Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
Биртек
Untitled document

Аҙағы. Башы 24-се,

25-се, 26-сы һандарҙа.

Үҙ кеше, тигәндәй Вазифаны ярҙамһыҙ ҡалдырғаныбыҙ юҡ: хәлебеҙҙән килгәнсе ҡышҡылыҡҡа ҡоро утын хәстәрләшәбеҙ, көҙ етте иһә картуфын баҙға ташып һалабыҙ. Шул ҡотло ҡул Вазифа ҡарсыҡ әле төҫ ташлап ҡорой башлаған ҡарамаға оҡшап ҡаҡланып бара.

—Апай, бында инеп тормайыҡ, йәме? Инәйҙең үҙенә лә еңел түгел бит.

—Алым артынан йөрөгәндән бигерәк имен-аманлығын белеп китәйек. Ике-өс көн инде урамда күҙгә салынмай, юғиһә.

Түшәктә ятһа ла Вазифа оҙаҡ көттөрмәй сыҡты, беҙҙең яҡынлауға ҡолағын һалып ятҡан, тиерһең.

—Тороп тороғоҙ, хәҙер асам…

—Инәй, сәләм биргәндәй итеп арауыҡ аша ғына еткерәһе йомош бар ине.

—Ҡуй улайтмағыҙ, хәҙер самауырымды терелтәм…

—Кәрәкмәҫ. Үҙеңдең хәлең нисек һуң?

—Теремен әлегә…—Инергә теләмәгәс ары ҡыҫтаманы ҡарсыҡ, беҙҙең ни әйтеребеҙҙе көттө.

—Биртек ҡыуалатып йөрөп ятабыҙ ҙа хәлеңде беләйек әле, тип һинең яҡҡа ҡайырылдыҡ бына.

—Хәл белеү борондан ҡалған изге ғәмәл… Ҡана һуң мин дә биртек менән генә әҙәм булып, мандып китә алһам.

—Төҙәлерһең Алла бойорһа.

—Бөтәһе лә Тәңре хөкөмөндә... Биртенеүгә бурһыҡ майы дауа инде ул. Миндә бар ине, әҙерәк соҡоноп эҙләүемде көтһәгеҙ.

—Урынһыҙ бимазаланыҡ.

—Бик тә урынлы. Юғиһә яңғыҙым ваҡыт үткәрә алмай ыҙаланам. Йоҡламаһаң төнө лә йылдай оҙон икән ул. Уйлай барып уй бөтә. Ә былай эш тапһаң шөғөлөң йәнеңә дауа. Көтмәгәндә ҡайтып инһә тип Фәнис улыма йылы свитер бәйләй башлағайным да. Әжәл килеп ҡабаландырмаһа…

Аҡыл инә башлаһа ла ололарҙың һөйләшеүенә төшөнә алмайым ҡайһы саҡ. Айырым әйткәндәрҙе аңлайым да һымаҡ, ә бына фекерҙәрен йомаҡҡа төрһәләр ишеткәндәрем ҡомға һеңгән һыуҙай юҡҡа сығалар, төрөгөмөштәй ваҡ киҫәктәргә бүлгеләнеп  таралалар. Бына тағы Вазифа инәйҙең әйткәндәренә хайран ҡалдым. Нисек инде үлемде тыныс ҡына, һәүетемсә генә ҡабул итмәк кәрәк. Өҫтәүенә күҙҙәре йомолғансы эшен тамамлап ҡуйырға йыйына, әгәр башлағанының осона сыҡһа тыныс күңел менән әхирәткә күсә инде, йәнәһе лә.

Биштәргә гәзит киҫәгенә төрөлгән бармаҡ башындай май киҫәген һалып алдым. Урамға сыҡҡас артыма ҡайырылдым, ә унда бейек көрт аҫтынан көсө ҡайтышланған тере ҡуҙҙай ут нөктәһе былт-былт яна  ине…

Ҡара Fәлимйәндең ыҙмаһы үтә лә бейек, башҡа өйҙәрҙән айырылып  юғарынан түбәнгә ҡараған. Бирешергә теләмәй оло яуға күкрәген ҡуйып ғорур күтәрелгән яугир, тиерһең. Fәлимйән олатай һуғыш ветераны, генерал Шайморатов дивизияһында алышҡан, алыҫ Украина ерендә дошман тылындағы рейдтан сыҡҡан саҡта ауыр йәрәхәт алып ҡайтҡан. Аяғындағы яраһы бөтәшмәй йөҙәтә тиҙәр, бигерәк тә яҙлы-көҙлө йонсой, миктәй икән. Һулаҡай яғына һылтыҡлай, мәгәр үҙе менән таяҡ-фәлән йөрөтмәй. Зәғифмен, тимәй, ат ҡараусы булып эшләй. Башҡаларға, шул иҫәптән ферма мөдире яндырай Зиннәттең үҙенә ыша бирмәгән Бире ҡушаматлы тоҡом айғырын менеп йөрөй. Ябай тел менән генә аңлата алмаҫлыҡ мөғжизәгә иҫең аҡылың китер, йәйәүле сағында көскә ҡуҙғалған ир һыбай менһә әкиәттәгеләй йәш, типһә тимер өҙөрҙәй егеткә, аты менән айырылғыһыҙ береккән мәғрур һынға әүерелә лә ҡуя. Мәжлестәрҙә лә ҡыҙмаса булып алһа яратҡан йыры: «ир-егеткәй менән ат башы»н һуҙа тиҙәр.

Йәй көнө Fәлимйән олатайҙы урамда осраттым. Был юлы ул үҙенең ҡарт алашаһын етәкләп ҡайтып килә ине. Ошо хәлдә аяғының аҡһауы күҙгә бәрелеп беленә. Ул аҡһап ҡына ҡалмай ҡолап барғандай аушая ла ауырлыҡ менән яҙылып сәләмәт аяғын терәүгә ҡуйғандай ал яҡҡа ташлай. Әҙерәк бара бирә лә әллә көн томраһынан, әллә йән асыҡҡа көсәнеүҙән маңлайына бәреп сыҡҡан тирҙе ҡул һырты менән һыпыра. Алаша ла хужаһының яйын яйлай, тегеһе туҡтаһа күлдәге еүешләнгән арыҡ арҡаға моронон төртөп йәштәре субырҙаған күҙҙәрен йомоп йоҡомһорай ҙа теҙген тартылһа башын баҫып ары эйәрә. Алашаның исемен дә беләм—Ирмәк. Нилектән улай атағандарҙыр, билдәһеҙ. Ирмәктең ҡыҙығын да, әңгәмәһен дә күргәнем юҡ әлегә. Бынан бер нисә йыл элек ауыр арбаһын һин дә мин тырышып, еңел тартҡан күндәм, күрмәлекле мал ине ул. Ейәне Юныс менән ҡарттың ихатаһында эйәр-өпсөн, сбруй тирәһендә йыш уралғылайбыҙ. Ирмәкте менеп һуғарырға барғаныбыҙ ҙа бар. Юныс һыбай атланыуы була ҡулындағы тал сыбығы менән һелтәнеп үксәләре менән бейәнең бөйөр тапҡырын тызырға тотона. Был ҡылыҡ олатайға оҡшап етмәй, ул ипле генә итеп иҫкәрмә яһай: «Яҡшы атҡа сыбыртҡы кәрәкмәй, балам. Әлеге мәлдә ҡайҙа барырға, нимә эшләргә кәрәклекте ул һинһеҙ ҙә белә. Шуға мин уны бер ваҡытта ла ауыҙлыҡламайым. Ирмәк ирекһеҙләгәнде, сараһыҙлағанды, тупаҫ ҡағылғанды яратмай…» Ҡола бейәнең бар матурлығы, йәме уның күҙҙәрендә. Ҙур һоро күҙҙәрҙә аҡыл, донъяны яратыу, тоғролоҡ, бирелгәнлек, эшсәнлек сағыла төҫлө. Хәлфетдиндең ташбыҡ, оятһыҙ, мәғәнәһеҙ күҙҙәре менән сағыштырам да иҫем китә, әҙәм балаһы менән мал араһында ла шундай ер менән күк араһылай айырма булыр икән!..

Хрущев власҡа килгәс тиктомалға шәхси хужалыҡтарҙағы кәзә малына бәйләнде, йылҡыны ҡыйырһытты, йәненә яҡын башҡа шөғөл тапманы, күрәһең. Улай тиһәң ауыл еренең йәшәйешен тамырынан үҙгәртеп ташланы—баҫыуҙарға арыш  урынына кукуруз сәсергә бойорҙо. Хәҙер теләйбеҙме быны, әллә юҡмы, кукуруз, борсаҡ, арыш бергә ҡушып тартылған ондан бешерелгән размол икмәген кимерергә мәжбүрбеҙ.

Кәзә малын ҡырырға, аттарҙы бөтөрөргә фарман килеп төшкәс ауыл активы халыҡты клубҡа йыйҙы. Йыйылышҡа орден-миҙалдарын тағып килгән Fәлимйән ҡарт иң алға үтеп ултырҙы ла беренсе булып һүҙ алды:

—Башҡаларҙа эшем юҡ, иллә минең Ирмәккә яҡынлай булмағыҙ, уның муйынына бысаҡ һалырға юл ҡуймам! Әҙәм балаһынан былайыраҡ аҡыллы ул, һөйләшер ине лә теле генә әйләнмәй. Ихатама килеп кенә ҡарағыҙ, билләһи атып йығам! Тотош ауылдаштар алдында ҡайһы бер туң баштарҙы киҫәтергә килдем, һуңынан, эш үткәс, әйтмәне, тиеүселәр булмаһын. Круговая оборонаны нисегерәк тоторға беләм мин,  Сталинград алышында өйрәттеләр!

Үҙе һуғышта ҡатнашҡан силсәүит Таһир уның менән килешкәндәй итеп әйтте:

—Fәлимйәндең Ирмәгенә теймәйек, ағай-эне… Юғарынан төшөрөлгән был ҡарарҙың дөрөҫ түгеллеген ваҡыт үҙе күрһәтер. Ат бит ул беҙҙең милләттең билдәһе, йортобоҙ ҡото… Кәзәнең маллығы, тигәндәй әйҙә ҡыҫҡартыуҙы шунан башлайыҡ!

Ауылдағы ҡайһы бер аттар юҡҡа сыҡһа ла хужаһының үҙһүҙле, дыуамаллығы арҡаһында Ирмәк имен ҡалды.

Әле ул аҡһай, һулаҡай яғына аҡһай. Тәрән, бойоҡ күҙҙәрен дә ылымыҡ, ҡапрыҡ ябып кибә, ҡорой башлаған күл ише эренле йәштәр баҫҡан. Күҙҙәр йәшәүгә мәғәнә юғалтҡан, улар донъянан ваз кискән. Һырты, эйәр ятыр ере ҡутырлап ҡатҡан, тимәк менгегә лә, еккегә лә эшкинмәй. Ошо хәлдә лә тәбиғи үлеме менән үлер Ирмәк, хужаһы уны йәбергә бирмәҫ.

Мине шәйләгәс Fәлимйән олатай туҡталды:

—Бына бер яҡ дағаны юл  туҙанында юғалттыҡ. Шуға аҡһап ҡайтып киләбеҙ әле. Беҙ юғалттыҡ, ә бына дағаға осраҡлы юлыҡҡан берәү бәхет таптым тип ҡыуанасаҡ. Шулай ул, тормош тигәнең, кемдер юғалта, ә кемдер таба…—Олатай  алашаһына һүҙ ҡуштымы, әллә миңә өндәштеме аңлап етмәнем. Моғайын да үҙ алдына һөйләнгәндер, миңә, итек башындай маңҡа малайға әйттең ни ҙә әйтмәнең ни…

Хәйерниса ҡарсыҡ сыҡты ла үҙе башлап тауыш бирҙе:

—Иҙрис, балам, ҡайттыңмы әллә?—Иҙрис исемле улы йыл ярым самаһы элек Армияға киткәйне. Моғайын да уны көтәүелләйҙәрҙер.

Хәмдениса апай һамағын әйтеп ебәрҙе.

—Биле биртенгән тигән сәле?—Хужабикә әйтелгәндәрҙе хайран ҡылғандай ҡабатланы.—Һыҙланыуҙан да ауыр нимә юҡ инде ул. Fәлимйәнем төн оҙоно ыңғырашып сыҡҡас иңрәү бәләһен яҡшы аңлайым. Төҙәлә генә күрһен инде, биртенгән бисара. Дауаһына килгәндә бер бәйләм юл япрағын бирәйем, булмаһа. Fәләмәт шифалы: һыҙланыуҙы баҫа, шеште һурып кәметә…

Биртеккә сыуаш Просковья апай сало киҫәген бирҙе, татар Вәлиҙәр аш өҫтәленән  мул итеп йылы ҡыҫтыбыйҙарын сығарҙы, йәй көнө ауыл малын көтөп,   ҡыш көндәре быйма табанлап йән аҫыраған Тимофей ҡарт самосадынан өлөш бүлде. Урыҫтарҙың тәҙрәһен сирткәндә Хәмдениса апай биртектең асылын төшөндөрөп  аҙапланманы,  вата емерә: «Ради Христа помоги ближнему»,—тине, тегеләре аңланы.

Ҡырҡ өйҙө теүәлләгәнсе төн уртаһы етте. Ҡайҙа ғына боролоп инһәк тә береһе лә кире бороп сығарманы, дауа кемгә кәрәк, тип төпсөнмәне. Төрлө холоҡ-фиғелдә булыуҙарына ҡарамаҫтан һәммәһе бер уйҙа, бер теләктә ине. Яҡшы һүҙ йән аҙығы, яҡты уй күңел сырағы шул.

Ҡайтып инеү менән Хәмдениса апай сәй ҡайнатып ебәрҙе, биртек ашын әсәйемдең алдына теҙҙе. Һуңынан ҡуҙҙа бурһыҡ майына сало киҫәген ҡушып   иретеп билде ыуырға керешеп китте. Әсәйемдең маңлайына тир бөрсөктәре бәреп сыҡты, биттәре алһыуланды.

Ә инде теүәл бер аҙнанан, әллә биртек килеште, әллә икенсе сәбәптән һауығып һин дә мин эшенә сыҡты.

Хәтерләүҙәремдән арынып кире залға индем. Телевизорҙы тоҡандырҙым. Өҙмәй ҙә ҡуймай һаман да шул көрсөк хаҡында һүҙ ҡуйырталар.

 

«Илдең биле биртенгән… Ҡасан уның аяҡҡа баҫырын, яҙылырын бер кем дә өҙөп кенә әйтә алмай. Әгәр тотош мир берҙәй күтәрелеп биртек йыйһа, ҡылғанын изге теләктән башҡарһа файҙаһы тейер ине, бәлки…»

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap