Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
Атаҡай
Untitled document

Миләүшә Ҡаһарманова

Ҡустым шылтыратты. Ҡайнашып йөрөгән мәл булһа ла алдым. Уның, трубканы күтәргәнемде белгәс тә өндәшмәй тороуы, мәшәҡәтле мәлдә, бер аҙ йәнемә тейҙе, шуға ҡоро тоттом:

—Эйе! Сәләм! Йә, тыңлайым!

Ул тағы ла саҡ ҡына пауза яһаны ла сәләмһеҙ-ниһеҙ:

—Атай үлде,—тине.

—Үлде?! Нисек... үлде?—аңлай алманым.

—Үлде. Баяраҡ ҡына. Районға алып китәбеҙ хәҙер. Беҙ йөрөп ҡайтҡансы һеҙ йыйыла тороғоҙ.

Иҫемә төшкән беренсе һорауҙы бирәм:

—Эскәйнеме?..

Ҡустым тағы пауза ала:

—Эсмәне түгел инде. Кисә лә һуҡмышлап йөрөнө. Пахмил тиһәң, эргәһендә эсеп бөтөлмәгән шешәһе ултыра. Бөткәндер инде организм да, машина түгел бит. Икенсе яҡтан, йәше лә арыуыҡ—һикһәнен тултырҙы. Ярай, шул минең, ҡайтығыҙ.

Шул мәл эргәмдәге ҡайнаш икенсе үлсәмгә күсте. Коллегаларымдың тауышын ишетмәҫ булдым. Улар һаман минең хәлемде аңғармаҫтан бәхәсләштеләр-бәхәсләштеләр ҙә, фекеремде ишетергә теләпме, бары бергә миңә төбәлде. Уларҙың һораулы ҡараштарына ҡаршы тороп баҫтым һәм: «Атайым үлгән»,—тигән ике ауыҙ һүҙҙе генә һығып сығарып, тышҡа ынтылдым. Юҡ, иларға, сәбәләнергә тип түгел, ә ҡапылдан эсемдә барлыҡҡа килгән ауыртыныуға сыҙамауҙан...

«Атай үлде» тип илап ултырыусы булманы. Fүмерҙең мәңгелек түгеллеген аңларлыҡ, йәшәрен йәшәгән, ашарын ашаған йәнде оҙатыуыбыҙҙы ла белер йәштәбеҙ барыбыҙ ҙа. Кеше вафат булғанда беҙҙә артыҡ илаулау юҡ ул былай, әммә әсәйҙе оҙатҡанда күҙ йәштәрен тыйып алып булмай ине. Икеһе лә ғәзиз  кешеләр, беҙгә ғүмер биреүселәр тибеҙ ҙә, нисек кенә булһа ла, икеһен ике төрлө ҡабул итәбеҙ шул. Ниңә улай икән? Улай тиһәң, яуап үҙе үк килә. Атай әсәй була алмай инде. Әсәй—ул әсәй. Ул—берәү. Атай ҙа берәү инде... Тик ул алыҫыраҡ, унда әсәй йылылығы, әсә наҙы юҡ. Шуғалырмы...

Fәҙәтенсә, ауылса, мосолманса итеп оҙаттыҡ атайҙы. Йола ҡушҡанса саҡырыла торғандарҙы саҡырҙыҡ, бар тәртиптәрен үтәнек, аш-һыуын әҙерләнек, аяттарын уҡыттыҡ, хәйерҙәрен тараттыҡ. Әйтеп ҡалдырған үтәрлек һүҙе лә булманы, васыяты ла юҡ. Әллә айнығып та етмәй үлгән булғандыр инде, аны кем белә. Йоҡлай, әле уянмаған тип уйлағандар бит өйҙәгеләр ҙә, ә ул инде һыуынып ятҡан. Төпкә төшөп киткәндә, зыяратҡа ҡуйылмаҫҡа ла тейештер бит. Тик... атайың тураһында шулайтып әйтеп тораһыңмы инде. Ыста-ыста! Кит, нимә уйлап ултырам!

Өсөн-етеһен бер юлы үткәреп ҡуйып, халыҡты оҙатып, кискә үҙебеҙ генә ҡалғас, өлкән ағай өҫтәл башына тороп һүҙ алды. Беҙ уның шулай һәр йыйыныбыҙҙа сәләмләп һәм йомғаҡлап ҡуйыуына күнеккәнбеҙ. Атай урынына уны ҡабул иткәнбеҙме? Атайҙан булмағас...

—Шулай, бына, туғандар... Әсәй эргәһенә атай ҙа китеп барҙы... Ҡалайтаһың, барыбыҙ ҙа бара торған ер, тигәндәй. Тыуымдың үлеме лә бар,—һәр беребеҙ алдына ғына текәлеп тыңлап ултырабыҙ.—Атай тураһында нимә әйтә алабыҙ?. Үлгән кеше тураһында насар хәбәр әйтергә ярамай, әммә беҙ бында бөтәбеҙ ҙә уның балалары, мин әйтмәһәм дә һәр кем үҙенсә уйлап ултыра... Артыҡ йүнле атай була алманы инде. Тик беҙҙең уға үпкә юҡ, ул беҙҙең атай, беҙҙе яралтҡан кеше, шуның менән бөтәһе лә әйтелә. Ул да, моғайын, үпкәләп китмәйҙер, ҡусты менән килен һәйбәт итеп ҡараны, әсәйҙе лә, атайҙы ла. Һәр саҡ өҫтәре таҙа, урындары йылы, тамаҡтары туҡ булды. Беҙ ҙә ҡайтып, хәл белеп торҙоҡ. Нисек булғанда ла, уға ошо биргәндәре өсөн рәхмәтлебеҙ... Үҙебеҙ унан яҡшыраҡ атайҙар булайыҡ—шул.

Киләһе көн ерләүгә йыйылыусылар таралды, мин бындағы ғаилә янында ҡалдым, ялым бер аҙналыҡ ине. Яйлап атай менән әсәй йәшәгән бүлмәне бушаттым. Әсәйҙән артыҡ әллә нимә ҡалмаған да инде бында. Күлдәк-яулыҡтарын күптән таратып, яҡындарына биреп бөткәнбеҙ. Атайҙың күлдәк-ыштандарын ҡараштырып, ағай-ҡустылар кәүҙәһенә самалап, ярағандайҙарын айырып һалдым. Ҡалғандарын хәйер менән бергә төйнәп, балаларҙан ауыл ҡарттарына ебәрттем. Бабайҙар еҫе сығып торған түшәк-юрғанын төрөп алып, өй ҡыйығы аҫтына, әсәйҙеке элеүле торған ергә мендереп, йәнәшәһенә бәйләп ҡуйҙым. Торалар, ана, йән әрнеткес һағышлы бер күренеш булып...

Эсемде әллә нимә яндыра. Артыҡ ҡайғырмайымда кеүек, әммә асыла ла, өҫтөмә бөркәлгән бер нәмәне һирпеп ебәреп, ныҡлап тын ала ла алмайым. Күңелем дә тулышҡан кеүек, тик иларлыҡ уҡ түгелме әллә хәлем?.. Шул миктәгән баҫылғанлыҡ менән уйға сумып, мыштырлап ҡына эш менән булам.

Атайҙың урыны аҫтынан иҫке сумаҙандарҙы һөйрәп сығарҙым. Әсәй үлгәс уның һаҡлаған бөтә альбомдарын, әллә күпме хаттарын, документтарын ул ҡумта-сумаҙандары менән үҙенең карауаты аҫтына шылдырып ҡуйғайны. Заманында, әсәй шуларҙы барлап ултырғанда: «Дыу! Нимәһен бер шул ҡағыҙҙарыңа күмеләһең дә ултыраһың! Дауна үлеп бөткән әҙәмдәрҙе ҡарап!»—тип ебәрә ине. Хәҙер, ана, үҙе лә шул исемлеккә инде. Мин үҙенә:

—Нимәгә кәрәк был ҡый, атай, һиңә? Уларҙы тотоп та ҡарамайһың бит инде,—тигәндә:

—Ятһын. Әсәңдеке,—тип кенә ҡуйғайны.

Ә үҙе ғүмер буйы әсәйҙең ҡәҙерен белмәне. Ошо һүҙҙәрҙе үҙемә ишетерлек итеп әйттем. Шуны әйткем килеп торған, күрәһең. Үпкәләп түгел, хәҡиҡәт итеп. Белмәне шул ҡәҙерен әсәйемдең, ә үҙе бала шикелле, унһыҙ бер көн дә тора алманы. Күҙе алдынан осоп барҙы әллә. Саҡ ҡына сыҡһа, алаҡанлап: «Әсәң ҡайҙа?»—тине лә торҙо.

Альбомдарҙағы һүрәттәрҙе иҙәнгә туҙҙырып ташланым. Кәрәктәрен үҙемә бүлеп алмаҡсымын. Ҡалғандары ошонда—төп йортта һаҡланыр. Ейән-ейәнсәрҙәр килгәндә ҡарар, әле олатай-өләсәйҙәрен танып белмәй ҡалған ыуаҡтары ла, тыуаһылары ла бар.

Атайымдың армия фотолары ярым-йорто, бөкләнеп, йыртылып бөткән. Үҙенең йәшерәк сағында, эскәнендә, шулай фотоларын йомарлап, турап ташлай торған ғәҙәте булды. Былары шул «яуҙарҙан» ҡалғандары. Әсәй уларҙы йыйып, йәбештереп һаҡларға тырышҡан, күрәһең. Бөтөнөрәктәрен алып ҡарайым—һыу һөлөгө кеүек егет! Ундай сибәр кеше, бындай сая ҡараш, мөһабәт һын... беҙҙең беребеҙгә лә күсмәгән, ахыры. Бик матур булған ул йәшлегендә. Юҡҡа ғына, өс класс белеме менән уҡымышлы әсәйемде әүрәтмәгәндер. Өләсәйем килеп: «Был башҡорттоң кирза итегенә ҡыҙығып сыҡтыңмы?»—тип әрләп киткән. Ысынлап, кирза итегенә генә лә ғашиҡ  булырға мөмкин булған шул.

Бер фотола һабантуйҙа көрәшкәне эләккән. Һүрәттәге батырҙарҙан кәм түгел. Тирләп төшкән, йыуан билендә таҫтамал, ҡорһағы бүһерелеп алға сыҡҡан, ярһыған—ҡарашы дейеүҙеке. Ҡараһам, халыҡ араһында артта минең ярты битем эләккән. Йоҙроғомдо ауыҙыма тығып  борсолоп торам. Атайым өсөнмө, әллә уның ҡулына эләгәсәк башҡалар өсөнмө?

...Уның тап шул фотолағы сағы ине буғай. Шулай ҙур, минең ҡарамаҡҡа һимеҙ ине. Киң арҡаһына яурынымды терәп, аяҡ һуҙып, артҡа ҡарап ултырып алғанмын арбала. Икәүләшеп йәйләүгә китеп барабыҙ. Һәр кем үҙ уйына сумып килә торғас, ул бер аҡланға сыбыртҡы һабын иҙәп күрһәтә:

—Ошо ерҙәргә өләсәңдәр йәйләүгә сыҡҡан. Бынан үткән һайын: «Эй, ер-һыу ҡартаймай ҙа инде, хас беҙҙең бала саҡтағы кеүек бөтәһе лә, тип әйтә торғайны»,—тип ҡуя. Тауышы йомшарып, әллә хатта ҡалтырап киткән кеүек була. Мин ҡайырылып уға ҡарап алам. Әсәһе хаҡында һөйләгәндә шулай күңеле йомшарып китә уның. Әллә ниндәй бер эске йылылыҡ, оло һөйөү менән телгә ала өләсәйҙе. Әсәйем әйтмешләй, «ҡартайғансы бәпәй булып йәшәгәнгә»ме икән?

Икебеҙ ҙә тынып ҡалабыҙ ҙа, мин, нимә әйтергә белмәйме, юл ыңғайына килгән йылға аръяғындағы текә яр битендә сорлашҡан ҡарлуғастарға ҡарап, уйһыҙ ғына әйтеп ҡуям:

—Шул ҡарлуғас ояһынан берәйһе йомортҡа алала микән?

Бойоғоп киткән атайым: «Тпр-р-ру!» тип екереп, ҡарышҡыр бейәһенең ауыҙлығын ҡайыра биреп тарта ла, ҡаршы ярға эйәк ҡаға:

—Анауҙы әйтәңме?

—Эйе.

Ул күҙен ҡыҫа биреп самалай ҙа, мин нимәлер әйтеп өлгөргәнсе, дилбегәне усыма тығып, кирзалары менән сылғауын һала ла, шул кейемдә көйө ярҙан ағымға сөңгөй. Күҙ асып йомғансы булған был хәлдән дә, уның һоро тулҡындар эсенә сумып юғалыуынан да ҡурҡып, эргәләге тауҙарҙы шаңҡытып сәрелдәп ебәрәм:

—Ата-а-ай!

Минең тауыштан саҡ торған ҡылтым бейә өркөп, ҡапыл юртып сығып китә. Туҡтатып алыу ҡайҙа? Етмәһә, үҙем һаман һыуға ҡарайым. Урман эсенә елеп инеп барғанда, уның йылға уртаһында йөҙгәнен шәйләп ҡалам, сыбыҡ-сатырға һуғылып, шатыр-шотор шырлыҡҡа инеп тә китәбеҙ.

Бейә ағас араларында ары-бире төртөлөп йөрөп тынысланғас, үҙ яйы менән кире юлға сыға. Мин дилбегәне исем өсөн генә тотоп, һаман ян-яҡты байҡайым. Бына, бер мәл, ҡараһам, атайым килә. Бер яҡҡа аҡһаҡлай биреп, һәлпәңләп, ҡабаланмай ғына йүгерә. Ялан аяҡ, лыс һыу! Мин уның был халәтенән тамам шаңҡып киләм. Ул ҡыуып етә лә, атты һелкә тартып туҡтатҡас, ауыҙынан кескәй генә аҡһыл йомортҡа сығарып бирә. Мин, әле 8-10 йәшлек кенә бала, был ҡылыҡтың башҡа һыймаҫ ахмаҡлыҡ икәнлеген инде аңлайым, әммә шул уҡ ваҡытта иҫ киткес батырлыҡ итеп тә ҡабул итәм. Устарымды ҡушып, оя һымаҡ итеп, йомортҡа һалыуға һуҙам, үҙем көләм:

—Алйот.

*   *   *

Эсте атайым. Эсһә боласыл булды. Иҫерһә, енгә әйләнеп, донъя онтап, кем менән булһа ла һуғышҡыһы килә лә тора торғайны. Шул ғәҙәтенән барыбыҙ ҙа ғарыҡ булған. Барыһын да әрләне эскәнендә. Әсәйемдән башлап һуңғы ҡустыма тиклем. Ниңәлер мине үткәрҙе. Миңә аҡырайта ҡарап ала ла, иренен ҡымтый биреп торғас: «Бисура!»—тип ҡуя ине.  Шулай. Уның өсөн бисура булдым. Әрләү булдымы был, маҡтаумы, әллә башҡа мәғәнәләме, һәр хәлдә шунан үтмәне. Ағайымдарға сыбыртҡы ла, ҡайыш та эшкә кереп китһә, миңә бармағының осон тигеҙеү түгел, елен дә ҡағылтманы. Уны иҫерһә белмәй тигән булдылар. Белә ине ул. Боларып ятып, бөтә кеше ҡасып бөткәндә мин, инде ҙурая башлағас, юрамал янына барам, ул ҡулындағы әйберен мине ҡырлатып, икенсе яҡҡараҡ ата, шул яҡҡараҡ торһам, икенсе яҡҡа ташлай.

—Кит, кеше көлдөрмә,—тием,—бар ят, йоҡла! Һинән һуң күпме йыйыштырырға кәрәк.

Әсәйемә, шулай итә, тиһәм, юҡтыр, ул бит алйый, бер нәмә лә белмәй, тип үҙенекен һөйләй.

Быларын иҫләгем килгәндән түгел, бер ҡыҙмаса булып төшкән фотоһын ҡулға алғандан хәтерләп алам.

...Ҡышҡы юлда йәйәү ҡайтып киләм. Егерме саҡрымлап бар. Ҡараңғы төшкән. Автобус йөрөмәгән мәлдәрҙә, телефон юҡта, йәйәү йөрөлдө лә инде. Ярты юлды үткән ерҙә утар бар. Шунда йылҡы ҡышлатып яталар. Атайымдың сменаһы булырға ла мөмкин. Шулай ҙа артыҡ өмөт юҡ, тирләп-бешеп атлай бирәм. Бына бер ваҡыт килә торғас ҡаршыма бер нәмәнең сабып килеүен шәйләнем. Нимә булырға мөмкин? Бүре түгел. Сөнки бүренең улайтып тота килеп кешегә һөжүм итмәҫен беләм. Атайым өйрәткән. Айыу ҙа, бүре лә ҡурҡыныс түгел урманда, улар кешегә теймәй, тейһә мышы тапарға ынтылырға мөмкин, тип ҡабатлай ине юлға сыҡҡанда.

Мин нимәгәлер юрап маташҡансы, был януар, сабып килгән ыңғайы өҫтөмә лә һикерҙе. «Сай» итеп кенә ҡалдым да, икәүләшеп көрт буйлап мәтәләп киттек. Тау аҫтынаса тәгәрәтеп, битемде, шапкам сиселеп ҡалғандан туҙғыған сәстәремде ялап бөттө был. Шоңҡар! Атайымдың һунар эте!

 

Дауамы киләһе һанда.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap