Сибайҙа һауа торошо:
0, 2 ° C 2 - 4 м\с ЮВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
14.06.2016
Көлдөрҙө лә, илатты ла
Untitled document

Әле күптән түгел А.Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһенә «Ҡар аҫтында ҡайнар шишмә» исемле яңы спектакль сығарылды. Ул—жанры буйынса етди комедия. Улай ҙа буламы ни тип аптырарһығыҙ, була шул. Премьера көлдөрҙө лә, бер үк ваҡытта илатты ла, уйға ла һалды. Спектаклде сәхнәгә сығарған йәш режиссер Вадим Fилмановҡа афарин тиергә ҡала. Әйткәндәй, был спектакль режиссер булараҡ өҫтәмә һөнәр алыусы актерҙың диплом эше.

Аяз Fиләжев пьесаһы буйынса ҡуйылған спектакль бик ҡыҙыҡлы килеп сыҡҡан. Режиссерҙың яңы алымын, яңыса ҡарашын тойомларға мөмкин. Сәхнә әҫәре уҙған быуаттың 70-се йылдарында яҙылһа ла, бында күтәрелгән «атайҙар һәм балалар» проблемаһы бөгөнгө көндә лә көнүҙәк булып ҡала килә. Шуның менән был премьера үҙ тамашасыһын тапты.

Әсәйһеҙ үҫкән Әбүзәр (актер Салауат Вәлиев) һәм атайһыҙ үҫкән Тәскирә (актриса Дания Fөбәйҙуллина) ике йыл дуҫлашҡандан һуң өйләнешергә була. ЗАГС-ҡа барырға бер көн ҡалған. Тик был турала атай кеше лә, әсәй ҙә белмәй. «Әсәйем үлгән» тип алдаған егеткә лә, урам һепереүсе әсәһен балалар баҡсаһы мөдиренә «әйләндереп» ебәргән ҡыҙға ла ололарҙың белмәүе яҡшыраҡ һымаҡ. Әммә алдаҡ менән тормош башлап ебәреп буламы? Әсәйҙең кем булып эшләүе йәш йөрәктәрҙә ҡабынған һөйөүгә тәьҫир итәме? Һорауҙар күп, әммә йәштәр был хаҡта уйлап та бирмәй, ишеткеһе лә килмәй. Аңлашыла ла һымаҡ. Йәштәр ҡайҙа ла йәштәр. Улар бөгөнгө менән йәшәй, киләсәкте бик еңел генә күҙ алдына килтерә, хатта өйләнешеүҙе лә етди сара итеп түгел, байрам итеп ҡабул итә. Ата-әсәнең күңеле, фекере, кәңәше улар өсөн артыҡ. Был урында атай-әсәй булған һәр тамашасы Әбүзәр менән Тәскирәлә ниндәйҙер кимәлдә үҙ балаһын күргәндер. Ысынлап та, ысынбарлыҡта, тормошта ла үҫеп еткәс үҙ аллы булырға ынтылған, үҙ фекерҙәрен иң дөрөҫө тип иҫәпләгән йәш-елкенсәк ололарҙың әйткәненә ҡолаҡ һалмай, шул сәбәпле йыш ҡына хаталана. Ошо йәһәттән был спектакль бик актуаль. Айырыуса бөгөнгө йәштәрҙе һынландырған Әбүзәр менән Тәскирәлә тиңдәштәрен уйландырырлыҡ һыҙаттар, аҙымдар асыҡ сағылыш таба.

Атай һәм әсәй роле лә тамашасыларҙы иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Улын яңғыҙы ғына үҫтергән Кәримйән дә (Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Риф Сәйфуллин), берҙән-берен—Тәскирәһен ел-ямғырҙан һаҡлап, ҡурсалап яңғыҙы аяҡҡа баҫтырған Әнисә лә (актриса Резеда Сафиуллина) бик аҡыллы, төплө фекерле булыуы менән ихтирам уята. Шәхси тормоштарын онотоп, бар көстәрен, көн һәм төндәрен бары тик балаларына арнаған ололар бер көн килеп яңылышыуҙарын аңлай. Бигерәк тә урам һепереүсе булып эшләгән, ҡыҙының башҡаларҙан кәм-хур булмауын теләгән Әнисә образы тетрәндерә. Әсәһенең эшенә Тәскирәнең  ытырғанып ҡарауы, шул сәбәпле кеше араһында ҡәҙерлеһенә  әсәй тип тә өндәшмәүе, уның бар тырышлығын ергә һалып тапауы, һанламауы Әнисәне ярһыта. Әммә әсәй әсәй инде, ул барыбер ҙә балаһын ярата, уға бәхет теләй. Ҡыҙы бәхетле булһын өсөн көл аҫтында ҡалған ҡуҙҙай йөрәк төпкөлөндә ятҡан тойғоларын йүгәнләргә мәжбүр була. Әнисә кеүек үк Кәримйәнгә лә ҡайнар шишмәләй урғылған хистәрен ҡар аҫтында ҡалдырырға тура килә.

Алдан яҙыуымса, сәхнә әҫәрендә актуаль мәсьәлә күтәрелә, йылдар алмашынһа ла, ул һәр заманда ла үҙ бәҫен юғалтмаясаҡ. Уның тәрбиәүи роле бик көслө. Әйтер һүҙен пьеса авторы А.Fиләжев бөтә тулылығында асып һалған, ә режиссер уны тамашасы күңеленә үтеп инерлек итеп сәхнәләштереүгә өлгәшкән. Сценограф та, композитор ҙа тырышҡан. Образдар ҙа актерҙар тарафынан бик матур итеп һынландырылды. Айырыуса сәхнә аҡһаҡалы дәрәжәһенә еткән Риф Сәйфуллин, күптән инде маҡтаулы исемдәргә лайыҡ Резеда Сафиуллина үҙ ролдәрен бер ниндәй яһалмалыҡҡа бирелмәй генә оҫта башҡарҙы. Киләсәктәре менән ҙур өмөт уятҡан талантлы йәштәр ҙә һоҡланыу уятты. Дөйөм алғанда, спектакль оҡшаны, уйландырҙы, был донъяла һөйөү тигән хистең (ул ике енес араһында булһынмы, ата-әсә менән бала араһындамы, тыуған ергә, халҡыңа ҡаратамы—былары мөһим түгел) тормошобоҙҙо яйға һалыр, уны ҡотло итер иң күркәм тойғо булыуына ышандыра алды. Һәр замандың проблемаһы булып ҡала килгән «атайҙар һәм балалар» мәсьәләһен хәл итеүҙә аҡыл тигән «ҡорал»дың иң кәрәклеһе икәнлеген тағы бар ҡат иҫбатланы.

Йәш режиссерға артабан да уңышлы ижад, емешле хеҙмәт теләйем.

 

Резеда Усманова.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap