Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
Биртек
Untitled document

Хәйҙәр Тапаҡов.

Биртенеп өйҙә ултырам. Поликлиникаға барғайным, табип ыуынырға тип әллә ниндәй ҡырҡыу еҫле дарыуҙар яҙып ташланы, көндө ҡоро ҡалдырмай физкабинетҡа йөрөргә ҡушты. Унан ҡалһа система ҡуйып, уколдар ҡаҙап беләк-янбаштарымды иләктәйгә әүерелдереп тишкеләп бөтөрҙөләр. Өҫтәүенә ҡатыным ҡулым ғәләмәт килешә тип, мин бер ҡатлыны ышандырып, теге һыҡмалы майҙар менән сәнсеү алған умыртҡа буйын һылап аҙаплана. Дауаларҙың, ҡабул иткән процедураларҙың файҙаһы самалы, әйтерһең билем тапҡырына бихисап утлы энәләрҙе ҡаҙағандар ҙа тәнемдәге шул осло, үткер шырауҙар үҙәккә үткәреп ауырттыра. Ауырыу тауҙай килеп баҫһа ла сарпыуы мыҫҡаллап* сыға, тигәндәре ысындыр. Таш түшәмгә ҡарап  ятыуҙан тамам ялҡып, бошаланып түшәгемдә әйләндем-тулғандым да кис еткәс йәнемә толҡа тапмай балконға сығып ҡаршылағы күп ҡатлы йорттарға төбәлдем. Февраль аҙағы. Һауа торошоноң йүгерек елен елдереп, ябалаҡ ҡарын асманға ашырып ойоҫҡотоп көйһөҙләнгән сағы. Турғай аҙымы менән йәй миҙгеленә ыңғайлаған көн һиҙелеп оҙонайһа ла һаман да эңер иртә төшә. Әле лә күҙ бәйләнер мәл. Һаран уттарын һарҡытып, ҡалын, затлы ҡорғандар артына боҫҡан евро-тәҙрәләр ян-тирәгә шикләнеп, яратмай ҡарайҙар һымаҡ. Беренсе ҡаттағы барлыҡ уйымдарға ла семәрләп, һырлап эшләнгән, асыҡ төҫкә буялған рәшәткәләр ҡағылған. Ҡайһылай ғына ҡыландырһаң да үле тимер үле тимер инде, уның шөҡәте юҡ, көнитмешкә йәм дә, йылылыҡ та өҫтәмәй. Тимер ишектәр, рәшәткәле тәҙрәләр. Йәшәү тамам кире яҡҡа үҙгәрҙе, яңы быуатта замана кешеһе яңыса, төрмәләге һымаҡ ғүмер һөрә, һәр аҙымды күҙәтеп, аңдыған һағауыл ғына етмәй. «Әгәр хәҙер, кисекмәҫтән биртек йыйырға сыҡһам берәйһе ишеген асыр инеме икән? Ай-һай, бүрәнә егенән бүре күрергә ғәҙәтләнгән шиксел халыҡҡа ышаныс та, өмөт тә самалы… Бармаҡ бителәй быяла күҙ аша оҙаҡ тикшереп, һынап ҡарағандан һуң ете ятты күреп ауыҙ асып һүҙ өндәшмәҫтәр ине… Аралашыу, бер-береңә күрһәтер мөнәсәбәт тәртибе үҙгәрҙе, ихласлыҡ бөттө, фанилыҡта әҙәм балаһының хаҡы төштө, һиммәте ҡайтышланды, ҡәҙере китте…» Биртек… Уны тап бына ошо, ерҙе күк менән тоташтырған шиһаҡа* ҡоторғанда ауыл буйлап йыйып йөрөгәнем бөгөнгөләй иҫтә…

Миңә 9-10 йәштәр тирәһе  булғандыр, әсәйем көтмәгәндә сырхап түшәккә ятты. Биле биртенде. Эше лә үтә яуаплы, мәшәҡәтле. Ул участка дауаханаһында ашнаҡсы. Әле мин уянмаҫ элек үк, таң һарыһынан шәүләләй ҡыймылдап кейенеп шыпырт ҡына сығып китә лә кис ҡараңғы төшкәс арып-талып ҡайтып инә. Шулай булмай тағы, тирә-яҡ ауылдарҙан килеп дауаланып ятҡан 30-40 ауырыуҙы көнөнә   өс тапҡыр ашатырға кәрәк. Ә ул еңелдән түгел, сөнки һыуҙы саҡрым самаһы алыҫлыҡтағы тау аҫтынан сыҡҡан инештән, беҙҙеңсә әйткәндә балнис ҡоҙоғонан көйәнтәләп ташыйһың, тағы сылбырлы трактор ҡойма быҫҡаҡта балсыҡ, ҡойоло ҡырсынташҡа болғап һөйрәп килтергән буй ағастарҙы ҡул бысҡыһы менән бысып яраһың. Ҡайыны ҡатыш уҫаҡ түмәрҙәр ботаҡлы,  биресле*. Һабынан өҙлөкһөҙ һурылырға әҙер үтмәҫ балта менән көн оҙоно ҡоласлап һелтәнеп йәнең сыға яҙа, бышлығаһың, ҡара тиргә батаһың. Ҡоро әрҙәнәгә ҡушып мейескә тыҡҡан хәлдә лә теге сей нәмәләр оҙаҡ ҡына шыш та быш килеп тоҡанырға теләмәй быҫҡып, төтәп хитлай. Яғыр утын да торғаны һүл*, ярты аш өйөн биләгән дүрт ҡорос плитәле килбәтһеҙ урыҫ мейесе лә иҫке.

Мәктәптән ҡайтып инәм дә кәртә тирәһен ҡараштырып, малды мәкегә ҡыуып һуғарып бесән һалғас әсәйемә ярҙамлашырға ашығам. Дауахананан күҙ күреме ерҙәге таплыҡта ярылған теге утынды ҡанатлы ҡул санаһы менән һөйрәп килтереп, индереп яғыуға ҡулай булһын өсөн аш өйөнөң ауыҙына рәттәргә һалып өйөү минең өҫтә. Яңғыҙ үҙем генә мәшәҡәтләнгәс эш ырамай, йәнә баш ергә тейә яҙып, өймәләһенән утын тейәлгән сананы һөйрәп хәлдән тайыла. Мәшәҡәтемде ваҡытынан алда ослаһам ҡоҙоҡ яғына йүгерәм. Һыу ташырға шул тиклем дә оҫтарып, хиресләнеп алдым, яурынымда көйәтә бик тә килешле ята, ә биҙрәләрҙәге һыуҙың бер тамсыһы ситкә сайпылһасы! Хас та һыу юлынан ҡайтып инмәгән, текә тау үренә бөгөлөп-һығылып үрмәләгән сымры йәш киленмен инде.

Дауахананың аты бар барлыҡҡа, тик уны хужалыҡ мөдире Тыңҡыш Хәлфетдин үҙенең хәләл малылай күреп ҡуллана, ҡара туры бейәне аҙбарында бикләп тота. Ҡырпаҡ ҡар ятҡас балта оҫтаһы Нурыйҙан арҡа терәр еренә эре сәскә биҙәк төшкән сағыу буҫтау ҡаҡтырып, ҡанаттарын, тәртәләрен ҡараға буяттырып елле кашауай эшләтеп алғайны, хәҙер эшкә абруйлы, фартауай хужа ише санаһына ҡырын ятып килә, ҡуналҡаға ҡунған көҙгө әтәстәй ҡуҡырайып ултырып ҡайтып китә, һинең этләнеүеңде күрмәй ҙә, ишетергә теләмәй ҙә. Хәлфетдин ошо ауылда тыуып-үҫһә лә тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татып күтән һурпаһын эскәнгә* оҡшамаған, кәпәс кейеп йөрөп тә төптө бикәр* хәбәр һөйләгән, киренән бөткән, тиҫкәренән һапланған бер һөйкөмһөҙ бәндә инде шунда. Ә түрәлеге инде хаттин ашҡан: ҡултығы аҫтынан йышылып бөткән күн папкаһын төшөрмәй, ҡулы аҫтында эшләгәндәргә бәләкәй генә йомошон да мөһим, тайпылышһыҙ үтәлергә тейеш ҡарарҙай күреп тамағының төбө менән екереп бойора.

Һуңғы сиктә ауыр эштән ҡатыуы ҡалҡҡан әсәйем тамам биреште. Ә мин үҙ сиратымда барлыҡ мәшәҡәттәрҙе өҫтөмә алһам да уны ҡурсалай алманым.

Пенза тарафынан беҙгә килен булып төшөп дауаханала мөдир булып эшләп йөрөгән фельдшер Татьяна апай күҙ терәп торған, алыштырғыһыҙ ашнаҡсыһын  башта эш араһында ғына сәләмәтләндерергә маташты, килеп сыҡманы, дауаханаға һалып алыу ҙа еңеллек килтермәне. Әсәйем ике аҙна самаһы балнис түшәгендә аунағандан һуң дарыуҙарҙан йонсоп, исмаһам өй һауаһын һулайым бер аҙ, тип аҡһаҡ-туҡһап ҡайтып инде лә тамаҡланып та тормай урындыҡҡа урын һалып шунда һуйҙайҙы. Өйгә ҡырҡыу дарыу еҫе тулды. Яҡынымды ошо сүрәттә күргәс дәрес әҙерләү ҡайғыһы китте. Эргәһенә ултырып бойоҡ ҡиәфәттә шымтайып ҡалдым.

Кисҡырын, ғәрәсәт тип тормай, шәмгә ут алғас ауылдың урта төшөндә йәшәгән Хәмдениса апай килеп инде. Ул асыҡ, көләс йөҙлө, шаян һүҙле, мәрәкәсел кеше. Һәр тотонғанын аҙағынаса еткерергә ғәҙәтләнгән, йыйнаҡлыҡты, бөхтәлекте яратҡан Хәмдениса өсөн хәл ителмәй торған мәсьәләләр юҡ, ауырлыҡтарҙы еңер сараларҙы, ҡаршылыҡтарҙы имен-аман урап үтер юлдарҙы табып ҡына тора. Шуға уның менән йәнәш булыу рәхәт тә, янында ышыҡ-хәүефһеҙ ҙә. Әле лә ҡотһоҙ, бөләңгерт өйөбөҙгә һуңға ҡалған ҡунаҡҡа эйәреп яҡтылыҡ, нур килеп тулды төҫлө. Улар Зимагор Шәһит менән икәүһе мунсалай ғына өйҙә көн итәләр. Шәһит беҙҙең яҡтың кешеһе түгел, ҡайҙандыр, алыҫтан килгән. Еҙнәйҙең милләте хужаһыҙ урам этеләй билдәһеҙ, татар тиһәң сүселдәмәй, башҡортлоғо ла ташҡа үлсәйем. Төҫ-башына ҡарап та затын айырыу мөмкин түгел: урта буйлы, ел һуғып ҡаҡлаған йоҡа кәүҙәле, ҡыҙғылт йөҙлө, һары бөҙрә сәсле, арыш башағының ҡылсығылай өтөрөй ҡашлы, хәйләкәр осҡондар сәскән йәшкелт күҙле. Бар ошонан аҙаҡ тоҡомон тоҫмаллап ҡара! Аралашҡанда ла өс телде бергә бутап танауы аҫтынан мығырҙай ҙа ҡуя, аңлаһаң аңла, зирәклегең самалы икән, тор инде аңшайып китеп. Ят бауыр килмешәк ауыл халҡына берегә, ылыға һалып бармай, гел ситтә ялланып йөрөп эшләй. Өйөнә онотҡанда бер ҡунаҡ сифатында ҡайтып әйләнә. Апаруҡ йылдар ирле-ҡатынлы йәшәһәләр ҙә быларҙың балалары юҡ, ә ундайҙар ғаилә наҙын, торлаҡ ҡотон ситтән эҙләүсән. Бәлки шуғалыр береһе елғыуарланып ил гиҙә, ә икенсеһе бында яңғыҙы ҡаңғыра.

—Хәлең нисек, әхирәт?—тине ҡунаҡ хәл-әхүәл белешкәс.

—Ятам әле.

—Күрәм, балниста ла яттың, бында ла ятаһың, алға китеш бармы, тиеүем?

—Һалған уколдары бер аҙ еңеллек бирҙе биреүгә, мәгәр эшкә сығырлыҡ кимәлдә түгелмен.

—Эште берәү ҙә бөтмәгән. Әҙәм балаһы әхирәткә күскәс тә фанилыҡта өс көнлөк мәшәҡәте ҡалыр, ти. Иң тәүлә үҙеңде ҡайғырт, шунан башҡаһын. Ә һин, Айҙар, ни бөтөрәһең?

Ыратып ни ҡыраһың инде, башым менән таш ярһам да әсәйемә ярҙам итә алмайым бит, шуға һүҙһеҙ генә өҫтәл өҫтөнә йәйеп һалған китап-дәфтәрҙәргә ымланым, дәрес әҙерләйем, йәнәһе.

—Буран баҫылһа Фатиманың мунсаһын яғып ебәрәйемме әллә? Мәтрүшкәле ҡайын миндегенең сихәте тейер, бәлки. Ара йыраҡ, тиһәң үҙем апарыр яйын табам, ярҙамлашам. Шунан, эләүкәлә сабынғандан һуң ҡурай еләге ҡайнатмаһына ҡушып сәй эсеп баҫырынып ятып тирләһәң, ебәрмәҫме?

—Әлләсе. Мунса ташының йылыһы ғына алмаҫтыр биртенеүҙе, тотош билемдән ҡармап, аяҡтарҙан тотоп ебәрмәй, ҡәһәрең.

—Әбдрәхим мулла өшкөрөп-төкөрөп берәй әмәл ҡылмаҫмы? Уны эҙләп ер аяғы ер башынан киләләр ҙә.

—Элекке көн Зөләйха абыстай хәлемде белергә тип тегендә барып сыҡҡайны. Мулла олатай үҙе ебәргән. Йәмиләне өшкөрөү генә алмаҫ, биртек йыйҙырып, шуны ҡулланып ҡараһын, тип сәләмен дә әйткән.

—Китсе, биртек!—Хәмдениса апай үтә лә кәрәкле, мөһим нимәне хәтеренә төшөргәндәй сәп, иттереп маңлайына һуғып алды.—Ә мин ул онотола барған ырымды бөтөнләй башымдан сығарып ебәргәнмен, биғәләш. Һинең сиреңә шул биртек кенә дауа инде ул!—Ҡәтғи итеп, өҙә әйтеүенә беҙҙе, шул иҫәптән үҙен ышандырырға теләгәндәй һуҡ бармағын түшәмгә сәнсте, кире ҡаҡҡыһыҙ ҡарарға килгәндә ул гел ошо хәрәкәтен яһай.—Ызнамы шулай!—Әжәлгә дауа таптымы ни, хәҙер үк, тотҡарлыҡһыҙ шуның артынан сығып сабырға йыйынғандай ҡабаланып кейенә лә башланы.—Ә һин, Айҙар, нимәгә торомбаш киҫәүеләй һерәйеп ҡаттың, әйҙә минең менән!

—Уға килешер микән? Ни тиһәң дә мәктәпкә йөрөй, үткән көҙ үктәбрәткә алдылар. Мәктәп директоры Рауил башкөллө замана кешеһе бит, үҙе партия ойошмаһы секретары ла. Баланы сихырға, им-томға йәлеп итәһегеҙ, тип әллә нимә уйлап сығарыр, мәктәпкә ата-әсәләрҙең дөйөм йыйылышына саҡыртып, баҫтырып ҡуйып оялтыр. Юҡ менән булашмайыҡ, бәләһенән баш-аяҡ.

—Рауилдың шарҙауайлығы, ҡауҙырлығы бар барлыҡҡа, дингә ылыҡҡандарҙы ла өнәп еткермәй. Улай тиһәң күптән эңер төштө, кем күрә лә кем белә.

—Ауылдың бер башында сөскөрһәң икенсе оста йәрхәмбикалла, тиеүҙәре бар.

—Яҙыҡ эш эшләргә эйәртмәйем дә баһа. Иң мөһиме миңә иптәш булып йөрөһөн, ҡалғанын үҙем урын-еренә еткерермен. Биртекте биле биртенгәндең    баш балаһы менән кинйәһе йыя ғәҙәттә. Ә Айҙарың бер юлы шуларҙың икеһе лә.

—Тышта аҡман-тоҡман, тағы дәрестәремде…—тип һылтауланым. Тәү ҡарашҡа хилаф күренгән, күңел ятып етмәгән йомош артынан бынау көндә нисек сығып китмәк, йәнә дарыуҙар алмаған сир биртеккә генә сигенә һалмаҫы көн кеүек асыҡ.

—Әсә күңеле балала, бала күңеле далала.  Ауыр саҡта һеҙгә көнөң ҡалмаһын инде!—Хәмдениса үпкәләгәндәй теҙҙе.—Ярай, үҙем генә ҡыялырмын, бынан булмаҫтайға оҡшай. Ҡана, сеүәтәме, туҫтаҡмы бир ҙә!

—Тороп тор, мин дә һинең менән…—Ҡабаланып урынымдан ҡалҡтым.

—Күптән шулай тиҙәр уны!

Йәһәт кенә билләп тегелгән сатин бишмәтемде, табанлы быймаларымды кейҙем, муйыныма кәзә дебетенән бәйләнгән шарфты ураным, кәпәсемдең ҡолаҡсынын төшөрөп бәйләнем, кәрәк булыуын һиҙемләп  арҡама биштәр аҫтым.

—Оҙаҡлап бызмырҙамағыҙ, тышта бит күҙ асҡыһыҙ.—Әхирәтенең этеп алып барыуына бирешкән әсәйем, ризалашҡандай итте.—Бәйнәтемде һалдым. Һин дә Хәмдениса эт яманы буранда ҡоторған, тигәндәй ваҡытһыҙ  ҡуҙғыйһың. Һәр йортто теүәлләп ыҙаланғансы беҙҙең  тирәне генә ҡыҙырығыҙ ҙа…

—Үҙебеҙ беләбеҙ!—Әйтелгәндәр артыбыҙҙан ябылған ишеккә ҡыҫылып ҡалдылар.

Ҡарлы өйөрмә шундуҡ һалҡын ҡосағына сорнаны—тын алырмын тимә, үткер ҡар бөртөктәре ауырттырып биткә бәрелә.

Дауамы киләһе һанда.

*мыҫҡал – ҡаҙаҡтың 1/96 өлөшөн тәшкил иткән үлсәү берәмеге (4,26 гр.)

*шиһаҡа (диал.) – аҡман-тоҡман

* бирес – ағастағы сурайып сыҡҡан оро.

*һүл – төрлө нәмәгә һеңгән дым.

*күтән һурпаһы эсеү – нужа күреү.

 

*бикәр – буш хәбәр.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap