Сибайҙа һауа торошо:
-21, -23 ° C 2 - 4 м\с СВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
11.07.2016
Иңенән почта сумкаһы төшмәй
Untitled document

Гөлдәр ҠАДАЕВА

«Рәсәй почтаһы» филиалының Башҡортостан идаралығының Сибай бүлексәһе  етәкселеге һөнәри байрамдарын урында яңы бүлек асып ҡаршылай.

Рәсәй почтаһы көнө алдынан Сибай ҡалаһының Алтын ҡасабаһында 453840 почта элемтәһе бүлеге эшләй башланы. 3 мең кешене хеҙмәтләндереү мөмкинлегенә эйә булыусы яңы участкала посылка, ҡиммәтле һәм заказ хаттарын, почта переводтарын ебәрергә, коммуналь түләүҙәрҙе түләргә, матбуғатҡа яҙылырға, открытка, конверттар, башҡа әйберҙәр һатып алырға мөмкин. Быға тиклем ҡасаба халҡы почтаға ҡағылышлы йомоштарын тик ҡалаға барып ҡына үтәй алһа, хәҙер уларға юлға аҡса түгеп, ваҡыт әрәм итеп йөрөргә түгел.

Алтындарҙан айырмалы рәүештә, арҡайымдар әлегә үҙ почта бүлеге менән маҡтана алмай. Әммә улар почтальондан уңыуҙарын йәшермәй. Ҡаланың 7-се почта элемтәһе бүлеге почтальоны Эльвира Валерий ҡыҙы Муллағәлина (һүрәттә) ҡасабаға гәзит-журналдар, хаттарҙы көнөндә үк килтереп еткерә. Почтальон ҡышҡы селлә, яҙғы бысраҡ, ҡояш ҡыҙҙыра, көҙгө ырашҡы тип ҡарап тормай, сумкаһын нескә яурынына аҫып, гәзит-журналдар, 4 меңгә яҡын коммуналь түләүҙәр квитанцияларын тарата. Ҡасаба халҡы Эльвира Валерий ҡыҙы эшләгәне бирле ваҡытлы матбуғатты ла, хат-сәләмде лә, түләү ҡағыҙҙарын да ваҡытында алып ҡыуана. Мөләйем ҡатын һәр кемгә йылы һүҙ таба, яңылыҡтар менән бүлешеп китә.

 

Эльвира Муллағәлина күп һөнәрҙәргә эйә. Тырыш ҡатын БДУ-ның Сибай институтының технология факультетын «ҡыҙыл» дипломға тамамлаған. Һаҡ бүлеге хеҙмәткәре, кассир-операционист, автодело буйынса ла танытмалары бар. Әммә уның күңеленә почта хеҙмәте ныҡ яҡын. Арҡайым урамдарын ҡыҙырыуҙан, кешеләр менән аралашыуҙан йәм таба, саф һауала йөрөүенә ҡыуана. Ҡасабаның бер осонда йәшәгән ата-әсәһе һәм ҡыҙы янына арып-талып ҡайтып ингәндә лә ул хеҙмәтенә зарланмай. Ысын почтальондар тап шулай була, күрәһең.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap