Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
19.09.2016
Ул—урман һаҡсыһы
Untitled document

Урман—Ер йөҙөндәге иң ҙур хазиналарҙың береһе. Һулаған һауабыҙ сығанағы ла, йылытыусыбыҙ ҙа, туҡландырыусыбыҙ ҙа, күңелгә ял һәм сихәт биреүсе лә ул. Әммә ҡайһы саҡ был хаҡта онотоп китәбеҙ, юҡ-барға уны тәләфләйбеҙ, бысратабыҙ, рөхсәтһеҙ ҡырҡабыҙ. Мәрхәмәтле, рәхмәтле була белмәйбеҙ шул. Ярай әле урмансылар бар. Улар «йәшел ҡалҡаныбыҙҙы» күҙәтеү аҫтында тотмаһа, был өлкәлә хәлдәр тағы ла аяныслыраҡ булыр ине.

Бөгөнгө һүҙебеҙ «Хәйбулла урмансылығы» дәүләт учреждениеһының участка урмансыһы хаҡында. Fаян Шәйхетдин улы Суринды коллегалары бик маҡтап телгә ала. «Fаян—беҙҙең алмаштырғыһыҙ белгес. Уның тәжрибәһе, белеме үҙенә генә түгел, хужалыҡта яңы эш башлаусы йәштәргә лә кәрәк. Ул ҡушылған йөкләмәләрҙе урын-еренә еткереп, намыҫ менән башҡара. Урманды һаҡлау, ҡурсалау йәһәтенән бик әүҙем, халыҡ араһында аңлатыу эштәре лә алып бара. Фиҙакәр хеҙмәте менән коллективта абруй ҡаҙанды»,—тиҙәр уның хаҡында.

Хәйбулла районы Бәләкәй Арыҫланғол ауылында тыуып үҫкән егет бар күңеле менән урман эшенә бирелгән. Ул әрменән һуң, йәғни 1993 йылда Өфө урман хужалығы техникумын тамамлай. Ҡулына диплом алғас та тыуған яғына ҡайтып, Үҫәргән участка урмансылығында эш башлай. Урмансы ла, урмансылыҡ оҫтаһы (мастеры) ла булып эшләй. 2006 йылда үҙ теләге менән был хужалыҡтан китә, әммә тәбиғәткә булған һөйөүе әллә ни ары ебәрмәй. Fаян Шәйхетдин улы бер аҙ Шайтан-тау заповеднигында егер булып эшләп ала. Аҙаҡ йәнә үҙенең туған коллективына ҡайта. Әле-ге көндә ул Үҫәргән урман участкаһында тир түгә.

24 йыллыҡ дөйөм эш стажының 21 йылын урман хужалығына арнаған урмансы ғаиләһендә уңған, хәстәрлекле, йүнсел йорт хужаһы. Һәр яҡлап өлгө булған Fаян Шәйхетдин улы Хәйбулла районы хакимиәтенең генә түгел, Рәсәй Тәбиғәт министрлығы тәбиғәт ресурстарын һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау идаралығының Почет грамоталары менән дә бүләкләнгән.

Бына шулай, урманыбыҙ Fаян Шәйхетдин улы кеүек бар күңелен үҙ эшенә бағышлаған, тәбиғәтте яратҡан ир-егеттәр иңенә ышанып тапшырылған. Әммә уны һаҡлау барыбыҙҙың да дөйөм бурысы икәнен онотмайыҡ!

 

Р.Вәлиева.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap