Сибайҙа һауа торошо:
-1, -3 ° C 1 - 3 м\с СЗ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
Тик нурҙарҙан торһон донъялар
Untitled document

Мотал Рәмов

Шатлығымды ҡушам йырҙарға!

Беҙҙең йәшлек әле уҙмаған,

Маңлайҙарға һырҙар ҡунмаған.

Саф өмөттәр һаман шул көйө,

Fүмер йомғағының юҡ йөйө!

Барыр юлым алда нур ғына,

Күңел сазым тулы моң ғына.

Үкенмәйем уҙған йылдарға,

Шатлығымды ҡушам йырҙарға!

Юлдаш итеп алып йырҙарым,

Уҙып барам ғүмер юлдарын.

Һеҙгә һонам һәр саҡ ҡулдарым

Ҡушылығыҙ миңә, дуҫтарым!

Барыр юлым алда нур ғына,

Күңел сазым тулы моң ғына.

Үкенмәйем уҙған йылдарға,

Шатлығымды ҡушам йырҙарға!

Гел шатланһын минең ишеләр,

Ташламаһын яҡын кешеләр!

Ташып аҡһын хистәр даръялай,

Тик нурҙарҙан торһон донъялар!

Барыр юлым алда нур ғына,

Күңел сазым тулы моң ғына.

Үкенмәйем уҙған йылдарға,

Шатлығымды ҡушам йырҙарға!

Ашыҡҡанбыҙ…

Ҡасан ғына үҫеп етәбеҙ, тип

Эй, ашҡындыҡ бала саҡтарҙа.

Әҙер инек осоп китергә беҙ

Күҙ күрмәгән йыраҡ яҡтарға…

Йылдар үткәс кенә аңға керҙе

Мәңге түгеллеге һәр мәлдең,

Сал сәсемде һыйпап, иҫкә алам

Сабыйланып үткән көндәрҙе…

Бер күҙ асып йомған ара һымаҡ,

Ә асылда күпме йыл үткән…

Беҙ шаярып ҡорған ҡыуыштарҙы

Күптән инде һантый ел һүткән…

Ниңә инде шулай ашҡынабыҙ

Fүмер түбәһенә менергә…

Барса үткәндәрҙе шул түбәнән

Теләйбеҙме әллә күрергә?

Fүмер юлы булһын оҙон-оҙаҡ,

Өҙөлмәһен берүк аҙымдар!

Ал ҡояшы менән көтөп торһон

Беҙ йәшәйһе матур ай-йылдар!

Ата нигеҙе

Тыуған нигеҙ тупһаһында торам,

Уйым менән ҡосоп үткәнде.

Йылы елдәр сәстәремдән һыйпай

Мин ҡайтҡанды һағынып көткәнме?

Атам йорто емерелгән инде,

Ҡайырылған инер ишектәр...

Алмағастың өнһөҙ шыбырынан

Миңә үпкә, бер зар ишетәм.

Һуңланың бит, туған, ти ул гүйә,

Ҡороттоң бит атаң нигеҙен,

Белмәнеңме, һиҙмәнеңме шулай

Үкенестең һуңлап килерен?

Атаң йорто ҡабат ҡалҡмаҫ инде,

Ҡабат янмаҫ әсәң усағы.

Бер мәл булған кеүек кеше ғүмере,

Һәр нәмәнең була үҙ сағы...

Әллә һағыш, әллә үкенестән

Тәгәрәне ҡайнар йәштәрем.

...Эх, яҙмышты кирегә борорға

Етмәй бары, етмәй көстәрем...

Мөнәжәт

Раббыма баш эйәмен,

Тормош ауыр булһа ла.

Тәкбир менән йыуанам

Лә-иләһә иллаллаһ!

Fүмерҙәр туҡтау белмәй,

Хас тынмаҫ бер ҡуласа...

Һыйынам тик Аллама

Лә-иләһә-иллаллаһ!

Мөхәммәт-рәсүлуллаһ!

Иң яҡты хыялдарым

Әйләнһен, тип ысынға,

Ҡабатлайым көн һайын:

Лә-иләһә-иллаллаһ!

Һуңғы һулыш алғансы

Иманымды юғалтмам!

Көс-ҡеүәт бирһен Аллам

Лә-иләһә-иллаллаһ!

Мөхәммәт-рәсүлуллаһ!

Пәйғәмбәрҙәр аҡылын

Сәхәбәләр арҡылы

Ата-бабам аңғ(а)лған

Лә-иләһә-иллаллаһ!

Аҡылһыҙға аң булһын,

Һуҡырҙарға нур булһын,

Моңһоҙҙарға моң тулһын,

Лә-иләһә-иллаллаһ!

Мөхәммәт-рәсүлуллаһ!

Ете ҡаттыр күк йөҙө,

Ары Аллаһ бер үҙе!

Табынғаным бер Аллаһ

Лә-иләһә-иллаллаһ

Мөхәммәт-рәсүлуллаһ!

Йәшлектәрҙең әле иртәһе

Тындарыбыҙ иркен, күңелдәр көр,

Тормошобоҙ шөкөр итерлек.

Хыял ҡанатыбыҙ ҡолас йәйә

Ҡитғаларҙы осоп үтерлек!

Fүмерҙәрҙең иң-иң гүзәл сағы,

Йәшлектәрҙең әле иртәһе.

Маҡсаттарға әле ирешәһе,

Хыялдарҙы ысын итәһе!

Уйҙарыбыҙ уртаҡ, аҙымдар ныҡ,

Алға әйҙәй ҡуйған маҡсаттар.

Күкрәктәргә һыймай, илһамланып,

Урғылалар беҙҙең шатлыҡтар.

Бәхет икән йәшлек таңдарыңдың

Һәр көн шулай тыныс атыуы.

Йылдар үткәндә лә йөрәктәрҙең

Баҫылмаһын ине ярһыуы!

Балан

Туй күлдәген алмаштырған балан,

Ҡыҙыл күлдәк уның иңендә.

Күрегеҙсе, ниндәй күркәм булып,

Баҫып тора аҡлан түрендә!

Шул баландай гелән матур ҡалып

Йәшәйһеләр килә донъяла.

Төҫ ташламай ҡартаяһы ине,

Күпме йылдар артта ҡалһа ла.

Хыялдарым ерҙә, күңелем күктә,

Ә яҙмышым  балан емеше.

Фанилыҡтың тәмен татыр өсөн

Донъяларҙа йәшәйҙер кеше...

Ниңә икән?

Ниңә икән беҙ йәш саҡта

Ҡыҙҙар булды гел эре?

Керһеҙ һөйөү хистәренә

Яуаптар булды кире?

Бармаҡ төртөп, көлдө улар:

«Һай, егет йораттары!»

Белһәләр ине өткәнен

Кәмһенеү ғазаптары...

Бөгөн килеп, шул уҡ ҡыҙҙар

Беҙгә башҡаса ҡарай,

Беҙҙекеләр, тигән булып,

Һөтлө телдәрен сарлай.

Эх, һеҙ, ҡыҙҙар, һуңланығыҙ,

Йәш саҡтар ҡалды йыраҡ,

Бер атҡан таң кире атмаҫ,

Һандуғас булып һайрап...

Ниңә инде үҙ мәлендә

Ҡәҙерҙе белмәнегеҙ...

Һуңланығыҙ, әле килеп,

«Занятой» ирҙәр бит беҙ!

Үткәндәрҙә ҡалды инде

Юғалтыу, үкенеүҙәр...

Кисәге ҡыҙ  бөгөн ҡатын...

Һүрелгән шул күңелдәр,

Беҙ ҙә егет түгелдәр...

Үҙем булып ҡалайым...

«Көн яманы үтә лә ул,

Әҙәм яманы бөтмәй...»

Әсәйемдең ошо һүҙе

Һис бер хәтерҙән китмәй.

Боҙоҡ көндәр артта ҡалды,

Ямандар янда һаман.

Хөсөттәрҙең ғәйбәт һүҙе

Алҡымдан алды тамам.

Һөйләһендәр, күңелем саф,

Намыҫыма кер йоҡмаҫ.

Юҡты бар итеүселәрҙең

Мәкере барып сыҡмаҫ!

Fәҙеллек минең юлдашым,

Fәмәлдәрем изгенән.

Иманым  яҡты маяғым,

Йыға алмаҫ һүҙ генә!

Хәтерем ҡалһа ла ҡай саҡ,

Үпкәләүҙәр миңә ят.

Дуҫ-иштәр янымда саҡта

Ҡурҡыт(а) алмаҫ ете ят.

Йәшәйем әле үҙемсә,

Үҙем булып ҡалайым.

Абалаған алабайҙар

Йота алмаҫ, моғайын!

Дуҫтарыма

Ауыр саҡта арҡа терәр

Дуҫтарың булһын икән,

Ҡайҙа барһаң, ҡаршы сығып,

Әйҙүкләп торһон икән!

Эх, дуҫтарым, рәхмәт һеҙгә,

Бергә ҡалайыҡ һәр саҡ!

Был донъяла татыу-татлы

Йәшәүҙәре тик бер саҡ!

Ил өҫтөндә  илле дуҫым,

Ишектәре шар асыҡ!

Үҙ йортома ингән кеүек,

Инәм ирәүән баҫып!

Иҫәпле дуҫ  айрылышмаҫ,

Был әйтем сыҡмай иҫтән.

Дуҫ-иштәрем бар сағында

Ярҙам көтмәйем күктән.

Дуҫтар барҙа донъям теүәл,

Таяныр терәгем бар!

Тыныс, матур тормош менән

Йәшәһен, тием, дуҫтар!

Аҡ ҡорбандар салам...

Аҡ ҡорбандар салам, изгеләрҙән нәҙер әйтеп,

Раббым-Мәүләм, риза булып, ҡабул итһен тиеп.

Fәмәлемдән хасил булған әжер-сауаптары

Әрүәхтарым рухтарына барып етһен тиеп.

Раббым-Мәүләм, гонаһтарым күптер, ғәфү итсе,

Тамуҡ уттарына һалма, кисер бәндәңде, тим

Ҡөҙрәтең киң һинең, шәфәғәтең бай һәм иркен,

 

Иман менән алдарыңда ҡылам тәүбәмде мин!

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap