Сибайҙа һауа торошо:
0, 2 ° C 2 - 4 м\с ЮВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
19.09.2016
15 йыл элек Сибай һөт-консерва комбинаты һатылды
Untitled document

Быйыл элекке һөт-консерва комбинаты үҙенсәлекле юбилейын билдәләй—2001 йылда Мәскәүҙең «Нутритек» кампанияһы «Сибай һөт консервалау комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтен һатып алды. Беҙҙеңсә, был СССР осоронда барлыҡҡа килгән уникаль предприятиеның бөтөүенә килтерҙе.

2001 йылда Сибай һөт-консерва комбинаты 100 мең тонна етештереү ҡеүәтенә эйә булып та, эшкәртелгән һөттөң күләме 18,6 мең тонна тәшкил иткән. 2004 йылда ни бары 7 мең тонна һөт эшкәртелгән. Был комбинаттың проект ҡеүәтенең 7 проценты тигән һүҙ.

Предприятие, яңы тыуған балаларға, шулай уҡ диета менән туҡланыусыларға, спортсыларға киптерелгән һөт ҡатнашмаһы етештереүсе комбинат булараҡ, Башҡортостанда берҙән-бер һәм Рәсәйҙә алдынғыларҙан һаналды. Дания, Франция, Германия, Чехословакияла сығарылған заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған юғары автоматизациялы предприятиеға Рәсәйҙә тиңләшеүселәр булманы. Унда етештерелгән продукцияның сифаты һәр ваҡыт юғары ине.

Сибай һөт-консерва комбинатын үҫтереүгә булышлыҡ итеү маҡсатында ҡалаға Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр һәм Әбйәлил райондарынан һөт ташыу ойошторолдо. Үҫешә барған малсылыҡ ҡырсылыҡ тармағын һәм, әлбиттә, бөтә ауыл иҡтисадын күтәреүгә ярҙам итте. Әммә һөт комбинатын етәкләүсе Мәскәүҙәге хужа тик үҙенең килемен генә ҡайғыртты. 2010 йылда «Нутритек» компанияһы төркөмөнөң эске сәйәсәте үҙгәреү сәбәпле, Урал аръяғының ауыл хужалыҡтарынан һөт ҡабул итеү тураһындағы килешеүҙәр юҡҡа сығарылды. Компанияның икенсе төбәктәрҙә урынлашҡан предприятиеларынан килтерелгән киптерелгән һөттән продукция етештерҙеләр. Бәләкәй ҡалаларҙың һәм унда йәшәүселәрҙең мәнфәғәтен ҡайғыртмау һөт комбинатының бөтөүенә килтерҙе. Шулай уҡ Урал аръяғының эре ауыл хужалығы предприятиелары ла юҡҡа сыҡты. Ҡайҙа һуң хәҙер Баймаҡ районының «Йылайыр», «Сибай», «Баймаҡ» һәм «Һәүәнәк» совхоздары? Әбйәлил, Хәйбулла һәм Йылайыр райондарының ҙур-ҙур хужалыҡтары? Улар банкротҡа терәлде, хужалыҡтарҙың производство базалары һатылған, һүтелгән һәм ҡайҙалыр оҙатылған. Емеректәр генә ҡалған.

Һатылып, бер-нисә йыл буйына алтаҡталары үҙгәреп торғандан һуң, 2010 йылда Сибай ит комбинаты ла банкрот тип табылды. Был Сибай ҡалаһының ғына түгел, ә күрше райондарҙың иҡтисадына кире тәьҫир итте.

Үрҙә әйтелгәндәрҙең барыһы ла элекке етәкселәрҙең дөрөҫ сәйәсәт алып бармауына ҡайтып ҡала. Ә ул осорҙа кемдәрҙең ҡала һәм республика менән идара итеүен беҙ беләбеҙ.

 

Г.Р. Әбдрәхимов, А.Г. Оглобличев, Е.Г. Питренко, комбинаттың элекке эшселәре.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap