Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
11.07.2016
Нур өҫтәне Ураҙа ғәйете
Untitled document

Сибай ҡалаһы халҡы изге Рамаҙан айы тамамланғанда уҙғарылған Ураҙа байрамын ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Хаҡ мосолмандар бер ай буйы төрлө ярамаған ғәмәлдәрҙән тыйылып торҙо, ошо осор ахырында мохтаждарға фытыр саҙаҡаһы бирҙе, ауыр хәлгә тараусыларға ярҙам ҡулы һуҙырға тырышты, ҡыҫҡаһы, хәлдәренән килгәнсә яҡшылыҡ, изгелек ҡылды.

Быйылғы Ураҙа ғәйетендә ҡаланың «Тәҡүә» мәсетендә йылдағыса халыҡ күп булды. Байрам намаҙы алдынан ҡалалаштарҙы ҡала хакимиәтенең социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Г.Ә.Ишемғолова, эштәр идарасыһы А.Ф.Иҙрисов тәбрикләне.

—Был байрам күп быуатлыҡ ислам мәҙәниәтенең иң яҡшы йолаларын сағылдыра, кешенең әхлаҡи йәһәттән камиллашыуын, яҡындары хаҡында хәстәрлек күрергә һәм мохтаждарҙың хәленә инергә ынтылышын кәүҙәләндерә,—тине Айнур Фазлетдин улы, мосолман ҡәрҙәштәрҙе ҡотлап.—Башҡортостанда мосолман руханиҙары дин тотоусыларҙы берләштерә, конфессия-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә ҙур өлөш индерә, йәштәр араһында башҡа диндәргә ихтирамлы ҡараш тәрбиәләүгә күп көс һала. Төбәктә мәсеттәр төҙөү дауам итә, ислам йолалары буйынса белем биреү яҡшы кимәлдә ойошторолған, йәштәр менән әүҙем эш алып барыла, хажға барырға теләгән мосолмандарға һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә, хәйриәлек менән шөғөлләнеүселәр бихисап.

А.Ф.Иҙрисов оҙаҡ йылдар бергә-бергә ғүмер иткән, өс ул үҫтергән, ҡалабыҙ үҫешенә тос өлөш индергән Кәлимулла һәм Рәмзиә Ильясовтар ғаиләһенә «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ» миҙалын тапшырҙы.

Рәсми өлөштән һуң мәсеттең имамы Әғләметдин хәҙрәт барыһына ла изге Ураҙа байрамы көндәрендә һаулыҡ, тыныслыҡ теләне. Артабан сарала ҡатнашыусылар байрам намаҙына баҫты. Намаҙ бөтөү менән ашъяулыҡтар йәйелеп, байрам табыны ҡоролдо.

Ошондай уҡ байрам саралары ҡаланың Арҡайым, Алтын, Көньяҡ, Таулы, Төйәләҫ ҡасабаларының иман йорттарында ла ойошторолдо.

 

Рәсүл Мансуров.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap