Сибайҙа һауа торошо:
0, 2 ° C 2 - 4 м\с ЮВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
13.09.2016
Ғүмер берәү, донъя фани ғына...
Untitled document

...Уҙған быуаттың 60-сы йылдары... Беренсе ире менән айырылышып, атлап-йығылып йөрөгән ҡыҙы менән яңғыҙы ҡалған йәш ҡатын, балаһын әсәһе менән ҡалдыра  ла, үҙ бәхетен эҙләп, күрше районға юл тота. Ҡайҙан эш табайым, башымды ҡайҙа терәйем, тип аптырайһы түгел—теләге һәм көс-ҡеүәте бар кешегә һәр ерҙә эше лә, йәшәр мөйөшө лә табылып торған саҡ. Шулай итеп, йәш һәм һылыу ҡатын Хәйбулла районының Подольск фермаһында һауынсы булып эшләй башлай. Аҙ һүҙле, эшкә тилбер ҡатынға баштан уҡ күптәр иғтибар итә. Ә бер аҙҙан уға күрше ауылдан бер балаһы менән тол ҡалған ир күҙ һала. Оҙаҡламай ир менән ҡатын өйләнешергә ҡарар итә. Шулай итеп, Гөлсирә икенсегә бәхетен һынап ҡарау маҡсаты менән Әҙел ауылына килен булып төшә. Ҡыҙын иһә әсәһе үҙе менән алып ҡала.

Тәүге йылдарҙа ир менән ҡатын матур ғына йәшәй. Тик бер-бер артлы тыуған балаларының ғүмерһеҙ булыуҙары ғына йөрәк майын һыҙҙыра ҡатындың. Ниндәй генә белемсе-бағымсыларға мөрәжәғәт итмәй ҙә, дауахана тупһаларын күпме генә тапамай ул. Әллә ана шул йөрөүҙәре ярҙам итә, әллә Аллаһы Тәғәләнең йәш әсә зарын ишетеүе сәбәпсе буламы—70-се йылдар башында тыуған ике ир балалары, ата менән әсәгә бөтмәҫ шатлыҡ бүләк итеп, һин дә мин йәшәп китә. Дөрөҫ, оҙаҡ көтөп алған ҡолонсаҡтары уларға байтаҡ ҡына хәсрәт-мәшәҡәттәр ҙә өҫтәй. Шулай ҙа әсәй булған кеше малайҙарын ел-ямғырһыҙ, иркәләп-һөйөп үҫтерергә тырыша. Бөгөн ауыл ололарының хәтерләүенсә, ике улын «дебет шәлгә төрөп, өф итеп кенә» буй еткерә, уларҙы сит-ят күҙҙәрҙән, яман һүҙҙәрҙән ҡурсалай.

...Тик бына тәүҙә үҙе өсөн йән атып торған ире ни ғиллә менәндер әленән-әле юҡҡа-барға тауыш күтәрергә әүәҫләнеп ала. Ҡул күтәреү, өйҙән ҡыуып сығарыу, бар ауылға, туған-тыумасаһына уны яманлап һөйләү ише алама ғәҙәттәрҙән дә тартынмай ғаилә башлығы. Тора-бара быға ҡәҙәр ҡулына рюмка тотмаған, «шайтан һыуы»н тәмләп тә ҡарамаған ҡатынын эсергә өйрәтеп ала. Ысынмылыр-бушмылыр, ауылдашы бына нимәләр һөйләй: «Еңгәй эшкә талымһыҙ, тернәксел генә булды. Юҡты бар итергә, күҙгә күренгән нәмәһен тәләфләмәҫкә тырышты инде. Әммә дыуамаллығы, үҙ һүҙлелеге менән дан алған ире уның бер эшенән дә ҡәнәғәт булманы, һәр ваҡыт, кем әйтмешләй, йомортҡанан йөй эҙләне. Еңгәйҙең оҙон сәсен ҡулына урап тотоп, типкеләй-типкеләй Таналыҡ буйына һөйрәп алып төшкәнен һәм, йүнле бисә булһаң, араҡы эсергә эшкинер инең, тип ауыҙына шешә моронон тығып, көсләп эсергәнен үҙ күҙҙәрем менән күрҙем... Еңгәйебеҙ ана шулай яйлап-яйлап эскелеккә һалышты...»

«Иртә уңмаған кис уңмай, кис уңмаған һис уңмай...» Башҡорт халҡының   тормоштан алынған ошо тапҡыр әйтемен иҫкә төшөрә апайыбыҙҙың яҙмышы. Дөрөҫ, еҙнәйебеҙҙе тик насар яҡтан ғына телгә алһаҡ, бигүк дөрөҫ булмаҫ. Ҡатынының туғандары өсөн өҙөлөп торҙо ул. Өс ҡайынбикәһен хөрмәт итеп, уларҙың һәр береһенә «ҡәйнәм» тип кенә өндәшер ине. Малайҙарын кеше итергә, уларҙы үҙаллы тормошҡа әҙерләргә тырышып торҙо. Мал табыу яғынан уға етеүсе лә булмағандыр. Кәрәк мәлендә туғандарға ярҙам итеүҙән дә тайпылманы. Шунлыҡтан да апайҙары һеңлеләренең ниндәй ауыр яҙмышҡа дусар булыуын һиҙмәгәндәрҙер ҙә... Тик...

Апайыбыҙ әле ер емертеп йәшәр мәлендә генә үҙ теләге менән яҡты донъя менән хушлашты. Уны ерләргә барлыҡ туғандар йыйылды. Шунда ауылдаштарының: «Туғанһыҙҙыр был килен, тиһәк, ауыл урамын ябып йөрөгән туғандары—апай-һеңлеләре, ҡустылары, килен-кейәүҙәре аптыратты беҙҙе! Ни йәнегеҙ түҙеп, берегеҙ бер килеп хәлен белешмәне, уның йәшәйешен һорашманы? Алдараҡ белгән булһағыҙ, туғанығыҙ бөгөнгө хәлдә лә ятмаҫ ине... Һуңлап, бик һуңлап килдегеҙ туғанығыҙ янына...»,—тип асырғанып әйткән һүҙҙәре үҙәкте өҙҙө....

Ҡайғы яңғыҙ йөрөмәй инде—әрменән ҡайтып, өйләнеп, ике бала атаһы булған кинйә улы күп тә үтмәй серле генә әсәһе артынан китте. Район үҙәгендә яландай йорт һалып, йәй бөтә туғандарҙы өй туйына саҡырырға дәртләнеп йөрөгән ҡустыбыҙҙы һуңғы юлға оҙатыу барыбыҙ өсөн аяҙ көндө йәшен атҡандай булды. Мәтам аһтарынан зар илап, ауыр уйҙар менән таралыштыҡ. Шөкөр, бөгөн уның ике улына ҡарап йыуанабыҙ.

...Ата нигеҙенең ҡотон һаҡлап торған Ишбулды ҡустыбыҙ менән Миләүшә киленебеҙ ҡыҙыу ҡояшлы июль айының һуңғы көндәренең береһендә туғандарҙы ата-әсәһен, ҡустыһын, башҡа мәрхүм-мәрхүмәләрҙе иҫкә алыу мәжлесенә йыйҙы. Биш ҡыҙ үҫтереүсе татыу ғаиләнең матур тормошон, йәшәйешен күреп, ҡыуанып ҡайттыҡ Әҙелдән. Әллә күпме хәтирәләр яңырҙы, мәрхүмдәрҙең үткән тормошо күҙ алдынан үтте. Уларҙың ҡәберҙәрен зыярат ҡылған мәлдә айырыуса ауыр уйҙар баҫты. Бигерәк тә оҙон бөҙрә сәсен ҡупшы ғына итеп түбәһенә төйнәп ҡуйған Гөлсирә апайым менән ипле һүҙле Ишҡәле ҡустым иҫемдән сыҡманы минең. Улар менән һуңғы тапҡыр күрешкән һәм һөйләшкән мәлдәрем кисәгеләй генә булып тойолдо, хәтер ебе уларҙың иҫән саҡтарына әйләнеп ҡайтты... Үкенесле донъя!!!

Яҡындарыбыҙҙың һуңғы төйәге бағыулы һәм тәрбиәле булыуы Ишбулды ҡустыбыҙға ҡарата оло рәхмәт тойғолары һәм ихтирам уятты. Рәхмәт, ҡустым!

Ҡай берәүҙәр, был юлдарҙы нимә өсөн яҙа икән был, тип уйлар, бәлки. Аңлыларға ишара булһын, тигән ниәт менән яҙам мин уларҙы. Бәлки меңдәр араһынан берәү булһа ла ошо хәҡиҡәттән үҙенә фәһем алыр, яҡындарына, ғаиләһенә, балаларына башҡа күҙлектән ҡарар! Был донъяға бит беребеҙ ҙә мәңгегә килмәгәнбеҙ. Бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп, иҫән сағыбыҙҙа беребеҙ өсөн беребеҙ терәк һәм кәрәк булып йәшәһәк ине! Яҡындарыбыҙҙың хәлен ваҡытында күрә һәм аңлай беләйек! Һуңлап килгән үкенестәр менән үртәлеп йәшәргә яҙмаһын!

Мотал Рәмов.

 

Сибай ҡалаһы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap