Сибайҙа һауа торошо:
-4, -6 ° C 4 - 6 м\с З
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
Халҡы—дәртле, рухы ныҡлы
Untitled document

Данил ӘБДЕЛFАЗИН

Йылайыр районының Ҡашҡар ауыл мәҙәниәт йортоноң тынып торғанын күрмәҫһең. Бында йыл әйләнәһенә күркәм саралар үткәрелә. Күңел асыуға ғына ҡоролмай улар, ә халыҡты берләштерә, йыр-моңға ылыҡтыра.

—Әлеге ваҡытта йәштәр менән шау-гөр киләбеҙ,—тип ҡаршы алды мәҙәниәт йорто етәксеһе Зарифа Юламанова.—Әүҙем, дәрте ташып торған егет-ҡыҙҙар менән эшләү—үҙе бер кинәнес. Уларға ниндәйҙер идея еткерһәң, дәррәү күтәреп сығып, ойоштороп та ҡуялар. Июль айында «Күңелле каникулдар» сараһы үтте. Дискотека-уйын формаһындағы сараға Ҡашҡар йәштәренән тыш, Исҡужа, Юлдыбай һәм Йомағужалар ҙа килгәйне. Алдағы көндәрҙә концерт программаһы Яманһаҙ яҡтарына сығасаҡбыҙ. Август аҙаҡтарында студенттар һәм гимназистар менән «Хушлашыу кисәһе» үтәсәк.

Ысынлап та, Ҡашҡарҙар йәш быуын менән эшләү йәһәтенән башҡаларға өлгө булырлыҡ. Ябай ғына сараларҙың йөкмәткеһенә лә сәләмәт тормош, халҡыбыҙ ижадына һөйөү һалырға тырыша улар. Егет-ҡыҙҙар тарафынан әҙерләнгән һәр сара мәҙәниәт йортонда эшләп килгән «Ағинәйҙәр ҡоро», Ветерандар советы ағзалары күҙлегенән баһаланып ҡына сәхнәгә ҡуйыла. Йәғни, быуындар бәйләнеше нәҡ ошонда күренә лә инде.

Ситкә китеп булһа ла, шуны әйтеү мөһим: ауыл йәштәре күңелендә спорт ныҡлы урын алған. Уларҙың мәҙәниәт йортона килеп, шашка-шахмат уйнауҙары, мәктәп стадионында туп тибеүҙәре ошо хаҡта һөйләй.

—Район үҙәгендә физкультурниктар көнөнә уҙасаҡ ярыштарға беҙҙең футболсылар, шахматсы һәм шашкасылар барасаҡ,—тип уй-пландары менән уртаҡлаша Зарифа Ишғәле ҡыҙы.

Биш йыл элек капитал ремонт үткән мәҙәниәт усағында бөгөн «Ағинәйҙәр ҡоро», Ветерандар советы, «Умырзая» бейеү ансамбле эшләп килә. Райондағы һәр сарала әүҙем ҡатнашҡан ҡашҡарҙар, республика кимәлендә лә һынатмай. Былтыр «Умырзая»лар «Байыҡ» телевизион конкурсының Гала-концертында сығыш яһап, тамашасыны «Гармунлы йәшлек» бейеүе менән таң ҡалдырған. Ҙур булмаған ауылдың бер урамынан 6 ирле-ҡатынлы парҙың сәхнәгә күтәрелеүе һоҡланғыс күренеш.

Зарифа Юламанова һүҙҙәренә ҡарағанда, саралар үтмәй ҡалмаған йылдың бер айы ла юҡ. Мәҫәлән, ғинуар айында ауылдың «Ағинәйҙәр ҡоро» рәйесе Фәрзәнә Тусалина идеяһы менән «Һырғалаҡ» байрамы ойошторолған. Ир-егеттәр ҡарҙан бейек кенә тау яһап биргән. Балаларҙы хәрәкәткә, сәләмәт тормошҡа өндәү, элекке ауыл уйындарын онотмау маҡсатынан үткәрелгән сарала кескәйҙәр менән бер рәттән, өлкәндәр ҙә рәхәтләнеп һырғалаҡ шыуған. Февраль айы ауылдаштар күңелендә «Ваҡыт тәгәрмәсе» тип аталған үҙенсәлекле генә тамаша менән хәтерҙә ҡалған. 1940 йылдарҙа тыуған ир-уҙамандар әрмелә нисек хеҙмәт итеүҙәрен, 50-селәр иһә иҫке күпергә сығып, егеттәрҙе оҙатып ҡалыуҙарын, 60-сылар әрмеләге привалды сәхнәләштергән. 70-се йылғы ир-егеттәр хәрби хеҙмәткә юлланыусыларҙы оҙатыу кисәһен, 80-90-сылар ҡаршы алыуҙы күрһәткән. Сарала ауыл халҡының күпселеге ҡатнашҡан, ауыл советы рәйесе Зөһрә Зәйнуллина юғары кимәлдә ойоштороу йәһәтенән ҙур тырышлыҡ һалған. Апрель айындағы «Әйләнә лә орсоҡ әйләнә» байрамын, марттағы ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә, майҙағы Бөйөк Еңеүгә арналған тамашаларҙы халыҡ оҡшатҡан.

Йыл да июнь айында «Балалар һабантуйын» уҙғарыу матур традицияға әйләнгән. Ағинәйҙәр ҡатнашлығында үткән сарала «Ҡарға бутҡаһы», «Кәкүк сәйе» кеүек ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ күрһәтелгән. Киләсәктә лә матур-матур саралар уҙғарыу планлаштырылған.

—Октябрҙә ололар көнөн үткәреү бурысын ҡуйғанбыҙ. Хәйер, был байрамды һәр ваҡыт ҙур кимәлдә ойошторабыҙ. Йырлы-моңло саранан өлкән йәштәгеләрҙең береһе лә ситтә ҡалмай,—ти мәҙәниәт йорто етәксеһе.

 

Йыр-моңға маһирлығы менән дан тотҡан Ҡашҡарҙар халҡыбыҙҙың йолаларына, күркәм сифаттарына тоғролоҡ һаҡлай. Аҙна һайын туйҙар үтә, егеттәребеҙ кәләш ала, ҡыҙҙарыбыҙ кейәүгә сыға, тип тә ҡыуана улар. Дөйөм алғанда, мәҙәниәт йорто гөрләп тора бында. Тимәк, халыҡ берҙәм, халыҡ дәртле. Ошо дәрт, рух һәм өмөт һеҙҙе ташламаһын!

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap