Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
Атаҡай
Untitled document

Миләүшә Ҡаһарманова

Аҙағы. Башы 31-се һанда.

Мин уның муйынындағы ҡайышынан эләктерергә, тағылып торорға маташам.  Эт ләүкелдәп өрә, тимәк, хужаһына тауыш бирә. Мине тартҡылай ҙа, ҡырға   сабып китә биреп тағы өрә, тағы килеп мине ҡолатып яларға керешә. Башлығымды эҙләп алып, эт туралап сапҡан яҡҡа йүгерәм мин дә. Арыуыҡ сабышҡас, егелгән атҡа килеп төртөләбеҙ. Атайым башын да бороп ҡарамай санала ултыра. Мин ах-ух килеп уның эргәһенә ҡолайым:

—Ҡа-ҡайҙан белдең минең килгәнде?!

—Белмәй әллә! Бүре үҙенең көсөгөн әллә нисә саҡрымдан һиҙә,—күңеле көр, ҡыҙмасалап алған. Ошондай сағында шулай аңлайышһыҙыраҡ, кинәйәләп һөйләп ташлаған була.  Мин терәлеү менән ул сыбыртҡыһын сыжлата:

—Д-дыу! Үжә-әт!

Саҡ тапанып торған, хужаһы кеүек үк яндырай мал, торған урынынан һикереп дөрөп сығып китә. Эте һуҙылып сабып  эйәреп ҡарай ҙа, хәле етмәй, үпкәләп өрә-өрә ҡала. Боролоштарҙа биткә көрт һирпелә, сана кәйелеп-кәйелеп китә, мин, атайымдың ҡыҙы, быларға ҡушылып шашам:

—Ҡыу тағы!Ҡыу!

—Д-ды-ыу!

Төнгө ауылға ап-аҡ бәҫкә төрөнөп, быу бөркөтөп, дуғалы туй шикелле булып килеп инәбеҙ.

Хәтәр ҡыҙғансыҡ булды ул. Үҙе тирәһендәге бөтә ҡатын-ҡыҙҙы ла ҡыҙғанды. Әсәйемдең берәйһенә күҙ күтәреп ҡарағанын да яратманы, һеңлеләрен, еңгәләрен, килендәрен башҡаларҙан ҡамалап ыҙалатты. Мәжлес фәләндә берәй ир кеше уның туғанына яңылыш ҡына һүҙ ҡатһынмы, йылмайһынмы—бөттө. Яғаһынан бөрөп алыр йә, унан да яманырағы, ҡундырыр ине. Өҫтәл ауҙарып һуғышып китеү уға бер ни торманы. Шуға, туй-фәләндәрҙә, уның артында йә  ҡустыларҙың, йә ағайҙарымдың береһе һаҡта торҙо.

...Үҫмерлектән сығып, ҡыҙ булып еткән сағым. Егет-елән иғтибарын тоя, күҙ атҡандарын самалай башлағанмын. Урам эсендә ҡомалаҡ таҙалап ултырам. Атайым алып ҡайтып ауҙарған. Мин шуның менән булам, ул алыҫ түгел лапаҫ аҫтында балта һабы юна. Үҙе ҡомалаҡ алып йөрөгәндә ағаста торған уҫлаптай туҙбаш йылан күреүен һөйләй миңә. Уны тыңлайым, үҙем ҡапҡа аша урам яҡтағы бағанала торған егетте лә шәйләйем. Атайымдың хәбәренән бигерәк, ике күҙе был яҡта булған шул әҙәмдең ҡарашынан иреп йылмаям. Ауылда электр бағаналарын алмаштыралар, был шуларҙың береһе булырға тейеш, бағана башында нимәлер эшләп маташа, йыш-йыш был яҡҡа күҙ һала. Шул ваҡыт хоҙай ҡушмаған хәл булды. Атайым тыныс ҡына тороп, аҙбарҙан «Дружба» бысҡыһы алды ла, шулай ҡабаланмай ғына урам тышына сығып, ҡапыл бысҡыһын сыжлатып теге егет торған бағананы быса башланы. Бахыр электрик нисек төшөп ҡасҡанын иҫләмәгәндерҙә. Унан бысҡыһын кире индереп ҡуйып, баяғы урынына терәлеп, юныуын дауам итте. Мин дә ни булғанын аңламамышҡа һалыштым. Башҡа сарам юҡ ине.

Бынау бер фотола айыу алған сағы икән. Тау һымаҡ булып ятҡан айыуҙың өҫтөндә ваҡ ҡына балалар теҙелешеп ултырабыҙ. Ҡурҡыу юҡ, өркөү юҡ. Һунарсы булды бит атайым. Fүмер буйы ҡушкөбәк тотто. Шундай ҡыҙыу һәм йыш ҡына һуҡмыш йөрөгән кешенең мылтыҡлы булыуы бөгөнгө минең күҙлектән маймылдың граната тотоп йөрөүенә тиң. Ул-был хәлдә мылтығын һөйрәп сығарып аҙ яһау һалманы инде.

...Аласыҡта киске һауындың һөтөн үткәреп ултырам. Атайым менән әсәйем сәй артында һүҙ көрәштерәләр. Сепарат тауышынан тегеләрҙе яҡшылап ишетмәйем. Шулай ҙа бәхәстәре мал араһындағы дәү ҡара үгеҙ темаһына икәнлеген төшөнәм. Шулай сыйыша торғас, атайым ҡапыл һикереп тороп өйгә инеп китә. Унан күп тә тормай, мылтыҡ тотоп килеп сыға ла, әсәйем «ах» иткәнсе, бейек болдор тәҙрәһенән тороп, бер ҙә төҙләмәйенсә атып ебәрә. Бер ни һиҙмәй торған ҡара үгеҙ, маңлайына пуля килеп тейеүҙән лып итеп арт һынына ултыра төшә. Тауышҡа йүгерешеп сыҡҡан ағайҙарымдың береһе бысаҡ алып барып бахыр малды салып ебәрә. Төн буйына ит айырабыҙ, эсәк йыуабыҙ, телен тыймаған әсәйемде әрләйбеҙ.

*   *   *

Уның кеүек ирек һөйгән кешене белмәйем. Бер ниндәй сикләүҙе, баҫымды, ҡыҫымды күтәрә алманы. Кемгәлер ниндәйҙер һүҙ әйтеүҙән ҡурҡманы. Fөмүмән, ул ҡурҡа белмәне. Уның өсөн түрә лә, хужа ла, Алла ла, мулла ла булманы. Тәбиғәткә бәйләнеүе шул ҡәҙәр ине, үҙен унан айырым тиеп күҙ алдына килтерә алманы. Ундай-бындай хәлдә:

—Кейек булып урманда ла йәшәй алам мин,—тип эре сирттереп тә ебәрҙе. Шуғалырмы, һыбай атланып ҡырға сығып йөрөй алмай башлауын ауыр кисерҙе. Был хәл уны рухи яҡтан ныҡ ҡырҡты. Тәҙрәнән ҡарап-ҡарап ултыра ла:

—Урманға һыуһап ултыр инде урман эсендә,—тип әсенеп әйтеп ҡуя ине.

Яңғыҙ ҡалғас уны ҡалаға алдыҡ. Улының бишенсе ҡаттағы фатирына алып килеп ултырттыҡ. Был уның өсөн шок булды. Бер аҙна ултырғас, мин бер төшкө аш ашатып китәйем тип килһәм, былай ти:

—Ирәндектең ҡайһы тәңгәленәнерәк Уралға сығыу юлын самаланым әле. Ҡуңырбуға юлынан төшһәм, һыртлап, элекке үҙебеҙ мал ҡыуған тәңгәлдәргә барып төшөргә тейешмен.

Әкиәт һөйләгән балаға ҡараған кеүек ҡарайым:

—Ярай, ҡайтып етһәң, сәләм әйтерһең. Аша.

Тик ул аштан ҡалған, бындағылар әйтеүенсә йоҡонан да. Ике күҙе офоҡта күгәреп күренгән тауҙарҙа. Тора-тора әйтеп ҡуя:

—Салауат Юлаев ошолайтып зарыҡты микән? Бахыр...

—Ҡайҙа?—көлөүемде саҡ тыям.

—Зинданда.

—Уф, атай, һин сәпсим килештерәһең. Салауат Юлаев һинең һымаҡ араҡы шимләп ултырмаған. Ана күпме шешәң йыйылған.

—Аҙлап ҡына мин. Бында шунһыҙ ҙа түҙеп ҡара.

Артыҡ сәбәләнмәгәс, ярһымағас был зарын ысынға алмаһаҡ—күрһәтте.

Таң менән килен шылтырата:

—Апай, ҡайным тәҙрәнән ҡолап төшкән! Скорый әпкитте!—тип ҡысҡыра трубкаға истерика сигенә етеп.

—Туҡта. Тыныслан! Ниңә улай?

—Әллә!..

Күҙемә аҡ-ҡара күренмәй сабып барып инһәм, атайым бер ни булмаған кеүек балнис карауатында ултыра, ҡулы гипста. Янында врач, милиция. Ул тегеләргә тыныс ҡына итеп аңлата:

—Ҡайтайым тигәйнем бөгөн. Ишеккә барһам, баллар бикләп киткән. Мине! Бикләп киткәндәр, бала һымаҡ итеп! Мин әйтәм: «Йоҡ! Һеҙ мине былайтып тота алмаҫһығыҙ!» Тәҙрә ситендәге торбаны самалап алдым да, буйлап төштөм дә киттем. Ергә етәрәк кенә ысҡынып киттем, былай булғанда ҡауғаһыҙ-ниһеҙ ҡайтып та китәр инем әле.

Милицияның теле көрмәлә:

—Б-бабай, һеҙ һикһәнгә етеп барған кеше, н-нимә уйлайһығыҙ? Бишенсе ҡаттан?!

—Ҡайтам, тип әйттем бит, мин уларға көндә әйтәм шуны, берәү ишетмәй.

Ишеттек, ниһайәт. Тиҙ генә кире ауылына күсерҙек. Юлда туҡтатып, төшөп, ҡарағай олонона битен терәп, еҫкәп торҙо. Белмәгәнмен, ул үҙе шундағы бер ҡарағай булған икән. Бөгөлмәй, һығылмай, әммә шартлап һына йәки дөрләп янып китә торған.

Минең никахтан да фотолар бар. Шунда, эй, атайым йәл булғайны, нишләптер. «Кейәүгә сығам» тип ҡайтып төшкәс, бер һүҙ ҙә өндәшә алманы ла ҡуйҙы. Шым ғына йөрөп һарыҡ һуйҙы, эргәһендә булышҡан миңә күтәрелеп тә ҡарамай. Ҡоҙалар менән дә аралашманы, муллаға «Риза» тип әйткәнен генә ишеттем, башҡа ләм-мим тауышы сыҡманы. Эсеп боларып ҡуймаһын тип ҡурҡһаҡ, ҡайҙан, ауыҙына ла алмай, хатта ашҡа ла артыҡ ҡағылмай ултырҙы. Уның шулай юғалып ҡалғанын күреп, бала һымаҡ күреп йәлләнем. Тик, бер-беребеҙгә йылы һүҙ ҡатып, иркә өндәшеп, һөйөшөп өйрәнмәгәс, ҡырҙан ғына ҡыҙғанып ҡарауҙан үтмәнем.

Кейәүем яғында булып килгәс, әсәйем ошаҡлаша:

—Атайың ҡоҙалар биргән бүләктәрҙе вис йыртып ташлап бөттө.

—Нишәп?..

—Һора үҙенән «нишәп» тип.

Ишетмәмешкә һалышып ултырған атайыма боролам:

—Нишәп?!

Ул өндәшмәй. Ҡолағына балауыҙ ҡойолған шикелле, беҙ бөтөнләй юҡ һымаҡ, туҡылдап йәҙрә әүәләүен дауам итә.

—Нишәп улайттың, атай?!

Яуап юҡ.

...Ирҙән айырылғанымды ишеткәс яратманы. Ҡатындың ирен ташлап китеүе уның башына һыймаған эш ине. Мине өйгә индермәҫкә ҡушҡан. Тик инде йортта ҡустым хужа, уның ҡарарҙары хәҙер бында закон түгел. Был талабынан көләләр генә. Ҡайттым. Уға бүләгемде һалам. Ҡағылмай, алдына ғорур ҡарап ултыра бирә. Көләм. Асыуланып китә:

—Ҡауанып ултырыр көнөң бармы?

—Атай, мин хәҙер үҙем оло кеше, үҙем хәл итәм,—тим.

—Ҡалай аҡылың күбәйгән икән, ир ташларға, донъя ташларға башың еткән,—мыҫҡыл итеп ауыҙын ҡыйшайта. Шулай теле әсе уның кәрәктә.

Ҡустым ярҙамға килә:

—Атай, етәр, апай беҙгә ҡунаҡҡа килгән. Бер ни аңламаған ниндәй кеше ул һин?

—Кеше түгел, мин—мышы! Һеҙҙеңсә аңламайым!

Күҙ ситтәре менән генә ҡарашып, эргәһенән шылабыҙ. Бер-ике көн бурылдап йөрөп яҙылып китә. Өҫтөн алмаштырып, тамағын алып килеп эргәһендә бөтөрөлөп йөрөүемде ҡарап-күҙәтеп ултыра ла:

—Тәтәй һамаҡ һатынһың. Нимә оҡшаманы икән ул эткә? Килеп ҡулыма ҡапһа, һарыҡ һуйған бағанаға бәйләп ярам мин уны,—тип бармағын күтәреп янап-янап ала. Кемделер ҡайыҙларлыҡ көсө булмағанда эш юҡ. Чапайлыҡ үҙенекен итә, кәр киткән, әммә холоҡ ҡалмаған.

—Шулайтырһың, ярай,—тип йөпләп кенә торам.

Оҙата сығып, машина көтөп эскәмйәлә ултырғанда, баш ҡаға-ҡаға әйтеп ҡуйҙы ул:

—Ул егеттең һине тота алмаҫын шул беренсе килеп торғанында уҡ һиҙҙем мин. Ҡарашы бигерәк йоҡа ине. Минең ҡыҙға был хужа була алмай, тип уйланым. Шулай булып сыҡты ла...

Һуңғы күрешеүебеҙ, һуңғы һүҙҙәре шул булған икән...

Кит, атайым тураһында бер ыңғай ғына иҫтәлегем юҡ әллә?! Гел әллә нәмәләрҙе хәтерләп тик ултырам. Ҡарап тороуға үтә лә тыныс, моңһоҙ кеүек тә, мәле еткәндә дауылдай күтәрелеп уйламаҫ нәмәләр яһар, көтөлмәгән хәлдәр ҡылыр яндырай атайымдың арҡамдан һөйөп йүнле хәбәр әйткәне лә булмағанмы? Булмаған. Әммә минең күңелемдә уға ҡарата яралған тойғоларҙы алмаштырыр ир кеше лә юҡ икән. Уға ышанған кеүек берәүгә лә ышана, арҡалана, уға һоҡланған кеүек берәүгә лә һоҡлана, ҡылыҡтарына аптырай алмағанмын. Унан ҡурҡҡан кеүек берәүҙән дә ҡурҡмағанмын йәки буйһонмағанмын. Сөнки уның кеүек өҙә һуғыр, ҡарашы менән теҙ сүктерер әҙәм булмаған, осрамаған. Уның кеүек берәүҙә минең өсөн йылғаға ташланмаған, ҡарлуғас ояһынан йомортҡа төшөрмәгән, көнләшеп бысаҡҡа йәбешмәгән, һунарҙа эйәреп йөрөп туңғанда ҡарҙа усаҡ  яғып аяҡ-ҡулдарымды ыуып йылытмаған, боҙло һыуҙа мине ат өҫтөнә ултыртып, үҙе алдан төшөп билдән кисеп сыҡмаған. Йәнен һурып бирер, үҙен ҡорбан итер, аптыратыр, шаңҡытыр ҡылыҡтар ҡылмаған. Унан башҡа берәү ҙә...

Ошо асышты яһағас, атайымдың үлемен ишеткән мәлдә барлыҡҡа килгән эсемдәге, төптәге һаңғырау ауыртыуҙың ни хәтлем тәрән яранан килеүен, йәнемдә ни ҡәҙәр әсе һыҙланыу барлығын тойҙом. Минең бит холоҡһоҙ, эскесе, аҡылһыҙ ҡартым, берҙән-бер ғәзиз атайым юҡ. Ул—үлгән. Ниһайәт, илап ебәрә алдым:

 

—Атаҡай... Атаҡайым...

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap