Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
13.09.2016
Төбәк үҫеше—иғтибар үҙәгендә
Untitled document

Гөлдәр Ҡадаева

Сибай ҡалаһында «Урал аръяғын үҫтереүҙең биш йыллығы» девизы аҫтында «Берҙәм Рәсәй» партияһы активының осрашыуы үтте. Унда Урал аръяғы төбәгендәге фирҡәнең урындағы бүлексәләре сәркәтиптәре һәм ағзалары йыйылды. Активтың осрашыуы бынан 6 йыл элек 2010 йылда Урал аръяғын комплекслы үҫтереү программаһы ҡабул ителгән Балалар ижады үҙәгендә үтте.

Тап шул мәлдә көрсөккә терәлә барған төбәккә йән өрөүгә илтеүсе механизм эшкә көйләнгәйне. Ҡыҫҡа ваҡытҡа иҫәпләнгән программа урында социаль һәм сәнәғәт объекттары төҙөүгә ҙур этәргес булды.

Урал аръяғын аяҡҡа баҫтырыуға 71 миллиард һумдан ашыу бюджет аҡсаһы ебәрелгән. 10 мең эш урыны булдырылған. 5 йыл эсендә Сибай ҡалаһында 43       күп ҡатлы йорт сафҡа ингән. Баймаҡ һәм Хәйбулла райондарында мул ғына уңыш йыйыла. Иген баҫыуҙарынан йыйып алған уңыштың гектар ҡеүәте быйыл 20 центнерҙан ашыу тәшкил итә. Бөрйән районы халыҡ иҫәбенә һалынған инвестиция күләме буйынса алдынғы урынды биләй. Быларҙың барыһы ла властың ярҙамы һәм эшкә яңыса ҡарау алымы һөҙөмтәһе, тип билдәләне «Берҙәм Рәсәй» партияһының Юғары советы ағзаһы Рөстәм Хәмитов.

Йыйылышта Рөстәм Хәмитов: «Үрҙә әйтелгәндәр маҡтаныу, кешеләрҙең аңын томалау түгел, ә башҡарылған аныҡ эштәр. Барыһы ла ныҡлы тикшерелә, күп хеҙмәт һалынғаны асыҡ күренә. Үҙ хаталарыбыҙҙы ла беләбеҙ. Уларҙы йәшермәйбеҙ, төҙәтеү юлдарын эҙләйбеҙ. Шуға күрә 18 сентябрҙә буласаҡ һайлауға тыныс күңел менән барабыҙ. Йәштәр урында төпләнһен өсөн эш урындарын күбәйтеү зарур. Был иң беренсе нәүбәттә, Сибай ҡалаһына ҡағыла, сөнки таусылар төйәге—Урал аръяғының үҙәге булып тора. Еңел сәнәғәт, ағас эшкәртеү һәм башҡа тармаҡтар артабан үҫеш талап итә. Яңы предприятиелар асылһа, яңы эш урындары ла буласаҡ, урындағы ҡаҙнаға һалым килеме лә күбәйәсәк. Шул ваҡытта йәштәр эш эҙләп алыҫ тарафтарға юлланмаҫ,—тине. —Урындағылар үҙҙәре әүҙемлек күрһәтә башланы. Халыҡ тәҡдим иткән 100-ҙән ашыу проект «Аныҡ эштәр» проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылды: яңы юлдар һалынды, һыу үткәргестәр һуҙылды, социаль объекттар ремонтланды».

Һуңғы осорҙа Урал аръяғына Республика адреслы инвестицион программаһының 10 проценты йүнелтелә. Элек был һан 6 проценттан да күтәрелгәне юҡ ине. Төбәк фермерҙары аграр сектор субсидияһының сиректән күберәк өлөшөн ала. Был әле башы ғына.

 

Урал аръяғын комплекслы үҫтереү программаһы 2020 йылға тиклем оҙайтылды. Алдағы биш йыллыҡҡа планда—бер ярым тапҡырға инвестициялар күләмен һәм эш хаҡын арттырыу. Төбәк райондары ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙе 2 тапҡырға арттырырға тейеш. Тағы 5 мең яңы эш урыны булдырыу мөһим.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap