Сибайҙа һауа торошо:
0, 2 ° C 2 - 4 м\с ЮВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
05.08.2016
Иман булһын күңелдә
Untitled document

Халҡыңдың арҙаҡлы шәхесе, өлгөлө ир-уҙаманы булыу өсөн тәү сиратта тыуған ереңде яратырға, үҙеңде уратып алған кешеләрҙе ихтирам итеп, иманлы булып йәшәү кәрәктер. Көслө рухлы замандаштарыбыҙ үҙҙәренә тартыу, ылыҡтырыу көсөнә лә эйә. Исеме Урал аръяғында йәшәүселәргә яҡшы таныш булған Fәйзулла Сәйфулла улы Йәрбуловты һис шикһеҙ уңышлы эшләүсе һәм тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәүсе кешеләр исемлегенә индерергә була. Өлгөлө яҡташыбыҙҙың донъяға үҙ ҡарашы, үҙ фекере бар. Һүҙҙе Fәйзулла Сәйфулла улының үҙенә бирәбеҙ.

Өс йылғаның һыуын эскәнмен

—Үҙемдең уңышлы эшләүем һәм йәшәүем өсөн, әлбиттә, иң башта ата-әсәйемә, өләсәй-ҡартатайыма һәм тыуып үҫкән еремә рәхмәтлемен. Мин 1956 йылдың 27 мартында Хәйбулла районының Ишмөхәмәт ауылында тыуып үҫтем. Атайым Сәйфулла Арыҫлан улы ғүмере буйына малсылыҡ өлкәһендә тир түгеп, һарыҡ, йылҡы көттө. Әсәйем Нәбирә Ильяс ҡыҙы һарыҡ бәрәстәрен ҡараны, фермалағы башҡа эштәрҙе атҡарҙы. Икәүһе лә маҡтаулы эшләнеләр. Беҙ ғаиләлә дүрт бала үҫтек. Мин—иң өлкәне, ҡустым Фәнил һәм һеңлеләрем Зинира менән Эльза.

Әсәйем заманына күрә уҡымышлы кеше булды. Ул ете класс бөткән ине. Атайым 4-се кластан ары китә алмаған. Әлбиттә, әсәй һәр ваҡыт беҙҙең уҡыуыбыҙ менән ҡыҙыҡһынып, тикшереп торҙо.

Хәйбулла һәм Йылайыр райондарынан аҡҡан өс йылғаның—Быҙаулыҡ, Таналыҡ һәм Һаҡмарҙың һыуын эсеп үҫкән кеше мин. Шуғалырмы, эшкә лә, телгә лә әрһеҙ булдым. Был сифаттар артабанғы тормошомда ҙур ярҙам итте, тиһәм дә хата булмаҫ.

Атай һәм ҡартатай тәрбиәһенең көсө ҙур

—Атайым миңә гел генә: «Агрономға уҡы, беҙҙең кеүек мал тирәһендә йөрөмә»,—ти торғайны. Ул ныҡ талапсан булды. Беҙ атайҙың ҡарашынан шөрләй инек. Әйткәндәй, беҙҙең заманда балалар ололарҙан ысын мәғәнәһендә ҡурҡты, уларҙың һүҙенән сыҡманы. Ҡурҡыу—ул ихтирамдың бер төрө, тип тә әйтәләр. Был минеңсә, дөрөҫ. Бала саҡтан хеҙмәт күреп үҫтек. Ваҡытында барлыҡ өй эштәрен дә башҡарҙыҡ, баҡса ла үҫтерҙек, мал-тыуарҙы ла ҡараштыҡ, йорт ҡуяндарын үрсетеү менән дә шөғөлләндек. Бынан тыш фермаға барып, ата-әсәйгә ярҙамлаштыҡ. Атай сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән. Мине лә ул физик яҡтан ныҡлы булырға өйрәтте. Уның иң яратмаған нәмәһе—ғәҙелһеҙлек. «Кешене рәнйетмә», «аҡса ҡоло булма» тигән һүҙҙәре әле лә ҡолағымда яңғырай.

Мин ҡартатайым һәм өләсәйемдең иң яратҡан ейәне булыуым менән бәхетлемен. Улар йәшәгән Һабыр ауылын үҙемдең икенсе тыуған ауылым кеүек тоям. Ҡартатайым Ильяс Утарбай улы һәм өләсәйем Мәрзиә Кинйәғәле ҡыҙы Ҡоҙашевтар миңә матур тәрбиә бирҙеләр, тәртипкә өйрәттеләр.

Йәшлегемә ҡарап үкенмәйем

—Совет осоро кешеһе булараҡ, пионер ҙа, комсомол да булдым, партияға ла индем. 4-се класты үҙебеҙҙең Ишмөхәмәт ауылында, 8-сене Быҙаулыҡта, 9-сы класты Аҡъярҙа һәм 10-сыны Һабыр мәктәбендә тамамланым. Олоғайып барған өләсәй менән ҡартатайҙы ла ҡарашырға кәрәк ине. Шуға ла мин Һабырға уҡырға бик теләп барҙым.

Хеҙмәт юлын Быҙаулыҡ 8 йыллыҡ мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып башланым. 1974 йылдың майында әрмегә алдылар. Мине Урта Азия хәрби округының Ҡаҙағстандағы комендант подразделениеһына ебәрҙеләр. Горнизондың хәрби автоинспекцияһы командиры булып хеҙмәт иттем. 1976 йылда өлкән сержант званиеһында тыуған яҡтарға ҡайтып төштөм. Өс аҙнанан Аҡъяр милицияһына эшкә урынлаштым. СССР Эске эштәр министрлығының Өфөләге урта махсус юридик мәктәбен тамамлап, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Екатеринбургтағы юғары мәктәбенә уҡырға индем.

Эшемдән уңдым

—Шулай итеп, ғүмерем буйына ғәҙеллек һәм тәртип һағында торорға тура килде. Участка инспекторы, бәлиғ булмағандар эше буйынса бүлек начальнигы, енәйәт эҙләнеүҙәр бүлегенең өлкән оператив уполномоченныйы, өлкән тәфтишсе вазифаларында намыҫлы хеҙмәт итеп, 1994 йылда майор званиеһында отставкаға сыҡтым. Әммә юрист булараҡ төрлө ойошмаларҙа эшләүемде дауам иттем. 2002 йылда шәхси эшемде асып, халыҡҡа юридик хеҙмәттәр күрһәтә башланым. 2010 йылда «Консультант» яуаплылығы сикләнгән ойошма булдырҙым. Киң профилле юридик ярҙам күрһәтеү ойошмаһының эше уңышлы ғына бара. Ололар әйтмешләй, ғүмер тигәнең, күҙ асып йомғансы үтә лә китә икән. Быйыл мартта миңә 60 йәш тулды. Хәҙер мин ике тапҡыр пенсионермын, йәғни отставкалағы пенсионер һәм йәшем тулыу буйынса хаҡлы ялға сыҡтым (көлә). Әммә яратҡан эшемде ташларға уйламайым әле. Йөрәк йәш бит. Эшләйһе лә, эшләйһе әле.

Ҡатыным—беренсе урында

—Ҡатыным Люциә Салауат ҡыҙы минең тормошомда иң беренсе урында тора. Тоғро дуҫым да, кәңәшсем дә, коллегам да—ул.

Кешенең яҙмышы бик ҡыҙыҡлы бит ул. Минең бер ғәҙәтем бар—йәштән көндәлек тотам. Әрмелә лә тоттом, унан һуң да, хәҙер ҙә көндәлек мөһим хәл-ваҡиғаларҙы сәғәте, минуты менән теркәп барам.

Әрмегә тиклем дуҫлашып йөрөгән ҡыҙҙар булды. Әммә ысын яҙмышымды, йәғни буласаҡ кәләшемде әрменән ҡайтып бер ай булды тигәндә осраттым.

Баштан алып һөйләйем әле. Өлгөлө һалдат булғаным өсөн мине үҙем хеҙмәт иткән хәрби гарнизонда эшкә ҡалырға өгөтләгәйнеләр. Риза булдым һәм ата-әсәйҙәрҙе күреп, кире әйләнеп килергә тигән уй менән тыуған яҡтарға юлландым. Сөнки хәрби булыу—күптәнге хыялым ине. 1973 йылда Каспийск ҡалаһының юғары хәрби училищеһына уҡырға барырға әҙерләнеп бөткән ерҙән, атайым мәрхүм булып ҡалыу сәбәпле баш тартырға тура килгәйне. Fаиләне һайланым, сөнки әсәйемә һәм туғандарыма ярҙам итергә кәрәк ине.

Әрменән ҡайтып төшөүгә оҙаҡ та үтмәйенсә мине күрше Байғусҡар ауылына йәштәр кисәһенә саҡырҙылар. Шунда таныштыҡ та инде Люциә менән. Ул Ауырғазы районының Мораҙым ауылында йәшәй ине. Байғусҡарҙа йәшәгән өләсәһенә ҡунаҡҡа килгән булған. Шулай итеп, ҡунаҡ ҡыҙын бер күреүҙән оҡшаттым. 1976 йылдың декабрендә туйыбыҙ булды һәм кәләшемде Быҙаулыҡҡа оҙатып алып ҡайттым. Быйыл бергә йәшәүебеҙгә 40 йыл тула. Аллаға шөкөр, бер-беребеҙҙе ихтирам итеп, татыулыҡта йәшәйбеҙ. Милиционер эшен аңлап тораһығыҙҙыр. Көнө-төнө эшләгән саҡтар була. Ҡатыным һәр ваҡыт асыҡ йөҙ һәм йылы аштары менән ҡаршылар ине. Төн уртаһында ҡайтҡанымда ла, ул бешергән ризыҡтарын өҫтәлгә теҙеп, сәй яһап эсерә торғайны.

Әле ҡатыным «Консультант» йәмғиәтендә бухгалтер булып эшләй.

Балалар—беҙҙең терәгебеҙ

—Беҙ бер ул һәм ҡыҙ үҫтереп, оло тормош юлына баҫтырҙыҡ. Раян—юрист. Төрлө ойошмаларҙа эшләп, тәжрибә туплағас «Йәрбулов» шәхси предприятиеһын асып ебәрҙе. Улым мине уҙып китте, уның клиенттары күберәк. (Fәйзулла ағай ҡәнәғәт йылмая). Ҡайһы бер эштәрҙе Раян улым менән бергәләп тә башҡарабыҙ.

Киленебеҙ Гүзәл Баймаҡ район дауаханаһында оҙаҡ йылдар юрист булып эшләй. Уларҙың үҙ йорттары бар. Татыу ғаиләләрендә өс ҡыҙ бала үҫә: Элиза, Луиза һәм Ләйсән.

Ҡыҙыбыҙ Розалия әсәһенең юлын һайланы, тиһәм дә була. Ул БДУ-ның Юридик йүнәлештәге финанстар һәм кредиттар бүлеген тамамлап, һаҡлыҡ банкында эшләй. Арсен кейәүебеҙ Баймаҡ ҡойоу-механика заводында хеҙмәт итә. Улар ҙа өс ҡыҙ тәрбиәләй: Элина, Лиана һәм Зарина.

Яңы йорт һалып сыҡтылар.

Аллаға шөкөр, балаларыбыҙ әҙәпле, тәртипле. Олоно—оло, кесене кесе итә беләләр, шуға ҡыуанабыҙ. Барыһы ла ярҙамсыл, тырыш, уңғандар. Балаларыбыҙ—беҙҙең ныҡлы терәк-таянысыҙ.

Дин күңелдә була ул

—Һуңғы йылдарҙа минән йыш ҡына «һеҙ дин юлындамы?» тип һораусылар күбәйҙе. Мин уларға былай тип яуап бирер инем: дин һәр кешенең күңелендә була. Тик беҙ эш күп, ваҡыт юҡ, тип һылтанып йөрөй бирәбеҙ. Орлоҡ сәсһәң шыта бит ул. Үҙемдең хаҡ дингә баҫыуыма өс йыл була. Быға мин алдан уҡ әҙерләнә башланым. Бик күп дини тапшырыуҙар ҡараным, матбуғат биттәрендә донъя күргән дини мәҡәләләрҙе уҡыным. Ә шулай ҙа иман юлына баҫыуыма төп этәргес булып Зинира һеңлем тора. Уның намаҙға баҫыуына 6-7 йыл тирәһе.

Күңелем һәм бар булмышым менән дингә бирелеүемә һөйөнөп бөтә алмайым. Уҡыған һайын белем, ғилем арта тиҙәр. Был ысынлап та шулай. Хәҙер туғандар араһында аяттар уҡырға йөрөйөм, балаларым юлға сыҡһа сәфәр доғалары уҡыйым, вәғәздәр әйтәм. Быларҙың барыһы ла күңелемә айырыуса бер тыныслыҡ, ҡәнәғәтлек тойғолары килтерә. Барыһына ла шөкөр итеп йәшәргә кәрәк. Беҙ биш намаҙыбыҙҙы уҡыу менән Аллаһы Тәғәләгә рәхмәтебеҙ-ҙе белдерәбеҙ.

Ҡартатайым Арыҫлан Хәммәт улы дини кеше булған тиҙәр. Бәлки шуғалыр, дини тормош күңелемә яҡын.

Ҡөрьәнде закондар менән сағыштырыр инем. Тик ысынбарлыҡта закондарҙың күбеһе «эшләмәй». Диндә шәриғәт законы бар. Минеңсә, үҙен мосолманмын тигән кеше шәриғәт закондарына бойһонорға бурыслы. Атайым мәрхүм: «Берәүҙе лә рәнйетмәгеҙ, кешенең ҡаны, тире, күҙ йәше ебәрмәй бит ул»,—ти торғайны. Күберәк аят, доғалар уҡырға кәрәк, улар яман-хәтәрҙән аралай, ярҙам итә, хатта дауалау көсөнә эйә.

Тағы ла шуныһы бар, бер ирҙең намаҙ уҡыуы—өс ҡатындың уҡығанына торошло. Ирҙәр араһында иманға тартылыусылар артһа яҡшы булыр ине. Миңә тағы ла бер нәмә оҡшай. Диндә үҙең тураһында ғына уйларға ярамай. Ислам дине урталыҡты ярата. Һәр нәмәлә сама белергә кәрәк. Дин—ул бөтә яҡлап кешене тәрбиәләй. Мосолман кешегә артыҡ маҡтарға ла, маҡталырға ла, үкенергә лә, шатланырға ла ярамай. Fәҙел булырға кәрәк. Дини кеше гонаһ ҡылмай. Тәүбәгә бер тапҡыр киләһең бит инде.

Дөрөҫ юлға баҫырға бер ваҡытта ла һуң түгел

Намаҙға ни тиклем иртәрәк баҫһаң хәйерле. Һәр кеше «бисмилла» һәм «Аллаһ» һүҙҙәрен әйтә, тик үҙенә кәрәк саҡта ғына. Аллаһы Тәғәләгә беҙ һәр ваҡыт салауаттар әйтергә тейешбеҙ.

Ураҙа тотоуҙың да әһәмиәте ҙур. Ураҙалағы кеше сабыр һәм түҙемле булырға өйрәнә, икмәктең һәм тоҙҙоң тәмен белә. Саф мосолман кешеһе ғәйбәт һөйләргә, кешене рәнйетергә тейеш түгел. Ҡорбан салып, туғандарыңа ашатыу, мохтаждарға таратып биреү—иң сауаплы нәмә.

Ҡатыным да минең артымдан дин юлына баҫты. Балаларым һәм ейәнсәрҙәремдең иманлы булыуҙарын күреп ҡыуанабыҙ. Fаилә байрамдары һәм башҡа сараларҙы беҙ айыҡ үткәрәбеҙ. Тыуған көндәрҙе билдәләүҙе лә аят уҡыуҙан башлайбыҙ. Хәҙер туғандар, дуҫтар ҙа быға күнеп бөттө. Өҫтәлдә тик хәләл ризыҡҡа урын бирелә.

Киләсәктә лә ошо юлдан тайпылмай йәшәргә ине.

Мосолман ҡәрҙәштәргә шуны әйтер инем: дөрөҫ юлға баҫырға бер ваҡытта ла һуң түгел. Эскелеккә батҡан йәки ҡырын эштәр ҡылып, яман юлдан йөрөгән кеше тәүбәһенә ҡайтып, иманға баҫа икән—быны бик ҡыуаныслы хәл тип ҡабул итергә кәрәк. Ундайҙарға ярҙам итергә кәрәк. Аллаһы Тәғәлә лә: «Шул тиклем түбәнселеккә төшөп, ҡара һыуҙар эсеп, ыҙа сигеп йөрөгән кеше тәүбәгә килеп, дингә баҫа икән, шул ҡолом—иң яратҡан ҡолдарымдың береһе булыр һәм тәүге рәттәрҙә торор», тигән бит.

Дин юлына баҫырға теләгәндәргә иң башта Рәшиҙә Исхаҡиҙың «Тәһәрәт алыу һәм намаҙ уҡыу тәртибе» китабын уҡырға тәҡдим итәм. Унда барыһы ла аңлайышлы итеп яҙылған. Әғләметдин хәҙрәт Fәзизовтың «Мәүлит», «Ислам дине» китаптарынан да күп нәмәгә өйрәнергә була.

Дини кешенең тышҡы ҡиәфәте һәм кейеме лә бөхтә булырға тейеш. Ир-атҡа баштарына—түбәтәй, ә ҡатын-ҡыҙҙарға яулыҡ ябыныу кәрәк. Башты ябып йөрөү күп сирҙәрҙән дә һаҡлай. Ҡатын-ҡыҙҙарға ғәүрәт ерҙәрҙе ҡаплап йөрөү кәңәш ителә. Сөнки тәндең асыҡ өлөштәренә ҡарауҙан күҙ тейеү ихтималлығы бар. Тәһәрәт—һаулыҡтың башы. Ысын мосолман кешеһенә ошо ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәү фарыз. Әгәр ҙә минең һөйләгәндәрем кемдеңдер йөрәгенә барып етһә мин бәхетле булыр инем. Барыбыҙға ла донъяуи ҡиммәттәр артынан ҡыуыуҙы туҡтатып, рухи аҙыҡҡа күсергә кәрәк. Шул ваҡытта ғына беҙ бай булырбыҙ.

Эшенән һәм тормошонан йәм табып, эргә-тирәләге кешеләргә иман нуры ҡундырып, үҙенең йәшәйеше менән башҡаларға өлгө күрһәтеүсе замандашыбыҙ—Fәйзулла Йәбуловтың күңел түренән сыҡҡан уй-фекерҙәре, аҡыллы һәм фәһемле кәңәштәре һеҙгә лә ярҙам итер тигән өмөттә ҡалабыҙ.

 

Альбина Таһирова яҙып алды.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap