Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
«Тик тыныслыҡ булһын донъяларҙа, аңыбыҙҙа көрсөк булмаһын!»
Untitled document

Фирүзә Абдуллина Баймаҡ районы Шүлкә ауылында тыуған. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлай. Хәҙерге ваҡытта Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Бәпес ауылында йәшәй. Шиғри китаптар авторы.

Бер ҡатлылыҡ

Бер ҡатлылыҡ менән ябайлыҡты

Бутамаҫҡа яйлап төшөндөм,

Ябай булып зыян күрмәһәм дә,

Бер ҡатлылығымдан өшөндөм.

Үҙ бәҫемде үҙем ебәргәнмен,

Үҙ баһамды үҙем төшөрҙөм:

Эс серемде лайыҡһыҙға сисеп,

Fәйбәттәргә йәнде бешерҙем.

Яратҡанмын лайыҡ түгелдәрҙе,

Ҡәҙер белмәгәнде һөйгәнмен,

Әллә ҡайҙан бурыс уйлап табып,

Үҙ иңемә үҙем өйгәнмен.

Ябай булыу, беләм, юғарылыҡ,

Бер ҡатлылыҡ иһә—иҫәрлек,

Тороп ҡалһын ине иҫәрлегем,

Тик йылмайып ҡына иҫләрлек!

Үҙһүҙле

Апайҙарым, асыуланып,

—Үҙһүҙле!—тиһә әгәр,

Үпкәләмәйем һис кенә,

Үҫәм дә китәм мәгәр!

Үҙһүҙле икәнмен, тимәк,

Үҙ фекерем, һүҙем бар,

Тиҫкәрелегем артында

Ҡағиҙәле үҙем бар.

Кемдер әйткәнде ҡабатлап,

Кемдер ҡушҡанды эшләп,

Йөрөһәм, оҡшар инемме?

Үкенмәм терһәк тешләп.

Эшләйем үҙем белгәнсә,

Үҙ ҡарарым, үҙ хатам,

Йәшәйем ҡулдан килгәнсә:

Үҙ йортом, үҙ ихатам.

Асыуланмағыҙ, апайҙар,

Үҙһүҙлектә ғәйепләп,

Һеҙҙең менән мин барыбер

Һөйләшә беләм ипләп.

Үҙгәрергә һуңдыр инде,

Үткән юл шаҡтай ғына,

—Үҙһүҙле!—тип әрләүегеҙ

Ул миңә маҡтау ғына!

Батыр бул!

Яраталар беҙҙә бахырҙарҙы,

Бахырҙарҙы беҙҙә йәлләйҙәр,

Шуға, ахыры, һау-сәләмәттәр ҙә

Зарланырға сәбәп эҙләйҙәр.

Яратмайҙар беҙҙе батырҙарҙы,

Батырҙарҙан ғәйеп эҙләйҙәр,

Батырҙарға күптәр аяҡ сала,

Йәки ситтән генә күҙләйҙәр.

Бахырҙарға юлдар иркен, таҡыр,

Янып тора гелән йәшел ут,

Батырҙарға йәшәү ауыр, ләкин

Улар менән илдә бәхет, ҡот.

Тик батырҙар менән донъя матур!

Әйҙә, эйәр! Улар һуҙыр ҡул!

Бахыр менән ярышып батыр булма,

Батыр менән ярышып батыр бул!

Батыр менән йәнәш баҫыр бул!

Көрсөк

Көрсөк, көрсөк, тибеҙ.

Зарланабыҙ—

Ҡыйбатланды йәшәү торошо,

Иртәге көн өсөн борсолоуҙан

Күңелебеҙ бөттө ҡорошоп.

Бала-саға өсөн эстәр боша—

Нисек булыр килер көндәре?

Хыялдары төштә генә ҡалһа?

Ышанысһыҙ булһа өндәре?

Ҡурҡыныс шул! Ә бит, бер уйлаһаң,

Һау-сәләмәт булһаҡ, шул етә!

Яҡындарҙың яҡты йылмайыуы

Туңған күңелде лә иретә!

Көтөп ятмайынса сәбәп ҡылһаҡ,

Һәр эшкә лә ҡыйыу тотонһаҡ,

Берҙәм булһаҡ, ярҙам ҡулы һуҙһаҡ,

Ауырлыҡтан ҡурҡмай ынтылһаҡ

Бөтәһе лә үҙебеҙҙең ҡулда!

Күңелдәргә шиктәр тулмаһын!

Тик тыныслыҡ булһын донъяларҙа!

Аңыбыҙҙа көрсөк булмаһын!

Aршын

Һинең аршынминең аршын

Төрлө ҡалыптан,

Һинең менән һынашырға

Оят халыҡтан.

Һин йыяһың донъя малы,

Аҡсаң бихисап,

Иң ныҡ яратҡан шөғөлөң

Иҫәп һәм хисап.

Миңә аҡса бөгөн инә—

Иртәгә сыға,

Хатта алып барып етеп

Булмай кассаға.

Дуҫтарың бай йәки биләй

Юғары урын

Алдан самалап һайлайһың

Дуҫлашмаҫ борон.

Минең дуҫтар ғүмер буйы

Бер үк кешеләр,

Ябай, алсаҡ, бер ҡатлылар

Үҙем ишеләр.

Ултыраһың өйҙән сыҡмай,

Яратмай кеше,

Шуға күрә берәүҙең дә

Һиндә юҡ эше.

Минең иһә өйгә ҡайтып

Ингән бик һирәк:

Бөгөн мин бында, иртәгә

Тегендә кәрәк.

Үҙ аршыныңа үлсәйһең

Бөтә халыҡты,

Нишләп әле тик торғанда

Улай ҡаныҡтың?

Үпкәләтергә тигән уй

Инмәне башҡа,

Ҡалайтаһың  минең аршын

Бөтөнләй башҡа!

Әлдә әле минең аршын

Бөтөнләй башҡа…

Әсәйем булһа әгәр…

Була шундай минуттарым—

Шатлыҡтан урғый хистәр,

Башҡа килә ошо фекер:

«Әсәйем булһа әгәр…»

Күңелемде тырнағанда

Эсте бошорғос хәбәр

Уйлайым тағы һағынып:

«Әсәйем булһа әгәр…»

Үҙем күптән әсәй инде,

Балалар үҫте хәҙер,

Эй һағынам әсәйемде,

Әсәйем булһа әгәр…

Күптән юҡ инде әсәйем,

Күңелдән сыҡмай мәгәр.

Көн һайын да уйлап алам:

«Әсәйем булһа әгәр…»

…Күптән инде юҡ хәбәрең,

—Һаҡла баламды, Аллам!

…«Әсәйем булһа әгәр,»—тип,

 

Һин дә уйларһың, балам...

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap