Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 2 - 4 м\с СВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
06.09.2016
Атың булһа—ил таныр
Untitled document

Бөтә Рәсәй башҡорт йәштәренең I съезы сиктәрендә Сибайҙа ат сабышы бәйгеһе уҙғарылды. Ҡалала өсөнсө тапҡыр ойошторолған был спорт сараһын ҡарарға йәше лә, ҡарты ла ашҡынып килгәйне.

Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Х.Х.Сөләймәнов сараны тантаналы асып, түбәндәгеләрҙе белдерҙе:

—Милли спорт төрөнә ингән ат сабышын үҙебеҙҙә өсөнсө тапҡыр ойоштороуға өлгәштек, сөнки уны халыҡ яратып ҡабул итте. Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы айҡанлы тиҙҙән был урында ипподром төҙөргә ниәтләйбеҙ. Буласаҡ ипподром бөтә Урал аръяғында ат спортын үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк.

Турнирҙа ҡатнашыусыларҙы шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ә.М.Ишемғолов, Баймаҡ районы хакимиәте башлығы И.Х.Ситдыҡов, Башҡортостан Республикаһының баш суд приставы З.З.Байғусҡаров сәләмләне һәм сәмле ярыш теләне.

Ат сабышында Сибай ҡалаһы, Әбйәлил, Баймаҡ, Ейәнсура райондары, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән һәм Ҡаҙағстандан иң яҡшы юртаҡтар ҡатнашты. 1600 метр арауыҡта ярышыуға 2 йәшлек тоҡомло аттар сыҡһа, 2400 метрлыҡ дистанцияла 3 йәшлек һәм унан өлкәнерәк саф тоҡомло юртаҡтар бәйге тотто. Башҡорт тоҡомло аттар 6000 һәм 8000 метрға сабышты.

Биш этапта уҙғарылған сабыш барышында иң көслө һәм етеҙ юртаҡтар билдәләнде. 2 йәшлек ҡонандар араһында финишҡа иң беренсе булып «Юмор» ҡушаматлы турат килһә (А.Х.Сөләймәнов КФХ-һы, Сибай ҡалаһы), икенсе урынға «Сарош» ҡушаматлы ерән ат сыҡты (Р.Ирназаров, Баймаҡ районы), өсөнсө урынды «Лайтэнжел» ҡушаматлы ат яуланы (К.Бикмурзин, Ҡыҙыл районы).

Саф тоҡомло дүнәндәр араһында «Уңыш һалдаты» ҡушаматлы турат еңеүсе тип табылһа (А.Казаков, Силәбе өлкәһе), 2-се урынды «Старчемп» (И.Х.Ситдыҡов, Баймаҡ ҡалаһы) һәм 3-сө урынды «Райпетривер» (Ф.Иҡсанов, Арғаяш районы) яуланы.

3 йәшлек һәм унан өлкән юртаҡтар араһында «Парламент»ҡа (В.Ячменев, Ноғайбаҡ районы) етеүсе булманы. «Темп» ҡушаматлы турат (И.Юскин, Ноғайбаҡ районы)—2-се, «Зураб» (Р.Fәбдрәшитов, Верхнеуральск ҡалаһы) 3-сө урынға лайыҡ булды.

6000 метрлыҡ дистанцияла «Далан» ҡушаматлы алаша (А.Х.Сөләймәнов КФХ-һы, Сибай ҡалаһы) иң етеҙе тип табылды. Финишҡа икенсе һәм өсөнсө булып «Блондин» (В.Байғужин, Баймаҡ районы) менән «Флик» (А.Йәрмөхәмәтов, Баймаҡ районы) ҡушаматлы ҡола айғырҙар килеп етте. 8000 метрлыҡ иң оҙон дистанцияның еңеүсеһе—«Любимчик» исемле ҡара туры. 2-се урынға «Пахтия» (С.Садыҡов, Орск ҡалаһы) сыҡһа, 3-сө һәм 4-се урындарға «Герта» (Ф.Ниәтшин, Сибай ҡалаһы) һәм «Далан» (А.Х.Сөләймәнов КФХ-һы, Сибай ҡалаһы) лайыҡ булды.

Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Х.Х.Сөләймәнов бәйгенең бағыусылары—Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы директоры Й.У.Биккиновҡа, «Аструм» идаралыҡ компанияһының башҡарыусы директоры Д.В.Жариновҡа, «Сибай баҙары» директоры Н.Н.Искаковҡа, «Водоканал» йәмғиәте директоры Т.Т.Муллоджановҡа, Сибай ҡалаһындағы «Газпром газ бүлеү-Өфө» йәмғиәте директоры С.А.Вейденбахҡа һәм Баймаҡ районы хакимиәте башлығы И.Х.Ситдыҡовҡа рәхмәт белдерҙе.

 

Альбина Таһирова.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap