Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
06.09.2016
Һорауҙар ҙа теләктәр ҙә күп булды
Untitled document

Уҙған аҙнала Сибайҙа эш сәфәре менән Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте һәм төрлө министрлыҡ вәкилдәре булып китте. Улар ҡаланың социаль әһәмиәтле объекттарын ҡараны, шәхси һорауҙар буйынса граждандарҙы ҡабул итте һәм киңәйтелгән кәңәшмә үткәрҙе.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте етәксеһенең урынбаҫары Р.Х.Дилмөхәмәтов һәм Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Х.Х.Сөләймәнов оҙатыуындағы делегация Сибай ТЭЦ-ында ремонт эштәренең барышы һәм объекттың йылытыу миҙгеленә әҙерлеге менән танышты. Артабан улар Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министры Г.Шафиҡова менән бергәләп гимназия, Балалар һәм үҫмерҙәр мәктәбе һәм филармонияны ҡараны. Киләсәктә мәғариф учреждениеларына капиталь ремонт үткәреү, филармонияны реконструкциялау мәсәләләрен хәл итеүҙә ярҙам күрһәтергә вәғәҙә бирҙе.

Артабан Балалар ижады үҙәгендә шәхси һорауҙар буйынса граждандарҙы ҡабул итеү ойошторолдо. Был көндө Урал аръяғы райондарынан килгән халыҡты һәм сибайҙарҙы Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте етәксеһенең урынбаҫары Р.Х.Дилмөхәмәтов, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова, Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Рәмил Хәмитов, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Юрий Мельников, Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары Азамат Хәсәнов, Торлаҡ-коммуналь хужалығы министры урынбаҫары Юрий Кислицын, Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Альберт Сөләймәнов, Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Илдар Йәһүҙин, Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Крылов, Башҡортостан Республикаһы Прокурорының граждандарҙы ҡабул итеү буйынса өлкән ярҙамсыһы Ләйсән Хөснийәрова, «Рәсәй юристары ассоциацияһы»ның Башҡортостандағы бүлексәһе ағзаһы Азат Fүмәров ҡабул итте. Был көндө халыҡты борсоған мәсьәләләр ҙә, теләктәр ҙә күп яңғыраны.

Мәҫәлән, Сибай ҡалаһының Ҡамыш-Үҙәк ҡасабаһы территориаль йәмәғәт үҙидаралығы рәйесе Хәмитйән Сафа улы Мөрсәлимов Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Р.Х.Дилмөхәмәтовҡа Ҡамыш-Үҙәк йылғаһы аша автомобиль күперен ремонтларға, Революция һәм Комсомол урамдарын яҡтыртыу, юлдарға ҡырсынташ түшәү һәм асфальтлау, йылғаның ярҙарын киңәйтеү һәм таҙартыу, Крупская урамына газ һәм һыу үткәреү мәсьәләләре менән мөрәжәғәт итте. Рәмил Хөрмәт улы атап үткән проблемаларҙы хәл итеүҙе ҡала етәкселегенә йөкмәтте һәм контролдә тотасағын әйтте.

Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Альберт Мөхәмәт улы Сөләймәновҡа үҙҙәрен борсоған һорауҙар менән 19 кеше килгәйне. Уларҙың күбеһе ҡала һәм ҡала-ара тәғәйенләнештәге йәмәғәт транспорты һәм «Газель» маршрут таксиһының графигы менән ҡәнәғәт түгеллеген белдерҙе. Мәҫәлән, күптән түгел «Башавтотранспорт» предприятиеһы һәм шәхси эшҡыуарҙар араһында конкурс нигеҙендә һәр маршрутҡа пассажирҙарҙы йөрөтөүсе «хужалар» билдәләнде. Һөҙөмтәлә, Иҫке Сибайға тик «Башавтотранс»тың автобустары, ә Алтын ҡасабаһына, киреһенсә, тик «Газел»дәр йөрөй. Халыҡ бының менән риза түгел. Хәҙер алтындар «Башавтотранс» предприятиеһының ПАЗ-иктарын ҡайтарыуҙарын һорай. Ә иҫке сибайҙарға, киреһенсә «Газел»дәр кәрәк икән. Альберт Мөхәмәт улы пассажирҙарҙы йөрөтөүгә тендерҙы үрҙә әйтелгән предприятиеларҙың отоуы һәм был юҫыҡта ниндәйҙер үҙгәрештәр индереүе ауыр булыуын билдәләне. Әммә мөрәжәғәт итеүселәрҙең үтенесе буйынса килеп тыуған мәсьәләне ыңғай хәл итергә тырышасағын әйтте.

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министры Г.Р.Шафикова сибайҙарҙың әүҙем булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

—Халыҡтың матур-матур теләктәр менән мөрәжәғәт итеүе ҡыуандыра. Киләсәктә улар таусылар ҡалаһында шәхси мәктәп һәм шәхси балалар баҡсаһы асыу ниәте менән янып йәшәй. Бындай башлан-ғыстарҙы беҙ хуплайбыҙ һәм ярҙам итергә тырышасаҡбыҙ,—тине Гөлназ Радмил ҡыҙы.

Көндөң икенсе яртыһында Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте һәм төрлө министрлыҡ вәкилдәре, урындағы етәкселәр һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашлығында киңәйтелгән кәңәшмә үтте. Көнүҙәккә сығарылған мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеп, кәңәшләшкәндән һуң, йомғаҡлау һүҙе менән Сибай ҡалаһы ҡала хакимиәте башлығы Х.Х.Сөләймәнов сығыш яһаны. Ул Урал аръяғына етди иғтибар һәм ышаныс күрһәткәндәре өсөн республика етәкселегенә рәхмәт белдерҙе.

 

Альбина Таһирова.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap