Сибайҙа һауа торошо:
-23, -25 ° C 1 - 3 м\с C
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
22.08.2012
ҠАЙҘА МИНЕҢ ГӘЗИТЕМ?
Untitled document

Кѳн дә тиерлек редакциябыҙҙың телефоны шылтырауҙан туҡтамай. Был тәү ҡарамаҡҡа аңлашыла: матбуғат баҫмаһы—ул фекер һәм мәғлүмәт менән алыш-биреш урыны. Тик, үкенескә ҡаршы, гәзит уҡыусыларыбыҙҙың күбеһе ниндәйҙер изге хәбәр еткереү йәиһә буласаҡ мәҡәләгә тема биреү маҡсаты менән түгел, ә «Атайсал»ды ала алмауға борсолоп шылтырата. Улай ғына ла түгел, кѳнѳнә әллә нисә кеше асыулы ҡараш, тѳшѳнкѳ кәйеф менән редакцияға килеп инә. Кѳйәләнгән гәзитебеҙ дуҫына ҡапыл ғына ни әйтергә лә белмәй ҡалабыҙ ҙа, тынысланғанын кѳтәбеҙ. Эйе, «Атайсал»ыбыҙ күптәрҙең ѳйѳнә барып етмәй. Әммә бында редакцияла эшләүселәрҙең бер генә лә ғәйебе юҡ. Почтаның теүәл ваҡытында йѳрѳү-йѳрѳмәүе хат ташыусыларға бәйле. Ә улар редакция хеҙмәткәрҙәре түгел. Ошо хаҡта һәр шылтыратыусыға һәм килеүсегә аңлатҡандан һуң, уларҙың адрестарын яҙып алып, почта бүлексәләренә үҙебеҙ шылтырата башлайбыҙ. Почтаның иһә бер яуап: хат ташыусылар етмәй. Был да аңлашыла кеүек. Ни ѳсѳн тигәндә почтальондарҙың эш хаҡы бик аҙ, шуға ла бында оҙаҡ эшләмәйҙәр, күрәһең. Әммә был гәзит уҡыусылар алдында аҡланырға сәбәп түгел. Кеше аҡсаһын түләп, матбуғат баҫмаһына яҙылған икән, ул уны алырға тейеш. Әйткәндәй, был проблема менән бер «Атайсал» гәзитенә генә хас түгел, республика гәзит-журналдарын да ваҡытында ала алмай аҙапланыусылар бихисап (бында «Сибайский рабочий» гәзите менән сағыштырыу урынһыҙ, сѳнки был редакцияның үҙ почтальондары бар). Ошо осо-ҡырыйы күренмәгән сетерекле мәсьәләгә гәзитебеҙҙең уҡыусыһы, журналистика ветераны Фәрит Әхмәров битараф ҡала алмаған. Бѳгѳн уның яҙғандарын һеҙгә тәҡдим итәбеҙ.

Заман заңы башҡа, ҡосаҡ тултырып гәзит-журналдар, ҡалын-ҡалын хаттар ташыған осор тарихта ҡалды, тиеүселәр хаталана. Ауыл тормошон почтальондарһыҙ әле лә күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Ҡалала ла уларҙың хеҙмәтенә ихтыяж ҙур. Ләкин…

Һуңғы айҙарҙа Сибай ҡалаһында почтальондар эшенә дәғүә белдереүселәр һаны ҡырҡа артты. Тѳп бәлә—гәзит-журналдарҙы ваҡытында ала алмау. Һѳҙѳмтәлә кѳндәлек баҫмаларҙы яҙҙырыусылар иҫкергән, әһәмиәтен юғалтҡан мәғлүмәт менән хуш-һынырға мәжбүр.

«Башҡортостан» гәзитен йыйып, аҙнаһына бер алып киләләр,—ти ҡалабыҙҙың почетлы гражданы Рамаҙан ағай Үтәғолов.—«Ватандаш» журналының 6-сы һанын юғалттылар. Июль һанының да яҙмышы билдәһеҙ. Таратыу бүлегенә барып тауыш күтәргәс, бер нисә кѳн ваҡытында килтерҙеләр ҙә тағы оноттолар. Бына бѳгѳн кесаҙна, ә был аҙнаның бер гәзитен дә күргән юҡ әле».

Ҡалалаштарыбыҙ айырыуса урында донъя күргән «Атайсал» гәзитен ала алмауға зарлана. «Мин йыл да «Атайсал» гәзитен алдырып уҡыйым,—тип яҙа Сибай ҡалаһының хеҙмәт ветераны, III тѳркѳм инвалиды Дамир Талип улы Ғәлин.—Быға тиклем гәзит ваҡытында килә ине. Быйыл гел һуңлап, бер нисә кѳндән һуң ғына килтерә башланылар. Шул мәсьәләне хәл итеүҙәрен һорап бер нисә тапҡыр Сибай почтамты начальнигы А.М.Юлдашбаевҡа барҙым. Тикшерергә һүҙ биреп ҡала ла онота ла ҡуя. Һуңғы барғанда начальник урынбаҫары Елена Николаевна Половневаға индем. Ул: «Почтальондар етешмәй, эш хаҡы әҙ, бер кем дә эшкә килмәй»,—тине. Мин: «Был яуап түгел, мин гәзиткә яҙылғанмын, һеҙ ваҡытында алып килергә тейешһегеҙ»,—тип әйтеүемә ул: «Түләгән аҡсағыҙҙы кире алығыҙ ҙа, бүтән беҙҙең аша гәзиткә яҙылмағыҙ. Ана, киоскынан һатып алығыҙ,—тип аҡыра башланы. Матбуғат баҫмаларына яҙылыусыларға бындай ҡараш дауам итһә, тиҙҙән гәзит-журналдарға яҙылыусы кеше булырмы икән?». Хат авторы бик урынлы һорау ҡуйған. Ә минең, ундай кешеләр бындай яуаплы урында эшләргә хаҡлымы икән, тип ѳҫтәгем килә.

Сибай ҡалаһының Вокзал урамында йәшәгән Г.К.Ишмырҙин, Калачев урамынан А.К.Юлдашкилдин, Таусылар проспектынан Ф.Ә.Хәйбуллина икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылһалар ҙа, ошоға тиклем «Атайсал»дың бер һанын да ҡулына алмаған икән.

«Почта менән эшләүе быйыл бик ҡыйын,—ти «Атайсал» гәзите хеҙмәткәрҙәре.—Һәр эш кѳнѳбѳҙ кемгә гәзит килмәгән, ни ѳсѳн килмәгәнен тикшереү менән башлана. Кѳн һайын 5-6 дәғүә. Аптырағас, яңы баҫылған гәзиттәрҙе, үҙебеҙҙең машинаға тейәп, сортировка бүлегенә түгел, тура таратыу бүлегенә алып бара башланыҡ. Һѳҙѳмтә булманы. Барыбер һуңлатып, ѳсѳнсѳ кѳнгә генә тараталар.Ҡыҙғанысҡа күрә, ошо уҡ хәл Хәйбулла, Йылайыр райондары почта бүлексәләрендә лә ҡабатлана. Гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы осоронда почтаның насар эшләүе һѳҙѳмтәһендә беҙ икенсе ярты йыллыҡта 200 уҡыусыбыҙҙан ҡолаҡ ҡаҡтыҡ».

«Ваҡытлы матбуғатты таратыу, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙгә килем килтермәй. Ләкин гәзит-журналдарға яҙылыусылар был йәһәттән бер ниндәй ҙә зыян күрергә тейеш түгел,—тигәйне «Башҡортостан» гәзитенә биргән әңгәмәһендә «Рәсәй почтаһы»ның Башҡортостан филиалы етәксеһе Ирек Миңлевәли улы Ғәлимов («Башҡортостан»,№ 122, 23 июнь, 2012 йыл). Сибай почтамты хеҙмәткәрҙәре ошо фекерҙең тәүге яртыһын ғына үҙләштергән, тигән фекер ҡала. Юғиһә, халыҡ тауышына әҙерәк булһа ла ҡолаҡ һалырҙар ине…

Фәрит Әхмәров.

Сибай ҡалаһы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap