Сибайҙа һауа торошо:
-4, -6 ° C 4 - 6 м\с З
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
Йырға һәйкәл ҡуйылды
Untitled document

Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылының Ҡарамалташ тауы аҫтындағы бер күтәрелештә тирмәләр ҡоролдо, халыҡ ҡайнашты, әйтерһең дә, тарих 158 йылға кирегә боролдо. Тау ҡолағын ҡарпайтҡандай булды, сөнки бында яңғыраған «Сибай» башҡорт халыҡ йырын ул ҡасандыр Шәһиәхмәт Утарбай улы Сибаев башҡарыуында ишеткәне бар ине. Бөгөн уны ауылдың аҡһаҡалдары Сәғәҙәт Ишбирҙин, Сабирйән Байназаров Сибай концерт-театр берекмәһе артистарына ҡушылып йырланы.

1858 йылда Сибаев Шәһиәхмәт Ҡатай кантон булып тәғәйенләнеп, шул яҡтарға китер алдынан үҙенең дуҫтары, туғандары һәм Сибай ауылы халҡы менән хушлашып тап ошо ерҙә әлеге йырҙы йырлаған. Шул мәлдән йыр «Сибай» исемен ала, түбәлек «Сибай биләне» тип аталып йөрөтөлә башлай. Хәҙер ул урында «Сибай биләне» стеллаһы ҡалҡты. Уны асыу йыйынында Сибаевтар, Рустановтар, Утарбаевтар тирмәләр ҡороп, ҡатын-ҡыҙҙар мул итеп милли аш-һыу әҙерләп, төбәк халҡын ихлас ҡаршы алды. Байрамға Иҫке Сибай музыка мәктәбе уҡыусыларының сағыу сығыштары биҙәк өҫтәне. Ауылдың һәүәҫкәр артистары әҙерләгән театрлаштырылған тамаша бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Тантананың рәсми өлөшөндә Иҫке Сибай ауылы биләмәһе башлығы Илдус Бикбаев урында матур итеп донъя көткән өлгөлө ғаиләләргә Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы. Шулай уҡ йыйын уҙғарыуға күп көс һалыусыларға, стеланы төҙөүселәргә ҙур рәхмәт белдерҙе. Айырым рәхмәт һүҙҙәрен бағыусыларға —Фәтхулла, Сабит, Мирза Утарбаевтарға, Сәрүәрә Әминева, Fәбит, Йәмил, Йәлил Утарбаевтарға еткерҙе. Аҡсалата ярҙам иткән Хөсәйенова Миңһылыу ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Fөмүмән, Шәһиәхмәттең бөтә туғандары ла был мөһим эшкә дәррәү ҡушылды. Рәмил, Фәнис Яҡуповтар, Данил Батыршин, Риф Ишмырҙин, Уралбаевтар ҙур ярҙам күрһәтте. Стелланың эскизын Бикбаев Руслан Хәйризаман улы әҙерләне.

Тарихи урынды асыу хоҡуғы ауылдың иң оло уҙамандары Сәғәҙәт Fәтиәт улына, Фәтхулла Сабир улына, Хөсәйенов Хәлилгә һәм Сибай сәсән нәҫеленең иң йәш вәкиле Динис Сибаевҡа, Динислам Утарбаевҡа бирелде. Өлкәндәр йыйындағыларҙы биләндең тарихы менән таныштырҙы. «Сибай биләне» стелаһы булдырыуҙың мөһимлеген Сабит Сәмиғулла улы бәйән итте.

Сибаев Шәһиәхмәт 1853 йылдың май айында оҙайлы хәрби хеҙмәткә алына. Шул йылдың июль айында В.А.Перовскийҙың Коканд ханлығы ҡәлғәһе Аҡ мәсетте штурмлап алыу походында ҡатнаша, яралар ала. Яҡшы хеҙмәте өсөн зауряд-сотник дәрәжәһен алып, 1857 йылда октябрь айында тыуған ауылы Иҫке Сибайға ҡайтып төшә. Ләкин ныҡ һағынғанлығын, зарыҡҡанлығын ҡандырып та өлгөрмәй, Ырымбур губернаторынан фарман ала. Уны 6-сы кантонға (Тамъян-Ҡатай) кантон итеп тәғәйенләйҙәр. Әммә сит ергә бер ҙә киткеһе килмәй. Йырҙың тәүге куплеттарында уҡ шул хәле яҡшы  сағыла. Ҡатай тарафтарында тыуған яғын һағынып, йырға тағы һүҙҙәр өҫтәй. Ш.Сибаев кантон вазифаһын яҡшы башҡарған, халыҡ та уны үҙ иткән. Биләмәләре буйлап йөрөгәндә старшиналар өйөндә ҡунырға ҡалған. Улар үҙ ауылы йырсыларын, ҡурайсыларын саҡыртып, кантондың күңелен табырға тырышҡан. Үҙен дә йырлатҡандар. Шуғалыр ҙа хәҙерге Әбйәлил, Учалы, Белорет райондарында уның йыры киң таралған. Тыуған яҡтарында уны Фатимаһы көтөп зарыҡҡан.

Йырҙы матур итеп, күңелеңде биреп тыңлаһаң, Шәһиәхмәттең ҡыҫҡа, ләкин данлы ғүмер юлы күҙ алдына баҫа. Уның йыры башҡорт халҡының иң яратып башҡарған йырҙарының береһе булыуы менән ғорурлыҡ уята. Тағы шуныһы ҡыуаныслы: хәҙер ул йырҙы йәштәр ҙә йырлай. Ҡарамалташ түбәлегендә беренсе тапҡыр яңғыраған йырға стела ҡуйыу бик урынлы булды. Ул Сибай йырына һәйкәл булараҡ данлыҡлы яҡташыбыҙҙың тыуыуына 195 йыл тулыу айҡанлы ҡалҡып сыҡты. Киләсәктә был урынға яңы өйләнешкән йәштәр килеп сәскә һалыр, уҡыусылар экскурсияға сығыр, туристар өсөн төбәктең тарихи урыны булыр, тип ышанабыҙ.

Стеланы ҡуйыуға булышлыҡ иткән барлыҡ ауылдаштарға, яҡташтарға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

 

Сабит Утарбаев, Иҫке Сибай ауылының ветерандар ойошмаһы етәксеһе.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap