Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 2 - 4 м\с СВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
18.07.2016
Сибай юртаҡтары иң етеҙе
Untitled document

Күптән түгел башҡалабыҙ Өфөгә илебеҙҙең төбәк финанс органдары етәкселәре Бөтә Рәсәй семинар-кәңәшмәһенә йыйылды. Финансистарҙың киң масштаблы съезы сиктәрендә «Аҡбуҙат» ипподромында бәйге ойошторолдо. Унда Башҡортостандан, Татарстандан иң көслө таҙа тоҡомло айғырҙар һәм менге тоҡомло бейәләр сабышты.

Бәйгенең 2400 метр арауығына ярышта Сибай ҡалаһы шәхси эшҡыуары Айҙар Сөләймәновтың «Манчестер» ҡушаматлы айғыры (жокей Сергей Айсенов) беренселекте алһа, ошо уҡ хужаның  «Ибица» ҡушаматлы бейәһе (жокей Рәмил Салахов) финишҡа икенсе булып инде. Тап бәйгелә генә ат, уның хужаһы, жокей һәм тренерҙың иң нескә бәйләнешен күҙәтергә була. Ошо дүрт тағандан—ат һәм өс кешенән торған команданың берҙәм тырышлығы ғына еңеү килтереүгә һәләтле.

Юртаҡтарҙы бәйгегә тренер Алмас Шәфҡәт улы Шөғөров әҙерләгән. Әлеге көндә тренер ошо уҡ аттарҙы һәм жокейҙарҙы шулай уҡ башҡалала уҙасаҡ Элита призы бәйгеһенә етди әҙерләү менән мәшғүл.

—Тренерлыҡ эше менән 2007 йылдан шөғөлләнәм,—ти Алмас Шәфҡәт улы.—Профессиональ спорт аттарында әүҙемлек, янып торған тәбиғи темперамент юғары баһалана. Тынысыраҡ юртаҡтар спортҡа барһа ла, юғары титулдар яулауға өлгәшә алмай.

Таҙа инглиз тоҡомло «Манчестер» ҡушаматлы айғыр ҙа, «Ибица» бейәһе лә махсус шарттарҙа аҫрала. Режим ҡаты: иртәнсәк мотлаҡ душ аҫтында йыуындыралар, ялдарын, йөнөн тарайҙар, йүгәнләп күнекмәгә алып сығалар, ашаталар, ял иттерәләр. Ашатыуға айырым иғтибар бүленә. Тренер әйтеүенсә, таңғы сәғәт биштән күнекмәгә алып  сығып, саптыра, галоптар яһата башлаһаң, аҡыллы хайуандар  шунда уҡ бәйгегә әҙерләнгәндәрен аңлай. Хатта улар ярышҡа барыр алдынан ат ташыу прицебына ла бик теләп барып инә.

Аттың телен, холоҡ-фиғелен аңлаусы Алмас Шәфҡәт улы алдағы бәйгегә лә юртаҡтарҙы таңдан тороп әҙерләй. «Ике юртаҡ та быға тиклем Өфөлә, Силәбе, Ырымбур өлкәләрендә, Татарстанда уҙғарылған мәртәбәле бәйгеләрҙә бер нисә тапҡыр еңеү яуланы. Көсһөҙ дәғүәсеңде еңеүҙе лайыҡлы һанарға ярамай, иң-иңдәр менән ярышҡа сыҡҡанда ғына үҙ-үҙеңде камиллаштырырға була. Шуның өсөн яңы ярыштарға яңы көс менән барабыҙ»,—ти Алмас Шөғөров.

 

Гөлдәр Ҡадаева.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap