барлығы мәғлүм булһа, әйтегеҙ, күрһәтегеҙ, беҙ уны яҙмыш ҡосағына ташлап ҡуймаясаҡбыҙ. Изгелектең иртәһе-кисе  юҡ. Беҙҙең хеҙмәт барҙа миһырбанлыҡ, мәрхәмәтлек, шәфҡәтлелек бөтмәҫ.

 

Гөлдәр Ҡадаева.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap