Сибайҙа һауа торошо:
-1, -3 ° C 1 - 3 м\с СЗ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
Күңелем байлығы—иман
Untitled document

Рәмил Хәсәнов

Изге китап

Ҡөръән алһам ҡулдарыма,

Зиһендәрем асыла.

Сүрәләрҙең аяттары

Бер-бер артлы уҡыла.

Тәүге сүрә Фатихалыр,

Кәрәктер көндә уҡыу.

Күркәм сифат бәндәләргә,

Иманлы, динле булыу.

Кәүҫәр сүрәһендә әйтелә,

Байлыҡ, муллыҡ турында.

Ожмахтағы барлыҡ ниғмәт,

Аллаһтың хозурында.

Лә илләһү илләллаһты,

Әйтеү кәрәк һәр ерҙә.

Ҡөръән изге китабыбыҙ,

Урыны уның түрҙә.

Ошо китап беҙҙең өсөн,

Булһын йәшәү ҡануны.

Талаптарын белеү етмәй,

Үтәү кәрәк бит уны.

Fәшүрә көнө

Унынсы көн Мөхәррәмдең,

Fәшүрә тип атала.

Динебеҙҙә бик хөрмәтле,

Изге көндән һанала.

Аллаһ Ерҙе һәм дә күкте,

Ошо көндө яралтҡан.

Төндәрҙе Ай, ә көндәрҙе,

Ҡояш менән яҡтыртҡан.

Атабыҙ Әҙәм, Инәбеҙ Һауа

Тап шул көндө яралған.

Ер йөҙөнә бар ҡәүемдәр,

Йәшәр өсөн таралған.

Изге ғәмәлдәр ҡылайыҡ,

Мосолмандар, был көндә.

Раббыбыҙға ҡайнар һөйөү,

Булһын ине һәр кемдә.

Fәшүрәнең хозурлығын,

Бәндәләр тойһон ине.

Иман йорто-мәсеттәргә,

Шатланып килһен ине.

Аллаһ беҙҙе ошо Ергә,

Ебәргән һынау өсөн.

Дин өсөн Пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.)

Йәлләмәгән бар көсөн.

Эй,мосолман ҡәрҙәштәрем?

Иман менән йәшәйек.

Хаҡ дин өсөн, саф дин өсөн

Бергәләп көрәшәйек.

Бисмилләһи һүҙе менән,

Башлайыҡ аяттарҙы.

Ҡөръән уҡып, доға ҡылып?

Алайыҡ сауаптарҙы.

Күңелдәрҙән ҡабатлайыҡ,

Әлхәмдүлилләһ һүҙен.

Эй, Хоҙайым, бир сабырлыҡ

Илаһи көс һәм түҙем.

Аллаһының әмерҙәрен,

Еткерә беҙгә аҙан.

Изге һүҙҙе күңеленән,

Аңлай алмайҙыр наҙан.

Раббыбыҙға маҡтауҙар,

Булһын йөрәк түренән.

Хәмед сәләмдәребеҙ етһен,

Беҙҙең һәр беребеҙҙән.

Салауат булһын Рәсүлүллаһ,

Фиҙа булһын хаҡ юлына.

Рәхмәттәрен, мәрхәмәтен

Еткерһен һәр ҡолона.

Аллаһының шәфәғәте,

Төшһөн һәр бер кешегә.

Атай-әсәй, туғандарға

Дуҫтарға һәм күршегә.

Ырыҫ, бәхет, сәғәҙәттәр

Теләйек беҙ йәштәргә.

Шатлыҡ, ҡыуаныстар менән

Насип итһен йәшәргә.

Балаларҙы һаҡлап торһон,

Фәрештәләр һәр ерҙә.

Бала бауыр ите,—тиҙәр

Онотмайыҡсы берҙә.

Изге һүҙҙәрҙе йәлләмәй,

Әйтәйек бер-беребеҙгә.

Сауаптары ҡабул булһын,

Ҡалған ғүмерҙәребеҙгә.

Ураҙа

Аллаһының рәхмәте менән,

Рамаҙан шәриф килде.

Хуш киләһең, эй изге ай,

Сафландыр һин күңелде.

Иман килһен иманһыҙға,

Һәм тәүфиҡ тәүфиҡһыҙға.

Сәғәҙәтле ғүмер бирһен,

Раббым Аллам барыбыҙға.

Эй мөьминдәр, мосолмандар,

Беҙгә фарыз ҡылынған.

Рамаҙанда ураҙа тотоу,

Аллаһтан бойоролған.

Һәр нәмәнең зәҡәте бар,

Ураҙа тән зәҡәте.

Тәнебеҙҙе паклаусы ул,

Аллаһының рәхмәте.

Ихласлығым менән, тиеп

Аллаһы Тәғәлә өсөн.

Ниәт ҡылам Ураҙаға,

Етһен сабырлыҡ көсөм.

Ифтар ҡылам Ҡояш батҡас,

Татлы емеш, һыу менән.

Гонаһтарымды ғәфү ит,

Риза бул Аллам минән.

Намаҙҙың шарттары

Намаҙҙың шарты һигеҙҙер,

Тәһәрәтле, пак булыу.

Кейемеңдең таҙалығы,

Намаҙлыҡтың сафлығы.

Fәүрәт ерҙәрең һөртөлөп,

Намаҙ ваҡыты тулыу.

Ҡиблаға ҡарап баҫып,

Күңелдән ниәт ҡылыу.

Ошо шарттар үтәлгәндә,

Намаҙың ҡабул булыр.

Күңелдәрең мөлдөрәмә,

Саф иман менән тулыр.

Иман менән йәшәйек

Бисмиллаһир рахмәнир рахим,

Тип башлана һәр сүрә.

Аллаһ барыһын ишетә,

Һәр нәмәне Ул күрә.

Ихласлыҡ менән үтәйек,

Аллаһтың ҡушҡандарын.

Изге ғәмәлдәр ҡылайыҡ,

Беләйек тыйғандарын.

Шайтандың ҡотортоуына,

Уяуыраҡ булайыҡ.

Яман һүҙҙән, яман күҙҙән

Йырағыраҡ торайыҡ.

Бер Аллаһтан беҙ һорайыҡ,

Һаулыҡ, иманлы ғүмер.

Раббыһына һыйынғандар,

Ауырлыҡтарға түҙер.

Иманыбыҙға ҡайтайыҡ,

Тәүбәләргә киләйек.

Фани донъя ике килмәй,

Ҡәҙерҙәрен беләйек.

Тәүфиҡ бирһен балаларға,

Тәртип, шатлыҡ, һиҙәйәт.

Нур бөркөлһөРн донъябыҙға,

Ырыҫ, бәхет, сәғәҙәт.

Эй, ҡәрҙәштәр, мосолмандар,

Шатлыҡта күрешәйек.

Бер Аллаһҡа ғына ышанып,

Иман менән йәшәйек.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap