Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
13.09.2016
Сибай театры тарихы
Untitled document

1931 йылдың июнь айында режиссер-педагог Мәкәрим Мәһәҙиевтың уҡыусылары, Башҡорт сәнғәт техникумын тамамлаусы туғыҙ йәш артист—Арыҫлан Мөбәрәков, Зәйнәб Ниғмәтуллина, Хәнифә Искәндәрова, Сания Йәнбухтина, Сынтимер Баҡыев, Сәхи Сәйетов, Шәғәле Һөйәрғолов, Мөхәммәт Ишҡабулов, Fәшиә Абыҙгилдина Стәрлетамаҡ ҡалаһына башҡорт театры ойоштороу өсөн эшкә ебәрелә. Баш режиссер вазифаһына Арыҫлан Мөбәрәков тәғәйенләнә. Администратор итеп Шәғәле Һөйәрғолов билдәләнә. Шулай итеп, республикабыҙҙың II башҡорт профессиональ театрына нигеҙ һалына.

Ижади төркөмдө нығытыу маҡсатында шул уҡ йылды театрға тағы ла унлаған һәләтле егет һәм ҡыҙ өҫтәлә. Улар араһында Башҡортостандың халыҡ артисы  исеменә лайыҡ булған Бикташ Кәлимуллин, оҫта гармунсы Фәйзулла Fәйфуллин, ҡурайсы Хәмит Әхмәтов, талантлы артистар—Ниғмәт Хәсәнов, Кәли Fилметдинов һ.б. була.

Күңелдәрендә сәнғәткә сикһеҙ һөйөү усағы дөрләгән йәш коллективтың тәүге сәхнә эше—күренекле рус драматургы А. Глебовтың «Дау» исемле спектакле. Бында уйнаған артистар Бикташ Кәлимуллин, Сания Йәнбухтина, Хәнифә Искәндәрова, Сәхи Сәйетов, Зәйнәб Ниғмәтуллина һәм башҡалар театрҙың гастролгә сығыуының тәүге көндәренән үк тамашасыларҙың оло ихтирамын яулай.

«Дау» спектакленән һуң «Гудок», «Дауыл», «Үҙ юлынан», «Яҙ йыры» кеүек әҫәрҙәр сәхнәләштерелә. Шулай уҡ яңы сәхнә әҫәрҙәре менән бергә төрлө концерттар, тамашалар ҙа ҡуйыла.

1932 йылда республика Хөкүмәтенең махсус ҡарары менән театр Баймаҡ ҡалаһына күсерелә һәм «Баймаҡ колхоз-совхоз театры» тип атала башлай. Коллектив тәүге спектаклдәре менән алтын һәм башҡа ҡиммәтле ҡаҙылмалар сығарыусы Түбә, Бүребай, Семеновск, Йолалы, Байҡара һәм башҡа төбәк халҡын хеҙмәтләндерә.

Бында төрлө йылдарҙа билдәле сәхнә оҫталары: режиссерҙар Елизавета Сыртланова, Fәмбәрә Мансурова, рәссамдар Fәлиә Имашева һәм Мөхәммәт Арыҫланов, композиторҙар Х.Мансуровский һәм Рәүеф Мортазин, бейеүсе Заһиҙә Бәхтиәрова, артистар Мәхмүт Хәбибуллин, Fата Арыҫланов, Мәғәфүр Хисмәтуллин, Суфия Батыршина, Б.Хөснөтдинов, М.Синәкәева, ҡурайсылар Ишмулла Дилмөхәмәтов, Fата Сөләймәнов һ. б. ижади сынығыу юлы үтә.

1932-1933 йылдарҙа театрҙың художество етәксеһе һәм директоры булып Ҡадир Һаҙый улы Бакиров эшләй. 1952 йылдың авгусынан 1958 йылға тиклем баш режиссер булып эшләү дәүерендә лә махсус теоретик әҙерлекле белгес театрға Мәскәү мәҙәниәте, сәнғәте һулышын алып килә. Бөйөк сәхнә оҫталары К.С.Станиславский һәм В.И.Немирович-Данченконың эшләү методикаһына таянып, ул бөтә донъя әҙәбиәтенең классик әҫәрҙәрен дә, туғандаш халыҡтарҙың һәм беҙҙең  милли драматургияны ла, шәхси мөнәсәбәтен сағылдырып, юғары художество кимәлендә сәхнәләштерергә ынтыла. Ҡадир Бакиров сәхнәләштергән Мостай Кәримдең «Яңғыҙ ҡайын», Нәҡи Иҫәнбәттең «Райхан», Дауыт Юлтыйҙың «Ҡарағол», Ҡадир Даяндың «Дим буйында», Николай Гоголдең «Өйләнеү», А.Волковтың «Ксенья» («Шәмсинур») һәм башҡа әҫәрҙәре театр тормошона матур, сағыу яңылыҡ индерә.

1936 йылда йәш, әммә нығынған Баймаҡ театры Мәскәү ҡалаһында үткән Бөтә Рәсәй колхоз-совхоз театрҙары смотрында ҡатнаша һәм Афзал Таһировтың «Алатау» (режиссеры Ҡадир Бакиров) һәм Дауыт Юлтыйҙың «Ҡарағол» (режиссеры Fиниәт Ушанов) драмаларын күрһәтеп, маҡтаулы икенсе урынды яулай. Коллектив йөк автомобиле менән бүләкләнә.

1937 йылдан башлап, театр хужалыҡ иҫәбенә күсерелеү сәбәпле, эшләү шарттары күпкә ауырлаша. Ошо йылдарҙа художество етәксеһе вазифаһын талантлы артист Fиниәт Ушанов башҡара. Ул үҙенең актерлыҡ юлын Түбә ҡасабаһында күренекле драматург Мирхәйҙәр Фәйзи етәкселегендәге халыҡ театрында (шахтерҙарҙың һәм крәҫтиән йәштәренең 1920 йылдарҙа ойошторолоп, 1930 йылдарға тиклем ғәжәп киң танылыу яулап эшләгән үҙешмәкәр түңәрәге) башлай. Аҙаҡ, Башҡорт академия драма театрына күскәс, профессиональ актерҙар рәтенә баҫа һәм труппаның төп ижади көстәренең береһенә әүерелә.

Талантлы режиссер Fиниәт Ушанов тарафынан Баймаҡ театрында Мөхәмәтша Буранғоловтың «Башҡорт туйы», Дауыт Юлтыйҙың «Ҡарағол» драмалары, «Маҡтымһылыу» трагедияһы, Сәғит Мифтаховтың «Һаҡмар», «Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт», «Зимагорҙар», Н. Островскийҙың «Ҡорос нисек сыныҡты» романы буйынса уңышлы сәхнәләштереүҙәр башҡарыла.

1938 йылда ижади коллективты театрҙың тәүге аҙымдарынан уҡ режиссер ассистенты булып эш башлаған һәләтле режиссер Сәхи Сәйетов етәкләй. Ул бер-бер артлы И.Насыриҙың «Ялҡау Бикмөхәмәт», F.Иҙрисовтың «Өҙөлгән тамырҙар», Б.Бикбайҙың «Ҡарлуғас» һәм башҡа әҫәрҙәр сәхнәләштереп, театрҙың үҫеш юлында билдәле бер эҙ ҡалдыра.

Был йылдарҙа театр репертуарында билдәле драматург Сәғит Мифтаховтың әҫәрҙәре айырыуса ныҡлы урын ала. «Пандар илендә», «Зимагорҙар», «Һаҡмар», «Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт», «Ялан ҡыҙы» драмалары халыҡтың яратып ҡараған   спектаклдәренән һанала.

Шулай уҡ татар драматургы Тажи Fиззәттең дә ижады театрҙың үҫешенә ыңғай йоғонто яһай. Уның Мансур Лоҡманов ҡуйған «Бишбүләк», Сәхи Сәйетов ҡуйған «Сатҡылар», Fәйфулла Сарбаев сәхнәләштергән «Ташҡындар» исемле әҫәрҙәре революцион рух менән һуғарылған тәрән психологик спектаклдәр рәтендә була.

Бер үк ваҡытта режиссерҙар рус классикаһының күренекле әҫәрҙәрен сәхнәләштереүҙе лә дауам итә. Н.Гоголдең «Өйләнеү», А.Островскийҙың «Fәйепһеҙ ғәйеплеләр», А.Чеховтың «Айыу», «Тәҡдим» исемле пьесалары буйынса ҡуйылған спектаклдәр тамашасылар тарафынан яратып ҡабул ителә.

Айзилә Мортаева.

 

Дауамы киләһе һанда.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap