Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 2 - 4 м\с СВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
Ҡәҙер-хөрмәт күреп йәшәйбеҙ
Untitled document

Баймаҡ районы Аҡморон ауылының Ленин урамындағы 4-се йортонда өлкән йәштәгеләрҙе һәм инвалидтарҙы социаль яҡлау үҙәге урынлашҡан. Был ике ҡатлы йорт Темәс психоневрология интернатына ҡарай. Бында ғүмере буйына эшләп, ҡартлыҡ көнөндә кеше ярҙамына мохтаж ҡалған өлкәндәр, йәштән сәләмәтлеге яғынан зыян күреүселәр ҙә бар. Уларҙың иң олоһона 88 йәш булһа, иң йәшенә—45 йәш.

Әле үҙәктә 83 кеше көн итә. Бында ниндәй генә кешеләр юҡ: күреүҙән мәхрүм, ҡул-аяҡтары зәғифләнеп йөрөй алмағандар, йортһоҙ-ерһеҙ урамға сығарып ташланғандар. Уларҙың барыһы ла ошо йортҡа килеп һыйынған. Бында йәшәүселәр ҙур, иркен, яҡты 14 бүлмәлә урынлашҡан. Бүлмә һайын дүрт-биш кеше йәшәй.

Үҙәктә йәшәү өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылған. Өҫкө ҡатта, фойела телевизор тора, уның эргәһенә йомшаҡ диван һәм ҡәнәфиҙәр ҡуйылған. Билдәле бер ваҡытта кинофильмдар ҡарарға була. Уҡырға яратыусылар өсөн шкаф тулы китап, шахмат-шашка уйнайым тиһәң, рәхим ит. Өлкән йәштәге ир-аттар кәрт уйнауҙы хуп күрә, хатта ашауҙы ла онотоп китәләр.

Аҫҡы ҡатта заман талаптарына ярашлы йыһазландырылған ашхана урынлашҡан. Яҡшы ашаталар, йөрөй алмағандарҙы санитаркалар бүлмәһенә алып барып һыйлай. Бинаның ике ҡатында ла йыуыныу бүлмәләре, бәҙрәф, эҫе һыу бар. Ишек алдында йәтеш кенә ауыл мунсаһы ултыра. Бында йәшәүселәр ике аҙнаға бер сиратлап, рәхәтләнеп мунса төшә ала. Ә йөрөй алмағандарҙы ҡыҙҙар ванна-душта йыуындыра. Шәфҡәт туташы Гүзәл Моратова өлкән йәштәгеләрҙең һаулығын ҡайғырта, кәрәк булһа көнө-төнө уларҙың эргәһенән китмәй. Гүзәлде ололар үҙ ҡыҙындай күреп ярата, ихтирам итә. Ашнаҡсылар һәм уларҙың ярҙамсылары Галина Сергеевна Лукьянова, Мәүлиҙә Ситдыҡ ҡыҙы Мәжитова, Әлфиә Хәмиҙулла ҡыҙы Әсфәндиәрова, Гүзәл Хәйбулла ҡыҙы Байсурина, Инна Геннадьевна Кодакова, Нәзилә Fәлимйән ҡыҙы Сәлиховалар тәмле-тәмле аштар менән һыйлай. Уларҙың тырышлығы менән беҙ көнөнә дүрт тапҡыр туҡланабыҙ. Санитаркалар Елена Кирәйева, Ирина Шангина, Дилбәр Дауытова, Юлиә Сафина, Алина Cәлихова, Марина Денисова көн дә бүлмәләрҙе йыуып сыға, түшәктә ятҡан ололарҙың иртәле-кисле  кейемдәрен, түшәктәрен алыштыралар. Бүлмәләр һәр ваҡыт таҙа, бөхтә, ялт итеп тора. Вахтерҙар Мирошниченко Владимир Николаевич, Моратов Альберт Әғзәм улы, Туленков Юрий Николаевич ҡарттар йортонда һәр ваҡыт тыныслыҡ һәм тәртип булһын өсөн тырышып эшләй. Саҡ ҡына ауыр хәл килеп тыуһа йүгереп килеп етәләр. Уларға рәхмәттән  башҡа нимә әйтәһең. Кер йыуыусы Наталья Анатольевна Немоваға ла сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Уның тырышлығы менән беҙҙең өҫтөбөҙ таҙа, саф түшәктәрҙә ятабыҙ. Ә хужалыҡ эшсеһе Киреев Владимир Иванович бына итеп мунса яғып ҡуя. Беҙ сиратлап ауыл мунсаһында рәхәтләнеп йыуынып сығабыҙ. Ә барлыҡ хужалыҡ эштәрен Гөлнара Олег ҡыҙы Сәлихова матур итеп алып бара. Татыу һәм берҙәм коллективты үҙ эшенең оҫтаһы булған Марат Хөснөтдин улы Әминев етәкләй.

Үҙәктә йәшәүселәр исеменән уларҙың барыһын да һөнәри байрамдары—Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө айҡанлы ҡотлайым һәм оло рәхмәт белдерәм.

Әбделәхәт Бикбулатов,

 

Аҡморон ауылы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap