Сибайҙа һауа торошо:
-1, -3 ° C 1 - 3 м\с СЗ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
Биртек
Untitled document

Дауамы. Башы 24-се һанда.

Өйҙәр ҡыйыҡтарына ҡәҙәр көрткә сумғандар, тәҙрәләренең өҫкө өлгөһөнән йызылдаған шәм яҡтыһы ғына күренә. Әле сағыштырмаса иртә булыуға ҡарамаҫтан күптәре ут та ҡабыҙып тормай тынып ҡалған, үҙҙәре лә хужалары ла йоҡлай. Ян-тирәне япҡан ҡар шаршауында, булмышты томалай барған эңер ҡуйылығында тағы ни ҡылһындар инде? Юҡтың көнөндә ай-йондоҙҙар күренеп ҡалһа ла күңеллерәк булыр ине, бәлки. Сыуаҡтауға ике йыл элек электр үткәрҙеләр. Бүлексә үҙенең көсө менән урам буйына ҡарағай бағаналар ултыртып сым һуҙып сыҡты ла йылы урын әтмәләп шунда тракторҙың дизель двигателен урынлаштырҙы. Башланған эш—бөткән эш, башҡа ваҡ хәстәрҙе һәр йорт үҙ өҫтөнә алды. Теге өкәлтәкте әллә ни күреп электр станцияһы тип атайбыҙ хәҙер, көн әйләнәһенә булмаһа ла төн уртаһына ҡәҙәр яҡтыла рәхәтләнәбеҙ. Әгәр берәйһе туй уҙғара ҡалһа халыҡ өсөн үҙе бер көтөп алынған хөрриәткә әүерелә, өйҙәрҙә ут таңға ҡәҙәр һүндерелмәй. Был ярҙам, изгелек өсөн иң тәүҙә, башҡаларға йәүкәләмәҫ борон уҡ ҡәҙерле ҡунаҡ итеп электрик Сәлмәнде хәләл ефете Сәлимә менән парлап саҡыралар, һәм тегеләрҙе төп ҡоҙаның эргәһенә урындыҡ түренә ҡушарлатып ултыртып ҡуялар. Төп иғтибар уларға күрһәтелә, ҡаҙы-ҡалъя, башҡа аҫыл һый алдарына өйөлә. Шул саҡта инде, әйҙә өс көн барышында килен төшөрөп йә ҡыҙ оҙатҡансы ирәүәнләп, кинәнеп байрам ит! Әгәр двигатель ваҡытынан алда тырылдауынан туҡтай икән, уның да юрауға юш килгән ғилләһе бар, тимәк Сәлмәнгә туй оҡшамаған, уға тәғәйен ҡәҙер-хөрмәт күрһәтелмәгән һәм ул ҡылтайып табынды ташлап ҡайтып киткән. Ни ҡылһындар, ике яҡтан да төп ҡоҙалар кәпәс һалып Сәлмәндең артынан барырға мәжбүрҙәр, ә теге үпкәһен онотоп яҙыламы, ғәфү итәме әллә юҡмы, уныһы инде икенсе мәсьәлә. Көн торошо саҡ ҡына үҙгәреп елләй башлаһа ял итеп алырға һылтау-сәбәп эҙләгән ялҡау Сәлмән эшенә сыҡмай ҙа ҡуя, ошо хаҡта иҫкәрмә яһаусыларҙы техника хәүефһеҙлеге, тигән фәнде белмәйһегеҙ, сым өҙөлөп ҡыҫҡа замыканиенан янғын сыҡмаһын, йә берәйһен ток һуғып ҡуймаһын тип һеҙҙе ҡайғыртыуым тип битенән алып ҡыҙҙыра ла сығара. Әлеге мәлдә тау битләүендәге өйҙә беҙҙе ҡайғыртҡан Сәлмән иҙерәп йоҡлай, ауыл да дөм ҡараңғыға сумған.

Картуфлыҡтарға терәлеп тейерлек ҡарайып ҡалҡҡан урман яғынан ишетелгән ел уйнауына асырғанып, үҙәләнеп олоу ҡушылды. Аслыҡтан алйыған бүре өйөрҙәре ҡурҡыу-өркөүҙән яҙып иртә яҙҙа ауылдарҙы баҫалар, ҡураға төшөп малды тамаҡлайҙар. Юлда ҡалған йәйәүлене лә ҡамайҙар ҡайһы саҡ. Ярай әле оло фажиғәгә тарығандары юҡ, илла-алла менән ҡотола киләләр. Берҙән-бер ҡоралым, ҡулымдағы таяҡты ҡыҫа биреп ҡуйҙым.

—Ҡайҙа барабыҙ?—Ҡарлы ел һорауҙы ҡолаҡсыныма килтереп һыланы.

—Әсәйем ошо тирәлә, тине лә…

—Биртек теүәл ҡырҡ мөрйәнән йыйыла бик беләһең килһә! Теге баштан башлайбыҙ!— Еңмеште еңеп булмаҫын аңлағанлыҡтан алдымда ҡыймылдаған кәүҙә ышығына боҫоп күндәм генә эйәрә төштөм. Былай барыу ҡулай, әсе ел биттәрҙе сикәләмәй, түбәне төйгөсләмәй һәр хәлә, ә башымды кипсәлдергән, маңлай тапҡырына, ҡолаҡсындарына босҡаҡтай ғына яһалма йән ишараты беркетелгән бумазый кәпәс йылы ла тотмай, һалҡындан да һаҡламай. Урам уртаһынан һалынған сана юлын йәйәүле буран кисә үк һепереп тигеҙләп ҡуйғайны, бөгөн тағы өҫтәп бураған. Аҡ даръяла йөҙөп тиерлек барабыҙ. Балтырҙы өшөттөрөп быймаларға ҡар тулды.

Ҡоймаһы тотошлайы менән көрткә сумған, кәртә бағаналарының остары ғына сысайып күренгән, тәҙрә быялаларын ҡарлы боҙ япҡан йорт яғына ҡайырылдыҡ. Яҡынлауыбыҙҙы һиҙгән сәүек ситән солан эсендә ләңкелдәп ҡуйҙы ла, йөрөйһөгөҙ көн торошо боларғанда маҙаһыҙлап, тигәндәй тынып ҡалды.

—Әхмәтхан ағайҙар үҙҙәре күмәк, борсомайыҡмы әллә? Тағы малайҙары ҡыҙылсанан ята.—Fабдулла минең класташым. Ауырып ай тирәһе инде, мәктәптә күренгәне юҡ. Fаиләләре ишле, береһенән береһе бәләкәй ун бала. Әхмәтхан ағай бүлексәлә төрлө эштә йөрөй. Төрлө, тигәне—ҡайҙа ебәрәләр шунда бара. Уҫлаптай кәүҙәле достоин ир булһа ла ул һәр ҡушҡанды һүҙһеҙ башҡара баҫымсаҡ, тешекмә*. Ә йоҡа кәүҙәле, бәләкәй буйлы, хәрәкәтсән ҡатыны Райхана апай мәктәптә йыйыштырыусы.

—Күмәк булһалар ҙа килер ҡунаҡҡа күңелдәре киң уларҙың, һый-хөрмәткә балыуандар!—Ямаулы бейәләй эсенән сыҡҡан йоҙроҡ ышаныслы, талапсан итеп ишек рәүешендә әтмәләнгән ҡалын таҡталарҙы дөбөрҙәтте.

Эстә биниһая ваҡыт өндәшмәнеләр, шунан, бер аҙҙан, ихатаға ҡараған тәҙрә уйымдарына яҡтылыҡ осмото ҡунғас, имсәк бала тамаҡ ярып тызылдап ебәрҙе, уға майһыҙ күгәндең сыйылдап ыңғырашыуы ҡушылды:

—Кем?—тине йоҡоһонан айнып етмәгән хужабикә.—Төпсөгөбөҙ Абдулла яңы имсәгемде сәйнәй барып әүелйеп киткәйне. Өсйән, өҫтәүенә яңы теше сығып килә…—Райхананың үҙ ҡайғыһы, үҙ хәсрәте.

—Ишегеңде ҡыҫа күр,

Һиңә ҡулым һонайым…

—Бынау көндә ниндәй кәмит ул тағы? Теләнселәп йөрөргә аслыҡ йылы түгел!—Ҡаршыбыҙға яҡынлаған ҡаты табанлы шипатай ҡыштырҙап алыҫлашты. Кире инергә йыйыналыр.

—Билем-билем биртенгән

Биртек һорай мин килдем…

—Ай, Аллам, баштан уҡ шулай тиҙәр уны!—Йомошобоҙҙоң айышына төшөнөп өлгөргән күҙгә күренмәҫ әңгәмәсе теремекләнеп китте.

Таҡта ярығына тығылған туҫтаҡҡа эйәреп ҙур йомарлам һыйыр майы сыҡты. Ысынлап та ғаилә ҙур булһа ла ҡулдары асыҡ, мул икән.

—Fабдулла нисек?—Урынһыҙ хәбәр ысҡындырыуымды һиҙеп телемде тешләнем, әммә һорауым ауыҙымдан осоп сыҡҡайны инде.

—Кем һорай уны?—Райхана шулай тине лә биртек йыйыусы үҙен танытырға тейеш түгеллекте иҫләп һөйләп алып китте.—Әхмәтхан ағайыңды ҡарағай йығып ташҡын осоронда Һаҡмарҙан ағыҙыу өсөн төҙөлгән бригадаға ҡушып ике аҙна элек Күркәтауға ебәргәйнеләр, ҡыуғын үткәнсе ятыр инде шунда. Ни хәл итһен, кәнсәнән әйткәстәре китте. Йөрөйҙөр инде хәҙер аслы-туҡлы, өшөп-туңып. Ужым быҙауылай йыуаш булғас эте лә бете лә йомошҡа йүгертәлер. Бында ни бөтәһенә бер үҙем.Ҡул араһына инә башлаған Fабдулла ла ҡыҙылсаһына ҡыҙып ятты ла ҡуйҙы. Төҙәлә генә күрһен инде, әйтәгүр. Ана, һеҙ ҙә бер нигә ҡарамай дауа эҙләп әйенселәргә сыҡҡанһығыҙ бит… Беҙгә лә именлек, йортобоҙға ҡот-бәрәкәт теләп китегеҙ, балалар ауыҙынан өҙөп һалғаным биртенгәндең биленә шифа булып яғылһын…

Ауырыуҙың тиҙерәк сәләмәтләнеүен теләгән әллә күпме изге юрауҙар ишетелде ҡойто солан ауыҙынан, урамға сыҡҡас та әле шул һөйләнеү беҙҙе әллә күпме ер оҙата барҙы.

—Әсәйем хаҡында тумбытманыҡ та. Бәлки сығарылған тәғәм яңылыш икенсе берәүгә инселәнгәндер?

—Биртекте кемгә йыйғанлыҡты әйтмәйҙәр. Юғиһә теләктең ҡеүәте кәмей, бирелгән ризыҡтан бәрәкәт ҡаса! Һин дә үҙеңде танытып эште боҙа яҙҙың.

—Ә-ә-ә…

Тутый* Бибинисаның унлы шәме гөлтләп әллә ҡайҙан балҡый, яҡтыһы урам уртаһына етә хатта. Яңғыҙ йәшәһә лә өй тирәһе күркәм, йыйынаҡ, урам ҡапҡаһын да бейек итеп Васильевка урыҫынан эшләтте. Шулай кәттә, башҡаларҙан уҙҙырып тормош көтөргә тырыша, үҙен тәкәббер тота. Төҫкә-башҡа урта һылыу, күрмәлекле булһа ла төрпө һүҙле, ҡырыҫ холоҡло. Район үҙәгендә асылған ҡыҫҡа ваҡытҡа иҫәпләнгән һатыусылар курсында уҡып ҡайтҡайны, хәҙер революция осоронда һөргөнгә һөрөлгән Йомағужа байҙың ике ҡатлы йортоноң аҫтында кибет хеҙмәтен үтәгән таш келәттә һатыу итә, ә инде юғарылағы ҡарағастан һалынған дүрт бүлмәле йортта башланғыс кластар урынлашҡан, шунда өсөнсө класта мин дә уҡып йөрөйөм. Магазин шартлы ике өлөшкә бүленгән, ингәс тә уң яҡта көнкүреш тауарҙары, һулаҡайҙа аҙыҡ-түлек. Йыл әйләнәһенә йылытылмаған таш ҡапсыҡ йәй көндәрендә тәнгә рәхәт еләҫлек бөркһә, ҡыш көндәрендә стеналарына, түшәменә бәҫ ынйылары ҡунған һалҡын ҡар баҙына әүерелә. Һатыусы шуға туптай итеп йылы кейенеп тора. Ул саҡта Бибиниса тутыйға түгел, Ҡыш Бабайҙың Ҡарбисәһенә оҡшап ҡала. Ҡарбисәгә аҙыҡ-түлек туңа, тип хафаланаһы түгел, һатыуҙа сәй-шәкәр ҙә оло ағас мискә менән килтерелгән көнбағыш майы.

Үткән көҙ кибеткә матур бәкеләр килтерҙеләр. Бармаҡ оҙонлоҡ балыҡ һынында эшләнгән нәмә ҡояш нурында көмөштән ҡойолғандай ялтырай, ике асмаһы ла бар. Етмеш тин тора. Минең өсөн үтә лә ҡиммәт. Башланғыс класс малайҙары шул күҙҙе ҡыҙҙырғыс тауарҙы кемуҙарҙан һатып ала башланылар. Ярты етем булараҡ минең генә кеҫә төбө таҡыр. Әсәйемдән һорар инем дә уның бәләкәй эш хаҡы аҡса алынғас уҡ тиненә ҡәҙәр бүлеп ҡуйыла. Миңә ай дауамында киноға барыр өсөн егерме тин эләгә. Артығына өмөт итә алмайым. Ә береһенән-береһе мауыҡтырғыс фильмдарҙы көн һайын тиерлек күрһәтәләр. Бөтә ышаныс тауыҡтарҙа. Клубҡа инеү өсөн киномеханик Хәбир ағай биргән биш тинлек билет аҙыҡлата ике йомортҡа хаҡы. Әсәйем тауыҡтар ситкә, баһыу буйындағы кесерткән араһына ҡасып, йәшенеп һалыуҙы ғәҙәт итеп алды, тип бөтөрөнгән була. Оялағы йомортҡаларҙың юғалыу сәбәбен мин генә беләм. Йәнә күршелә йәшәгән Насырйән дуҫ белә. Уларҙың тауыҡтарын үткән йыл көҙән ҡырҙы. Ә киноға беҙ гел икәүләп йөрөйбөҙ. Насырйән беҙҙән алған йомортҡаларҙы үҫеп эшләй башлағас тотошлайы менән, хатта өҫтәп ҡайтарып бирәм, ти. Уның вәғәҙәһенә ышанырға була, намыҫлы, ғәҙел, һүҙендә торған малай ул.

Йәйелгән ашаулыҡҡа* һалынған эш хаҡын бүлеүҙә ҡатнашҡас өҫтәп уны-быны алыу тураһында уйларға ла ярамай. Көнө буйы малайҙарҙың бәкеләренә маҡтанышыуҙарына эсем күмһене. Тәнәфес араһында бер нисә тапҡыр кибеткә инеп, затлы әйбергә ҡыҙыҡҡандай витрина аша көмөш балыҡҡа һоҡланып, онотолоп ҡарап торам да дәрескә саҡырып ҡыңғырау шылтыраһа яманһыулап сығыу яғына йүнәләм. Иҙәнгә саң ҡундырмауым Бибинисаны тамам ялҡытты шикелле, ишек ауыҙында күренеүем булды, арҡыры ҡарап тамаҡ төбө менән екерҙе:

—Бында һиңә тоҙ һипкәндәрме әллә? Тоҙһораған бүлтерәк бәрәс һымаҡ тертәңләйһең!

Башымды баҫып сығып китеүҙән башҡа сара ҡалманы. Был тиклем дә ирҙәүкә холоҡло булыр икән, бер тапҡыр ҙа кейәүгә сығып ҡарамаған ҡарт ҡыҙ бала күңелен ҡайҙан ғына аңлаһын инде.

Дәрес барышында, яңы теманы ла тыңламай тамам өмөтһөҙлеккә бирелеп ултыра инем, кемдер һаҡ ҡына класс ишеген шаҡыны.

—Айҙар, һине Бибиниса апайың саҡырта,—тине уҡытыусы Хәнифә апай килеүсенең кемлеген белешкәс.

—Әй, сыҡмайым…

—Бар, киреләнмә, йомошһоҙ йөрөмәйҙер.

Мине күреү менән Бибиниса ҡулымды һәрмәп алып усыма бәке йомдорҙо:

—Мә, был һиңә!

—Кәрәкмәй…

—Нисек инде кәрәкмәй, көнө буйы ошо нимәне өңдөнөң түгелме? Биргән саҡта ал, хәмсемәнем*, үҙ аҡсамды һалып алдым, тиҫкәреләнһәң кире уйланым ҡуйҙым.

—Кире уйлағыҙ. Барыбер түләргә аҡсам юҡ.

—Кем аҡса һорай?! Бында һин юҡ-барҙы ҡырҡ һүҙгә сурытып һатыулашаһың, ә мин кибеткә бик һалып тормағайным, ошо мәлдә моғайын да берәйһе көтәлер.—Һатыусы ҡабаланып сығыу яғына йүнәлде.

—Хаҡын ҡайһылай итеп ҡайтарырмын?—Бер ни ҙә буштан килмәгәнлекте беләбеҙ инде уны, буштың атаһы күптән үлгән.

—Бының әжерен миңә яҡшылыҡ теләп ҡайтар.

—Яҡшылыҡтың ниндәйерәген?—Уныһын да асыҡлау фарыз, юғиһә Тәңрегә эскерһеҙ ялбарып алғанымдың Тутыйға бөтөнләй кәрәкһеҙ булып сығыуы ла бар бит әле.

—Кейәүгә сыҡһын, яңғыҙлыҡтан ҡотолһон, тигән…

—Кейәүгә ауылға сығырға ниәтләйһеңме, әллә ситкәме?

—Йәһәннәм төпкөлөнә, кирҡырайға* китергә лә ризамын!

—Улай булғас төшөр ереңде аныҡламай ғына һорармын.

—Кемдән?

—Тәңренән.

—Ә нишләп Хоҙай Тәғәләнән түгел?

—Тәңре Хоҙайҙың атаһы тиҙәр, шуға туранан-тура олоһона мөрәжәғәт итермен.

Дауамы киләһе һанда.

* тешекмә – ауыҙынан артыҡ һүҙ сығармаҫ, өндәшеп бармаған

* тутый – тутыйғош

* ашаулыҡ – ашъяулыҡтың дөрөҫ атамаһы

* хәмсеү (диал.) – урлау, сәлдереү

 

* ҡирҡырай – сит яҡ

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap