Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
Биртек
Untitled document

Дауамы. Башы

24-се, 25-се һандарҙа.

—Сәйер, хыялый малай һин, шул яғың менән һөйкөмлөһөң.—Тутый һаран йылмайҙы.

Бирелгән бүләктең хаҡын ихлас ҡайтарырға тырышһам да һорағаным ҡабул ҡылынманы, Бибинисаның өлөшөнә әрпеш, ҡулынан ҡул ярыһы эш килмәгән ир йораты булһа ла төшмәне, ул һаман да яңғыҙы моңая.

—Кибетсе түтәй беҙҙе индерер микән?..—Уның алдында һаман да бурыслы икәнлегемде белгәнгә уңайһыҙланып әйттем.

—Инәбеҙ, аша-төшә йөрөһәк хисапты ҡырҡҡа тултыра алмаҫбыҙ.

—Һуң ҡырҡ булмаһа утыҙ туғыҙ булыр, барыбер түгелме ни?

—Түгел! Йола боҙола!

Ишеткәндәрем буйһонорға мәжбүр итте. Һыҙланыуҙан йөҙө тартылып киткән әсәйем күҙ алдыма килеп баҫты. Кәрәк тирәкте йыҡтыра бит, ни булһа ла булыр. Урыҫ ҡапҡаһы шар асып ҡуйылған, ҡаршылыҡһыҙ ихатаға үтеп күтәрмәгә мендек.

Тутыйҙың мөғәмәләһе ғәҙәттәгесә ҡырҡыу:

—Кем йөрөй эт өрҙөрөп?! Инде өйҙән араҡы һатыу бөттө! Кеше күңелен уйлап көн тимәй төн тимәй бил бөккән булам. Ит изгелек, көт яуызлыҡ, кемеһелер шул хаҡта силсәүит Таһирға ошаҡлаған. Ә ул саҡыртып алып нотоҡ уҡыны, тағы ошо хәл ҡабатланһа эштән бушатам, тигән була. Бушатһын, минең һымаҡ ҡара тырышты көндөҙ шәм менән эҙләһә лә таба алмаҫ. Трактор өҫтөндә ҡатып-туңып совхоз үҙәгенән аҙнаһына ике тапҡыр кем генә тауар ташырға ризалашыр тиһең?!.

Хәмдениса ла уҫалдар, яһилдар менән нисек һөйләшергә кәрәклекте белә, һыу буйы итеп һөйләнеүҙе ҡолағына ла элмәй әйтерен ҡыҫҡа тотто:

—Араҡыны, ана, ир-ат эсеп күбенһен, ҡылъяймайбыҙ ҙа. Беҙгә биртек бир!

Урынһыҙ, артыҡ мәғлүмәт сурытыуын, уға икенсе йомош артынан килеүҙәрен төшөнгән Бибиниса юғалып ҡалғандай итте лә сатнатып өҙә һуҡты:

—Яталар ауырығанға һалышып, кеше ышандырып! Ҡаңғыртмағыҙ, ары атлағыҙ!

—Уйламай һөйләп сыпраңлаһаң да донъялыҡҡа бер кем дә мәңгегә килмәй, шуны онотма. Бәлә ағас башынан йөрөмәй, әҙәм башынан йөрөй!—Юлдашым дауайлашҡандай ҡылана.

Инәлеүле бышылданым: «Әйттем дә инде, унан һорамайыҡ тип… Киттек…»

Өҙөк-йыртыҡ һөйләшеүҙе кире ҡаҡҡыһыҙ бойороҡ бүлдерҙе:

—Китмәй тороғоҙ!

Тотҡарланмай бер түтәрәм икмәк сыҡты.

—Тиҙерәк төҙәлеп аяҡҡа баҫһын! Бөгөн былай, иртәгә тегеләй, тигәндәй, ҡасан ауырып дөмөгөрөңдө ҡайҙан белмәк!—Бәлә тураһындағы хәбәр быны бер аҙ ҡайтымһаҡландырҙы шикелле.—Төҙәлеп аяҡҡа баҫыуын теләй, тип, биртенгәнгә сәләмемде исемләп еткерегеҙ!

—Еткерербеҙ!

Сабирйән ағайҙарҙың алты мөйөшлө серек йорто һуңға ҡалып ауа-түнә ҡайтып килгән эскесегә оҡшап ал яҡҡа ҡарай аушайған. Тәҙрәләрҙән тыш яҡҡа һарҡҡан яҡтылыҡ та йоҡоһоҙлоҡтан ҡыҙарған йонсоу күҙҙәрҙе хәтерләтә. Малсы булып эшләгән Сабирйән ағай ваҡыт-ваҡыты менән ҡырын һалып йөрөй. Эсергә уның шыпа ла әүәҫлеге юҡ, тормош бит ул, ҡайһы саҡ, ирекһеҙҙән ғәйре, яңылыштан, зәхмәтле эсемлекте йотоп ебәрһә тотанағы тотоуҙан тамам баш тартып ике аҙна тирәһенә ысҡына. Шул мәлдә инде кеше күҙенән ҡасып, ҡырҡа тамаҡланыуҙан яҙып өйөнә бикләнеп ятырға мәжбүр. Сиргә һабышҡанында Сабирйәндең һонтор кәүҙәһе елдә елберҙәгәндәй йоҡарып, һорау билдәһеләй бөгөлә, яңаҡтары эскә тартыла, ҙур күҙҙәре һупайҙыныҡына* оҡшап быялаланып ҡата. Күрше ауыл килене Мәмдүҙә еңгә ике балаһын етәкләй ҙә абышҡаһына күңеле ҡалып, үпкәләп атаһы йортона ҡайтып китә. Ҡаҡ һөйәккә ҡалып ипкә килә Сабирйән, айыға ла хатаһын төҙәтергә, ҡылған гонаһын йыуырға тырышып көнө-төнө ферма юлынан ҡайтып инмәй. Ярты йыл тирәһе һөйрәлеп йөрөп эшләүен иҫәпкә алып яңыраҡ уға «Социалистик хеҙмәт ударнигы» билдәһен бирергә йыйынып бөткәйнеләр ҙә, иң һуңғы мәлдә шул ҡәһәр һуҡҡыры өйәнәге тотоп бөтә эште харап итте. Насырйән шул хаҡта бүлексәлә бригадир булып эшләгән атаһы Фазлетдин ағайҙан төпсөнгәйне, тегеһе иҫе китмәй генә яуапланы: «Эсә белмәй эсә…» «Ул саҡта ҡайһылайтып белеп эсергә?» «Ҡул ҡулды йыуа. Эсәһең икән, һис ҡасан яңғыҙ-ярым байрам итергә ярамай, эргәңдәге түрәгә лә ҡойорға, һоғондорорға кәрәк. Шул саҡта йөҙ ҙә яҡты була, эш тә гөрләп китеп бара!» Дөйөм алғанда ҡырағаһыҙ, бер ҡатлы, эсә белмәгән зат ул Сабирйән, упырым* кеше.

Ишеккә ҡағылыр-ҡағылмаҫтан эс яҡтан йыр тауышы ишетелде:

Һин һорама хәлең нисек, тиеп,

Йәшәйем мин сабыр итә-итә…

Сабирйәндең донъяуи мәрткә китеп шаңҡыған сағына юлыҡтыҡ булыр.

—Пастуйте, хәҙер асам! Бисә даунанан Байғужала. Атам-әпсәмдең хәлен белеп киләм, тип киткәйне балаларҙы эйәртеп. Барып алып ҡайтыр инем дә ҡул теймәй, эш күп. Бер үҙемә мында күңелһеҙ, эс боша килеп тороп, яңғыҙлыҡтан үҙемә урын таба алмай һандырайым, хет берәҙәк эт булып оло, ишетеүсе, хәлемә инеүсе юҡ! Миндә бер сирек әсегән бал утыра, таң атҡансы көңгөр-ҡаңғыр итергә етә. Тамағым да ас түгел, бисә яраштырып киткәнде йылытып ашайым…

Хәмдениса апай килеп тыуған хәлде үҙ ҡулына ала һалды:

—Ишегеңде аса күрмә, ҡормағыр…

—Ништәп?

—Биртек йыйып йөрөйбөҙ!

—Биртек? Пагаҙи, нимә була ул тағы?

—Уныһы инде һинең һыу мейе башыңа ҡуныр ғәм түгел. Нимәң бар, әпкил дә солан ярығынан был яҡҡа тыҡ!

—Нимә, тип, әйттем дә, бер сирек бал…

—Артаған балыңды үҙең һемер. Беҙгә ҡабыр ризыҡ кәрәк.

—Баштан уҡ шулай тиҙәр уны. Закуска, әләйгәс… Өҫтәлемдә башлы һуған, шунан ҡаты ҡорот, ҡатҡан икмәк һынығы. Тәғәмләнер һыйым шу ғына.

—Ысынлап та табының буйтым икән. Ҡоротоңдо бир!

Бер аҙҙан шау һөйәк, тарамышлы ус тыш яҡҡа һонолдо.

—Теге ни, биртенгәнгә ниндәй теләк теләргә?

—Яҡшыһын.

—Улайһа бер ваҡытта ла бахмурҙан интекмәһен… Эскәндән аҙаҡ әҙәм күтәрмәҫ ғазап бит ул: баш ярылып бара, тамаҡҡа ризыҡ үтмәй. Мына мин нисәнсе көн инде ыңғайға китә алмай интегәм, этләнәм. Сабыр йән булғас сыҙайым, ни хәл итмәк…

Белгең килһә минең хәлгенәмде,

Күҙҙәремә ҡара, шул да етә…

Сабирйән ҡарлыҡҡан, тоноҡ, моңһоҙ мөңрәүе менән башлаған йырын ослап ҡуйҙы ла ҡунаҡсыллыҡ күрһәтергә теләп шауҙырлатып сылбырлы келәгә йәбеште:

—Ыслушай, дауай йәшенмәк уйнамайыҡ, килешмәй, беҙ бер ауыл кешеләре лә баһа!

—Был тиклем дә эт ыйыҡ булырһың икән! Үҙең генә байрам ит, тим бит. Башҡа өҫтәрең юҡмы?

—Мин зыянһыҙ кеше. Әҙәм балаһына насарлыҡ ҡылмайым, ярҙам итергә тырышам. Һәммәһенә яҡшылыҡ ҡына теләйем.

—Бына был һүҙҙәреңде үҙебеҙ менән алабыҙ…

Сабит ағай тимерсе. Май сүлмәге тышынан билдәле тигәндәй өйҙәренең ҙур ҡапҡаһына таҡта урынына комбайндың яҫы ҡалайы беркетелгән, бәләкәйе елгәргестең иләгенән эшләнгән. Әле шул нимәләре таҡмаҡ әйткәндәй ел ыңғайына даңғыр-доңғор киләләр. Йорт хужаһы ла шауҡымлы, шиғыр еле ҡағылғандар ҡоронан. Тимерлегендә ҡыҙған тимерҙе дәү сүкеше менән зыңлатып һуғып сүкегән мәлендә, йә яйы тура килгәндә һәр күргәненә, кисергәненә килешле итеп таҡмаҡ сығарырға, уны көйгә һалып йырлап ебәрергә әүәҫ. Ошоға саҡлы ул төбәк йәмәғәтселегендә билдәһеҙ ижадсы ине. Үткән йыл район гәзитендә дүрт йыллыҡ шиғыры баҫылып сыҡҡайны күҙ менән ҡаш араһында абруйы күтәрелде лә китте. Хәҙер байрамдарҙағы концертта шиғыр уҡып теңкәне ҡорота. Китапханасы Мәйсәрә апай: «Тирә яҡ ауылдарҙа киң билдәле йәш шағир Сабит Ҡәҙербаев сығыш яһай!» тип иғлан итеүе була математика уҡытыусыһы Fүмәр ағайҙың пинжәген, физкультура уҡытыусыһы Әҙеһәм ағайҙың хром итеген кейгән, мәктәп директорының быҙау муйынсаһына тартым галстугын таҡҡан шағир тып итеп сәхнәгә сығып баҫа ла ярты сәғәт самаһы ауылдаштарҙы ҡаңғырта. Етте, сыҡ инде, тигәндәй ҡул сабып та ҡарайҙар, юҡ, барып етмәй тәки ҡырҡтан уҙған йәш шағирҙың сөрәкә башына, маҡтайҙар, хуплайҙар, оҡшаталар икән тип оторо ярһый ҙа китә. Һуңынан Сабитты моңһоҙ тауышлы Урал алмаштыра. Ул да кисәләрҙе сәхнәгә сыҡмай, «Йәнбикә»не йырламай үткәргәне юҡ. Клуб мөдире булараҡ мәҙәниәт усағын иртәле-кисле асып-ябыуҙы килештермәй ошолайтып булһа ла эш күрһәтергә тырышыуылыр.

Бер көн концерттан ҡайтып ингән әсәйем уфтанып әйтеп ҡуйҙы: «Кешегә билдәлелек күкрәккә таҡҡан миҙал ише кәрәктер, күрәһең. Үҙ мөмкинлектәрен, кимәлен, тотор урындарын белһәләр ҡана ла һуң. Моңһоҙҙар, талантһыҙҙар, урта ҡул әрһеҙҙәр заманы килә…»

Ҡаршыларға Сарға Мәҙинә сыҡһа арыу булыр ине, юғиһә Сабит шиғырын уҡып ишеттерәм, тип башты ҡатырасаҡ. Бәхетһеҙлегебеҙгә ҡаршы хужа ярыҡ барабандай лауылданы:

Үҙем өйҙә, малын ҡурала,

Ятабыҙ йоҡлап, маҙырап,

Төрөнөп юрғанға.

Кем йөрөй урамда,

Һепертмә буранда?

«Башланды… Хәҙер эргәһенән ебәрмәй аптыратасаҡ…»

—Сабит, Мәҙинә килен сыҡһын әле, йомошобоҙ бар ине?

—Сабирйәндең өйө ҡыйыш,

Үҙе лә күптән һалмыш.

Беҙҙә һуң ниндәй йомош?

—Мәҙинә сыҡһын, тим бит, таҡмаҡсы!

Уңғансы әңгәмәне сәрелдәү бүлдерҙе:

—Кем йөрөй унда тағы?

—Был мин инем, килен.

Ҡатын-ҡыҙ тауышын ишетеү менән Мәҙинә ирен янынан ҡыуаланы:

—Бар ин, торма бисәләр һүҙен тыңлап.—Өй ишегенең шартлап ябылыуы ишетелде.

Хәмдениса төп йомошона күсте:

—Етем улы етенгән,

Ете бото бирегеҙ.

Ҡайным улы ҡатынған,

Ҡаты-ҡото бирегеҙ…

Зиһенле еңгә эштең ниҙәлеген шундуҡ һиҙеп алып шағир ҡатыны исеменә ярашлы һамаҡлап яуапланы:

—Ҡайның улы ҡатынһа.

Ҡатыҡ туҡып бирерһең.

Улың биле биртенһә,

Мал майына йыуырһың…

Һауытҡа ниҙер тупылдап төштө. Ярты йомарлам майланған эремсек икән.

Мәҙинә инеп тә өлгөрмәне эс яҡтан ҡабаланып сыҡҡан Сабит һөрәнләне:

—Мына мин бөгөн кис тетрәндергес шиғыр яҙҙым. Тыңлағыҙ:

Ҡарлуғастың балалары,

алмағастың ботағының,

тишегенең эсендә…

Йә, нисек?

—Үтә лә шәп, кәнкритне яҙылған, Сабитулла. Ары шулай дауам ит!

—Мин дә шул фекерҙә лә бит. Бисә генә аңламай кисерештәремде, юҡ-бар менән булашаһың, ти.

Вазифа ҡарсыҡтың һалам башлы өйө ергә һылашҡан. Урам яҡтан күҙҙе көсәндереп ҡарап унда һуңғы өмөттәй йымылдаған утлы нөктәне шәйләмәһәң бында бары ҙур ҡар өйөмө икән, тип уйларға мөмкин. Вазифа ныҡ сирләй. Үткәндә Мөхипямал инәй беҙгә әсетке алырға ингәндә ул ҡылтамаҡ булғанмы—ниме, тип хәүефләнеп һөйләп ултырҙы, мәгәр сирҙең етдилеге хаҡында тәфсирләп торманы, минең яҡҡа шиксел һирпелеп ҡуйҙы ла икенсе һүҙгә күсте. Вазифа шулай ҙа бирешмәҫкә тырыша, көслөк менән генә булһа ла үҙ йомошо артынан йөрөй. Яңғыҙы көн итә ул. Берҙән-бер малайы Фәнис әрмегә киткәйне, шунан ҡайтманы. Хеҙмәт иткән ерендә бер мәрйәгә әүрәп ҡалған тип һөйләнеләр аҙаҡ. Вазифа ҡарсыҡ һыйсан кеше. Ситтән ҡунаҡ саҡырғанда ла, эргә-тирәһендәге әхирәттәрен йома сәйенә йәүкәләгәндә лә ул килеүселәрҙе һәр саҡ ҙурҙан ҡубып, оло байрам йыйығандағылай ҡаршылай: сәскәле күлдәген кейеп кәшмир яулығын ябынып ала, ике ҡулын терһәктән бөгөп ҡул остарын түбән һалындыра. Ошо ҡиәфәттә күрһәк Насырйән дуҫ менән Вазифа инәйгә ашығабыҙ. Барып инһәк май сыжылдатып йә ул табикмәк бешереп тора, йә күлдәген беләгенә саҡлы һыҙғанып ҡул менән май бешә. Бар һыйҙан да беҙгә өлөш эләгә, хатта инеп-сығып йөрөгән үҙ кеше булараҡ инәйҙең айранға буялған терһәктәрен дә яларға тартынмайбыҙ—уң яҡ минеке, һулаҡай Насырйәндеке.

Аҙағы киләһе һанда.

* һупайҙы – ябалаҡтар ғаиләһенә ҡараған ҡолаҡһыҙ йомро башлы төнгө ҡош.

* упырым – киң күңелле.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap