Сибайҙа һауа торошо:
0, 2 ° C 2 - 4 м\с ЮВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
19.09.2016
Сибай ит комбинаты тураһында
Untitled document

Сибай ит комбинатының аяныслы яҙмышын гәзит уҡыусыларҙың иҫтәренә төшөрмәксемен.

2008 йылда 33 йыллыҡ тарихы булған Сибай ит комбинаты Башҡортостан Республикаһының Арбитраж суды ҡарары менән бөлгөнлөктә тип танылды. Ул ваҡытта комбинат Урал аръяғында иң эре аҙыҡ-түлек сәнәғәте предприятиеларының береһе ине. Комбинаттың проект ҡеүәте сменаһына 60 тонна ит, 10 тонна колбаса изделиелары, 3 тонна ит-һөйәк оно етештереүгә иҫәпләнгән ине. 2000 тонна итте бер юлы һаҡлау мөмкинселеге биргән һыуытҡыс булды. Малды беренсел эшкәртеүҙең ябыҡ технологик циклы һәм әҙер продукция эшләп сығарыу тулыһынса дәүләт һәм тармаҡ стандарттарына тап килгән ҡалдыҡһыҙ әҙер ит продукциялары етештереүҙе тәьмин итте. Предприятиены «Wurst», «Vemag», «Dorit», «Schaller», «Gunter» фирмаларының заманса ҡорамалдары менән йыһазландырыу ярайһы күләмдә ассортиментты киңәйтеүгә һәм сығарған продукцияның сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итте.

Яҡын тирәләге Баймаҡ, Хәйбулла, Әбйәлил, Йылайыр, Ейәнсура райондары хужалыҡтары комбинатты өҙлөкһөҙ мал менән тәьмин итте. Шуға күрә етәкселек улар менән даими һәм үҙ-ара эшлекле бәйләнеш тотто. Бынан тыш, предприятие ауыл кешеләренән килешелгән хаҡ буйынса мал һатып алды. Шулай уҡ унда мал эшкәртеү, сауҙа-һатып алыу һәм башҡа төр хеҙмәттәр ҙә күрһәтелде.

Яйға һалынған производствоға бер нәмә лә янамай кеүек ине. Улар етештергән аҙыҡ-түлек ҙур һорау менән ҡуллана, ышаныслы сеймал базаһы һәм ныҡлы партнер бәйләнештәре булдырылған. Әммә предприятие йылдан-йыл үҙ позицияларын юғалтты һәм бер көндө ул бөтөнләй эшләүҙән туҡтаны. Үрҙә әйтеүемсә, 2008 йылда Сибай ит комбинаты көрсөккә терәлде, 2010 йылда бөтә мөлкәте һатыуға ҡуйылды. Уның артабанғы яҙмышы барыһына ла мәғлүм—предприятиены шәхси фирма һатып алды. Нимәне һатып килем алырға була, барыһын да һаттылар, үтмәгәндәрен ҡырҡҡылап, металл һыныҡтары итеп тапшырҙылар.

Был мәлдәрҙә республика һәм ҡала етәкселеге ит комбинатын һаҡлап алып ҡалыу буйынса саралар күрмәүе аңлашылмай. Предприятиены тергеҙеүгә инвесторҙар йәлеп итергә булыр ине. 2015 йылда Сибай һөт-консерва комбинатында ошондай эште башҡарып, уға икенсе һулыш бирә алдылар бит. Тимәк, теләмәгәндәр, уларҙы Башҡорт Урал аръяғының иҡтисади торошо, халыҡтың йәшәйеше хафаға һалмаған. Комбинат сибайҙарға ғына түгел, малсылыҡ тармағы ныҡлы үҫешкән күрше райондар кешеләрен дә эш менән тәьмин итеп торҙо.

Ҡайһы ваҡыт: «Сибай ит комбинаты юҡ. Ә һатыуҙа Сибай колбасаһы ята. Эш нимәлә? Ҡайҙа колбаса етештерәләр? Билдәле бренд аҫтында сығарылған ит аҙыҡ-түлектәре ялған түгел микән?»—тигән һөйләшеүҙәр ишетелә.

Әлбиттә, ялған түгел. Сибай колбасаһын эшләү оҫталарының традицияларын 2009 йылда «Башҡорт колбасаһы» ит комбинаты яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшселәре дауам итеп, бөгөнгө көндә уңышлы эшмәкәрлек алып бара. Яңы комбинат икенсе урында өр-яңынан булдырылды. Былар барыһы ла Сибай ит комбинатының перспективаһы, киләсәге, коллективты һаҡлап ҡалырға мөмкин булыуын иҫбатлай.

 

Ринат Шаһиев.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap