Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
18.07.2016
Халыҡтарҙы берләштерҙе байрам
Untitled document

Данил ӘБДЕЛFАЗИН

Үткән аҙнала Сибай ҡалаһы делегацияһы Силәбе өлкәһенең Троицк ҡалаһында үткән һабантуйға барып ҡайтты. Башҡортостан исеменән сығыш яһаған яҡташтарыбыҙ халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, йыр-бейеүҙәрен күрһәтте.

Байрам шаулап-гөрләп уҙҙы, тиһәк тә хата булмаҫ. Шулай булмай, төрки халыҡтары өсөн уҙғарылған сараға Ҡаҙағстан, Татарстан, Башҡортостан, Силәбе өлкәһенән йәмғеһе 15 меңдән ашыу кеше йыйылды. Улар иҫәбенә бер көн алда үткән V Бөтә Рәсәй «Рәсүлев уҡыуҙары: Ислам Рәсәй тарихында һәм хәҙерге заманда» ғилми-ғәмәли конференцияһында ҡатнашыусылар—Амман халыҡ-ара ислам фәндәре университеты профессоры, шәйех Әбдразаҡ Әссәйеди һәм башҡа Рәсәй һәм БДБ илдәренән килгән диндарҙар инде.

Һабан байрамына килеүселәрҙе өлкә губернаторы Борис Дубровский сәләмләне.

—Ер эштәрен төбәк халҡы уңышлы атҡарып сыҡты,—тине ул.—Ауыл хужалығын үҫтереү—төп бурысыбыҙ. Яңынан-яңы алымдар, технологияларҙы үҙләштереү өҫтөндә әүҙем эшләйбеҙ. Бөгөнгө сараға халыҡтың күпләп килеүе ҡыуандыра. Һабантуй байрамы милли сиктәрҙе күптән үткән. Был ерҙә эшләгән бар халыҡтың дөйөм байрамы.

Артабан Башҡортостан Республикаһының премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов һәм башҡа ҡунаҡтар һүҙ алып, байрамдың ер кешеһен данлауҙан тыш, халыҡтар дуҫлығы йәһәтенән әһәмиәтен билдәләне.

Ә һәр халыҡтың мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен үҙенсәлекле сағылдырған күргәҙмәләр кемдәрҙе генә ҡыҙыҡһындырманы икән? Сибайҙар ҡорған тирмәләр, милли ризыҡтарҙан һығылған өҫтәл, милли кейемдәр һәм көнкүреш әйберҙәре халҡыбыҙҙың боронғо йәшәйешенә алып ҡайтты. Ҡала хакимиәте башлығының социаль эштәр буйынса урынбаҫары Гүзәл Ишемғолова, эштәр идарасыһы Айнур Иҙрисов, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Гөлназ Аҡназарова етәкселегендә барған делегацияның етди әҙерлеге күҙгә ташланды. Театр-концерт берекмәһенең бай рух менән һуғарылған концерты һәр кемде үҙенә тартмай ҡалмағандыр.

—Беҙҙең тирмәнән кеше өҙөлмәне. Рустар, татар, ҡаҙаҡтар—барыһы ла милли йолаларыбыҙ, ризыҡтарыбыҙ менән ҡыҙыҡһынды. Хатта, милли кейемдәребеҙҙе кейеп, фотоһүрәткә лә төштөләр,—тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты «Йәнгүҙәй» ансамбле ағзаһы Дилара Рафиҡова.—Силәбе өлкәһе губернаторы Борис Дубровский менән алыҫтан килгән хөрмәтле ҡунаҡ—шәйех Әбдразаҡ Әссәйедигә тирмәбеҙ хуш килде. Бигерәк тә, эскә ҡул йыуҙырып индереүҙе оҡшаттылар.

Яҡташтарыбыҙ балаға исем ҡушыу йолаһын күрһәтеп, сабыйға Зәйнулла исемен бирҙе. Сит өлкәләрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ ҙә ҡымыҙ, буҙа тәмләне, ат сбруйҙары һәм башҡа көнкүреш әйберҙәре менән ҡыҙыҡһынды.

—Башҡортостандан ситтә йәшәһәләр ҙә, уларҙың халҡыбыҙ рухына тоғро ҡалыуы, алсаҡлыҡ, ябайлыҡ кеүек сифаттарҙың  юғалтмауҙары һөйөндөрә,—ти Дилара Мөхөтдин ҡыҙы.

Байрамдың тағы бер үҙенсәлеге—бар халыҡ алдында 15 минут эсендә 3 меңдән ашыу йомортҡа бешерелде һәм теләге булғандарға таратып бирелде. Уны бешереүгә 7 литр үҫемлек майы, 1 кг тоҙ тотонолдо. Икенсе рекорд иһә 220 килограмлыҡ сәк-сәк әҙерләнде.

 

Һабантуйҙың төп саралары—милли көрәш, ат сабышы, башҡа милли ярыштар ҙа халыҡты күпләп йәлип итте.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap