Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 2 - 4 м\с СВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
Балаларға яңы мөмкинлек
Untitled document

Төрлө-төрлө сағыу уйынсыҡтар менән геү килгән ҡыҙҙар-малайҙарҙы һәр кем ҡыҙыҡһынып күҙәтте. Ҡулсыр балаларҙы тотоп буламы ни инде? Берәүҙәр, күҙҙең яуын алырлыҡ тәтәйҙәрҙе үҙ итһә, икенселәр иһә таусыҡтан шыуып рәхәтләнде.

Эйе, Сибай ҡалаһының «Тирмәкәй»  балалар баҡсаһында мөмкинлектәре сикләнгән кескәйҙәр өсөн асылған ял бүлмәһе шат тауыштарға күмелгәйне. Уйнап ҡынап ҡалманы улар, йыр-моң донъяһында ла гиҙҙе, алып барыусылар ҡойған шаян йомаҡтарға ла яуап бирҙе.

Статистика мәғлүмәттәре буйынса, ошо категорияға ҡараған балаларҙың күпселеге мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына, төрлө мәҙәни сараларға йәиһә түңәрәктәргә йөрөүҙән мәхрүм. Ә йәмғиәткә тулыһынса яраҡлаша алмаған бала үҙ-үҙенә бикләнә, тиҫтерҙәре менән аралашыуҙан туҡтай башлай. Шуға күрә,   ял бүлмәһен асыу ҙа мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы коллективҡа йәлеп     итеү, уларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү маҡсаты менән барлыҡҡа килде. Ата-әсәләргә лә уңайлы—бәләкәстәре ҡараулы булғас, буш ваҡыттары ла артасаҡ.

Ошо мәсьәләләрҙе хәл итеү ниәтендә «Азатлыҡ» халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең Мәрхәмәтлек фонды менән берлектә «Хыялдар тормошҡа аша» программаһында ҡатнашып, 351 мең һумлыҡ субсидияға эйә була. Программа киләһе йылдың мартына тиклем эшләйәсәк, шул ваҡыт эсендә төрлө саралар уҙғарылып, мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе күпләп йәлеп итәсәктәр.

—Әлеге ваҡытта 13 бала йөрөй. Ял бүлмәһенә кескәйҙәрен теләге булған һәр кем йөрөтә ала. Аҙнаһына 1 тапҡыр ҡабул итәбеҙ, улар менән һүрәт төшөрөү, музыка, ҡул эштәре серҙәренә төшөнәсәкбеҙ, шулай уҡ мәктәпкә әҙерлек үтәсәкбеҙ,—ти балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре.

«Тылсымлы урман» тип аталған ял бүлмәһен тантаналы асыуҙа мәғариф бүлеге методисы Лилиә Янбаева, «Азатлыҡ» халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге директоры Илһам Әбделғужин, «Тирмәкәй» балалар баҡсаһы мөдире Гөлфиә Мәғәсүмова, ата-әсәләр һәм балалар ҡатнашты. Сығыш яһаусыларҙың һәр береһе изге эштең кәрәклегенә баҫым яһап, уның әһәмиәтен юғары баһаланы.

 

Нил Fазин.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap