Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
19.09.2016
Башҡорт рухы ошонда һаҡлана
Untitled document

Сибай ҡалаһында һәм Баймаҡ районында булып ҡайтҡандан һуң, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Зәки улы Хәмитов ваҡытлы матбуғат саралары хеҙмәткәрҙәре менән осрашты һәм Урал аръяғына булған эш сәфәре тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Рөстәм Зәки улы менән ойошторолған әңгәмәне тәҡдим итәбеҙ.

—Алты йыл элек Урал аръяғын комплекслы үҫтереүгә йүнәлтелгән махсус программа ҡабул ителгәйне. Әлеге көндә ниндәйҙер һығымталар яһарға мөмкинме? Был программа үҙен аҡланымы?

—Әйткәндәй, Урал аръяғы үҫеше буйынса программа кәрәклеге ҡарарын беҙ тап Сибайҙа ҡабул иттек. Ул ваҡытта урындағы иҡтисадтың, социаль өлкәнең ниндәй хәлдә булыуы барыһының да хәтерендәлер. Төҙөлөш бармай, бизнес үҫешмәй, прогресс юҡ ине. Төбәкте күтәреү, уны торғонлоҡ хәленән сығарыу мәсьәләһе  киҫкен торҙо. Уҙған биш йылдан ашыу ваҡытты «Урал аръяғын яңыртыуҙың башы» тип ышаныслы әйтергә була.

Ошо тәңгәлдә урында өс тапҡыр уҙғарылған төбәк-ара форумдар Урал аръяғы биләмәләрен Рәсәй кимәлендәге дискуссия майҙанына әүерелдерҙе. Улар эшендә властың федераль органдары һәм үҫеш институттары етәкселәре, күрше өлкәләрҙең губернаторҙары ҡатнашты. Һөҙөмтәлә субрегионды танып белә башланылар, уның инвестиция йәлеп итеү һәләте яҡшырҙы, бер нисә яңы проект барлыҡҡа  килде. Айырым төбәктәр менән иҡтисади бәйләнештәр нығынды.

—Аграр секторҙа позитив үҙгәрештәр бармы? Урал аръяғында ауыл хужалығын үҫтереү һәр ваҡыт ҡырҡыу темаларҙың береһе булды.

—Урал аръяғында 2015 йылда хужалыҡтарҙың бөтә категориялары буйынса ауыл хужалығы продукцияһы күләме 17,5 миллиард һум тәшкил итте. 2010 йылғы кимәлгә ҡарағанда 1,71 тапҡыр артҡан   (Башҡортостан буйынса—1,77 тапҡыр). Быйылғы уңыш тағы ла яҡшыраҡ булмаҡсы. Төбәктә 400 мең тонна иген йыйып алынған. Был һан былтырғы кимәлдән өс тапҡырға күберәк. Шуларҙың 35 мең тоннанан ашыуы ҡаты сортлы бойҙай. Ҡайһы бер иген культураларының ҡеүәте гектарынан 20 центнерға етте. Әбйәлил районының «Ҡыҙыл Башҡортостан» хужалығы баҫыуҙарында «Алмаз» сортлы ужым тритикалеһы баҫыуҙы бер әйләнгәндә 60 центнер уңыш бирһә, «Житница» сортының ҡеүәте хатта 80 центнерға етте. Бындай фантастик һөҙөмтәләргә No-till технологияһын уңышлы ҡулланыу һәм агротехник сараларҙы ваҡытында башҡарыу арҡаһында өлгәшкәндәр. Был тәжрибәне таратырға кәрәк. Әбйәлилдәр беҙҙең ерҙәрҙә лә мул уңыш үҫтереп булғанды иҫбатланы.

Ауыл халҡы «Яңы эш башлаған фермерҙарға ярҙам», «Fаилә мал үрсетеү фермалары» программаларында бик теләп ҡатнаша. Махсус грантҡа үткәрелгән конкурстарҙа 172 фермер ҡатнашып, 240 миллион һум тирәһе аҡсалата ярҙам алды. Был һан республика гранттарының дөйөм дәүмәленең 25 процентын тәшкил итә.

—Юлдар хаҡында нимәләр әйтерһегеҙ? Нисек йөрөп ҡайттығыҙ?

—Яҡшы ғына йөрөнөк. Шулай ҙа юлдарҙың айырым участкаларын мотлаҡ ремонтларға кәрәк. Элекке һымаҡ насар урындар күп түгел, әммә һикәлтәле урындар дөйөм тәьҫоратты боҙа. Юлдарҙы рәтләүгә күп көс һалына. Һуңғы йылдарҙа Урал аръяғы юлдарын ремонтлауға ғына 5 миллиард һумға яҡын бюджеттан инвестиция һалынды. Дөйөм алғанда бында 500 саҡрымдан ашыу автомобилдәр юлы төҙөлдө һәм ремонтланды. 17 күпер һәм күпер үткәүеле һалынды. Киләсәктә лә был юҫыҡта эште дауам итәсәкбеҙ. Асҡар-Сибай юлы төҙөлөшөн тамамлау зарур.

Урал аръяғының иҡтисади үҫешенә «Стәрлетамаҡ-Ҡағы-Магнитогорск» автомобиль юлы яҡшы стимул буласаҡ. Был юл республиканың индустриаль көньяғын Силәбе өлкәһе менән бәйләп, төбәк-ара тауар әйләнешен киңәйтәсәк. Проект арзан түгел, 13 миллиард һум тирәһе тәшкил итә, әммә йәшәү өсөн мөһим проекттарҙың береһе тип әйтер инем. Әлеге көндә дәүләт-шәхси партнерлыҡ формалаша, әгәр ул тормошҡа ашһа, бының өсөн бөтәһе лә эшләнә, киләһе йыл юл төҙөлә башлаясаҡ.

—Урал аръяғын комплекслы үҫтереү программаһының өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе—социаль инфраструктураны үҫтереү.

—Әлбиттә. Республика адреслы инвестицион программа сиктәрендә был тәңгәлдә бик күп эштәр эшләнде. Биш йыл эсендә социаль инфраструктураға бюджеттан 6 миллиард һум тирәһе аҡса бүленде. Дәүләт капитал һалыуҙар күләмендә Урал аръяғының өлөшө 6 проценттан 10 процентҡа тиклем артты.

Баймаҡ ҡалаһының 75 йыллығына әҙерлек барышында ҡаланы төҙөкләндереүгә 400 миллион һум аҡса бүленде. Бөрйән районы ҙур төҙөлөш майҙансығына әүерелде. Кеше башына һалынған бюджет инвестицияһы күләме буйынса бөрйәндәр республикала алдынғылар рәтендә. Был район өсөн бик мөһим, сөнки аҙаҡҡы ун йыл тирәһендә был төбәккә аҡса барып етмәгән. Ошондай миҫалдарҙы бөтә ҡала-райондар буйынса ла килтерергә мөмкин.

Торлаҡ төҙөлөшө йылдам бара. Сибай ҡалаһында ғына һуңғы биш йыллыҡта 70 күп ҡатлы йорт ҡалҡып сыҡты. Ҡала тарихы үҫешендә был иң юғары темп. Бынан тыш ауыл, ҡалаларҙа фонтандар, аллеялар, бульварҙар, парк, спорт объекттары барлыҡҡа килде.

—Ыңғай үҙгәрештәр эшҡыуарлыҡҡа тәьҫир итәме? Fөмүмән, эшҡыуарлыҡтың программа үтәлешенә йоғонтоһо бармы? Республика был өлкәгә ниндәй ярҙам күрһәтә?

—Минең ҡарамаҡҡа Урал аръяғында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың үҫеше—мөһим ҡаҙаныш. Бөгөнгө көндә бында 10 меңдән ашыу эшҡыуарлыҡ субъекттары булдырылып, эшкә яраҡлы халыҡтың 35 процентының мәшғүллеген тәьмин итеп  килә. Уртаса республика буйынса был һан түбәнерәк—30 процент тирәһе. Дәүләт ярҙамы сараларын көсәйтеү был тармаҡта 5,5 меңгә яҡын эш урыны булдырыуға булышлыҡ итте. Бәләкәй эшҡыуарлыҡтан урындағы ҡаҙнаға күскән килем 2 тапҡырға артты.

—Тимәк, эшҡыуарлыҡ киләсәктә лә үҫешәсәк?

—Һис шикһеҙ. Быйыл пилот проекты булараҡ инвестицион инициативаларға ярҙам Фонды эшләй башланы. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса һайлап алынған бизнес-проекттарҙы тормошҡа ашырыуға ташламалы шарттарҙа 7 миллион һум тирәһе займ бирелгән. Төбәктә бизнес-секторҙы үҫтереүгә булышлыҡ итеүсе уҡытыу-демонстрацион йәштәр үҙәге проекты булдырылды. Бында эшҡыуарҙар заманса алымдарҙы һәм технологияларҙы өйрәнә, яңы тармаҡ асыуға, эшләп килгән производствоһын киңәйтеү өсөн квалификацияһын күтәрә ала.

Беренсе тапҡыр Урал аръяғында балыҡ үрсетеү хужалыҡтары өсөн бассейн-каналдар төҙөү, агрофранчайзинг нигеҙендә ваҡ тауар етештереү производствоһын киңәйтеү буйынса пилот проекттары тормошҡа ашырыла башланы.

—Белеүебеҙсә, эшҡыуарлыҡ ҡына түгел, ә төбәк халҡы ла биләмәләрен үҫтереү өсөн күп көс һала.

—Һуңғы ике йыл дауамында халыҡтың инфраструктураға бәйле проблемалары урындағы инициативаларға ярҙам күрһәтеү проекты сиктәрендә уңышлы хәл ителде. 168 проектты ғәмәлгә еткереү өсөн 136 миллион һум аҡса тупланды. Был сумманың өстән бер өлөшөн халыҡ үҙе йыйҙы. Бағыусылар ҙа ҙур ярҙам күрһәтте. Юлдар һәм урамдар төҙөкләндерелде, һыу менән тәьмин итеүсе, мәҙәниәт, спорт объекттары, балалар майҙансыҡтары ремонтланды. Был проектты беҙ бөтә республикаға таратырға иҫәп тотабыҙ.

Былар маҡтаныу түгел. Кемгәләр башҡарылғандар аҙ кеүек тойолор, әммә ауыр мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҡабаланырға ярамай. Кешеләрҙе эшләргә, аҡса менән дөрөҫ эш итергә өйрәтергә кәрәк.

—Урал аръяғын комплекслы үҫтереү программаһын оҙайтыуҙан фәтүә булырмы?

—Һөҙөмтәләргә ҡарағанда программа эшләй һәм үҙенең эффектлылығын иҫбат итте. Шуға күрә беҙ уны 2020 йылға тиклем оҙонайтабыҙ. Был биш йыллыҡҡа бурыстар тағы ла ҙурыраҡ—бер ярым тапҡырға инвестицияларҙы үҫтереү, 30 процентҡа производство, 40 процентҡа ауыл хужалығы продукциялары күләмен арттырыу, уртаса эш хаҡын шулай уҡ бер ярым тапҡырға күтәреү, 5 мең яңы эш урыны булдырыу планлаштырыла. Беҙ был бурыстарҙы, һис шикһеҙ, тормошҡа ашырасаҡбыҙ.

—Төп баҫым сәнәғәткә яһаласаҡмы?

—Эйе. Урал аръяғы сәнәғәте үҫешенең төп локомотивы—тау-мәғдән тармағы. Программа сиктәрендә «Юбилей» ятҡылығында ер аҫты руднигы төҙөләсәк. Был Урал тау-металлургия комбинатының иң эре инвестицион проекттарының береһе. Проект сиктәрендә 1900-гә яҡын эш урындары булдырыласаҡ. Планға шулай уҡ  Вишневское, Көнсығыш-Семеновск ятҡылыҡтарын эшкәртеү ҙә индерелгән.

Сибайҙа ҡеүәте 600 мең кубометр булған ОСП-плитәләр заводы төҙөү күҙаллана. Әлеге көндә кредит схемалары эшләнә, инвестициялар эҙләнә. Был эш ғәмәлгә ашһа, 1100 эш урыны булдырыласаҡ. Шуға күрә бөтә көстө туплап алға алғанды тормошҡа ашырырға тырышырға кәрәк. Эште яйға һалыу өсөн ағас етерлек тип уйлайым.

Өҙлөкһөҙ базальт сүс производствоһы буйынса, композиция, төҙөлөш материалдары етештереүсе яңы йәмғиәттәр асыу зарур.

Төбәктең энергия системаһын үҫтереү буйынса эш дауам итәсәк. Сибай ҡалаһында, Баймаҡ һәм Хәйбулла райондарында дөйөм ҡеүәте 55 МВт булған ҡояш электр станциялары төҙөләсәк.

—Ауыл хужалығын үҫтереү буйынса ниндәй проекттар бар?

—Ейәнсура районында «Маяҡ» предприятиеһы базаһында һарыҡ үрсетеү кластеры формалаша. Сибай элеваторы нигеҙендә эре агрохолдинг ойоштороу күҙаллана. Бында элеге көндә республикала аналогы булмаған тәүлегенә 300 тонна он етештереүсе тирмән сафҡа инде. Һалынған инвестиция күләме 500 миллион һум тәшкил итте.

Бер нисә һөт эшкәртеү заводы төҙөләсәк. «Башҡорт деликатестары» ит эшкәртеү предприятиеһы, «Ҡыҙыл Башҡортостан» ауыл хужалығы, «Байрамғол» агрофирмаһы реконструкцияланасаҡ. Көнбағыш эшкәртеү, комбикорма етештереү буйынса яңы объекттар асыласаҡ.

Бынан тыш, «Бөрйән» һәм «Башҡортостандың тау курорттары» туристик-рекреацион кластерҙар булдырыласаҡ. Бында тәбиғәт бик хозур. Урал аръяғына аяҡ баҫыу менән тәбиғәттең матурлығынан күҙҙәр ҡамашты. Республиканың берҙәм туристик селтәрен формалаштырыуға көсөбөҙҙө йәлләмәйәсәкбеҙ.

—Беренсе биш йыллыҡта нимәләр тормошҡа ашмай ҡалды?

—Планға алғандарҙың күбеһе беҙ теләгәнсә килеп сыҡманы. Ҡайһы бер проекттар, ярай эле улар күп түгел, урынынан да ҡуҙғалманы. Иҡтисади көрсөк, башҡа ҡаршылыҡтар йоғонто яһамай ҡалманы. Урындағы үҙидаралыҡтарҙың барыһы ла  инвесторҙарҙы йәлеп итеү буйынса әүҙем эшләмәне.

Миңә ҡалһа, ҡулымдан килгәндең барыһын да тормошҡа ашырырға тырышасаҡмын. Урал аръяғы үҫеше программаһының инициаторы булараҡ, мин унан бер ваҡытта ла баш тартмаясаҡмын.

—Һеҙҙеңсә, программа теләгәндәренә ирешә алдымы? Урал аръяғы үҙгәреш кисерҙеме?

—Яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе. Элек был төбәктә халыҡ байыраҡ йәшәне, был тарафтарға бюджет аҡсаһы һыу булып аҡты, уларҙы берәү ҙә иҫәпләмәне тигәнде ишетергә тура килә. Буш хәбәр был. Үрҙә мин һуңғы биш йылда эшләнгән иң яҡшы миҫалдарҙы әйтеп үттем. 2010 йылда Сибай тау-байыҡтырыу комбинаты эшләмәй ине. Сибай элеваторы буш булды. Иҫке йорттар емерелеп торҙо. Беҙ төбәк халҡы менән бергәләшеп аҙымлап хәлде яҡшы яҡҡа үҙгәртәбеҙ. Әммә бөтә нәмә лә тиҙ генә килеп сыҡмай: илдә иҡтисади хәл насарайҙы, производство яй үҫешә.

Етмәһә, унар йылдар хәл ителмәй торған мәсьәләләр бар. Әммә бер нәмәгә ҡарамай, беҙ тырышабыҙ, шуға ла һөҙөмтәләр бар. Яйға һалынған, берҙәм эш алып барыу ғына үҫешкә, алға илтә.

—Сибайҙарҙы БДУ-ның Сибай институты яҙмышы борсой. Һуңғы йылдарҙа Бөтә Рәсәй вуздарын оптималләштереү сиктәрендә уның ябылыу ихтималлығы бар тип һөйләйҙәр.

—Сибай филиалы эшмәкәрлегенә килгәндә, күпме ваҡыт эшләһәм, шуның сама йылдар был уҡыу йортона ярҙам итәсәкмен, студенттарға бюджет урындарын арттырыу буйынса эш алып барыу менән бер рәттән, финанс яҡтан да ҡараясаҡмын. Шулай булды һәм буласаҡ. Беҙҙең төп бурыс—йәш быуынды тәрбиәләү. Улар ошо ерлектә уҡып белем алһын, ошонда эшләһен һәм алға ынтылһын. Белем алыуға бәйле бөтә тармаҡтарҙы ла ярҙамдан  ташламаясаҡбыҙ.

—2019 йылда республикабыҙ Башҡорт Хөкүмәте һәм Совет власы араһында илдә беренсе автономлы милли республика булдырылыуы тураһында килешеү төҙөүҙең 100 йыллығын билдәләй. Һеҙҙең инициатива менән «Республиканың 100 йыллығына—100 яңы объект» проекты ғәмәлгә инде. Урал аръяғы халҡын ниндәй яңы төҙөлөштәр көтә?

—Республикабыҙҙың 100 йыллығы Урал аръяғы өсөн мөһим дата. Сөнки был төбәктең яҙмышы һәм тарихи миссияһы айырым. Беҙҙең республика тап бында яралған. Юбилейға әҙерлек башланды. Объекттар исемлеге әлегә төҙөлә. Урал аръяғы халҡы был мөһим проекттың башында торорға тейеш. Республикабыҙҙың барлыҡҡа килеү тарихына мөһим өлөш индергән Темәс ауылында бер нисә объект ҡалҡырына шик юҡ.

 

Урал аръяғы халҡы талантлы, эшһөйәр генә түгел, рухлы, көслө булыуҙары менән башҡаларҙан айырыла. Иң яңғырауыҡлы республика брендтары—«башҡорт балы», «башҡорт ҡымыҙы», «башҡорт аты» Урал аръяғы райондары менән бәйләнгән. Беҙ уларҙы алға ебәреү буйынса күп эш башҡарабыҙ. Башҡорт телен, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һәм йолаларҙы һаҡлауҙа ла төбәктең өлөшө ҙур. Башҡорт рухы ошонда һаҡлана. Тәбиғәт байлыҡтар биргән төбәктә эшлекле һәм тырыш халыҡ барлыҡ проблемаларҙы ыңғай хәл итеренә, бурыстарҙы тормошҡа ашырасаҡтарына иманым камил.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap