Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
11.07.2016
Матур ғаилә—ил күрке
Untitled document

Данил ӘБДЕЛFАЗИН

Юлгилдиндар—биш бала үҫтереп, бар ғүмерҙәрен хеҙмәткә арнаған кешеләр. Бөгөн Бөтә Рәсәй ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә уларға «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» миҙалы тапшырыла.

Ауылдың ҡалҡыу урынында ҡайындарға һыйынып ултырған өйҙөң ҡапҡаһын асып инеүебеҙ булды—ғаилә башлығының булдыҡлылығы, хужабикәнең иплелеге хайран итте. Ихата алдында бер сүп, ҡыйшайған йәиһә ҡолаған ҡойма күрмәҫһең, йорт эсендә лә тәртип хөкөм һөрә.

—Икәүҙән-икәү генә донъя көтөп ятыуыбыҙ. Ике малай һәм өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙек. Балаларыбыҙ белем алып, башлы-күҙле булып, үҙ ғаиләләрен ҡорҙо. Тыуған йорттарына юлды һыуытмай, йыш ҡына ҡайтып, хәл-әхүәлдәребеҙҙе белешеп тора, —тип түргә әйҙәне улар беҙҙе.

Юлгилдиндар илебеҙ үҫешенә тос өлөш индергән ғаилә: Яныбай Ҡасим улы 41 йыл ғүмерен шофер һөнәренә арнаһа, Зөбилә Бәҙретдин ҡыҙы 37 йыл мәктәптә балаларға белем биргән.

—Бәләкәйҙән машина йөрөтөргә, ер-һыу күрергә хыялландым,—тип хәтирәләргә бирелә Яныбай ағай. Мәктәпте тамамлағас, Юлдыбай һөнәрселек училищеһына уҡырға индем. Унан һуң инде әрме хеҙмәтенә юлландым. Бында хыялым тормошҡа ашты—ЗИЛ-157, ЗИЛ-164 автомобилдәрен йөрөттөм. Хатта, Чехословакия менән СССР араһындағы «Дунай» операцияһында ҡатнашырға яҙҙы.

Йәш егет хәрби хеҙмәттән ҡайтыу менән совхоздың «УралЗИС» машинаһына ултыра. Көн һайын тиерлек Сибай юлдарын тапай. Техникаһын яңыртҡас, Өфө, Магнитогорск тарафтарына ебәрә башлайҙар. Ул замандарҙа юлдар ҙа, хәҙерге кеүек көҙгөләй ялтырап ятмай. Баш ҡалаға барыу ғына 13-14 сәғәтте ала.

—Күп ерҙәрҙә йөрөлдө. «Һабыр» совхозы барлыҡҡа килгәс, ҡара-сыбар тоҡомло һыйырҙарҙы алып ҡайтыуға 60-70 машина менән Белоруссияға барҙыҡ,—тип һүҙен дауам итә әңгәмәсем. —Бигерәк тә, Әлшәй районына прессланған һаламға барыу иҫтә ҡалған. Ҡайтырға сыҡҡанда көн буранлап тора ине. Күгәрсен янында көрткә батып, тәүлектән ашыу ултырырға тура килде. Асыҡтырҙы, өшөттөрҙө, зоотехник егет ниндәйҙер ауылға барып, печенье менән сәй алып килгәйне, күңел күтәрелеп китте.

Яныбайҙың ағайҙың хеҙмәте лайыҡлы баһалана.1981 йыл һөҙөмтәләре буйынса «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» номинацияһында еңеп сыға. Һәм бүләктең еллеһен—«Жигули» автомобилен сиратһыҙ һатып алыу мөмкинлегенә эйә була.

Үрге Fәле ауылында тыуып үҫкән Зөбилә Бәҙретдин ҡыҙы урта белемгә эйә булғандан һуң, Бикйән ауылында башланғыс кластар уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай. Ҡыҙҙың белемгә ынтылышын һәм тырышлығын күреп, Өфөгә пионервожатыйҙар курсына ебәрәләр. Ә унан һуң инде яҙмыш йәш ҡыҙҙы Ҡашҡарға килтерә.

—Ауылдың гөрләгән сағы ине,—ти уҡытыусы йәшлек йылдарына ҡайтып.—Дәртле йәштәр менән бергәләп, ырҙынға сығып китәбеҙ, киноға барабыҙ, өмәләрҙә ҡатнашабыҙ. Ағайығыҙ менән шул йылдарҙа таныштыҡ та инде.

Халҡыбыҙҙа, атанан күргән—уҡ юнған, әсәнән күргән—тун бескән, тигән тапҡыр әйтем бар. Юлгилдиндарҙың биш балаһының дүртәүһе ата-әсә һөнәренә тоғролоҡ һаҡлаған. Малайҙары—Йәүҙәт (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уҙған йыл мәрхүм булып ҡалған) менән Зөлфәт «ҡорос ат»ҡа өҫтөнлөк биргән, ә Рәүилә менән Рәмилә йәш быуын тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индерә: береһе—Сорғот ҡалаһында тәрбиәсе, икенсеһе Йылайырҙа уҡытыусы булып эшләй. Рәзилә иһә район үҙәк дауаханаһында хеҙмәт итә.

—Балаларға хеҙмәт тәрбиәһе бирергә тырыштыҡ. Икебеҙ ҙә эшкә сығып китәбеҙ. Өлкәндәре Йәүҙәт менән Рәзилә мал ҡарай, игеҙәктәр—Рәмилә менән Рәүилә шул тиклем ҡулсыр ине. Уларҙы карауатҡа бәйләп киткән осраҡтар булды,—ти Юлгилдиндар.—Балаларыбыҙ үҫкәс ҡулыбыҙға эш тейҙермәне. Килен-кейәүҙәрҙән уңдыҡ. Ишек алдыбыҙҙа йәй буйы ейән-ейәнсәрҙәр тауышынан яңғырап тора. Ошо үҙе ҙур бәхет.

 

Бөгөн дә Юлгилдиндар ауыл тормошонда әүҙем ҡатнаша. Икәүләшеп мәҙәниәт йортонда эшләп килгән «Умырзая» бейеү ансамбленә йөрөйҙәр. Былтыр бер урамдан ете пар «Байыҡ» бейеү телевизион конкурсына барып ҡайтҡан. Яныбай ағайға уҙған йыл ауыл старостаһы тигән эш йөкмәтелһә, Зөбилә ханым «Ағинәйҙәр ҡоро»ноң әүҙем ағзаһы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap