Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
Үҙ утыңды йәшнәтергә, үҙ болотоң кәрәктер
Untitled document

Мәүлит Кәримов Белорет районы Үткәл ауылында тыуған. Әлеге ваҡытта Белорет районы Сосновка ауылында йәшәй. Ике шиғыр, бер хикәйәләр китабы авторы. Урал аръяғы ижади көстәренең «Ҡуңыр буға» йәмәғәт ойошмаһының идара рәйесе. Рәмил Ҡол-Дәүләт исемендәге әҙәби премия лауреаты.

ИКЕ ЗАМАНА

Ниндәй заман килде, ниндәй заман?

Үлем ала йәп-йәш ирҙәрҙе.

Заман сире килде, заман сире,

Яҡынайтып һыуыҡ гүрҙәрҙе.

Бер тиңдәшем кисә китеп барҙы,

Арына ла алмай шул сирҙән.

Икенсеһе бөгөн генә китте,

Күптәр ҡалды сирҙә әсирҙә...

Һуғыштан ҡайтҡан атайҙарҙың

Афғандарҙы үтте улдары.

Һуғыш, пуля йыға алмағанды,

Был сир бик тиҙ ҡыйҙы юлдарын.

Ирҙәр генәме ни, ҡатындар ҙа

Эсеп сирләй, эсеп үләләр.

Йоғошло сир заманымды биләй,

Балалар бит үҫеп киләләр.

Тиңдәш, ҡәрҙәш, йәштәр китә тора,

Был сир генә һаман тарала.

Эскән ҡыҙҙан, эскән әсәләрҙән

Заман сире—бала ярала!

Ысынбарлыҡ бөгөн ысынмы һуң?

Юҡтыр үлсәү, юҡтыр сама ла.

Берәү һата сирҙе, берәү ала—

Ике тормош, ике замана...

МАТУР ТЕЛЕМ!

Тағы ситтә, тағы яңғыҙ,

Ҡасан бөтөр был эше.

Үҙ телемдә һөйләшергә

Янымда юҡ бер кеше.

Үҙ телемдә хыялдарым,

Үҙ телемдә уйҙарым.

Төштәремдә генә күрәм

Үткәлемдең буйҙарын.

...Бөгөн иртән бүлмәләге

Урыҫ та ҡуйҙы әйтеп:

«Һин төшөңдә үҙ телеңдә

Һөйләштең матур итеп!»

Һағындыраң, матур телем!

Һағындыраң, тыуған яҡ!

Тынысланам—донъяла бар

Иң ҙур бәхет—ҡайтыр саҡ

ЭШҺЕҘҘӘРГӘ БАЙ ИЛЕМ

Башҡортостан егеттәре

Көнбайышта, Себерҙә.

Сиған кеүек йөкмәнешеп,

Эш эҙләйҙәр сит ерҙә.

Туйҙырған борон халҡымды,

Арыу белмәҫ аттары.

Эш хаҡын түләмәй хәҙер

Химия гиганттары.

Барлыҡ байлыҡ үҙебеҙҙә:

Нефть, баҡыр һәм тимере.

Тик ул байлыҡ байҙа ғына,

Ябай халыҡ тилмерә.

Барыһы бар, заводтар бар,

Ҡала тулы эшһеҙҙәр.

Эше лә бар—түләмәйҙәр

Шул эш өсөн, ғәмһеҙҙәр.

Ситкә китә төп байлығы,

Күрмәгәс ҡәҙерҙәрен.

Алтын ҡуллы егеттәрһеҙ,

Тороп ҡала бит ерем!

ЙӘШЕНДӘР

Болот болотҡа бәрелһә,

Йәшендәр китә йәшнәп.

Шул йәшендәр кеүек ерҙә,

Эх, булһа икән йәшәп.

Үҙ утыңды йәшнәтергә

Үҙ болотоң кәрәктер.

Ыңғай иҫкән елдәр генә

Артта булған терәктер.

Елдәр, елдәр! Тик миңә һеҙ

Булһағыҙ ҙа гел ыңғай,

Болотома һеҙ ҡаршы шул,

Юлдарым шуға уңмай...

ҠӘЙНӘЛӘРГӘ

Яңылыш фараз итәләр

Беҙҙә элек-электән:

Ҡәйнәләрҙең теле, имеш,

Йыуан була беләктән.

Йыланға ла ҡәйнәләрҙе

Сағыштырып ҡуялар.

Кейәү йәки килен унан

Туйҙан һуң уҡ туялар...

Һәр әсәгә үҙ балаһы,

Билгеле, бик тә яҡын.

Тик ҡәйнәләр генә белә

Кейәү йә килен хаҡын.

Һәр ҡатын-ҡыҙ әсә булһа,

Fәйбәт булыр кәмерәк!

Һәр әсә лә ҡәйнә булһа,

Донъя булыр йәмлерәк!

Яңылыш фараз йөрөтөп,

Кәмһетеүҙәр ишәйҙе.

Ҡәйнәләр ҙә шул уҡ әсәй,

Кәмһетмәйек әсәйҙе!

ҠАFИҘӘ

Өйҙәребеҙ йәнәш кенә,

Икенселәй — параллель.

Эшкә сыға, мин дә сығам,

Тик ул алдан бара гел.

Ул— йәш ҡатын, алдан атлай,

Нисек уны уҙаһың?!

Бер ҡайҙа ла яҙылмаған

Ҡағиҙәне боҙаһың?!

Эшемә барып еткәнсе

Шундай ләззәт кисерәм:

Алдымдағы фәрештәнең

Буй-һынынан иҫерәм.

Бындай ләззәтле иҫереү

Булһасы көн оҙайы!

Ҡатын-ҡыҙ нәфислегенән

Айырмаһын, Хоҙайым!

Өйҙәребеҙ параллель дә,

Йәнәш булалмай күңел.

Юлдарыбыҙ киҫешергә

Перпендикуляр түгел.

Йәшлек—йәш ат

Эй сапты ул күндәм,

Күндән ине шыма эйәре.

Шыуып ҡына түгел - зыңҡ төшәһең,

Һиҙмәй ҡалһаң алып сөйөрөн.

Һиҙмәй ҡалһаң...

Һиҙелгәндер инде—

Бушатылған ҡулда теҙгенде.

Атың көтмәй—саба,

Һин—артынан,

Ауыртҡанын тоймай теҙгеңдең.

Йәшлек атым өркәк булманы, юҡ!

Иҫәрләнеп үҙем өркөттөм.

Далаларҙа саптым, күктә остом,

Миндә ине көсө бөркөттөң.

Бураҙнаны боҙмаҫ сағын аттың

Алырмынмы икән мин көтөп?!

Ныҡ ултырам әле эйәремдә,

 

Ҡуймаһамсы тағы өркөтөп...

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap